Ҡаһым түрә (йыр)
Ҡаһым түрә — башҡорт халыҡ йыры.
«Ҡаһым түрә» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры. |
Башҡарыу теле |
башҡорт |
Дауамлығы |
3,5 мин |
Риүәйәте
үҙгәртергәҠаһым түрә менгән ҡара юрға
Бора-бора килә муйынын.
Ҡаһым түрә, меҫкен, вафат булғас,
Күргәҙҙе лә майор уйынын.
Ҡаһым түрә менгән ҡара юрғаны
Һорашып та майор алалмай.
Өс йөҙ генә кеше — бик күп кеше —
Илашып та ҡәбер ҡаҙалмай.
Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, Ҡаһым Түрә — тарихи шәхес. Фамилияһы — Мырҙашев, исеме Ҡасим. Элекке Стәрлетамак ойәҙенең Айыусы ауылында тыуған, юрматы ырыуы башҡорто. 1812 йылғы һуғышҡа сотник дәрәжәһендә киткән, 1813 йылда һәләк булған.
1812 йылда француз яуы була. Башҡорттарҙың бер ғәййәре була — ул Ҡаһым түрә. Башҡорттар: «Был француз баҫып алһа, яланда ҡалабыҙ», — тип, үҙ-ара кәңәш итәләр. Улар, ғәскәр төҙөп, Ҡаһым түрә башлығында һуғышҡа китәләр. Урыҫтар менән бергәләп, француздарҙы сигендереп, илдәренең башҡалаһын баҫып алалар. Батша Ҡаһым түрәгә полковник исеме бирә.
— Тағы һеҙгә нимә кәрәк? — тип һорай батша.
— Беҙҙе ҡаҙаҡ ыҙалатмаһын ине, — тиҙәр башҡорттар. Шунан Эленйә еренә (сик еренә) — Яйыҡ буйына казачий ауылдары һалалар.
Батшаның бер майоры, көнсөллөгө килеп, Ҡаһым түрәгә ағыу эсереп ебәрә. Шунда ул үлеп ҡала. Халыҡ уның тураһында былай тип йырлаған
Нотаһы
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҠаһым түрә (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.