Аҡ диңгеҙ
Аҡ диңгеҙ (карел. Vienanmeri, нен.Сэрако ямʼ, XVII быуатҡа тиклем — Ыҙғыр, Соловецк, Төньяҡ, Аҡ ҡултыҡ[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғындағы эске диңгеҙ. Төньяҡ Боҙло океанға ҡарай.
Аҡ диңгеҙ карел. Vienanmeri, нен. Сэрако ямʼ | |
Урынлашыуы | Рәсәй |
Майҙаны | 90,8 мең км² |
Күләме | 4,4 мең км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 2000 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 343 м |
Уртаса тәрәнлек | 67 м |
![]() | |
![]() |
Скандинав мифологияһында был диңгеҙ «Гандвик» һәм шулай уҡ «Йыландар ҡултығы» («Bäy of Serpents») атамалары менән билдәле[2].
ГеографияҮҙгәртергә
Майҙаны — 90 мең км², күләме — 4,4 мең км³. Диңгеҙҙең максималь оҙонлоғо (Канин Нос морононан Кемь ҡалаһына тиклем) 600 км тәшкил итә.
Максималь тәрәнлеге 343 м, уртаса тәрәнлеге — 67 м.
Изге Нос (рус. Святой Нос) морононан Канин Нос моронона тиклем шартлы рәүештә үткәрелгән һыҙыҡ Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәренең сиге тип иҫәпләнә[3].
Аҡ диңгеҙгә ҡойоусы эре йылғалар — Кемь, Мезень, Онега, Поной, Төньяҡ Двина.
Төп порттары: Архангельск, Беломорск, Кандалакша, Кемь, Мезень, Онега, Северодвинск.
Аҡ диңгеҙ-Балтика каналы Аҡ диңгеҙҙе Балтик диңгеҙе һәм Волга-Балтика һыу юлы менән тоташтыра.
Аҡ диңгеҙ тулыһынса Рәсәй Федерацияһының эске һыуҙары тип иҫәпләнә.
КлиматҮҙгәртергә
Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламында һыу температураһы уның төрлө өлөштәрендә миҙгел буйынса үҙгәрә. Йәйен ҡултыҡтар һәм диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙары +15-16 °C-ҡа тиклем йылый, шул уҡ ваҡытта Онега ҡултығында һәм Горлала +9 °C-тан юғары күтәрелмәй. Ҡышын диңгеҙҙең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙарының температураһы −1,3…-1,7 °C-ҡа тиклем, ә ҡултыҡтарҙа −0,5…-0,7 °C- ҡа тиклем кәмей.
Горизонт м | Ғинуар | Февраль | Март | Апрель | Май | Июнь | Июль | Август | Сентябрь | Октябрь | Ноябрь | Декабрь |
0 | -0,3 | -0,3 | -0,3 | -0,2 | 3,1 | 9,0 | 13,4 | 13,8 | 8,9 | 4,7 | 2,5 | 0,2 |
10 | -0,8 | -1,2 | -1,2 | -0,7 | 1,9 | 6,0 | 11,1 | 12,6 | 8,2 | 5,0 | 2,9 | 1,2 |
20 | -0,4 | -0,8 | -0,9 | -0,7 | 0,9 | 3,4 | 4,8 | 7,8 | 5,3 | 4,7 | 3,0 | 1,6 |
30 | -0,2 | -0,6 | -0,7 | -0,6 | 0,5 | 1,8 | 2,1 | 3,4 | 3,8 | 3,9 | 3,0 | 1,7 |
50 | 0,2 | -0,1 | -0,6 | -0,6 | 1,7 | 0,5 | 0,5 | 1,6 | 2,0 | 2,7 | 2,7 | 1,9 |
Һыу температураһы (1977-2006 йй. мәғлүмәттәр) | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 5,4 | 17,6 | 25,5 | 26,5 | 26,7 | 18,2 | 12,4 | 4,2 | 1,3 | 26,5 |
Уртаса температура, °C | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,1 | 6,4 | 15,4 | 19,2 | 16,6 | 10,6 | 4,0 | 0,4 | 0,0 | 4,8 |
Абсолют минимум, °C | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 6,9 | 12,1 | 8,9 | 3,5 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 |
Сығанаҡ: ЕСИМО |
Диңгеҙ һыуының тоҙлолоғо 26 промилле һәм унан кәмерәк тәшкил итә.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Белое море // Кольская энциклопедия. В 5-и т. Т. 1. А — Д / Гл. ред. А. А. Киселёв. — Санкт-Петербург : ИС ; Апатиты : КНЦ РАН, 2008. — С. 306.
- ↑ «Northern Scandinavia during the Middle Ages», part of «In honorem Evert Baudou» (1985), Sven Lundkvist
- ↑ Публикация S-23 Международной гидрографической организации «Limits of Oceans and Seas» (3е издание, 1953).
- ↑ ЕСИМО. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Воейков А. И., Белое море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Лоция Белого моря. 1913 г. / Изд. Глав. Гидрограф. Упр. Мор. М-ва. — Петроград: Типография Морского министерства, 1915. — 1035 с.
- Леонов А. К. Региональная океанография. Л.: Гидрометеоиздат, 1960.
- Шамраев Ю. И., Шишкина Л. А. Океанология. Л.: Гидрометеоиздат, 1980.
- Флора и фауна Белого моря: иллюстрированный атлас / под ред. Цетлин А. Б., Жадан А. Э., Марфенин Н. Н. — М.: Т-во научных изданий КМК, 2010—471 с.: 1580 ил. ISBN 978-5-87317-672-4
- Наумов А. Д., Федяков В. В. Вечно живое Белое море — С-Пб.: Изд. С-Пб. городского дворца творчества юных, 1993. ISBN 5-88494-064-5
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Аҡ диңгеҙ Викимилектә | |
Аҡ диңгеҙ Викияңылыҡтарҙа |
- Публикация S-23 Международной гидрографической организации «Limits of Oceans and Seas» (3е издание, 1953).
- Лоция Белого моря (1964 г.)
- Карта Терского берега Белого моря
- Белое море в книге: А. Д. Добровольский, Б. С. Залогин. Моря СССР. Изд-во Моск. ун-та, 1982.