Һинд-Аурупа телдәре

(Һинд-европа телдәре битенән йүнәлтелде)

Һинд-Аурупа телдәре (йә иһә Йәфеҫ телдәре — инжилдәге Йәфеҫтән[2]) — Донъяла иң киң таралған тел ғаиләһе[3]. Ер шарының бөтә ҡитғаларында ла бар, һөйләшеүселәр һаны 2,5 миллиардтан ашыу. Ҡайһы бер хәҙерге тел белгестәре фекере буйынса, ностратик телдәр макроғаиләһенең бер өлөшө булып тора[4].

Һинд-европа телдәре
Таксон

ғаилә

Тарихи тыуған иле
һинд-европа ареалдары кентум-сатем изоглоссаһы. Кентум (күк) и Сатем (ҡыҙыл). Сатемизацияның күҙалланған башланғыс өлкәһе сағыу ҡыҙыл төҫтә күрһәтелгән
Ареал

бөтә донъя

Телде белеүселәр һаны

2,7 млрд[1]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Ностратик телдәр (фараз)

Состав

албан теле, анатолия теле, әрмән теле, балтик телдәр, славян телдәре, герман телдәре, грек телдәре, иран телдәре, һинд-арий телдәре, италий телдәре (роман), кельт телдәре, палеобалкан телдәре, тохар телдәре

Бүленгән ваҡыты

V — VI мең йыл элек

Телдәрҙең кодтары
ГОСТ 7.75–97

ино 208

ISO 639-2

ine

ISO 639-5

ine

Һинд-европа телдәре термины (ингл. Indo-European languages) беренсе тапҡыр инглиз ғалимы Томас Юнг тарафынан 1813 йылда индерелә[5]. Немец телендәге әҙәбиәттә һинд-герман телдәре термины йышыраҡ ҡулланыла (нем. indogermanische Sprachen). Элек һинд-европа телдәре «арий» тип аталған, әммә әлеге ваҡытта был термин менән нуристан тармағын һәм һинд-иран телдәрен үҙ эсенә алған һинд-европа телдәре ғаиләһенең бер өлөшө атала.

Килеп сығышы һәм тарихы

үҙгәртергә

Һинд европа ғаиләһе телдәре 5 — 6 мең йыл элек йәшәгән берҙәм боронғо һинд-европа теленән килеп сыҡҡан булырға тейеш. Был телдең килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар (атап әйткәндә, Көнсығыш Европа, Алғы Азия, Европа һәм Азия киҫелешендәге дала биләмәләрен атайҙар). Боронғо һинд-европалыларҙың (йәки уларҙың тармаҡтарының береһе) археологик мәҙәниәте тип менән «соҡор мәҙәниәтен» атарға мөмкинлек бар. Улар беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта хәҙерге Украинаның көнсығышында һәм Рәсәйҙең көньяғында йәшәгән. Был гипотезаны яҡынса 4500 йыл элек Ҡара диңгеҙ һәм Волга буйы далалары биләмәһенән соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәренең күпләп күсеп китеүен күрһәтеүсе генетик тикшеренеүҙәр дәлилләй. Уларҙан Көнбайыш һәм Үҙәк Европалағы һинд-европа телдәренең кәмендә бер өлөшө барлыҡҡа килгән[6].

В. М. Иллич-Свитич, А. Б. Долгопольский һәм С. А. Старостин хуплаған Х. Педерсен гипотезаһына ярашлы, боронғо һинд европа теле билдәле бер ностратик телдәр макроғаиләһенә ингән. Уның сиктәрендә ул аблауты (аблаут) булған картвель телдәренә генетик яҡтан яҡын тора[7]. Әммә был гипотеза тәнҡиткә дусар ителә һәм бик бәхәсле тип һанала. Уның һығымталарын күп кенә һинд-европалылар һәм компаративистар (сағыштырма-тарихи лингвистика) ҡабул итмәй, улар ностратик телдәр теорияһын тулыһынса нигеҙһеҙ тип ҡарай йәки, иң яҡшы осраҡта, ышанысһыҙ тип һанай[8][9][10].

Тарихи тыуған ере тураһында ике гипотеза

үҙгәртергә
 
Кентум (күк) һәм Сатем (ҡыҙыл) һинд-европа лингвистик ареалдары картаһы. Б.э.т. яҡынса 500 йылдар.

