Мәжлес йыры (йыр)
«Мәжлес йыры» — башҡорт халыҡ йыры.
«Мәжлес йыры» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Авторы |
халыҡ |
Һүрәтләмәһе
үҙгәртергәЙырҙың тексы
Өҫтәл дә аҫҡайҙары шул дүртәр ҙә аяҡ,
Өҫтәл дә өҫкәйҙәре шул тулы ла сынаяҡ,
Һай кем, тулы ла сынаяҡ.
Беҙҙең дә былай гөрләшеп ултырғанды шул
Белә лә микән, күрә лә микән,
Ишетә лә микән, тимен мин, күрше тирә-яҡ.
Эсеп тә ебәр ҡымыҙҙың да шул һалҡынын,
Бәлки ҙә баҫылыр йөрәгең шул ялҡыны.
Көрәгәкәйенә лә шул ҡымыҙҙы тултырып,
Ултырған да тирмә тигәненең шул эсенә,
Һай кем, тирмә тигәненең эсенә,
Моңло ғына, һарҡыу ҙа итеп йырлап шул,
Барына хуш булып, хужаға дуҫ булып,
Хужа ла ҡәҙерле, тимен мин, ҡунағын эсерә.
Эсеп тә ебәр туҫтаҡты ла шул тултырып,
Асылмаҫмы күңелдәр бергәләп ултырып.
Оҙон йырҙар төркөмөнә ҡарай. Оҙон, архаик төҙөлөшлө көйгә нигеҙләнгән. Текст стандарт структуралы лаконик көйгә йырлана.
Йыр фәлсәфәүи-эпик характерҙа.
«Мәжлес йыры» йырында халыҡ аҡылы, киләсәккә ышаныс мотивтары асыҡ сағыла. Йыр кешене ҡыйыу һә түҙемле, тыйнаҡ һәм намыҫлы булырға, дуҫтарға һөйөү менән ҡарарға өйрәтә. Тулы драматизм һәм хистәр сафлығы хас был йырға.
Ҡунаҡта, байрам табынында, туйҙа барлыҡ хистәр, ҡотлауҙар, үҙ-ара маҡтау һүҙҙәре фәҡәт йыр формаһында бирелер булған. Йыр борон-борондан бындай осрашыуҙарҙың йөҙөк ҡашы — биҙәге булған, һәр ҡунаҡ хужаға хөрмәт йөҙөнән ниндәй ҙә булһа бер йыр йырлауҙы үҙенең намыҫ эше тип ҡараған. Мәжлес йырҙары, нигеҙҙә, яңғыҙ башҡарыла, ҡара-ҡаршы йырлау формалары ла осрай — бында туғандарҙың бер төркөмө икенсе төркөмгә мөрәжәғәт итә. Был жанрға бәйле бихисап традицион текстар көн итә.
«Мәжлес йыры» башҡорт халыҡ йырҙарының тормош-көнкүреш йырҙар төркөмөнә инә. Был төркөм йырҙары ауыр тормош шарттарында ла халыҡ күңеленең оптимистик асылын сағылдыра. Уйын-көлкө, һый-хөрмәт, ҡунаҡ-төшөм тураһындағы йырҙар, һис шикһеҙ, донъянан төңөлмәгән, киләсәккә ышаныс менән ҡараған һәм үҙендә ҙур рухи көс барлығын тойған халыҡ күңелендә генә тыуырға мөмкин. «Мәжлес йыры» — бының асыҡ үрнәге.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәАлкин М. Башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар, уларҙы башҡарыу традициялары. — Өфө: Китап, 2002. — 288 бит.