Ғәйнетдинов Мәүлетбай Сөләймән улы
Ғәйнетдинов Мәүлитбай Сөләймән улы (14 май 1938 йыл — 6 июнь 2014 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Мәүлитбай Ғәйнетдинов | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Макар районы Үрге Этҡол ауылы, |
Үлгән | |
Үлгән урыны |
Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Һөнәрҙәре | |
Йырлау тауышы |
бас |
Жанрҙар |
эстрада |
Коллективтар |
«Йәдкәр» ансамбле, Башҡорт дәүләт филармонияһы |
Наградалар | |
Биографияһы
үҙгәртергәМәүлитбай Ғәйнетдинов 1938 йылдың 14 майында Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Үрге Этҡол ауылында тыуған. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, буласаҡ артист тыуған колхозында эшләп ала, һуңынан Өфө ҡалаһына килеп, янғын һүндереүсе булып хеҙмәткә урынлаша. Йәштән йыр-моңға әүәҫ егет Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә бик теләп йөрөй, бер ҙә еңел булмаған төп эшенән буш ваҡытты тулыһынса йырға бағышлай. Йылдан-йыл оҫтара барған йәш йырсы һәүәҫкәрҙәрҙең республика, Бөтөн Союз кимәлендәге бәйгеләрендә тәүге урындарҙы яулай, төрлө сәхнәләрҙәге сығышы тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелә. Шундай бер концертта уның йырлауын ныҡ оҡшатҡан ҡалалағы бер төҙөлөш тресының етәксеһе Сәлих Ғәлләм улы Фәттәхов тәҡдиме менән Мәүлитбай Ғәйнетдинов 29 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
1971 йылда уның вокал бүлеген (мәшһүр йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин класы) тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эстрада йырсыһы итеп эшкә алына, һәм өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен республиканың төп сәхнәһенә арнай. Филармониялағы эстрада коллективтары составында республика буйлап даими гастролдәргә сығып, тәбиғәттән бирелгән һәләте һәм көндәлек тырышлығы арҡаһында йырсы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яулай. Ныҡлы рухлы шәхес милли музыканы, башҡорт фольклорын танытыуға ла күп көс һала: «Йәдкәр» башҡорт фольклоры ансамблен ойоштороуҙа ҡатнашып, 1981—2002 йылдарҙа уның етәксеһе һәм солисы була. Юғары вокаль оҫталыҡҡа эйә һәм башҡорт фольклорын тәрән белгән Мәүлитбай Ғәйнетдинов ҡатмарлы һәм һирәк осрай торған халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡара. Легендар «Буранбай», «Урал», «Сибай», «Бейеш», «Аҡһаҡ ҡола» һәм тағы ла башҡа күп башҡорт халыҡ йырҙары уның репертуарында ныҡлы урын алды. Сәхнә уҙаманын хаҡлы рәүештә «башҡорт йыры аҡһаҡалы» тип нарыҡланылар. Үҙ-үҙенә талапсан Мәүлитбай Ғәйнетдинов шулай уҡ композиторҙар әҫәрҙәренә лә һөйөү һәм ихтирам менән ҡарап, уларҙы зауыҡ менән төрлө быуын тамашасыһына еткерҙе. Ул арҙаҡлы Хөсәйен Әхмәтов, шулай уҡ Бәхти Ғайсин, Айрат Ҡобағошов, Нәбиулла Мөстәҡимов, Роза Сәхәүетдинова һәм Абдулла Хәлфетдинов ижад иткән күп йырҙарҙы беренсе башҡарыусы булды. Артист-вокалсы башҡорт музыка сәнғәтен, халҡыбыҙҙың борондан килгән аһәңле моңдарын республиканан ситтә лә лайыҡлы танытты.
Илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә — Ҡарағалпаҡ АССР-ы (1976 йыл), Яҡут АССР-ы (1978 йыл), Сыуаш АССР-ы (1981 йыл), Мәскәү (1997 йыл) — уҙғарылған Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте көндәрендә, шулай уҡ күп һанлы халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә һәр саҡ сәхнә түрендә булды. Элекке Советтар Союзы республикаларынан, Рәсәй төбәктәренән тыш Германия һәм Төркиәлә гастроль концерттары менән уңышлы сығыш яһаны. Үҙ ваҡытында «Моң» (русса — фирма грамзаписи «Мелодия») фирмаһында йырсының пластинкалары ҙур ғына тираж менән сығарылды һәм бөтөн СССР буйынса таралды. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы фондында олпат моң эйәһе Мәүлитбай Сөләймән улы башҡарыуында халҡыбыҙҙың тиҫтәләгән гүзәл йыр ынйылары киләсәк быуындарға матур һәм үҙенсәлекле бүләк булып һаҡлана. Телерадио тапшырыуҙарындарында, һорауҙар буйынса концерттарҙа бөгөн дә халыҡ йырсыһының ҡабатланмаҫ тауышы күптәрҙе әсир итә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәүлитбай Ғәйнетдинов 2011 йылда, режиссёр А. Йомағоловтың «Ел аулаусы» нәфис фильмында төп ролде бик тә уңышлы башҡарып, Рәсәй кимәлендә танылыу яулай.
Йырсы 2014 йылдың 6 июнендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Йәш йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика конкурсы лауреаты (1970).
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәйнетдинов Мәүлетбай Сөләймән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кино-театр сайты (рус.)
- «Башҡортостан» гәзите 2017 йыл 3 июнь архивланған.
- Башҡортостан энциклопедияһы (рус.)
- Йырсы Мәүлетбай Ғәйнетдинов яҡты донъянан китте
- Һандуғаслы, кәкүкле яҙҙарҙы көтөп алыр ине