Әрмән таулығы территорияһында һәм Көнсығыш Европа далаларында һинд-европалылар өсөн ике тыуған ил гипотезаһын Миллер 1873 йылда һинд-европа тәүтеленең семит-хамит һәм кавказ телдәренә яҡынлығы нигеҙендә төҙөй.

1934 йылда Швейцариянан профессор Эмиль Форрер фекеренсә, һинд-европа теле ике туғандаш булмаған телде ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[11]. Н. С. Трубецкой, К. К. Уленбек, О. С. Широков һәм Б. В. Горнунг был ҡушылыу Урал-Алтай тибындағы тел менән кавказ-семит тибындағы тел араһында булған, тип фаразлай[12].

Т. В. Гамкрелидзе һәм В. В. Ивановтың 1980—1981 йылдарҙа сыҡҡан хеҙмәттәре ике тәү ил тураһында фекерҙе яңы фәнни кимәлдә үҫтерә. Авторҙарҙың күп йыллыҡ хеҙмәте һинд-европалыларҙың теле, мәҙәниәте һәм тәү иле тураһындағы дөйөмләштерелгән тикшеренеүҙәр баҫмаһы менән тамамлана (Гамкрелидзены, Иванов, 1984). Унда Әрмән тауы биләмәһендә, шулай уҡ уның эргәһендәге төбәктәрҙә дөйөм һинд-европа боронғо тәү иле һәм Ҡара диңгеҙ — Каспий далаларындағы көнбайыш һинд-европа кешеләренең икенсел тәү иле тураһында фекер дәлилләнә.

ДНК тикшеренеүҙәре боронғо протоһинд-европалыларҙың кавказ ата-бабаһы тураһындағы фараздарҙы раҫлай[13][14][15][16]. Шулай уҡ һинд-хетт гипотезаһы ла раҫлана, уға ярашлы тәү анатолия һәм тәү һинд-европа телдәре дөйөм һинд-хетт тәүтеленән «беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡтан да һуң түгел» айырыла[17].

Хаак һәм авторҙаштары (2015) һинд-европалыларҙың Әрмән таулығында барлыҡҡа килеүе гипотезаһы дөрөҫлөккә тап килә тигән һығымтаға килә, сөнки соҡор мәҙәниәте өлөшләтә хәҙерге әрмәндәрҙе хәтерләткән Яҡын Көнсығыш халҡынан сыҡҡан. Икенсе яҡтан, улар «Көнсығыш Европала һәм көньяҡта һунарсы-йыйыусылар ниндәй телдәрҙә һөйләшкән тигән һорау асыҡ ҡала» тип белдерә[18].

Дэвид Райх үҙенең 2018 йылғы «Беҙ кем һәм нисек бында килеп эләктек» мәҡәләһендә былай тип раҫлай: «Тәүге тапҡыр һинд-европа телендә һөйләшкән халыҡтың йәшәгән урыны Кавказ тауҙарынан көньяғындараҡ, бәлки, хәҙерге Иранда йәки Әрмәнстанда урынлашҡан булырға тейеш, сөнки унда йәшәгән халыҡтың боронғо ДНК-һы соҡор мәҙәниәте өсөн дә, боронғо анатолиялылар өсөн дә тап килә». Шуға ҡарамаҫтан, Райх һинд-европа телдәренең күбеһе соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәр тарафынан таралған, тип раҫлай.

