Үҙәк Азия (ҡаҙ. Орталық Азия, монг. Төв Ази, төркм. Merkezi Aziýa, үзб. Markaziy Osiyo, ҡырғ. Борбордук Азия, таж. Осиёи Марказӣ, ҡыт. 中亚) — Азияның океанға сыҡмаған ҙур майҙаны, ЮНЕСКО билдәләүенсә, регионға Монголия, төньяҡ-көнбайыш Ҡытай (Тибет, Эске Монголия, Цинхай, Көнбайыш Сычуань һәм Төньяҡ Ганьсу), Рәсәйҙең Азия өлөшөндәге тайга зоналарының көньяғы, Ҡаҙағстан һәм дүрт элекке союздаш республикалар — Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстан инә.

Регион сиктәренең өс варианты: 1 — СССР-ҙың Урта Азия иҡтисади районы ; 2 — Бөгөнгө БДБ регионы; 3 — ЮНЕСКО билдәләмәһе буйынса Үҙәк Азия

Үҙәк Азияны донъяның айырым регионы итеп алыуҙы географ Александр Гумбольдт тәҡдим итә (1843).

Үҙәк Азия тарихи рәүештә сикһеҙ киңлектәрҙәге күсмә халыҡтар һәм Бөйөк ебәк юлы менән бәйле күҙ алдына килә. Үҙәк Азияла Евразия — Европа, Яҡын Көнсығыш, Көньяҡ Азия һәм Көнсығыш Азия халыҡтары бергә аралашып, ҡайнашып торған төбәк.

Урта быуаттарҙа Монгол империяһына тиклем Үҙәк Азия иҡтисади һәм мәҙәни яҡтан сәскә атҡан ерҙәр булған[1]. Ҡушан империяһы һәм Хорезмшаһтар империяһы ул саҡтарҙың иң бай дәүләттәре булған. Һуңғараҡ Аҡһаҡ Тимер Яҡын Көнсығышты, Рәсәйҙең көньяғын һәм Дели солтанлығын яулап ала.

Үҙәк Азия — Афғанстандың Рәсәйгә һәм Британияға мөнәсәбәтле яҡтары WDL11751

Үҙәк Азия һәм Урта Азия

үҙгәртергә

Рәсәй география фәнендә революцияға тиклемге ваҡыттарҙан Урта Азия тигән төшөнсә йәшәп килә.

 
Урта Азия ярымшар картаһында

СССР-ҙа иҡтисади райондарҙы икегә бүлеп,Урта Азия һәм Ҡаҙағстан тип икеһен бергә әйтә торғайнылар.

Физик география һәм климатология йәһәтенән «Урта Азия» төшөнсәһе был республикаларҙы ғына түгел, Үҙәк һәм Көньяҡ Ҡаҙағстанды ла үҙ эсенә ала.

1992 йылда Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев Урта Азия дәүләттәренең «Урта Азия һәм Ҡаҙағстан» саммитында, ошо регионда ҡоролған советтан һуңғы дәүләттәр биләмәһен «Үҙәк Азия» тип атауға күсергә тәҡдим яһай. «Үҙәк Азия» атамаһы СМИ-ла хәҙер ярайһы йыш ҡулланыла, әммә география күҙлегенән Үҙәк Азия — күпкә киңерәк регион, ул Урта Азия һәм Ҡаҙағстандан тыш, Монголияны, Ҡытайҙың көнбайышын һәм Көньяҡ Себерҙе үҙ эсенә ала; ЮНЕСКО ла ошо уҡ фекерҙә.

Элекке биш совет республикаһына  — Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстанға ҡарата йыш ҡына «советтан һуңғы Үҙәк Азия» төшөнсәһе ҡулланыла.

Ғалимдар скифтар беренсе булып күсмә халыҡтар дәүләте төҙөгән тигән фекергә килгән, тик улар берләшкән бөйөк империя булдыра алмаған. Скиф ҡәбиләләре тарҡау булған. Һундар (б.э.т. 209 — б.э. 93), бәлки, Үҙәк Азияла күскенселәрҙең беренсе дәүләтен төҙөгәндер.

Лев Гумилёв буйынса, һундар, төркиҙәр һәм монголдар үҙ-ара байтаҡ ҡына айырылһа ла, заманында далаларға Ҡытай килеп инеүен тотоп торған[2].

Б.э.т. I мең йыл элек Дала юлы барлыҡҡа килгән, ул Ҡара диңгеҙ буйҙарынан Донға, шунан савроматтар еренә Көньяҡ Урал яғына, Иртышҡа, артабан Алтайға үтеп киткән. Ошо юл буйлап ебәк, тире, келәм, аҫылташ, биҙәүестәр ташылған. Б.э.т. II быуатта Ебәк юлы даими дипломатик һәм сауҙа артерияһына әйләнә.

