Йыһан ярышы
Йыһан ярышы (ингл. Space Race) — 1957 йылдан 1988 йылға тиклемге осорҙа йыһанды үҙләштереү өлкәһендә СССР һәм АҠШ араһында барған көсөргәнешле ярыш.
Яһалма юлдаштарҙы, хайуандар һәм кешене йыһанға осороу, шулай уҡ кешенең Айға төшөүе йыһан ярышы ваҡиғалары иҫәбенә инә. Ул Һалҡын һуғыштың көтөлмәгән тәьҫире йоғонтоһонда хасил булған ваҡиғалар. Көнбайышта был термин ҡоралланыу ярышы аналогияһы буйынса хасил була. Һалҡын һуғыш осоронда «Йыһан ярышы» СССР һәм АҠШ араһындағы мәҙәни, технологик һәм идеологик ҡаршы тороуҙың мөһим бер өлөшө була. Сөнки йыһанды тикшеренеүҙәр фәнни һәм хәрби эшкәртмәләрҙең уңышҡа өлгәшеүе өсөн генә түгел, ә һиҙелерлек пропаганда эффектына эйә булыуы менән дә аңлатыла. Советтар Союзы 1957 йылдың 4 октябрьендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашын «Спутник-1»ҙе йыһанға осороү менән Йыһан ярышы старт ала. Ҙур йыһан ярышы барышында СССР һәм АҠШ Ерҙең яһалма юлдаштарын орбитаға үҙҙәренең йыһанға сығарыусы ракеталары ярҙамында менән сығара алған беренсе һәм пилотлы йыһан осоштарын башлап ебәргән төп «йыһан державалары» була.
Тарихтың башы
үҙгәртергәБыуаттар буйына кешеләр ракеталар һәм уларҙы ҡулланыу менән ҡыҙыҡһына. Ҡытайҙа уларҙы XIX быуатта уҡ Сун династияһы заманынан алып хәрби даирәлә файҙалана, ә иң ябай ракеталар ҡоро ерҙә лә, диңгеҙҙә лә киң ҡулланыла.
Циолковский
үҙгәртергә1880-се йылдарҙа урыҫ ғалимы Константин Циолковский шыйыҡ яғыулыҡ ярҙамында орбитаға барып етеп, йыһанда осорға һәләтле, күп баҫҡыслы ракета (йыһан ракетаһы) теорияһын уйлап таба. Ракета баҫҡыстары һәм Циолковский формулаһы бөгөнгө көндә лә йыһан ракеталарын эшләүҙә ҡулланыла. Циолковский шулай уҡ яһалма юлдашты тәүге теоретик тасуирламаһын эшләй.
Совет эшкәртмәләре
үҙгәртергә1921 йылда булдырылған Газодинамик лаборатория (ГДЛ) тип аталған дәүләт ойошмаһы ракета двигателдәрен һәм ракеталарҙы эшләү буйынса беренсе совет ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ ойошмаһы булып тора. 1930-сы йылдарға тиклем СССР-ҙа ҡаты яғыулыҡта эшләүсе ракеталар булдырыла[1].
Ошо уҡ осорҙа йыһан ракетаһын булдырыу өсөн талап ителгән теоретик база әҙерләнә — 1929 йылдаКонстантин Циолковскийҙың «Йыһан ракета поездары» тип аталған хеҙмәте баҫылып сыға, унда тәүге тапҡыр автоматик станцияларҙы йәки йыһан карабы экипажын Ер орбитаһына сығарыу өсөн кәрәкле йыһан ракетаһы баҫҡыстары технологияһы теоретик рәүештә тасуирлана.
1931 йылдың көҙөндә Осоавиахим эргәһендә реактив хәрәкәтте өйрәнеү буйынса Мәскәү һәм Ленинград төркөмдәре (ГИРД — группа изучения реактивного движения) ойошторола, улар йәмәғәт башланғысында ракета эше энтузиастарын берләштерә. Үҙәк төркөм тиап аталған ГИРД СССР-ҙың башҡа ҡалаларында реактив хәрәкәтте өйрәнеү буйынса төркөмдәргә һәм түңәрәктәргә ярҙам итә. 1934 йылда ГИРД һәм ГДЛ Реактив ғилми-тикшеренеү институты (РНИИ) тип берләштерелә. Пропаганда һәм мәғрифәтселек функциялары Осоавиахим Үҙәк советының яңы ойошторолған Реактив төркөмөнә йөкмәтелә, ул 1930 йылдар аҙағына тиклем уңышлы эшләүен дауам итә һәм бер нисә үҙенсәлекле ҙур булмаған эксперименталь ракеталар эшләй.
09 ракетаһы — гибрид яғыулыҡта эшләгән ракета (СССР-ҙың гибрид яғыулыҡта эшләгән беренсе ракетаһы). ул ГИРД-та М. К. Тихонравов проекты буйынса С. П. Кооролев етәкселегендә эшләнә. 1933 йылдың 17 авгусында осорола.
ГИРД-X — шыйыҡлыҡта эшләгән беренсе совет ракетаһы. С. П. Королев етәкселегендә МосГИРД тарафынан төҙөлә. Проекттың тәүге эшкәртмәләрен Ф. А. Цандер башҡара. Двигатель 10 1933 йылдың 25 ноябрендә осорола.
ГИРД-Х конструкцияһы аратбан 1935—1937 йылдарҙа эшләнгән совет ракеталарында үҫеш ала[2].
Икенсе донъя һуғышы осоронда йыһан ракетаһын эшләү туҡтатыла, ракета сәнәғәте һәм ғилми персонал ракета артиллерияһының хәрби ихтыяждары өсөн ракета-снарядтар эшләү менән шөғөлләнә.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң АҠШ Японияға атом бомбалары ташлай, шуға күрә СССР алдына хәрби йәһәттән АҠШ менән тиңлеккә өлгәшеү һәм, ядроң ҡоралын ҡулланыуҙы тотҡарлау маҡсатында, баллистик ракеталар эшләү кәрәклеге тыуа. Шуға бәйле Советтар Союзы немецтарҙың ФАУ-2 баллистик ракеталарына оҡшаш ракеталар — Р-1-ҙе эшләп ҡарай һәм һынау үткәрә башлай. Ошо маҡсатта Ҡаҙағстанда донъяла тәүге космодромға нигеҙ һалына.
1957 йылға СССР-ҙа донъяла беренсе күп баҫҡыслы Р-7 йыһан ракетаһы булдырыла, ул баллистик ракета функцияларын үтәп кенә ҡалмай, ә Ер орбитаһына йыһан приборҙарын, хайуандарҙы һәм кешеләрҙе сығарыу һәләтенә эйә була. Шул уҡ йылдың 4 октябрендә һәм 3 ноябрендә Советтар Союзында Р-7 ярҙамында Ер орбитаһына тәүге яһалма юлдаштар осорола. Ошо мәлдән СССР һәм АҠШ араһында рәсми рәүештә йыһан ярышы башлана.
Немец эшкәртмәләре
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышынан һуң Версаль килешеүе шарттары буйынса Германияға алыҫтан һөжүм итеүсе артиллерияға эйә булыу тыйыла, шуға күрә рейхсвер командалығы ракета ҡоралы менән ҡыҙыҡһына башлай. 1920-се йылдар уртаһынан немец инженерҙары ракеталар менән эксперименттар үткәрә һәм 1942 йылға, Вернер Фон Браун тырышлығы менән ҙур уңыштарға өлгәшә.