Т. В. Гамкрелидзе һәм В. В. Ивановтың гипотезаһына ярашлы, быға тиклем һинд-европа берләшмәһенән иң элек анатолия тәү теле айырылып сыға. Был б.э.т. IV мең йыллыҡтан да һуңға ҡалмайынса Әрмән таулығы тирәһендә була. Ошонан анатолиялыларҙың ата-бабалары көнбайышҡа табан хәрәкәт итә башлай. Һинд-европа берләшмәһенең артабанғы бүленеше алдынан ул диалекттар төркөмөнә бүленә. Шундай төркөмдәрҙең береһенә италий, кельт һәм тохар телдәренең ата-бабалары, икенсеһенә — арий, әрмән һәм грек телдәренең, шулай уҡ балтик, славян һәм герман телдәренең ата-бабалары инә. Һуңынан, лингвистик яҡтан һиҙелерлек ваҡыт үткәс, һинд-европа берләшмәһенән тохар теле айырылып сыға, уның телендә һөйләшеүселәр Көнсығышҡа табан хәрәкәт итә һәм, билдәле бер ваҡыт үткәс, Тарим уйһыулығына барып етә, һуңынан унда улар яҙма сығанаҡтарҙа теркәлә. Яҡынса шул уҡ ваҡытта грек тәү теле лә айырыла, уларҙы йөрөтөүселәр көнбайышҡа табан Эгеидаға барып етә һәм Грецияла төпләнә. Арий теле һөйләшеүселәр көнсығышҡа табан хәрәкәт итә һәм Евразия далаларына күсеп ултыра, әммә, арийҙарҙың бер өлөшө Кавказ аша далаларға күсеп килеүе ихтимал. Каспий диңгеҙенән көнсығышҡа табан хәрәкәт итеүсе италий, кельт, славян, герман һәм балтик телдәренең (боронғо европалылар) ата-бабалары далала төпләнеп, унда соҡор мәҙәниәтен барлыҡҡа килтерә. Һуңынан Европаның урман зонаһына соҡор мәҙәниәте йөрөтөүселәрҙең үтеп инеүе һәм Европаның һинд-европалашыуы күҙәтелә. Гимбутас тап ошо гипотезаны күҙ уңында тота.

Һинд-европа миграциялары тоталь этник «экспансия» булараҡ түгел, ә тәү сиратта һинд-европа диалекттарының үҙ хәрәкәте булараҡ ҡаралырға тейеш. Һуңғы хәл археологик мәҙәниәттәрҙең этнолингвистик атрибуцияһы ваҡытында тәү сиратта антропологик критерийҙарға таянған гипотезаларҙың һөҙөмтәһеҙ булыуын күрһәтә.

Составы һәм классификацияһы

үҙгәртергә

Һинд-европа ғаиләһенә албан, әрмән телдәре, шулай уҡ славян, балтик, герман, кельт, италий, роман, иллирий, грек, анатолия (хетто-лувия), иран, дард, һинд-арий, нуристан һәм тохар телдәре төркөмдәре инә. Шул уҡ ваҡытта италий (әгәр роман төркөмдәре италий тип иҫәпләнмәһә), иллирия, анатолия һәм тохар төркөмдәре тик үле телдәрҙән генә тора.

Һинд-европа телдәренең тулы исемлеге

үҙгәртергә
 
Һинд-европа тел ғаиләһе. Һулда — кентумлы телдәр, уң яҡта — сантемлы. Үле телдәр ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән.
 
Европала һинд-европа телдәре.

Иҫкәрмә: † билдәһе менән үле тел тармағы йәки үле тел күрһәтелгән

Һинд-иран тармағы

үҙгәртергә
Нуристан төркөмө
үҙгәртергә
  • Көньяҡ кафир төркөмсәһе
    • Кати (камката-вири)
    • Ашкун (ашкуну)
    • Вайгали (калаша-ата)
    • Трегами (гамбири)
  • Төньяҡ кафир төркөмсәһе
    • Прасун (васи-вари)
Һинд-арий төркөмө
үҙгәртергә
 
     Һинд-европа телендә күпселек кеше һөйләшкән илдәр      Һинд-европа телдәре аҙсылыҡты тәшкил итһә лә, рәсми статусҡа эйә булған илдәр      Әҙселек һинд-европа телдәрендә һөйләшкән, рәсми статусҡа эйә булмаған булған илдәр
  • Утрау төркөмсәһе
    • Сингал теле
    • Мальдив теле
  • Материк төркөмсәһе
    • Үҙәк кластер
      • Һинд теле
        • Көнбайыш һинд теле
        • Көнсығыш һинд теле
          • Авадхи
          • Багхели
          • Чхаттисгархи
      • Урду
    • Көнсығыш кластеры
      • Ассам теле
      • Бенгал теле
      • Бишнуприя-манипури
      • Ория (тел)
      • Бихар телдәре
        • Ангика
        • Бходжпури
        • Магахтар
        • Майтхилдәр
        • Суринам хиндустаны
    • Төньяҡ кластер (һабансылар)
    • Төньяҡ-көнбайыш кластер
      • Пәнжәб
      • Лахнда
        • Һинд
        • Джакати
        • Кхетрани
        • Һабансы-аш-һыу
        • Мирпур пәнжәбе
        • Көнбайыш пәнжәб
        • Сирайки
      • Гуджарати
      • Гуджури
      • Догри
      • Сиған теле
Дард төркөмө
үҙгәртергә
  • Глангали
  • Калаш теле
  • Кашмир
  • Кхо
  • Кохистани
  • Пашаи
  • Пхалура
  • Торвали
  • Шина теле]]
  • Шумашти
Төньяҡ-көнсығыш иран
  • Авестий теле †
  • Скиф-сармат теле †
  • Скиф-сармат телдәре †
  • Алан теле †
  • Бактрий теле †
  • Сөғд теле
    • Ягноб теле
  • Хорезм теле †
Көньяҡ-көнсығыш иран
  • Сак телдәре
    • Хотаносак теле †
    • Тумшуко-сак теле
  • Пушту теле
    • Ванеци
  • Памир телдәре
    • Иҫке вандж теле †
    • Зебак теле †
    • Саргулям теле †
    • Вахан теле
    • Язгулям теле
    • Бартанг теле
    • Рушан теле
    • Хуф теле
    • Шугнан теле
    • Ишкашим теле
    • Санглич теле
    • Мунджан теле
    • Йидга теле]
    • Сарыкол теле
Төньяҡ-көнбайыш иран
  • Мидий теле †
  • Парфян теле †
  • Белудж теле
  • Азери (тел) †
    • Талыш теле
    • Тати (тел)
    • Килит теле †
  • Курд төркөмсәһе
    • Иҫке курд теле †
    • Курд теле
      • Курманджи (курд теленең диалекты)
      • Үҙәк курд(курд теле диалекты)
      • Көньяҡ курд (курд теленең диалекты)
      • Лаки (курд теленең диалекты)
      • Заза-горани
        • Зазаки
        • Горани
  • Дейлемит теле †
  • Каспий телдәре
    • Гилян теле
    • Мазандеран теле
      • Велатру
    • Шамерзади
  • Семнан теле
  • Сангесарский язык]]
  • Үҙәк Ирандың диалекттары
    • Сивенди
  • Таджриши †
Көньяҡ-көнбайыш иран
  • Иҫке фарсы теле †
  • Урта фарсы теле (Пехлеви (тел)
  • Фарсы теле (фарсы)
    • Дари
    • Тажик теле
    • Хазарей теле
  • Лур теле
  • Бахтияр теле
  • Тат теле
  • Кумзари
  • Башкарди

Грек-фригий-әрмән тармағы

үҙгәртергә

Фригий төркөмө †

үҙгәртергә
  • Фригий теле †
  • Пеоний теле †

Әрмән телдәре төркөмө

үҙгәртергә
  • Грабар (тел) Грабар (иҫке әрмән теле) †
  • Әрмән теле — 6,7 млн -ға яҡын[19]
    • көньяҡ әрмән теле
    • көнбайыш әрмән теле

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Индо-уральская гипотеза
  • Языки мира
  • Современный индоевропейский
  • Гаплогруппа R1a (Y-ДНК)
  • Теория исхода из Индии#Шулай уҡ ҡарағыҙ.|Теория исхода из Индии
  • Индоевропейцы#Шулай уҡ ҡарағыҙ.Индоевропейцы
  • Доиндоевропейский субстрат
  • Праиндоевропейцы
  • Прародина#Прародина индоевропейской языковой семьи
  • Анатолийская гипотеза
  • Арктическая гипотеза
  • Гипотеза Гамкрелидзе — Иванова
  • Балканская гипотеза
  • Курганная гипотеза
  • Гипотеза неолитической креолизации
  • Теория палеолитической непрерывности

