Буржуазия
Буржуази́я (франц. bourgeoisie от франц. bourg; ср.: нем. Burg — ҡала) — социаль-синыф категорияһы, уға капиталистик йәмғиәттең, милеккә (аҡса, етештереү саралары, ер, патенттар йәки башҡа мөлкәт формаһында) хужа булған һәм шул милектән килгән табыш иҫәбенә йәшәгән хакимлыҡ итеүсе синыф тап килә.[1]
Буржуазия | |
Буржуазия Викимилектә |
Урыҫ телендә элек йыш ҡына «буржуазия» һүҙен «мещанлыҡ» тип тәржемә иткәндәр (французсанан калька bourgeois — «ҡалала йәшәүсе», дөйөм славян һүҙе мѣстоны иҫәпкә алып — ҡала). Мәҫәлән, Мольерҙың пьесаһының атамаһы: франц. «Le bourgeois gentilhomme» урыҫсаға «Мещанин во дворянстве» тип тәржемә ителә. Хәҙерге заман урыҫ телендә «буржуа» һүҙенә мещанин һүҙенә ҡарағанда, предприниматель (йүнсел), эксплуататор һүҙе тап килә (мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ҙә буржуазия синыфына ҡарай, ә мещандарҙың бер өлөшө ялланып та эшләй бит).
Тарих
үҙгәртергәУрта быуаттарҙа уҡ ҡалала йәшәүсегә һәм крәҫтиәнгә бүленеш була, ә буржуазияның хоҡуҡтары ниндәйҙер кимәлдә өҫтөнлөк ролен уйнай. Тәүҙә, феодализм дәүерендә, буржуазия тип ҡалаларҙа йәшәүселәр атала, шулай итеп, уларҙан һан буйынса байтаҡҡа күберәк булған ауыл кешеләре уларға ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.
Тиҙҙән «буржуазия» термины үҙенең эстәлеге буйынса XV быуатта йыш ҡына тарыраҡ мәғәнәлә ҡулланылған «Өсөнсө ҡатлам» терминына яҡынлаша, «буржуазия» термины һалым түләүселәрҙең бер өлөшөн — Генераль штаттарҙа вәкилдәре булған ҡалала йәшәүселәрҙең юғары ҡатламын билдәләй [1]
Францияла феодолизм тарҡалыу барышында буржуазия синыфы өсөнсө ҡатламдың яҡшыраҡ тәьмин ителгән һәм социаль әүҙем өлөшө була. Нидерланд буржуаз революцияһынан башлап, бөтә Европа буйлап буржуазия феодаль власты ҡолатыуға килтерә торған революция үҙгәрештәрен башлап ебәреүсе һәм унда әүҙем ҡатнашыусы булып сығыш яһай. Күп кенә тарихсылар, шул иҫәптән Иммануил Валлерстайн да был тарихи осорҙа, буржуазияны, алдынғы, прогрессив синыф булараҡ, позитив баһалай[2].
Буржуазияның эске социаль структураһы тәүҙә үк йәшәү кимәле буйынса ла, етештереү сараларына ҡарата мөнәсәбәт буйынса ла, сәйәси хоҡуҡтар буйынса ла (милек цензына бәйлелек) айырылып тора. Урта быуаттар Францияһы, Италия, Нидерландтарҙа буржуазия составына бай һөнәрселәр ҙә, ярлы өйрәнсектәр ҙә һәм цех эшселәре лә; риба алыусылар ҙа, финанс яғынан уларға бәйле сауҙагәрҙәр ҙә инә. Аҙаҡ килеп улар — торған һайың киңәйә барған «ирекле һөнәр» кешеләре даирәһе, уларҙың табыш сығанағы — ялланған хеҙмәтте файҙалоаныуҙан түгел, ә ҡалала йәшәүсе башҡа кешеләрҙең килеменән алына, йәғни дауаланыу һәм уҡыу өсөн түләгән, ҡаланың бөтә идара итеүсе өҫҡормаһын тотоу өсөн һалым түләгән кондотьерҙан судъяларға, магистратураларҙан ваҡ чиновниктарына тиклемге ҡала кешеләренең килеменән.
Капитализм үҫешә-үҫешә бүленеү көсәйә бара. Ялланған хеҙмәтте киң ҡулланыусы эре милекселәр — был синыфтың сағыштырмаса бик аҙ һандағы өҫкө ҡаты ғына. Дөйөм цивилизация процесстары — урбанизация, фән һәм сәнғәттең, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенең үҫеше һөҙөмтәһендә — аҙ тәьмин ителгән, етештереү сараларынан мәхрүм булған һәм үҙ хеҙмәте һөҙөмтәләрен шәхсән һатыуҙан алынған килемгә генә йәшәгән буржуазия ҡатламсығында — йәғни ваҡ буржуазияла — әкренләп эре буржуазиянан айырмалы булған, хәҙер инде яңы, капиталистик ҡоролошҡа ҡаршы йүнәлтелгән үҙаллы сәйәси ихтыяждар формалаша.
