Ыспрауник (йыр) — башҡорт халыҡ йыры.

«Ыспрауник»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Композитор

халыҡ

Авторы

халыҡ

Йырҙың тарихы үҙгәртергә

Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында йәшәгән Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙмаларынан алынған.

«Башҡортостан» гәзитендә «Ер һатҡанда» тигән исем менән баҫылған (1991 йыл, 28 август.)

Архангел районындағы туғыҙ ауыл башҡорто үҙҙәренең Бүләҙе тигән ерен Сафронов тигән баярға һатҡан.

Сафронов шул ерҙе бүлеп алыу өҫөн землемер килтергән. Оҙонлар ауылынан Ғәйнетдин исемле бер егет иптәштәре менән ҡаршылыҡ күрһәткән.

Ыспрауниктар, урядниктәр был ҡаршы кешеләрҙе ҡыуып ҡайтарғандар. Шунан был Ғәйнетдин ыспрауниктың ауылға ҡайтҡанын күҙәтеп тороп, быға тәҙрә аша мылтыҡ менән атҡан. Ғәйнетдинде ҡулға алып, төрмәгә оҙатҡандар. Төрмәгә киткәндә уны оҙатҡан халыҡ алдында Ғәйнетдин былай тип йырлаған:

Ыспрауник килгән, әй, илдәргә,
Туғыҙ ауыл ерен бүлергә.
Йөрәкле лә ирҙәр ҡаршы сыҡты
Үҙ яҙмышҡайҙарын күрергә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижады. II том, 190-сы бит