II—V быуаттарҙа Ебәк юлы, көнсығышта Чаньандан — Ҡытайҙың боронғо баш ҡалаһынан башланып, Бөйөк Ҡытай диуарының Йәшмә ҡапҡаһы һағына тиклем килеп еткәс, төрлө дәүләттәр яғына тармаҡланып китә. VI—VII быуаттарҙа Ҡытайҙан көнбайышҡа Етейылға (Семиречье) һәм Согдиана юлы иң йәнлеһе була. Согди теле сауҙа эштәрендә иң ҡулланылған телгә әйләнә. Юлдың төньяҡҡараҡ күсеүе бер нисә сәбәп менән бәйле. Етейылғала төрки ҡағандар һарайҙары урынлашҡан, ә улар Урта Азия буйлап үткән юлдарҙы контролдә тотҡан. Икенсенән, Фирғәнә VII быуатта үҙ-ара болалар арҡаһында хәүефлегә әйләнә. Өсөнсөнән, төрки ҡағандар сит яттарҙан да, бигерәк тә эллин дәүләттәренән әйбер ҡайтарта башлай. Ебәк юл аша бөткөһөҙ илсе һәм сауҙа каруандары VII—XIV быуаттарға тиклем ағыла. Быуаттар дауамында төрлә сәбәптәр арҡаһында юл үҙгәрә торған. Континенттағы сәйәси хәлдәр маршрутты төрлөсә һайларға мәжбүр иткән.

Фәндәр һәм сәнғәттәр

үҙгәртергә

Америка тарихсыһы Стивен Старр Үҙәк Азияла урта быуаттарҙа, йәғни Франциялағы Мәғрифәт эпохаһына тиклем әле мәғрифәт үҙәге булған, тип яҙа[1]. Фәндәр, тәү сиратта астрономия һәм медицина, шулай уҡ төрлө сәнғәттәр үҫешкән булған. Һуғыштар һәм болалалар йыш булып торғанлыҡтан, мосафир ғалимдар феномены килеп тыуған. Ғалимдары, ҡағиҙә булараҡ, даими рәүештә монастырҙәрҙә йә ҙур ҡалаларҙа йәшәгән урта быуаттар Европаһынан айырмалы, Үҙәк Азияла ғалимдарға, йәшәү, эшләү өсөн хәүефһеҙ урын эҙләп, урындан-урынға күсеп йөрөргә тура килгән[3].

Тикшеренеүсе ғалимдар

үҙгәртергә

Рәсәй империяһы

үҙгәртергә
  • Иакинф Бичурин,  , палл.: Иациньтэ; донъялыҡта Никита Яковлевич Бичурин (1777—1853) — Рәсәй Правослау сиркәүе архимандриты (1802—1823); ғалим-полиглот, сәйәхәтсе-ориенталист, ҡытай теле, тарихы, географияһы һәм мәҙәниәте белгесе, беренсе профессиональ урыҫ синологы, Европала танылған ғалим. Үҙәк Азия тураһында баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәр авторы.
  • Пётр Петро́вич Семенов-Тян-Ша́нский (2 (14) ғинуар 1827 — 26 февраль (11 март1914) — урыҫ географы, ботаник, статистик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тянь-Шань тауын һәм Ысыҡ-Күлде өйрәнгән.

Австро-Венгрия

үҙгәртергә
  • Арминий Вамбери, шул уҡ Герман Бамбергер (1832—1913) — венгр шәрҡиәтсеһе, сәйәхәтсе, полиглот; Венгр фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Ярлы йәһүд ғаиләһенән сыҡҡан был егет 1861 йылда Рәшид Әфәнди тигән ялған исем алып, дәрүиш булып ҡыланып, Үҙәк Азиға бара. 1864 йылда Венгриға ҡайта. Арминий Вамбериның сәйәхәте Европанан Памир тауҙарының өйрәнелмәгән ерҙәренә беренсе сәйәхәт була. 1864 йылда сәйәхәте тураһында китап сығара.

Советтар Союзы

үҙгәртергә
  • Владимир Мясников (1931 йылғы) — совет тарихсыһы, шәрҡиәтсе, ҡытайсы, Рәсәй — Ҡытай мөнәсәбәттәре белгесе, сит ил сәйәсәте, тарихи биографиялар белгесе. Рәсәй фәндәр академияһы академигы. Урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡҡан 500-ләп төрлө жанрҙағы хеҙмәте бар.
  • Алексей Постников ( 1939 йылғы) — техник фәндәр докторы, профессор, Азия географияһы, картографияһы һәм геосәйәсәте тарихы белгесе. Урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡҡан 300-ләп хеҙмәте бар.
  • Окмир Агаханянц — географ, геоботаник, фән тарихсыһы, политолог һәм Азиялағы геосәйәси проблемалар белгесе. 400-ләп төрлө жанрҙағы хеҙмәттәр авторы.

