Ғилмияза — башҡорт халыҡ йыры. Оҙон көй.

Ғилмияза
Башҡарыусы

Ишмулла Дилмөхәмәтов,
Флүрә Килдейәрова,
Роберт Юлдашев

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

3:44

«Ғилмияза» йыры тәүге тапҡыр 1894 йылда С.Г.Рыбаков тарафынан Орск өйәҙендә (Рәмиевтәрҙең Солтан приискыһында) йырсы Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына һәм «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән» китабында баҫтырыла. «Ғилмияза» йырының легендаһы һәм тексы XX быуаттың 20-се йылдарында М. А. Буранғолов тарафынан яҙып алына. Артабанғы яҙмалар Ғәйнан Әмири (1939 йылда К. М. Дияров һүҙҙәренән), Х. Ф. Әхмәтов, А.С. Ключарев, Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған[1][2].

«Ғилмияза» йыры яҡынса XVI быуатта ижад ителә. Йырҙа героиняның замандаштары булараҡ Бикбау бей һәм Иҫке бей телгә алына. М. А. Буранғолов раҫлауынса, «Ғилмияза» йырын бөрйәндәр араһында билдәле халыҡ йырҙарын башҡарыусы Ғилмияза сығарған, ул йырҙа үҙенең ҡаҙаҡтарҙа тотҡонлоҡта булған тормош осорон бәйән иткән. Дияров фекеренсә, әҫәрҙең сюжеты бала сағында сит илгә алып киткән һәм тыуған төйәген һағынып, тыуған ере тураһында йыр сығарған Нуғай даруғаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосы Таһир ауылынан Ғилмияза исемле 8-9 йәшлек ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы менән бәйле[3][2].

Легенда Ғилмияза исемле ҡыҙҙың урланыуы һәм сит илгә һатылыуы тураһында хикәйәне бәйән итә. Ул ҡаҙаҡ далаларына барып сыҡҡас, тыуған яғын һағынып, башҡорт йырҙарын йырлай. Уның йырын ишетеп, шул яҡтарҙа осраҡлы ғына килеп эләккән башҡорт был хаҡта ҡыҙҙың ата-әсәһенә хәбәр итә. Күсмә тормоштағы батырҙар бергә йыйылып, Ғилмиязаны тыуған яғына алып ҡайталар. 1894 йылда С.Г.Рыбаков тарафынан хәҙерге Баймаҡ районының Солтан приискыһында Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алынған ошондай иҫкәрмә бар: «Ғилмияза — юлбаҫар урлаған ҡыҙҙың исеме, һуңынан уны тапмағандар»[1].

Йырҙың үҙенсәлеге

үҙгәртергә

Йыр лирик-драматик характерҙа. Йыр ике ҙур һөйләмдән торған һәм 2‑се һөйләме үҙгәртеп ҡабатлауға ҡоролған период формаһында ижад ителгән. Көйгә киң диапазон (яҡынса 2 октава), ҡатмарлы һәм виртуоз орнаментика, юғарыға һәм түбәнгә һикерештәр, мәғәнәле паузалар, төрлө регистрҙарҙың контраслығы хас[1].

Башҡарыусылары

үҙгәртергә

Башҡарыусылар араһында Ә. С. Шайморатова, Ф. Ә. Килдейәрова, И. И. Дилмөхәмәтов (инструменталь вариант), Әлфиә Мырҙабаева. Тауыш һәм фортепиано өсөн йыр Р. Ә. Мортазин тарафынан эшкәртелгән. «Ғилмияза» көйө А. С. Ключаревтың «Горная быль» балетында, А. М. Ҡобағошовтың Симфоник поэмаһында ҡулланылған[2].


Йырҙың тексы

Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

Урал тауы буйлап, көн битләп.

Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп.


Алыҫ ерҙән балҡып, ай, күренгән

Уралмы икән, әллә көнмө икән?

Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең

Бер көндәре әллә йылмы икән?

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Ғилмияза. Единый портал культуры народов Республики Башкортостан. Дата обращения: 24 февраль 2024.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Ғилмияза». Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан. Дата обращения: 24 февраль 2024.
  3. Гильмияза. Башкирская народная песня

Һылтанмалар

үҙгәртергә