1942 йылда йыһанға осоролған А-4 немец баллистик хәрби ракетаһы осоштоң суборбиталь траекторияһының иң юғары нөктәһенә барып еткән беренсе аппарат була. 1943 йылда Германия «Фау-2» тип аталған был ракеталарҙы сериялы рәүештә етештерә башлай. Ракета 1000 кг ауырлыҡтағы боезаряд ташый, ә уның алыҫлығы 300 км-ға етә. Уларҙы башлыса Гитлерға ҡаршы коалиция ҡалаларын бомбаға тотоу өсөн ҡулланыла. Әммә уларҙың һөҙөмтәлелеге уларҙы етештереүгә тотонолған ҙур сығымдар менән сағыштырғанда бик түбән була. Ҡулланылған А-4 ракетаһы базаһында Шулай уҡ А-4b баллистик-планлаштырыу ракеталарының һәм а-9/А-10 баллистик ике баҫҡыслы ракеталарының хәрби проекттары эшләнә һәм өлөшләтә һынала, уларҙың баш өлөштәре пилоттар тарафынан маҡсатҡа йүнәлтелә, улар пилотлы старттар үткәрелгән осраҡта, суборбиталь траекторияла космос сигенә өлгәшеү сәбәпле, формаль рәүештә беренсе космонавтар булырға тейеш була . Шуға ҡарамаҫтан, фау-2 йыһан ракетаһы булмай, сөнки физик яҡтан гравитация көстәрен еңеп сыға алмай һәм орбитаға сыға алмай, тимәк, йыһанға аппараттарҙы ла, хайуандарҙы ла, кешеләрҙе лә сығара алмай[3]..
Икенсе донъя һуғышы аҙағына яҡынлашҡан мәлдә совет, британ һәм америка хәрбиҙәре перспективалы немец хәрби эшләнмәләрен һәм квалификациялы персоналын беренселәрҙән булып баҫып алыу өсөн әҙ-ара бик ҡыҙыу рәүештә ярыша. Бында иң ҙур уңыштарға американдар өлгәшә. Америка хәрбиҙәре был технологияларҙың коммунистар ҡулына эләгеүенә юл ҡуймау маҡсатын ҡуя «Скрепка» операцияһы барышында АҠШ-ҡа немец ракета белгестәренең төп төркөмө, шул иҫәптән конструктор Вернер фон Браун үҙе һәм Фау-2 ракетаһының әҙер өлгөләре, бөтә техник документация һәм һыҙмалар менән бергә сығарыла, ә сығарыу мөмкин булмаған бөтә нәмә юҡ ителә. Шуға бәйле, СССР емерелгән Фау-2 ракетаһының фрагментар өлөштәрен генә йыйып ала, совет белгестәре улар нигеҙендә Р-1 моделен төҙөй.
Америка уйлап табыусылары
үҙгәртергә1926 йылда Роберт Годдард шыйыҡ яғыулыҡта эшләүсе беренсе ракетаны төҙөй.
Һалҡын һуғыш
үҙгәртергәИкенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң СССР һәм АҠШ араһында һалҡын һуғыш башлана. Ул ваҡытта АҠШ бөтә донъя буйлап, шул иҫәптән СССР тирәһендәге авиабазаларында стратегик бомбардировщиктарының ҙур флотын урынлаштыра. Яуап сараһы сифатында совет етәкселеге ракета техникаһын үҫтерергә ҡарар итә. Ракета һәм спутник технологиялары тыныс һәм хәрби маҡсаттарға хеҙмәт итә ала, бынан тыш, илдең фәнни-техник потенциалын һәм хәрби ҡеүәтен күрһәтеп, пропаганда һәм идеологик көнәркәшлек өсөн мөһим аргумент була. «Ай ярышы» башланыр алдынан уҡ АҠШ, йыһанда хакимлыҡ итеү маҡсатында, Лунэкс (Lunex Project) һәм Горизонт (Project Horizon)) ай хәрби базалары проекттарын эшләй, был ракеталар СССР-ға ҡаратып йүнәлтелергә тейеш була. АҠШ шулай уҡ Айҙа атом бомбаһын шартлатыу өсөн А119 бомбаға тотоу проектын да булдыра.
Яһалма юлдаштар
үҙгәртергәСпутник-1
үҙгәртергә1957 йылдың 4 октябрендә Советтар Союзы, Ерҙең беренсе яһалма юлдашын «Спутник-1»-ҙең Ер тирәләй осоп йөрөүенә өлгәшеп, беренсе йыһан державаһы булып иҫәпләнә башлай, шулай итеп йыһан ярышына старт бирә. Яңы ғына ҡот осҡос емереклектәр ҡалдырған һуғыш кисергән ил өсөн Ерҙең яһалма юлдашын осороу яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һәм яңы перспективалар билдәһе булып тора. Үҙҙәрен технологик яҡтан иң үҫешкән ил тип иҫәпләгән АҠШ өсөн СССР тарафынан "Спутник- " ты осороу ауыр һәм көтөлмәгән еңелеү була, ул Эйзенхауэр хакимиәте алдына технологк йәһәттән алға сығыуға өлгәшеүгә йүнәлтелгән бер нисә етди бурыстар ҡуя: 1958 йылда АҠШ-та милли оборона ихтыяждары өсөн белем биреү тураһында закон (National Defense Education Act) ҡабул ителә, ул стратегик йәһәттән мөһим фән өлкәләрендә белем алыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелә, шулай уҡ АҠШ-та Аэронавтика һәм йыһан киңлеген тикшереү буйынса милли идаралыҡ (NASA) булдырыла. Был ваҡыттағы ваҡиғалар «спутник кризисы» тип атала башлай.
Дүрт айҙан һуң, 1958 йылдың 1 февралендә, Ҡушма Штаттар үҙҙәренең яһалма спутнигы «Эксплорер-1»-ҙе йыһан киңлегенә осороуға өлгәшә .
Тәүге осоштар фәнни маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла. «Спутник-1» мәғлүмәттәре буйынса атмосфераның өҫкө ҡатламдарының тығыҙлығы аныҡлана, ә Эксплорер мәғлүмәттәре ярҙамында Ерҙең радиация билбауҙары (Ван-Аллен билбауҙары) табыла.
Граждандар спутник коммуникациялары
үҙгәртергә1963 йылдың 26 июлендә АҠШ тарафынан осоролған Syncom-2[en] Ерҙең яһалма юлдашы геосинхрон орбитала беренсе тулы ҡиммәтле махсуслашҡан элемтә урынлаштырыусы спутник була.
1964 йылдың 19 авгусында АҠШ беренсе элемтә спутнигы — "Syncom-3[en]"тө геостационар орбитаға элемтә урынлаштырыу өсөн сығара.
Американың 1964 йылдың 20 авгусында осоролған «Early Bird (INTELSAT I)» спутнигы — коммерция нигеҙендә эшләүсе беренсе элемтә спутнигы була.
Был программалар һөҙөмтәһендә спутник элемтә саралары һәм мәғлүмәт хатта ябай граждандар өсөн дә асыҡ була.
Тере йән эйәләре йыһанда
үҙгәртергәХайуандар
үҙгәртергә1951 йылдың 22 июлендә иртәнге сәғәт 4-тә Капустин Яр полигонынан Дезик һәм Сиған ҡушаматлы эттәр 110 км бейеклеккә күтәрелә. Улар — беренсе булып Ер планетаһынан Карман һыҙығын үтеп сығып, кире Ергә тере ҡайтҡан һөтимәрҙәр.
1957 йылдың 3 ноябрендә «Спутник-2»-лә Лайка ҡушаматлы эт совет карабында орбитаға сығарылған беренсе тере йән эйәһе була. Беренсе тапҡыр орбитаға тере йән эйәһе сығарыла. Әммә спутникты Ергә ҡайтарыу планлаштырылмай, карапта Ергә төшөрөү аппараты булмай. Ер тирәләй бер нисә тапҡыр әйләнгәндән һуң, Лайка орбита апогейындағы эҫенән һәләк була.
1960 йылдың 19 авгусында СССР-ҙа бортына Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәр ултыртылған «Спутник-5» йыһан киңлегенә осорола. Орбиталь осоштан һуң эттәр Ергә имен-аман ҡайта. Ер йөҙөндә беренсе тапҡыр орбиталь осошта ҡатнашҡан хайуандар Ергә кире әйләнеп ҡайтарыла.
АҠШ-та 1961 йылда бортына Хэм ҡушаматлы шимпанзе ултыртылған йыһан аппараты осорола. Америкалылар тарафынан осоролған Хэм Ергә тере ҡайта.
