Эстон теле (eesti keel) — эстон халҡының теле. Фин-уғыр ғаиләһендәге балтик буйы фин тармағына инә. Эстонияның һәм Европа Берләшмәһенең рәсми теле. Яҙма латин алфавиты нигеҙендә.

Эстон теле
Телдең үҙатамаһы

eesti keel

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Урал тел ғаиләһе

Фин-уғыр тармағы
Әлифба

Латин алфавиты һәм эстонский шрифт Брайля[d]

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

эст 850

ISO 639-1

et

ISO 639-2

est

ISO 639-3

est

Был телдә Википедия

Тел коды — et йәки est (ISO 639).

Эстон теле, балтик буйы фин телендәге ике-өс диалекттың яҡынайыуы иҫәбенә, 12-13 быуатта формалаша. Берҙәм эстон теленең формалашыуына герман һәм балтик буйы телдәре йоғонто яһай.

Эстон телендә баҫым беренсе ижеккә төшә. Иҫкәртмәләр: aitäh, aitüma, sõbranna, шулай уҡ бер нисә ымлыҡ (мәҫ. ahah, ohoh) — унда баҫым икенсе ижеккә төшә. Яңы сит һүҙҙәрҙә оригиналь баҫымы ҡала (әммә сит телдәрҙән алынған иҫке һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә, мәҫ. vabrik)


  Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.