Мәрмәр диңгеҙе (төр. Marmara Denizi, мәрмәр табылған Мармара утрауы исеменән; боронғо грек телендң Προποντίς, Пропонтида, диңгеҙ башланған урын) — Төркиәнең Кесе Азия һәм Европа өлөшөндә урынлашҡан Атлантик океан диңгеҙе. Төньяҡ-көнсығышы Босфор боғаҙы аша Ҡара диңгеҙ менән тоташа. Көньяҡ-көнбайышта Дарданелдар боғаҙы аша Эгей диңгеҙе менән тоташа. Диңгеҙ киң йүнәлештә һуҙыла; уның оҙонлоғо 280 км, иң зур киңлеге-80 км, майҙаны 11 472 км². Уртаса һыу күләме — 4 мең км³, тәрәнлеге — 1355 метрға тиклем.

Мәрмәр диңгеҙе
Координаты: пропущена долгота
Майҙаны11 472 км²
Күләме4000 км³
Иң ҙур тәрәнлек1355 м
Мәрмәр диңгеҙе картаһы
Мәрмәр диңгеҙе картаһы
 Мәрмәр диңгеҙе Викимилектә

Мәрмәр диңгеҙенең барлыҡҡа килеүен ер ҡабығының ҙур ярыҡтары менән бәйләйҙәр, улар Евразия һәм Африка материктарын айыра. Диңгеҙ ярҙарының беренсе тасуирламаһын 1845—1848 йылдарҙа рус флотының капитан-лейтенанты М.П.Манганари башҡара. XIX быуат аҙағында рус ғалимдары С. О. Макаров һәм һәм Б. Шпиндлер Мәрмәр диңгеҙенең гидрологик һәм биологик тикшеренеүҙәрен үткәрә (уның етәкселегендә 1890—1891 йылдарҙа Рус география йәмғиәтенең һәм Император фәндәр академияһы кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән экспедиция башҡарыла).

Географияһы

үҙгәртергә
Файл:Black sea RUS.png
Ҡара диңгеҙ регионы
 
Истанбул каналы проекты

Ярҙары башлыса таулы, көньяҡта һәм көнсығышта ныҡ бүлгеләнгән (Измит, Гемлик ҡултыҡтары һ.б.). Иң эре утрауҙары — Мармара, Принцев, төньяҡ ярҙары буйында һыу аҫты рифтары. Диңгеҙгә ҙур булмаған Граник һәм Сусурлук йылғалары ҡоя (барыһы ла тиерлек — Азия ярынан). Төркиә 2023 йылға Босфор боғаҙынан көнбайышҡа табан 45 км алыҫлыҡта Мәрмәр һәм Ҡара диңгеҙҙәрен тоташтырыусы 150 м киңлектәге Истанбул суднолар йөрөшле каналын төҙөргә планлаштыра[1]. Уның буйынса нефть ташыусы танкерҙарҙың күп өлөшө уҙасаҡ тип планлаштырыла[2]. «Истанбул» каналы Мәрмәр һәм Ҡара диңгеҙҙәрен Кючюк-Чекмедже күле аща тоташтырасаҡ[3]

Гидрология

үҙгәртергә

Диңгеҙ туңмай. Һыу өҫтө температураһы ҡышын 9 °C, йәйен 29 °C тиклем. Диңгеҙ гидрологияһы өсөн боғаҙҙар аша Ҡара һәм Эгей диңгеҙҙәренең һыуы менән алмашыныу хас. Йөҙлөгөндә тоҙлолоғо 26 ‰ тиклем, был Ҡара диңгеҙгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ, әммә океандарға ҡарағанда байтаҡҡа әҙерәк. Шул ук ваҡытта һыу төбөндәге тоҙлолоғо күпкә юғарырак — 38 ‰ тиклем, Урта диңгеҙ һыуы менән сағыштырырға була.

Флора һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Мәрмәр дигеҙенең флораһы һәм фаунаһы Урта диңгеҙенең төр составына оҡшаш[4].

Хужалыҡ өсөн файҙаланыу

үҙгәртергә

Балыҡсылыҡ (скумбрия) үҫешкән. Мәрмәр диңгеҙе аша Ҡара диңгеҙҙән Урта диңгеҙгә мөһим судно юлдары үтә. 1999 йылдың декабрендә Мәрмәр диңгеҙендә шторм ваҡытында Рәсәйҙең «Волгонефть-248» танкеры бата, шуның һөҙөмтәһендә диңгеҙгә байтаҡ нефть продукттары аға[5]. Яр буйҙарында бик борондан халыҡ тығыҙ ултырған; төньяҡ-көнсығышта, Босфор боғаҙы янында Истанбул ҡалаһы урынлашҡан. Яр буйҙарында — күп һанлы курорттар (Эрдек, Муданья һ.б.).


  1. Канал «Стамбул»: Турки обходят Россию с фланга. svpressa.ru. Дата обращения: 14 апреля 2020
  2. По каналу «Стамбул» будут перевозить нефть. restproperty.ru. Дата обращения: 14 апреля 2020.
  3. Остров Стамбул. Новый Босфор — национальный проект Эрдогана для «новой Турции». www.novayagazeta.ru. Дата обращения: 14 апреля 2020.
  4. Мраморное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. В Мраморном море затонул танкер «Волгонефть 248», в результате чего произошел разлив нефтепродуктов. / Турция : Природа / Travel.Ru. www.travel.ru. Дата обращения: 14 апрель 2020.