1968 йылда СССР-ҙың Ай тирәләй осош яһаған "Зонд-5 аппараты бортында Урта Азиянан килтерелгән ике ташбаҡа була.
Йыһанда Кеше!
үҙгәртергә1950-се йылдарҙың икенсе яртыһында СССР-ҙа һәм АҠШ-тамодификацияланған ҙур бейеклектә оса торған геофизик ракеталарҙа пилоттарҙы суборбиталь осоштарға ылыҡтырыу тәҡдимдәре ғәмәлгә ашырыламай.
1960 йылдың декабрендә йыһанға беренсе тапҡыр кеше күҙәнәктәре ебәрелә. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, кеше күҙәнәктәренең йыһанға осоу шарттарында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр кисермәүе асыҡлана.[4].
Йыһанда һәм орбитала тәүге тапҡыр совет космонавты Ю. А. Гагарин була. 1961 йылдың 12 апрелендә ул «Восток-1» карабында беренсе булып орбитала осоу заданиеһын үтәй. Рәсәйҙә һәм күп кенә башҡа илдәрҙә был көн Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө булараҡ билдәләнелә. Пилот ултыртып, йыһан киңлегенә осоуҙы башлап, СССР беренсе «Иң көслө йыһан державаһы» булып булып таныла. Тиҙҙән АҠШ икенсе «Иң көслө йыһан державаһы» булып китә. 1961 йылдың 5 майында Америка астронавты Алан Шепард совершил суборбитальный полёт до высоты 187 км пересёкший нижнюю 100-километровую границу космоса, а 20 февраля 1962 года Джон Гленн совершил первый пилотируемый орбитальный полёт.
1960-сы йылдар башында СССР йыһан ярышындағы уңышын арттыра бара. Американдар тәүге орбиталь карабын йыһанға осорғанға тиклем үк СССР икенсе карабын («Восток-2») йыһанға оҙата. Бер йылдан һуң (1962 йылдың 11 авгусында) беренсе тапҡыр бер төркөм йыһан карабы («Восток-3» һәм «Восток-4те») йыһан киңлектәрен байҡарға сыға, ә бер йылдан һуң ( 1963 йылдың 16 июнендә «Восток-6») карабында тәүге ҡатын-ҡыҙ-космонавт В. В. Терешкова йыһанға осорола (һәм ул артабанғы 20 йылда берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-космонавт була).
1964 йылдың 12 октябрендә тәүге күп урынлы «Восход-1» карабы өс кешенән торған экипажды йыһан киңлегенә алып сыға. Космонавтарҙы ергә төшөрәсәк аппаратҡа бер юлы өс кеше ултыра алмағанлыҡтан, осош мәлендә космонавтарға скафадр кейеүҙән баш тартырға тура килә.
1965 йылдың 18 мартында «Восход-2» карабы экипажының бер ағзаһы, А. А. Леонов, Ер кешеләренән беренсе булып, асыҡ йыһанға сыға. Асыҡ йыһандан карапҡа кире инеү мәлендә көтөлмәгән хәл килеп тыуа: караптан тышта саҡта ныҡ ҡына бүртенеп киткән скафандр карап ишегенә һыймай һәм космонавҡа эскә инергә ҡамасаулай. Леонов скафандрҙағы баҫымды бер аҙ кәметкәс кенә шлюзға инә ала. Бынан тыш Ергә ултыртыу алдынан карапты автоматик рәүештә орбитанан сығарыу механизмы ла тоҡанмай. Павел Беляевҡа карапты үҙенә самалап ултыртыуҙы хәстәрләргә тура килә һәм туҡтатыу двигателенең кнопкаһына баҫа. Һөҙөмтәлә «Восход» билдәләнмәгән районға барып төшә. Ҡотҡарыусылар уларҙы ергә төшөргән аппарат янына бер тәүлектән һуң ғына барып етә ала.
Генераль конструктор С. П. Королёв «Восток» һәм «Восход», караптарын йыһанға осороуҙы дауам итеп, артабан камилыраҡ «Север» һәм «Союз» караптарына күсергә, шунан инде киләсәктә ауыр орбиталь станция (ТОС) һәм Венера менән Марсҡа пилотлы карабтарҙы осороу өсөн ауыр планета-ара карап (ТМК) төҙөүҙе планлаштыра. Әммә американдар «Аполлон» программаһын эшкәртеүҙәре тураһында иғлан иткәндән һуң өс йыл үткәс, Н. С. Хрущёв һәм совет иле етәкселеге СССР АҠШ-тың был "Ай ярышы" программаһына ҡушылырға тейеш, тип ҡарар итә.
Айҙы тикшереү — «Ай өсөн ярыш»
үҙгәртергәПилотһыҙ аппараттар
үҙгәртергәСоветтар Союзы осорған «Луна-1» (2 ғинуар 1959) автоматик планета-ара станцияһы Ай янынан осҡан тәүге аппарат була, ә Айға беренсе булып «Луна-2» (1959 йылдың 13 сентябре) станцияһы барып етә.
АҠШ-та планета-ара арауыҡты тикшереү программаһы эшләй башлай. Әйткәндәй, Айға барып етеү йәһәтенән «Пионер» даими рәүештә уңышһыҙлыҡтарға тарый[5], шуға ла тиҙҙән икенсе төрлө ҡатмарлыраҡ, Айҙы тикшереүгә махсус рәүештә йүнәлтелгән ҡатмарлы «Рейнджер», «Лунар орбитер» һәм «Сервейер» программалары яҙыла.
Пилотлы осоштар
үҙгәртергәСССР-ҙың йыһанды яулау буйынса үтә ҙур уңыштарынан һуң АҠШ технологик йәһәттән ныҡ үҫешкән держава статусын ҡайтарып алыу юлына баҫа һәм ҡарашын Айға табан йүнәлтә. 1961 йылда уҡ артабанғы ун йыллыҡ аҙағында Айға кеше төшөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя улар. Бының өсөн 1961 йылда уҡ интеграль (айҙы урап сығып, айға төшөү) пилотлы «Сатурн»-«Аполлон» ай программаһы Америкаға йыһанды яулауҙа алдынғылыҡты тәьмин итрегә тейеш була[6].
1961 йылдың 20 ғинуарында АҠШ президенты Джон Ф. Кеннеди үҙенең инаугурация телмәрендә Советтар Союзына: «Йондоҙҙарҙы бергәләп тикшерәсәкбеҙ…» тигән ишара яһай[7]. Был ҡыҫҡа ғына һөйләм артында түбәндәге текслы документ тора: «АҠШ менән СССР өсөн был йәһәттен ҙур булмаған төркөмдө (өс кеше тирәһе) фәнни маҡсатта Айға төшөрөү, аҙаҡ уларҙы кире Ергә алып ҡайтыу тәүге аҙым булыр ине…»[8].
Н. Хрущёв АҠШ президенты Дж. Кеннедиҙан Айға кеше төшөрөү (шулай уҡ камилыраҡ метеорологик юлдаштар осороу) буйынса берлектәге программа булдырыу тәҡдимен ала, әммә ул, советтарҙың ракета һәм йыһан технологиялары серҙәрен белергә тырышыуҙарынан шикләнеп, был тәҡдимдән баш тарта. Йыһан киңлектәрен үҙләштереүҙә беренселекте һаҡлау маҡсатында, совет хөкүмәте тәүҙә Королёвтың конструкторлыҡ бюроһына «Восток» һәм «Восход» тибындағы караптарҙы модификациялауҙы дауам итеү өсөн рөхсәт бирә һәм ресурстар бүлә. Ә төп эш барышында Айға пилотлы осоштар проекттарын бер ни тиклем эшкәртергә ҡушыла. Бер нисә йыл үткәс кенә, АҠШ-тан байтаҡҡа ҡалышып, СССР-ҙа пилотлы ай программаһы раҫлана һәм ике параллель пилотлы программалар буйынса реаль масштаблы эштәр башлана: 1967 йылға Айҙы урап сығыу («Протон»-«Зонд/Л1)» һәм 1968 йылда (Н1-Л3) Айға төшөү.