1789 йылдың 17 июнендә Францияны өс чинға айырған иҫке ҡатлам бүленеше бөтөрөлә һәм Өсөнсө ҡатлам тигән атама ла юҡҡа сыға. Ләкин хәҙер француз йәмғиәтенең ике эре буржуазия һәм халыҡ синыфтарына тарҡалыуы асыҡтан-асыҡ күренә. Социаль антагонизм юҡҡа сыға, сөнки сәйәси һәм юридик мәғәнәлә француз революцияһы ике синыфты ла тигеҙләй, әммә XIX быуатта синфи көрәшкә килтергән иҡтисади нигеҙҙәге ҡапма-ҡаршылыҡ пәйҙә була. Революция һөҙөмтәләре буржуазия һәм яҡшыраҡ тәьмин ителгән крәҫтиәндәр өсөн бигерәк файҙалы була. Якобинизмға дошмандарса ҡараған буржуазия, ул ҡолатылғас, пролетариаттан («дүртенсе» ҡатламдан) ҡурҡып, реакция юлына баҫа. Уны идара итеү формаһы әллә ни ҡыҙыҡһындырмай, ул үҙе башҡарған ролде һаҡлап ҡалыу теләге менән уның социаль торошон тәьмин иткән, шул уҡ ваҡытта «иҫке тәртипте» тергеҙеүгә юл ҡуймаған термидорианецтарға һәм Наполеонға буйһона. Иҫке тәртипте тергеҙеү дәүерендә, католик-феодаль реакция башланғас, буржуазия либераль башланғыстарҙы яҡлауға күтәрелә; XIX быуаттың 20-се йылдарындағы либерализм тотошо менән буржуаз характерҙа була. Һайлау цензы юғары булғанлыҡтан [1814 йылғы Конституцияны ҡара), буржуазия айырым ижтимағи синыф барлыҡҡа килтерә һәм XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем һаҡланған ҡарашта ҡала. Ул саҡта инде буржуазия тип ҡалала йәшәүсе йәки плебейҙы ғына түгел, ә ҡулында булған капитал нигеҙендә сәйәси хакимлыҡҡа ынтылған ҡалала йәшәүсене (йәғни капиталисты) атайҙар.
XIX быуатта сығышы буйынса юғары ҡатламға ҡарау урынына милек хужаһы булыу килә. Сәнәғәт буржуазияһына хакимлыҡ итеү форсаты биргән июль революцияһы буржуазияның көсәйеүенә ныҡ булышлыҡ итә. Июль монархияһы осоронда, «буржуазия батшалыҡ иткән» мәлдә, буржуазия һәм сәйәси көс сифатында социализмды алға ҡуйған пролетариат араһында мөнәсәбәттәр ҡырҡыулаша. Буржуазия хәүефле төғлимәтте дошмандарса ҡаршы ала һәм сәйәси иҡтисадтың «манчестер» мәктәбенә ҡушыла. Ләкин июль монархияһы осорондағы буржуазияның үҙендә лә күпселеккә ҡаршы оппозиция — финанс аристократияһы барлыҡҡа килә. Оппозицион партия уның өҫтөнлөктәрен юҡҡа сығарырға хыяллана. Республика партияһы монархияны республика менән алмаштырырға тәҡдим итә һәм ваҡ буржуазия, һатыусылар, һөнәрселәр һәм эшселәр мөхитендә үҙенә ныҡлы таяныс таба. Социаль революциянан ҡурҡыу буржуазияны Луи-Филипп Беренсе тронының ышаныслы таяуына әйләндерә. Буржуазия араһында һайлау хоҡуғын киңәйтеү файҙаһына башланған хәрәкәт эшселәр һәм буржуазия менән берлектә үткәрелгән февраль революцияһының тәүге билдәләре була. Ләкин июль монархияһын еңеү хәҙер инде буржуазияға ҡаршы ойошҡан эшселәр (фабрика эшселәре һәм һөнәрселәр) араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты асыҡтан-асыҡ асып һала. Пролетариаттың ризаһыҙлығы июль көндәрен тыуҙыра. Ошо ваҡыттан алып Францияла өсөнсө һәм дүртенсе ҡатламдар араһында принципиаль низағ башлана.
