Туйсин Рәмил Париж улы

Туйсин Рәмил Париж улы (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).

Рәмил Париж улы Туйсин
Тыуған көнө

12 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (52 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәмил Париж улы Туйсин 1972 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағаc, 2000 йылдан Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктәбендә, 2001—2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Учалы филармонияһы концерттарында ҡатнаша. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе.

Репертуарында йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры, шул иҫәптән: «Абдрахман кантон», «Ауыл көйө», «Буранбай», «Сибай». Хөсәйен Әхмәтов, Х. А. Дәүләтов, Ю. Х. Үҙәнбаев һ. б. йырҙарын башҡара. 2007 йылдан Туйсиндар ғаилә концерт студияһы етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

«Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (2001 йыл, Нефтекама ҡ.), «Студент яҙы» Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары студенттарының ижад фестивале (1995 йыл, Өфө ҡ.), «Башҡортостан — Урал ынйыһы» халыҡ ижады республика форумы (2005 йыл, Өфө), «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы (2002 йыл, Сибай ҡалаһы.) лауреаты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.