Донъяла беренсе булып Айға пилотлы осошто тәьмин итеү өсөн СССР-ҙа «Протон»-«Зонд» программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 1968 йылдың 8 декабрендә ике урынлы «Зонд-7» карабына старт биреү планлаштырыла. Бынан алда пилотһыҙ «Зонд (7К-Л1)» караптарын осороу уңышһыҙ тамамланыу сәбәпле, бындай хәүефле осош кисектерелә (хатта караптар экипаждары КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһына хәҙер үк Айға осоуға рөхсәт һорап ғаризалар менән мөрәжәғәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан). Хатта рөхсәт бирелһә лә СССР караптары беренсе булып Айҙы урап сыға алмаҫ ине. 1969 йылдың 20 ғинуарында пилотһыҙ режимда «Зонд-7» карабын осорорға маташыу мәлендә ракета йөрөткөс «Протон» шартлай (уның Ергә төшөү аппараты авария-ҡотҡарыу системаһының теүәл эшләүе арҡаһында зыян күрмәй).
СССР-ҙа Ай тирәләй пилотһыҙ ике осошто ғәмәлгә ашырыу һәм Л1 программаһында килеп тыуған уңышһыҙлыҡтар тураһында һөйләмәү сәбәпле, АҠШ үҙенең ай программаһына үҙгәрештәр индерергә була. Шуға ҡарамаҫтан АҠШ 1968 йылдың декабрендә ай ярышында алға сыға: Фрэнк Борман, Джеймс Ловелл и Уильям Андерс 21-27 декабрҙә «Аполлон-8» карабында ун тапҡыр Айҙы урап оса.
Бер йыл да үтмәй АҠШ икенсе пилотлы карабын осора, һәм ул Айға төшөрөлә. 1969 йылдың 16 июлендә Канаверал морононда өс кешенән — Нил Армстронг, Майкл Коллинз һәм Эдвин E. Олдрин кесе — торған экипаж менән Американың «Аполлон-11» карабына старт бирелә. 20 июлдә карап Айға төшөп ултыра, ә 21 июлдә Нил Армстронг Ай өҫтөнә сыға. Донъяның, СССР-ҙан башҡа илдәрендә, тура трансляция алып барыла, был ваҡиғаны 500 миллиондан ашыу кеше ҡарай. Артабан да АҠШ биш тапҡыр Айға уңышлы экспедициялар ойоштора. Һәм һәр рейста бер нисә тиҫтә килограм ай тупрағы алып ҡайтыла.
СССР етәкселеге тарафынан донъяла беренсе булып Айға төшөүгә өҫтөнлөк биреү бурысы ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, ракетаны йөрөткөстә проблемалар булыу сәбәпле, советтарҙың 1966 йылда башланған Н1-Л3 программаһы Америка программаһынан ҡалыша. 1969 йылда ебәрелгән тәүге ике, шулай уҡ уларҙан һуң осоролған тағы яңы үтә ауыр ракета-йөрөткөслө Н1 ракетаһы ла уңышһыҙлыҡҡа тарый.
СССР-ҙың ай тирәләй осоу һәм айға төшөү программалары Америка аналогтарынан ҡалыша. Ай тирәләй осорға тейеш булған «Зонд» карабы ай орбитаһына сыға алмай, өҫтәүенә ике генә пилотты ултыртырға һәләтле була. Л3 айға төшөү комплексында ла экипаж ике генә пилоттан тора, өҫтәүенә Айға бер генә космонавт төшөргә тейеш була. Айға төшә торған карап-модулендә айҙа автоматик рәүештә үҙе йөрөй алған аппарат та булмай. Совет караптары борт ЭВМ-дары менән тәьмин ителмәгән була, әммә, шул уҡ ваҡытта осоштоң бар этаптары ла тулыһынса автоматлаштырылған була. Ә «Аполлондарҙа» күп кенә операцияларҙы тик ҡул ярҙамында ғына эшләтеп була.
Советтарҙың айға төшөү буйынса төҙөлгән пилотлы ике программаһы ла үтәлмәй ҡала. Өҫтәүенә был өлкәлә бер нисә фажиғәле ваҡиғаның булыуы ла эштәрҙең барышына үҙ төҙәтмәләрен индерә: 1966 йылда Королев вафат була, 1967 йылда яңы «Союз-1» карабы ергә төшкәндә В. М. Комаров һәләк була, 1968 йылда авиакатастрофала Юрий Гагарин һәләк була.
Ай тирәләй осоу һәм айға төшөү программалары төҙөлгәнгә тиклем үк СССР-ҙа айҙа пилотлы Л4 орбиталь станцияһын булдырыу буйынса техник тәҡдимдәр эшкәртелгән була. Шулай уҡ АҠШ уңышҡа өлгәшкәндән һуң һәм шул сәбәпле Н1-Л3 программаһы буйынса эштәрҙе туҡтатыу сәбәпле, 1979 йылға Айға оҙайлыраҡ экспедицияларҙы тәьмин итеү өсөн яңы Н1Ф-Л3М проекты төҙөлә. Унда 1980 йылға айҙа «Звезда» ай базаһын булдырыу ҙа планлаштырыла, хатта буласаҡ экспедицияларҙың транпорт саралары һәм кеше даими йәшәй алырлыҡ модулдәр макеттары ла эшләнә[9][10]. Әммә 1974 йылда В. П. Мишин урынына совет йыһан программаһының генераль конструкторы итеп тәғәйенләнгән академик В. П. Глушко, Политбюро һәм Дөйөм машиналар эшләү министрлығы менән килешеп, Н1 ракета йөрөткөсө һәм пилотлы ай программалары буйынса эштәрҙе 1974 йылда уҡ туҡтата.
Совет иленең айға пилотлы осоу программалары бик ҡаты сер итеп һаҡлана һәм тик 1990 йылда ғына киң билдәлелек ала..
Тәүҙә йыһанды үҙләштереүҙә пилотлы программаларҙың практик әһәмиәте булыу-булмау буйынса конструкторҙарҙың бәхәстәре һөҙөмтәһендә пилотлы ай программаһына етерлек иғтибар бүленмәй. Был проблема буйынса Королёвтың йыһанды пилотлы үҙләштереү кәрәклеге тураһындағы фекеренә Г. Н. Бабакиндың йыһан киңлектәрен үҙләштереүҙә тик автоматиканы ҡулланыу ғына кешелеккә реаль һәм тиҙ арала файҙа килтерәсәклеге тураһынғы фекере ҡаршы ҡуйыла. Был бәхәстә СССР-ҙың ракета-ядеро ҡалҡанын булдырыусыларҙың береһе, шулай уҡ йыһан техникаһын (шул иҫәптән пилотлы техниканы ла) булдырыусы төп ойошманың башлығы В. Н. Челомейҙың ҡарашы хәл иткес роль уйнай, һәм билдәле бер ваҡыт арауығында Бабкиндың ҡарашы перспективалы, тип таныла. Ә икенсе яҡтан, Королёвтың конструкторлыҡ бюроһы "үҙенең" ай тирәләй осоусы ЛК-1 карабын («үҙҙәренең» шул уҡ «Протон» ракета йөрөткөсөн ҡулланып) һәм «үҙҙәренең» ЛК-3 карабынан ай тирәләй осоп, айға төшөргә тейеш булған комплексын һәм УР-700 ракета йөрөткөсөн тәҡдим итә. Туранан-тура начальнигы булған Сергей Хрущёв (замглавы ОКБ-52 в 1963—1964 гг.) уның атаһы властан төшөрөлгәс Челомей фекере һанға һуғылмай. Бына шул ваҡиғаларҙан һуң «Протон»-«Зонд» программаһы һәм Королёвтың конструкторлыҡ бюроһы тәҡдим иткән Н1-Л3 өҫтөндә ҡайтанан эш башлана. Пилотлы ай программалары буйынса артта ҡалыу күҙәтелһә лә, СССР-ҙа параллель рәүештә автоматик ай планета-ара станциялары һәм үҙйөрөшлө аппараттар эшләү программалары буйынса эш тейешенсә алып барыла. Американдарҙың «Аполлон-11»е, айға төшөргә бер нисә көн ҡалғас, Совет иленең ике автоматик планета-ара станцияһы («Луна-15» һәм унан алдағыһы) беренселәрҙән булып Ергә ай тупрағын алып ҡайтырға тырышып ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый. СССР бер йылдан һуң, 1970 йылда, «Луна-16» аппараты ярҙамында ай тупрағы өлгөләрен Ергә алып ҡайтыуға өлгәшә, артабан тағы ике тапҡыр ай тупрағы ергә алып ҡайтыла. Шулай уҡ 1970 һәм 1973 йылдарҙа Айға совет үҙйөрөшлө «Луноходтары» уңышлы алып барыла һәм бер нисә аҙна буйына улар телевидение аша идара ителеп, уңышлы эшләй.