«Ҙур уйын»

үҙгәртергә

XIX быуат ахырында Британия менән Рәсәй империяһы араһында Үҙәк Азия һәм Һиндостан өсөн көрәш башлана, британ ғалимы һәм яҙыусыһы Артур Конолли быны «Ҙур уйын» тип атай. Күҙәтеүселәр фекеренсә, XX быуатта «Ҙур уйындың» яңы раунды башлана, уға — АҠШ, Төркиә, Иран, һуңғараҡ Ҡытай ҡушыла. «Уйынсылар» иҫәбенә элекке совет Урта Азия республикалары ла инә, улар еңешкән көстәр араһында үҙенсә "уйнап", бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалырға тырыша [4].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Памир
  • Туркестан
  • Экономические районы СССР
  • Русское географическое общество

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Описание Чжунгарии и Восточного Туркестана в древнем и нынешнем состоянии. Переведено с китайского монахом Иакинфом. Части I и II. — Санкт-Петербург: 1829.
  • Историческое обозрение ойратов или калмыков с XV столетия до настоящего времени. Сочинено монахом Иакинфом. — Санкт-Петербург: 1834.
    2-е изд. / Предисл. В. П. Санчирова. — Элиста, 1991.
  • Китай, его жители, нравы, обычаи, просвещение. Сочинение монаха Иакинфа. — СПб., 1840.
  • Статистическое описание Китайской империи. Сочинение монаха Иакинфа. Тома I и II. — Санкт-Петербург: 1842.
    2-е изд. Под науч. ред. К. М. Тертицкого, А. Н. Хохлова. — М., 2002.
  • Китай в гражданском и нравственном состоянии. Сочинение монаха Иакинфа в четырёх частях. Санкт-Петербург: 1848.
    2-е изд. — Пекин, 1911—1912.
    3-е изд. Под науч. ред. К. М. Тертицкого, А. Н. Хохлова. — М., 2002.
  • Географический указатель мест на карте к истории древних среднеазийских народов. Сочинение монаха Иакинфа. — Санкт-Петербург: 1851.
  • Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. В трёх частях с картою на трёх больших листах. Сочинение монаха Иакинфа, удостоенное императорской Академией наук Демидовской премии. — Санкт-Петербург: 1851.
    2-е изд. Под науч. ред. А. Н. Бернштама и Н. В. Кюнера. — М., Л., 1950—1953.
    Переиздания в Казахстане (Алматы): 1992, 1998, 2000.
  • Собрание сведений по исторической географии Восточной и Срединной Азии / Составители Л. Н. Гумилёв, М. Ф. Хван. — Чебоксары: 1960.
  • Ради вечной памяти: Поэзия, статьи, очерки, заметки, письма [Иакинф Бичурин] / Составитель и автор Предисловия В. Г. Родионов. — Чебоксары: 1991.
  • Звягельская И. Д. Становление государств Центральной Азии: Политические процессы. — М.: Аспект Пресс, 2009. — 208 с. — ISBN 978-5-7567-0570-6.
  • Мясников В. С.|заглавие=Русско-китайские отношения 1689—1916|ссылка=|ответственный=|издание=|место=М.|издательство=Политическая литература|год=1958|страницы=|страниц=|тираж=|ref=}}
  • Мясников В. С.Империя Цин и Русское государство в XVII веке. Отв. ред. чл.-кор. АН СССР С. Л. Тихвинский; Институт Дальнего Востока АН СССР. -М. Наука (ГРВЛ), 1980, 312с. - тираж=5000. .
  • Постников А. В. Схватка на «Крыше Мира»: Политики, разведчики, географы в борьбе за Памир в XIX веке / Общ. ред. и предисловие акад. В. С. Мясникова. — Изд. 2-е. — М.: Рипол-классик, 2005. — 512 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7905-3465-1. (в пер.)
  • Постников А. В. Становление рубежей России в Центральной и Средней Азии (XVIII—XIX вв.). — М.: Памятники исторической мысли, 2007. — 464 с. — 800 экз. — ISBN 5-88451-216-0. (в пер.)
  • Мавланов И. Р. Индия — Центральная Азия: экономическое состояние и торгово-экономические связи во второй половине XIX — первой половине XX в. — Ташкент: Институт востоковедения им. А.Беруни Академии наук Республики Узбекистан, 2012. — 254 с. — ISBN 978-9943-340-28-2.
  • Постников А. В. История географического изучения и картографирования Сибири и Дальнего Востока в XVII — начале XX вв. в связи с формированием русско-китайской границы. — М.: УРСС, 2013. — 364 с. — ISBN 978-5-9710-0699-2.
  • Русско-китайские отношения в XX веке. — Москва.
  • Countries, Capitals, Territories, Cities and Historic sites. — London: McFarland & Company, 1997 — ISBN 0-7864-0172-9
  • Дэниел Ергин. В поисках энергии: Ресурсные войны, новые технологии и будущее энергетики = Daniel Yergin "The Quest: Energy, Security, and the Remaking of the Modern World". — М.: Альпина Паблишер, 2016. — 720 p. — ISBN 978-5-9614-4379-0.
  • Стивен Фредерик Старр. Утраченное Просвещение: золотой век Центральной Азии от арабского завоевания до времён Тамерлана = S. Frederick Starr: "Lost Enlightenment: Central Asia’s Golden Age from the Arab Conquest to Tamerlane". — Альпина Паблишер, 2016. — 574 p. — ISBN 978-5-9614-5303-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә