Баренц диңгеҙе
Баренц диңгеҙе (норв. Barentshavet, 1853 йылға ҡәҙәр — Мурманск диңгеҙе, Мурман) — Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Диңгеҙ һыуҙары Рәсәй һәм Норвегия яр буйҙарын йыуа. Диңгеҙ Европаның төньяҡ ярҙары менән Шпицберген, Франц-Иосиф Ере һәм Яңы Ер архипелагтары тарафынан сикләнгән. 1853 йылда голланд диңгеҙ сәйәхәтсеһе Виллем Баренц хөрмәтенә атала.
Баренц диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 1 424 000 км² |
Күләме | 282 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 600 м |
Уртаса тәрәнлек | 222 м |
Баренц диңгеҙе Викимилектә |
География
үҙгәртергәМайҙаны — 1424 мең км², тәрәнлеге 600 метрға тиклем. Диңгеҙ ҡитға шельфында урынлашҡан. Диңгеҙҙең көньяҡ-көнбайыш өлөшө Төньяҡ-Атлантик ағымы йоғонтоһо һөҙөмтәһендә ҡышын туңмай. Диңгеҙҙең көньяҡ-көнсығыш өлөшө Печора диңгеҙе тип атала. Төп порттары — Мурманск (Рәсәй) һәм Вардё (Норвегия).
Ярым тәүлекле һыу артымдары иң ҙур бейеклеге Кола ярымутрауы яр буйында күҙәтелә, бында ул 6,1 метрға барып етә, ә башҡа урындарҙа — 0,6—4,7 м.
Тоҙлолоғо диңгеҙҙең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 34,7—35,0 ‰, көнсығышта 33,0—34,0 ‰, төньяҡта 32,0—33,0 ‰ тәшкил итә. Диңгеҙҙең яр буйы һыҙатында яҙын һәм йәйен тоҙлолоҡ 30—32 ‰-гә ҡәҙәр кәмей, ә ҡыш аҙағына ҡарай 34,0—34,5 ‰-гә тиклем арта.
Хужалыҡта әһәмиәте
үҙгәртергәБаренц диңгеҙендә балыҡ тотоу тармағы менән нефть һәм тәбиғи газ сығарыу сәнәғәте үҫешкән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Барентсово море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Визе В. Ю. Моря Советской Арктики, 3 изд., т. 1, [М.-Л.], 1948;
- Есипов В. К. Промысловые рыбы Баренцева моря, Л.-М., 1937;
- Танцгора А. И. О течениях Баренцева моря, в кн.: Гидрологические исследования в Баренцевом. Норвежском и Гренландском морях, М., 1959.
- Зонн И. С., Костяной А. Г. Баренцово море: Энциклопедия / Под ред. Г. Г. Матишова. — М.: Международные отношения, 2011. — 272 с., ил., ISBN 978-5-7133-1404-0
Һылтанмалар
үҙгәртергәБаренц диңгеҙе Викимилектә | |
Баренц диңгеҙе Викияңылыҡтарҙа |
- Карты Мурманского побережья Баренцева Моря
- Баренцево море в книге: А. Д. Добровольский, Б. С. Залогин. Моря СССР. Изд-во Моск. ун-та, 1982.
- Определитель водорослей Баренцева моря Шошина Е. В. 2014 йыл 30 июнь архивланған.