Икенсе ай ярышы
үҙгәртергәXXI быуат башында Айҙың көньяҡ полюсында ҙур һыу запастарының табылыуы ер юлдашына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Икенсе ай ярышында төп дәғүәселәр булып АҠШ һәм КХР сығыш яһай; Айҙы тикшереү буйынса шулай уҡ Рәсәйҙең, Һиндостан, Япония һәм Евросоюз илдәренең дә пландары бар; бәлки, ярышҡа ҡушылырға теләүселәр тағы ла булыр.
Башҡа ҡаҙаныштар
үҙгәртергәБашҡа планеталарға тәүге осоштар
үҙгәртергә1961 йылдың майында советтарҙың «Сулпан-1»е, Сулпан планетаһы янынан осоп үтеүсе (эшләмәгән хәлдә булһа ла) тәүге аппарат була. 1962 йылдың декабрендә американдарҙың «Маринер-2»һе Сулпан янынан эшләгән килеш осоп үтә, һәм ул Сулпан эргәһендә эшләгән килеш осоусы тәүге аппарат тип таныла. 1966 йылдың 1 мартында совет «Сулпан-3» станцияһы Сулпан планетаһының өҫтөнә төшә. 1970 йылдың 15 декабрендә СССР-ҙың «Сулпан-7» станцияһы — Сулпан планетаһы өҫтөнә йомшаҡ ҡына төшөп ултырған тәүге аппарат. Ул Ергә планета өҫтөндәге температура һәм баҫым тураһында мәғлүмәттәр ебәрә. 1975 йылдың октябрендә «Сулпан-9,10» (ҡаралы-аҡлы) һәм 1982 йылдың мартында (төҫлө) «Сулпан-13,14» һәм планета өҫтөн фотоға төшөрөүгә өлгәшә.
Советтарҙың 1962 йылда «Марс-1» һәм 1964 йылда «Зонд-2» автоматик планета-ара станциялары ярҙамында Марс планетаһына барып етеү буйынса тырышлыҡтары уңыш килтермәй. 1965 йылдың 15 июлендә американдарҙың «Маринер-4»е беренсе тапҡыр Марсҡа яҡынлаша һәм планетаның фотоларын ебәрә. 1971 йылда американдарҙың Маринер-9ы һәм советтарҙың «Марс-2»һе менән «Марс-3»ө Марстың тәүге яһалма юлдаштары булыуға өлгәшә, ә «Марс-3»төң планетаға ултырыу модуле 3 декабрҙә донъяла беренсе булып Марсҡа йомшаҡ итеп төшөп ултырыуҙы тәьмин итә, ләкин аңлашылмаған сәбәптәр буйынса фотографияларҙы Ергә тапшыра алмай, шулай уҡ тәүге ПРОП-М атлаусы макет-динамика марсоходы ла тоҡанмай. 1976 йылдың июлендә американдарҙың «Викинг» аппараты беренсе тапҡыр планета өҫтөнөң фотографияһын ебәреүгә өлгәшә, планетала тере йәндәрҙең булыу-булмауы буйынса етди фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә.
Американдарҙың «Маринер-10»ы Меркурийға табан осоп барғанда Сулпан планетаһы янынан үтә. Ул Меркурийға 1974 йылдың 29 мартында барып етә. Был аппарат — һуңғы өс тиҫтә йылда Меркурийға осоролған беренсе һәм берҙән-бер аппарат, ул да был планетаның өҫтөн фотоға төшөрөп Ергә ебәрә.
Йыһандағы техник операциялар
үҙгәртергә1965 йылдың 15 декабрендә американдарҙың «Джемини-6» һәм «Джемини-7» караптары бергәләп беренсе тапҡыр йыһанда манерврҙар яһай, ә 1966 йылдың 16 мартында «Джемини-8» произвёл первую орбитала тоташтырыу операцияһын башҡара. Первая автоматическая стыковка беспилотных кораблей была осуществлена 1967 йылдың 30 октябрендә советтарҙың «Космос-186» һәм «Космос-188» пилотһыҙ аппараттары пилотһыҙ караптарҙы беренсе тапҡыр тоташтыра.
1971 йылдың 19 апрелендә беренсе пилотлы «Салют-1» орбиталь станцияһын Советтар Союзы эшләтә башлай.
Хәрби эшкәртмәләр
үҙгәртергәЕщё до запуска «Спутника-1»ҙе осороуҙан алда уҡи СССР ҙә, АҠШ-та разведка юлдаштарын булдырыу буйынса эш башлай. СССР-ҙың планета өҫтәрен фотоға төшөрөү буйынса «Восток» караптары нигеҙендә булдырылған «Зенит» юлдаштар серияһы, АҠШ-тың «Дискаверер» юлдашы була.
Йыш ҡына программалар параллель рәүештә эшләй, күптәре проектлау стадияһында туҡтатыла, ҡайһы берҙәре буйынса тик макеттар ғына эшләнә.
Программа | СССР | США |
---|---|---|
Тауыштан шәберәк континент-ара ҡанатлы ракета | «Буря» һәм «Буран» («Буря» һынауҙы уңышлы үтә, ләкин ҡоралландырыуға ҡабул ителмәй, «Буран» тулы ҙурлыҡтағы макетын эшләү стадияһында туҡтатыла) | SM-64 «Навахо» (уңышһыҙ һынауҙарҙан һуң программа туҡтатыла) |
Орбиталь самолёт | тулыһынса ҡанатлы 2-баҫҡыслы система МиГ-105 «Спираль» (система тулыһынса төҙөлөп бөтмәй; Ҡәҙимге ракета йөрөткөстә осоролған 2 баҫҡыслы-самолеттың бәләкәсәйтелгән аналогтары ярҙамында тест орбиталь осоштар үткәрелә). | X-20 «Dyna-Soar», ҡәҙимге ракета-йөрөткөстәрҙә осорола (макеты төҙөлә) |
Хәрби орбиталь станция | Алмаз станцияһы (3 экземпляры орбитаға сығарыла, икеһендә космонавтар эшләй) | Manned Orbiting Laboratory (1 тапҡыр осорола (пилотһыҙ)) |
Хәрби станция өсөн транспорт карабы | Тәьминәт өсөн транспорт карабы (пилотһыҙ режимда бер нисә тапҡыр осорола, «Салют 6 һәм 7» менән тоташтырыла) һәм космонавтар бортта эшләй (станция составында) | «Джемини Ферри» (планлаштырыла) |
Йыһан ярышының туҡтауы
үҙгәртергә«Спутника-1»-ҙе осороу датаһы бер тауыштан йыһан ярышының башланыуы тип танылһа, был ярыштың тамамланыу датаһы буйынса фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәр, «Аполлона-11»ҙе осороуҙы һәм Айға беренсе булып төшөүҙе ярыштың тамамланыуы, тип иҫәпләһә, икенселәр, 1975 йылда берлектәге Совет-Америка «Союз-Аполлон» программаһы йыһан ярышына сик ҡуя, тип һанай. «Союз-19» менән «Аполлон» караптары орбитала тоташтырыла, быға тиклем бер-береһенә ҡаршы ярышҡан илдәрҙең космонавтарына бер-береһенең караптарына инеп берлектәге эксперименттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген ала.