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ethnologue list of language families. Ethnologue.com. Дата обращения: 7 август 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
  2. Иафетические языки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Индоевропейские языки // БРЭ. Т.11. М., 2008.
  4. Дыбо В. А., Терентьев В. А.  Ностратические языки // Лингвистический энциклопедический словарь. — М.: Сов. энциклопедия, 1990. — С. 338—339.
  5. London Quarterly Review X/2 1813.; cf. Szemerényi 1999:12, footnote 6.
  6. Ҡалып:Cite pmid
  7. Гамкрелидзе Т., Мачавариани Г. Система сонантов и аблаут в картвельских языках. Типология общекартвельской структуры. На груз. яз. — Тб., 1965.
  8. George Starostin. Nostratic. Oxford Bibliographies. Oxford University Press (29 октябрь 2013). doi:10.1093/OBO/9780199772810-0156. — «Nevertheless, this evidence is also regarded by many specialists as insufficient to satisfy the criteria generally required for demonstrating genetic relationship, and the theory remains highly controversial among mainstream historical linguists, who tend to view it as, at worst, completely invalid or, at best, inconclusive.» Архивировано 13 сентябрь 2015 года.
  9. Нерознак В. П. Праязык: реконструкт или реальность? // Сравнительно-историческое изучение языков разных семей : Теория лингвистической реконструкции / Отв. ред. Н. З. Гаджиева. — М.: Наука, 1988. — С. 36—38. — ISBN 5-02-010869-3.
  10. «The frustration evident in many of the statements of Nostraticists is clear: they are using the same methods as IE linguists, yet their results are not accepted by most IE linguists for reasons which are seldom clearly articulated.», цитата по Clackson J. Indo-European Linguistics : An Introduction. — Cambridge: Cambridge University Press, 2007. — P. 20. — (Cambridge Textbooks in Linguistics). — ISBN 0-52-165367-3.
  11. Forrer, Emilio O. Neue Probleme zum Ursprung der indogermanischen Sprachen (нем.) // Mannus. — 1934. — Т. 26. — С. 115—127.
  12. Горнунг Б. В. К вопросу об образовании индоевропейской языковой общности. Доклад на VII международном конгрессе антропологических и этнографических наук. — Μ., 1964.
  13. First Farmers and Herders: // The Horse, the Wheel, and Language. — Princeton University Press. — С. 134—159. — ISBN 978-1-4008-3110-4, 978-0-691-05887-0, 0-691-05887-3.
  14. Stefan Gesell-May Keratitis-Therapie beim Pferd und der bewusste Verzicht auf Entzündungshemmer // pferde spiegel. — 2018-03. — В. 01. — Т. 21. — С. 12—22. — ISSN 1868-0445&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1860-3203, 1868-0445. — DOI:10.1055/s-0043-119167
  15. Wolfgang Haak, Iosif Lazaridis, Nick Patterson, Nadin Rohland, Swapan Mallick Massive migration from the steppe was a source for Indo-European languages in Europe (инг.) // Nature. — 2015-03-02. — В. 7555. — Т. 522. — С. 207—211. — ISSN 1476-4687&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0028-0836, 1476-4687. — DOI:10.1038/nature14317
  16. Reich, David. Who We Are and How We Got Here : the Ancient DNA Revolution and the New Science of the Human Past. — Knopf Doubleday Publishing Group, 2018. — ISBN 978-1-101-87032-7, 1-101-87032-X. Архивная копия от 7 июль 2020 на Wayback Machine
  17. Michaël Peyrot Indo-Uralic, Indo-Anatolian, Indo-Tocharian // The Precursors of Proto-Indo-European. — Brill | Rodopi, 2019-09-25. — С. 186—202. — ISBN 978-90-04-40935-4.
  18. Carlos Quiles. Proto-Indo-European homeland south of the Caucasus? (ингл.). Indo-European.eu (30 март 2018). Дата обращения: 6 июль 2020. Архивировано 15 август 2020 года.
  19. Armenian languageБританника энциклопедияһында
Һүҙлектәр
  • Schrader O. Reallexikon der indogermanischen Altertumskunde. 2 Aufl. — Ҡалып:B.; Ҡалып:Lpz., 1917—1929. — Bd. 1-2.
  • Pokorny J. Indogermanisches etymologisches Wörterbuch. — Bern; Ҡалып:Münch., 1950—1969. — Lfg 1-18.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Прародина индоевропейцев
  • Языковые семьи Евразии
  • Индоевропейцы