Төрҙәре
үҙгәртергәКапиталын һалыу өлкәһенә бәйле буржуазия түбәндәге төрҙәргә бүленә:[1]
- сәнәғәт буржуазияһы
- сауҙа буржуазияһы
- банк буржуазияһы
- ауыл буржуазияһы
Был өлкәләрҙең һәр береһендә капиталдың ҡоролошо төрлөсә. Шуға күрә буржуазия килем кимәле буйынса түбәндәгесә бүленә:
- эре буржуазия
- урта буржуазия
- ваҡ буржуазия (марксизмда «ваҡ буржуазия» термины менән айырым синыф — ҡала һәм ауылдың тик үҙ хеҙмәте йәки крәҫтиән һәм һөнәрселәр хеҙмәте менән генә көн күргән ваҡ милекселәре атала).
Рәсәйҙә, социаль-иҡтисади үҫеш үҙенсәлектәренә бәйле, буржуазия синыфының үҫеше һәм формалашыуының үҙ нескәлектәре була. XVII быуаттан буржуазия дәүләттең туранан-тура ҡатнашлығында һәм ярҙамында синыф булараҡ формалаша, дворяндар менән тығыҙ бәйләнештә тора, һәм, XX быуат башында синыфтың иҡтисади ҡеүәте үҫеүгә ҡарамаҫтан, сәйәсәттә ҡатнашыуҙан ситләшеп, үҙенең сәйәси мәнфәғәттәрен бик һирәк яҡлап сыға. Мәҫәлән, дөйөм алғанда Рәсәй буржуазияһы, октябристар һәм бигерәк тә кадеттар партияларын үҙҙәренеке, тип иҫәпләмәй, юғары чиновниктар һәм аристократия менән компромисҡа барыуҙы өҫтөн күрә[3].
Буржуазия образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә
үҙгәртергәМещандар драмаһы, тж. буржуаз драма — театр жанры, беренсе тапҡыр XVIII быуатта барлыҡҡа килә.
- Жан-Батист Мольер — «Мещанин во дворянстве» (франц. «Le bourgeois gentilhomme») пьесаһы.
- «Ешь ананасы, рябчиков жуй, день твой последний приходит, буржуй». Владимир Владимирович Маяковскийҙың «Владимир Ильич Ленин» поэмаһына индерелгән шиғыр юлдары (1924).
- «Скромное обаяние буржуазии» — режиссёр Луиса Бунюэля фильмы (1972)
- «Мелкий-мелкий буржуа» — режиссёр Марио Моничелли фильмы (1977)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Милейковский, Кучинский, 1971
- ↑ Immanuel Wallerstein. 4. From Seville to Amsterdam: the Failure of the Empire // The Modern World-System I. — Berkeley: University of California Press, 2011. — С. 209. — 440 с.
- ↑ Аврех А. Я. Русский буржуазный либерализм: особенности исторического явления // Вопросы истории. 1989. № 2. C. 17-31.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- рус телендә
- Буржуазия // Научный коммунизм: Словарь / Александров В. В., Амвросов А. А., Ануфриев Е. А. и др.; Под ред. А. М. Румянцева. — 4‑е изд., доп. — М.: Политиздат, 1983. — 352 с.
- Буржуазия в России / Иосиф Фролович Гиндин // Брасос — Веш. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 4).
- Пётр Алексеевич Конский П. А. Третье сословие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Буржуазия / Абрам Герасимович Милейковский, Кучинский Н. Н. // Брасос — Веш. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 4).
- Мария Оссовская. Рыцарь и буржуа: Исследование по истории морали / Пер. с польск./ Общ. ред. А. А. Гусейнова; Вступ. ст. А. А. Гусейнова и К. А. Шварцман. — М.: Прогресс, 1987. — 528 с. — ISBN 0302050000-556.
- Смирнов А. И. Учёные записки Императорского Казанского Университета. Год 40. Коммуна средневековой Франции северной полосы и центральной в связи с политическим ростом третьего сословия. — Казань: Университетская типография, 1873. — 314 с.
- ОгюстенТьерри. Исторiя происхожденiя и успѣховъ третьяго сословiя = Essai sur la formation et les progrès du Tiers Etat. — M.: Типография И. А. Баландина, 1899. — 316 с.
- башҡа телдәрҙә
- Babeau A. «La ville sous l’ancien régime».
- Bardoux, «La bourgeoisie française»;
- Bonvalot Е. «Le Tiers État, d’après la charte de Beaumont et ses filiales» (П., 1884);
- Désmolins, «Mouvement communal et municipal au moyen âge»;
- Flach J. «Les origines Communales»;
- Giraud-Teulon, «La royauté et la bourgeoisie»;
- Lucheire А. «Les Communes françaises à l'époque des Capétiens directs» (П., 1890);
- Perrens, «La démocratie en France au moyen âge»;