Хроника (1957—1975)
үҙгәртергәДата | ваҡиға | Дәүләт | Проект |
---|---|---|---|
21 август 1957 | Беренсе континент-ара баллистик ракета. | СССР | Р-7 |
4 октябрь 1957 | Беренсе Ерҙең яһалма юлдашы Йыһандан килгән беренсе сигнал. |
СССР | «Спутник-1» |
3 ноябрь 1957 | Беренсе тере йән орбитала, эт Лайка. | СССР | «Спутник-2» |
31 январь 1958 | Ерҙең радиацион билбауҙарын табыу.. | АҠШ | «Эксплорер-1» |
17 март 1958 | Беренсе ҡояш батареяһынан туҡланыусы юлдаш | АҠШ | «Авангард-1» |
18 декабрь 1958 | Беренсе элемтә юлдашы. | АҠШ | Project SCORE |
2 ғинуар 1959 | Беренсе тапҡыр йыһан аппараты икенсе йыһан тиҙлегенәөлгәшә Беренсе тапҡыр «ҡояш елен» табыу Беренсе тапҡыр Ай тирәләй осоу. |
СССР | «Луна-1» |
4 ғинуар 1959 | Беренсе объект гелиоцентрик орбитала. | СССР | «Луна-1» |
17 февраль 1959 | Беренсе метеоюлдаш. | АҠШ | «Авангард-2» |
28 февраль 1959 | Беренсе юлдаш поляр орбитала. | АҠШ | «Дискаверер-1» |
7 август 1959 | Ерҙең орбитанан төшөрөлгән беренсе фотографияһы. | АҠШ | «Эксплорер-6» |
13 сентябрь 1959 | Башҡа йыһан есеменә (Ай) барып еткән беренсе аппарат. | СССР | «Луна-2» |
4 октябрь 1959 | Айҙың артҡы яғының беренсе фотографияһы Беренсе тапҡыр гравитация манёврын ҡулланыу. |
СССР | «Луна-3» |
1 апрель 1960 | Беренсе телекамералы метеоюлдаш. | АҠШ | TIROS-1 |
5 июль 1960 | Беренсе разведка алып барыусы юлдаш. | АҠШ | GRAB-1 |
10 август 1960 | Орбитанан файҙалы йөк менән ҡайтҡан беренсе аппарат (18 августа Ергә төшә). | АҠШ | «Дискаверер-13» |
12 август 1960 | Беренсе пассив элемтә юлдашы. | АҠШ | «Эхо-1» |
18 август 1960 | Беренсе фотокамера менән разведка яһаусы юлдаш. | АҠШ | KH-1 9009 |
19 август 1960 | Беренсе тапҡыр тере йәндәрҙең орбитала осошо һәм эттәрҙең Белка һәм Стрелка Ергә уңышлы ҡайтыуы (20 августа Ергә төшәләр). | СССР | «Спутник-5» |
1 декабрь 1960 | Беренсе тапҡыр кеше күҙәнәктәре йыһанда — американ HeLa күҙәнәктәр һыҙаты (Генриетты Лакстың күҙәнәктәре), совет ракетаһы менән ебәрелә. | СССР АҠШ | «Спутник-6» |
1961 | Беренсе тапҡыр планета-ара осош траекторияһына Ерҙең яһалма юлдашы орбитаһынан сығарыу Беренсе тапҡыр осош мәлендә курсҡа төҙәтмәләр индереү Өйөрөлөү ярҙамында беренсе тапҡыр стабилләшеү Сулпан яҡын арауыҡта (100000 км) беренсе идара ителмәгән осоп үтеү. |
СССР | «Венера-1» |
23 март 1961 | Беренсе һәләк булған космонавт (СССР). Тренировкалар ваҡытында таҙа кислородлы барокамерала Валентин Бондаренко янып һәләк була. Факт оҙаҡ йылдар сер итеп һаҡлана, ә хата өҙөк-өҙөк имеш-мимеш Гагарин осошона тиклем һәләкәттәр тураһында бик күп уйҙырмалар барлыҡҡа килтерә. | СССР | Барокамера |
12 апрель 1961 | Беренсе пилотлы йыһан осошо (Юрий Гагарин). Беренсе пилотлы орбиталь осош. |
СССР | «Восток-1» |
5 май 1961 | Беренсе суборбиталь пилотлы йыһан осошо (икенсе пилотлы йыһан осошо) Алан Шепард. |
АҠШ | «Меркурий-3» |
6 август 1961 | Оҙайлылығы бер тәүлектән ашыу булған беренсе осош (Герман Титов). | СССР | «Восток-2» |
20 февраля 1962 | Американың беренсе орбиталь пилотлы йыһанға осошо — Джон Гленн. Тик ошо осошто ФАИ американдарҙың беренсе йыһанға осошо тип таный (1961 йылдағы ике суборбиталь осоштан айырмалы рәүештә). | АҠШ | «Меркурий-6» |
7 март 1962 | беренсе орбиталь ҡояш обсерваторияһы | АҠШ | OSO-1 |
12—15 августа 1962 | Беренсе тапҡыр ике йыһан карабының төркөмләп осоуы (тоташмайынса). |
СССР | «Восток-3» и «Восток-4» |
14 декабрь 1962 | Беренсе контролле осош: Сулпан янынан 3800 км алыҫлыҡта. | АҠШ | «Маринер-2» |
16 июнь 1963 | Беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ йыһанда (Валентина Терешкова). | СССР | «Восток-6» |
19 июнь 1963 | Беренсе тапҡыр Марстан 197000 км алыҫлыҡта идара ителмәгән осош | СССР | «Марс-1» |
19 июль 1963 | Беренсе тапҡыр полёт самолёт-ракетопландың йыһанға (суборбиталь) осошо. Пилот — Джозеф Уокер. | АҠШ | X-15 Flight 90 |
26 июль 1963 | Геосинхронной орбитала беренсе юлдаш | АҠШ | «Syncom-2» |
5 декабрь 1963 | Беренсе навигациЯ буйынса юлдаш системаһы | АҠШ | «Transit» |
19 август 1964 | Беренсе юлдаш Геостационар орбитала | АҠШ | «Syncom-3» |
12 октябрь 1964 | Беренсе күп урынлы йыһан карабы. Донъяла беренсе тапҡыр йыһанға бергәләп бер карапта осоу (экипаж бер юлы өс космонавтан тора — Владимир Комаров, Константин Феоктистов, Борис Егоров. | СССР | «Восход-1» |
18 март 1965 | Беренсе тапҡыр космонавт Алексей Архипович Леоновтың асыҡ йыһанға сығыуы. | СССР | «Восход-2» |
19 март 1965 | Беренсе тапҡыр автоматика эшләмәнгәнлектән карапты ҡул ярҙамында ергә ултыртыу (командир Павел Беляев) | СССР | «Восход-2» |
23 март 1965 | Американдарҙың ике урынлы йыһан карабының беренсе пилотлы осошо — Вирджил Гриссом, Джон Янг. | АҠШ | «Джемини-3» |
3 июнь 1965 | Беренсе американ — Эдвард Уайт асыҡ йыһанда. | АҠШ | «Джемини-4» |
14 июль 1965 | Марс янында беренсе контролдә тотолған осош. | АҠШ | «Маринер-4» |
2 ноябрь 1965 | Беренсе ауыр юлдаш (автоматик станция) һәм ауыр ракета-йөрөткөстөң беренсе старты. | СССР | «Протон (КА)» һәм «Протон (РН)» |
15 декабрь 1965 | Төркөмдә осҡан пилотлы караптарҙың (тоташтырылмайынса) йыһанда беренсе тапҡыр маневр яһауы. | АҠШ | «Джемини-6» / «Джемини-7» |
3 февраль 1966 | Беренсе тапҡыр Айға йомшаҡ төшөү Ай өҫтөнөң тәүге фотографиялары |
СССР | «Луна-9» |
1 март 1966 | Сулпанға барып еткән беренсе аппарат. | СССР | «Венера-3» |
16 март 1966 | Беренсе орбитала тоташыу (пилотлы карап һәм пилотһыҙ аппарат). | АҠШ | «Джемини-8» / «Agena» |
3 апрель 1966 | Ай орбитаһында беренсе яһалма юлдаш. | СССР | «Луна-10» |
2 июнь 1966 | Икенсе тапҡыр айға йомшаҡ төшөү, Айҙан фотографиялар. | АҠШ | Сервейер-1 |
27 ғинуар 1967 | Йыһан карабы бортында беренсе тапҡыр астронавтың һәләк булыуы (ләкин осҡан мәлдә түгел) — Вирджил Гриссом, Эдвард Уайт, Роджер Чаффи. Стартҡа тиулем бар ай ҡалғас, тренировкалар мәлендә карапта янғын сыға. | АҠШ | Аполлон-1 |
23 апрель 1967 | Йыһанда осҡандағы беренсе һәләкәт космонавтың һәләк булыуына килтерә (Владимир Комаровтың). | СССР | «Союз-1» |
30 октябрь 1967 | беренсе тапҡыр ике пилотһыҙ йыһан аппаратын тоташтырыу. | СССР | «Космос-186» / «Космос-188» |
9 ноября 1967 | Первый старт сверхтяжёлой ракеты-носителя | АҠШ | «Сатурн-5» |
15—21 сентября 1968 | Первый облёт Луны и возвращение аппарата на Землю. Первый облёт Луны живыми существами (две черепахи). |
СССР | «Зонд-5» |
11 октября 1968 | Первый пилотируемый полёт «Аполлона», пока только на земную орбиту и без лунного модуля — Уолтер Ширра, Донн Айзли, Уолтер Каннингем. | АҠШ | «Аполлон-7» |
21—27 декабря 1968 | Первый старт сверхтяжёлой ракеты-носителя с пилотируемым кораблем- Первый пилотируемый полёт на орбиту Луны Фрэнк Борман, Джеймс Ловелл, Уильям Андерс. |
АҠШ | «Аполлон-8» |
16 января 1969 | Первая пилотируемая стыковка с переходом двух космонавтов с одного корабля на другой через открытый космос — Алексей Елисеев и Евгений Хрунов. Также это первый в истории парный выход в космос. | СССР | «Союз-4» / «Союз-5» |
18—26 мая 1969 | Первые пилотируемые расстыковка, маневрирование и стыковка на орбите Луны — Томас Стаффорд, Юджин Сернан, Джон Янг. | АҠШ | «Аполлон-10» |
21 июля 1969 | Первый полёт к Луне с высадкой на её поверхность — Нил Армстронг, Эдвин Олдрин, Майкл Коллинз (высаживались первые двое, Коллинз оставался в корабле на орбите). | АҠШ | «Аполлон-11» |
13—16 октября 1969 | Первый групповой полёт трёх пилотируемых космических кораблей. Планировалась стыковка двух и съёмка этого процесса с третьего, но главная задача миссии сорвалась, стыковка не состоялась. | СССР | «Союз-6», «Союз-7», «Союз-8» |
19 ноября 1969 | Первое рандеву на поверхности Луны (космонавтов с пилотируемого корабля и ранее севшей АМС) | АҠШ | «Аполлон-12» / «Сервейер-3» |
11 апреля 1970 | Первая сорвавшаяся лунная миссия США. Джеймс Ловелл, Джон Суайгерт и Фред Хейз стартовали 11 апреля в 13 часов 13 минут, а 13 апреля на подлёте к Луне в корабле взорвался кислородный баллон. Высадка космонавтов не состоялась, они чудом вернулись живыми. Ловелл — первый из трёх землян, дважды летавший к Луне. Кроме того, из-за аварии корабль не вышел на орбиту Луны и обогнул её по параболической траектории, результатом этого стало максимальное в истории удаление людей от Земли — чуть более 400 тысяч километров. | АҠШ | Аполлон-13 |
24 сентября 1970 | Первый автоматический забор грунта Луны и доставка его на Землю | СССР | «Луна-16» |
23 ноября 1970 | Первый дистанционно управляемый самоходный аппарат на Луне | СССР | «Луноход-1» |
12 декабря 1970 | Первый орбитальный рентгеновский телескоп | АҠШ | Uhuru |
15 декабря 1970 | Первая мягкая посадка на Венере | СССР | «Венера-7» |
23 апреля 1971 | Первая орбитальная станция | СССР | «Салют-1» |
6 июня 1971 | Первая долговременная экспедиция на орбитальную станцию. И первая гибель всего экипажа при посадке 30 июня — Георгий Добровольский, Владислав Волков, Виктор Пацаев | СССР | «Союз-11» — «Салют-1» |
14 ноября 1971 | Первый искусственный спутник Марса | АҠШ | «Маринер-9» |
27 ноября 1971 | Первый аппарат на поверхности Марса | СССР | «Марс-2» |
2 декабря 1971 | Первая мягкая посадка АМС на Марс | СССР | «Марс-3» |
3 марта 1972 | Первый аппарат, преодолевший притяжение Солнца | АҠШ | «Пионер-10» |
21 апреля 1972 | Первый человек, который при втором полёте к луне успешно на неё высадился — командир корабля Джон Янг | АҠШ | Аполлон-16 |
15 июля 1972 | Первый аппарат, достигший пояса астероидов | АҠШ | «Пионер-10» |
15 февраля 1973 | Первый аппарат, пересекший пояс астероидов и достигший тем самым Внешней Солнечной Системы | АҠШ | «Пионер-10» |
4 декабря 1973 | Первый пролёт около Юпитера | АҠШ | «Пионер-10» |
1 января 1974 | Первый раз люди встречают Новый год в космосе — Джеральд Карр, Эдвард Гибсон, Уильям Поуг. Первый полёт продолжительностью почти 3 месяца (84 дня). Рекорд был побит на Салюте-6 уже после окончания гонки, в 1977 году. | АҠШ | «Скайлэб» |
29 марта 1974 | Первый пролёт около Меркурия | АҠШ | «Маринер-10» |
15 июля 1975 | Первый совместный международный пилотируемый полёт и стыковка космических аппаратов двух государств. Экипажи — Томас Стаффорд, Вэнс Бранд и Дональд Слейтон (Аполлон), Алексей Леонов и Валерий Кубасов (Союз-19). | СССР АҠШ |
«Союз — Аполлон» |
Мираҫ
үҙгәртергәФажиғәләр
үҙгәртергәЙыһан ярышы тарихында фажиғәле ваҡиғалар ҙа була.
1961 йылдың 23 мартында барокамерала таҙа кислород атмосфераһында беренсе отряд космонавты Валентин Бондаренко тренировка мәлендә янып һәләк була. 6 йылдан һуң Америкала тап шундай уҡ фажиғә ҡабатлана.
1967 йылдың 27 ғинуарында американдарҙың «Аполлон-1» карабын ерҙә һынап ҡарау үткәргәндә сыҡҡан янғын мәлендә экипаждың өс ағзаһы ла — Вирджил Гриссом, Эдвард Уайт һәм Роджер Чаффи һәләк була. Карап кабинаһында таҙа кислород була.
1967 йылдың 24 апрелендә яңы «Союз-1» карабында осоп Ергә төшкән сағында ергә төшөрөүсе аппаратта парашют системаһының боҙоҡ булыуы арҡаһында Владимир Комаров һәләк була (шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: был карапҡа килеп тоташасаҡ «Союз-2» карабынан тағы ла ике космонавтың күсеп ултырыуы планлаштырылған була, әммә «Союз-1» карабында проблемалар тыуыу сәбәпле, «Союз-2» карабы осоролмай).
1967 йылдың 15 ноябрендә North American X-15 самолёт-ракетопланы пилоты Майкл Адамс 81 километрға тиклем күтәрелә, ләкин төшөп килгәндә самолёт емерелә, һәм пилот һәләк була. Тиҙҙән программа ябыла.
1971 йылдың 30 июнендә «Союза-11» ергә төшөп еткәс кенә космонавты төшөрөүсе аппараттың герметизацияһы боҙола. Экипаждың өс ағзаһы ла — Георгий Добровольский, Владислав Волков, Виктор Пацаев һәләк була.
Америка астронавтары — Роберт Лоуренс, Клифтон Уильямс, Чарльз Бассетт, Эллиот Си и Теодор Фримен 60-сы йылдарҙа тренировка самолеттарындағы аварияға бәйле һәләк була, йыһанға осмаһалар ҙа уларҙың исемдәре «Йыһан көҙгөһөнә» индерелгән (Канаверал морононда һәләк булған астронавтарға ҡуйылған мемориал). Был мемориалға вафат булғандан һуң астронавт исеменә лайыҡ булған Майкл Адамстың исеме лә индерелгән. Ғәжәп булһа ла: Х-15-те 100 км бейеклеккә күтәреүгә өлгәшкән, йәғни реаль рәүештә ике тапҡыр суборбиталь осош яһаған Джозеф Уокерҙың исеме был мемориалға яҙылмаған. Ул Адамстан бер йыл алда, әммә икенсе төрлө самолетта һәләк була.
1971 йылдан һәм йыһан ярышы тамамланғанға тиклем СССР-ҙың да, шулай уҡ Американың да йыһан программаһында кеше ҡорбандары менән һәләкәттәр булмай, ә бер нисә космонавт һәләк булған һәләкәт АҠШ-та күп тапҡырҙар ҡулланылған «Спейс Шаттл» карабында «йыһан ярышы» тамамланғандан була («Челленджер» 1986 һәм «Колумбия» 2003 йылдарҙа). ВИке осраҡта ла экипаждар тулыһынса һәләк була (икеэкипажда 7-шәр кеше).
Технологияла һәм белем биреүҙә яңылыҡ
үҙгәртергәЙыһан ярышы дәүерендә авиация, йыһан техникаһы һәм электроника ҡыҙыу үҫешә, әммә йыһан технологиялары фән һәм иҡтисадтың күп кенә башҡа өлкәләренә лә йоғонто яһай.
Советтар Союзының ҡапыл алға уҡталыуына боросолоп, Америка хөкүмәте артта ҡалыуҙы бөтөрөү буйынса бер нисә сара күрә. Атап әйткәндә, 1958 йылда милли оборона мохтажлыҡтары өсөн Белем биреү законы ҡабул ителә, уға ярашлы математика һәм физика кеүек стратегик йәһәттен мөһим фән өлкәләрендә ҡапыл финанслау арттырыла. Бөнгө көндә 1200-ҙән ашыу мәктәптең үҙ планетарийҙары бар.
Ул замандағы күп кенә эшкәртмәләр көнкүрештә лә ҡулланылыш таба. Тиҙ арала әҙерләй торған ризыҡ, ризыҡты төрөү технологиялары һәм аҙыҡ продукттарын пастеризациялау, һыу үткәрмәй торған кейем, тирләмәй торған саңғы күҙлектәре һәм башҡа бик күп әйберҙәрҙең килеп сығышы йыһанда ҡулланыу өсөн булдырылған технологияларға бәйле.
Элемтә тәьмин итеүсе, һауа торошон күҙәтеүсе, геологик эҙләнеүҙәр алып барыусы меңәрләгән юлдаш Ер орбитаһы буйлап әйләнә, ә ошо эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеген биргән микроэлектроника ҡаҙаныштары хәҙер инде Ерҙә лә ҡулланыла һәм томошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә, хатта күңел асыу индустрияһында ла файҙаланыла.
Артабанғы ваҡиғалар
үҙгәртергә1960-сы йылдан алып юлдаштарҙы милли ракета-йөрөткөстәр ярҙамында йыһанға сығарыуға өлгәшкән бер нисә башҡа илдең «йыһан державаларына» әйләнеүен кесе йыһан ярышы тип атарға була.
Пилотлы күп тапҡырҙар ҡулланылған транспорт йыһан системаларының барлыҡҡа килеүен ҙур Америка-Совет йыһан ярышы тип атарға ла мөмкин: беренсеһе — АҠШ-та «Спейс Шаттл» (1981 йылдан даими ҡуллпанылышҡа индерелә), икенсеһе — СССР-ҙа «Энергия»-«Буран» (уның буйынса пилотһыҙ һынауҙар ғына үткәрелгән: 1987 йылда ракета-йөрөткөскә һәм 1988 йылдабөтә системаға, һынау үткәрелгәндән һуң программа туҡтатыла).
XX быуат аҙағына Европа йыһан агентлығы (ЕКА), «Ариан» ракета-йөрөткөстәрен даими файҙаланыуға ҡуйғас, йыһанға коммерция нигеҙендә караптар осороу өлкәһендә ныҡ алға китә, өҫтәүенә Рәсәй менән АҠШ-ҡа йыһанды тикшереү өлкәһендә етди конкуренция тыуҙырырға һәм өсөнсө коллектив «йыһан көслө державаһы» булырға тырыша, тап шуға ла ҙур йыһан ярышын ҡабаттан башлау өсөн тәүшарттар барлыҡҡа килә. Европаның «Ариан-5» ракета-йөрөткөсөндә йыһанға осорола торған күп таҡырҙар ҡулланыла торған ҡанатлы «Гермес» йыһан карабы һәм «Колумбус» орбиталь станцияһын булдырыу буйынса реаль берләшкән пилотлы йыһан программаһы була (ләкин туҡтатыла), айырым илдәрҙең күп тапҡырҙар ҡулланыла торған ҡанатлы йыһан системаларын (немецтарҙың Зенгер-2, британдарҙың HOTOL һәм башҡалар) булдырыу буйынса техник тәҡдимдәре лә була. Ә хәҙерге ваҡытта үҙҙәренең МКС халыҡ-ара станцияһы модуле һәм автоматик йөк ташыусы йыһан карабы ҡулланыла, Европала күп маҡсатлы пилотлы CSTS[en] йыһан карабын төҙөү буйынса эш алып барыла (2018 йылға).
Әлеге ваҡытта Европанан тыш башҡа илдәрҙә йыһанды үҙләштереүҙә ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта күп һанлы халыҡ-ара йыһан проекттары ғәмәлгә ашырылаҢ реализуется множество международных космических проектов, улар араһында Халыҡ-ара йыһан станцияһы төп урынды биләй.
XXI быуат
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. П. Глушко. Развитие ракетостроения и космонавтики в СССР (СССР - родина космонавтики) 2018 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ В. П. Глушко Развитие ракетостроения и космонавтики в СССР . Дата обращения: 28 февраль 2018. Архивировано 11 декабрь 2010 года.
- ↑ раке́та косми́ческого назначе́ния (РКН) — ракета, предназначенная для выведения полезной нагрузки в космическое пространство/[ Ракета-носитель] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Бессмертные клетки HeLa 2015 йыл 28 март архивланған. // elementy.ru
- ↑ д/ф «Почему Луна не из чугуна» 2021 йыл 21 май архивланған. (ТВ Культура, 2019)
- ↑ Первушин, 2014
- ↑ Инаугурационная речь Дж. Ф. Кеннеди
- ↑ Юрий Батурин. Кеннеди хотел отправить русских на Луну . Новая газета - Novayagazeta.ru (17 июль 2009). Дата обращения: 6 октябрь 2018. Архивировано 6 октябрь 2018 года.
- ↑ LEK Lunar Expeditionary Complex (ингл.). Дата обращения: 1 август 2011. Архивировано из оригинала 4 июнь 2011 года.
- ↑ DLB Module (ингл.). Дата обращения: 1 август 2011. Архивировано из оригинала 8 сентябрь 2011 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Караш Ю. Ю. Тайны лунной гонки. СССР и США: сотрудничество в космосе. — М.: Олма-Пресс Инвест, 2005. — 473 с. — ISBN 5-94848-210-3. Предисловие — Юрий Батурин.
- Первушин А. И. Битва за Луну: Правда и ложь о лунной гонке . — СПб: ЗАО "Торгово-издательский дом "Амфора", 2014. — 317 с. — ISBN 978-5-367-02798-3.
- «The Red Stuff — The True Story of the Russian Race for Space» (видео, DVD) (инг.)