Восток-1

Юрий Алексеевич Гагарин йыһан киңлектәренә осҡан совет йыһан карабы

«Восток-1» («Восток») — «Восток» серияһынан СССР йыһан карабы, донъяла беренсе булып үҙ бортында кешене Ер тирәһендәге орбитаға сығарған йыһан аппараты.

Восток-1
Рәсем
Масса 4725 килограмм
Дәүләт  СССР
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Восток-2[d]
Оҙайлылыҡ 6480 секунд
Начало пути Байконур[1] һәм Гагаринский старт[d]
Ракета-носитель Восток-К[d][1] һәм Восток[d]
Хеҙмәтләндереүсе Космическая программа СССР[d]
Экипаж ағзалары Гагарин Юрий Алексеевич
Дата запуска космического аппарата 12 апрель 1961[1]
Место посадки Ҡаҙағстан
Дата посадки 12 апрель 1961
Число орбитальных витков 1
Апоцентр 327 km
Перицентр 169 km
Тип орбиты низкая околоземная орбита[d]
Наклонение орбиты 64,95 °
Орбитальный период 89,1 Минут
Етештереүсе РКК «Энергия»[d]
Диаметр 2,3 метр
Позывной сигнал Кедр
 Восток-1 Викимилектә

1961 йылдың 12 апрелендә СССР-ҙың лётчик-космонавты Юрий Алексеевич Гагарин «Восток» карабында донъяла беренсе булып кеше идара иткән осоу аппаратын йыһан киңлектәренә алып сыға. Карап совет «Байконур» космодромынан Мәскәү ваҡыты менән 9 сәғәт 7 минутта (06:07:00 UTC) старт ала. Карап Ер тирәләй бер тапҡыр осоп үтә һәм 10 сәғәт 53 минутта (07:55:00 UTC) Һарытау өлкәһенең Смелевка ауылы районында ергә килеп төшә. Карап 106 минут йыһанда була.

Экипаж үҙгәртергә

  • Карап экипажы — Юрий Алексеевич Гагарин
  • Дублёр экипаж — Герман Степанович Титов
  • Ярҙамсы экипаж — Григорий Григорьевич Нелюбов

Космонавты һайлау үҙгәртергә

СССР Министрҙар Советының оборона техникаһы буйынса Дәүләт Комитеты 1-се Махсус конструкторлыҡ бюроһының Баш конструкторы С. П. Королев һәм уның арҡалаштарында беренсе булып йыһанға осорға тейешле кешенең кем буласағы буйынса икеләнеү булмай — ул реактив истребитель авиацияһы летчигы булырға тейеш.

Йыһан техникаһының үҙенсәлектәре һәм мөмкинлектәре кандидаттың абсолют сәләмәт, шул уҡ ваҡытта профессиональ әҙерлек үткән, тәртипле һәм йәше — 30 йәш самаһы, буйы — 170 сантиметрҙан артмаған, ауырлығы — 68-70 килограмға тиклем булған кешенең һайланыуын талап итә[2].

Беренсе космонавтар отрядында ике лидер билдәләнә — Юрий Гагарин һәм Герман Титов.

1961 йылдың 3 апрелендә КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ултырышы булып үтә, уны Н. С. Хрущев үткәрә. СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Д. Ф. Устиновтың доклады буйынса Үҙәк Комитет Президиумы йыһанға кеше осороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1961 йылдың 8 апрелендә «Восток» йыһан карабын йыһанға осороу буйынса Дәүләт комиссияһының ултырышы булып үтә. Уға СССР Министрҙар Советының оборона техникаһы буйынса Дәүләт Комитеты Рәйесе К. Н. Руднев етәкселек итә. Тарихта беренсе тапҡыр йыһан киңлегенә сыға торған кешегә Комиссия С. П. Королёв һәм Н. П. Каманин тарафынан ҡултамғалар ҡуйылған йыһанға осоу буйынса заданиены тапшыра:

«180—230 километр бейеклектә 1 сәғәт 30 минут эсендә бер тапҡыр Ер тирәләй осоп үтергә һәм билдәләнгән урынға төшөргә. Осоштоң маҡсаты — махсус рәүештә йыһазландырылған карапта кешенең йыһан киңлектәрендә йәшәй алыу мөмкинлеген тикшереү, осош барышында карап ҡорамалдарын һынап ҡарау, караптың Ер менән бәйләнешен һынау, карап һәм космонавтың ергә килеп төшөүөннең ышаныслы булыуына инаныу».

Ултырыштың асыҡ өлөшөнән һуң ҡыҫҡартылған составта ҡалған комиссия Н. П. Каманиндың, йыһан киңлектәренә Юрий Гагаринды осорорға, ә Титовты запас космонавт булараҡ раҫларға, тигән тәҡдимен раҫлай[3]. 10 апрелдә Ленинск ҡалаһында космонавтар һәм конструкторҙарҙың совет хәрби начальниктары менән рәсми булмаған осрашыуы үтә.

Конструкцияһы үҙгәртергә

  • Аппараттың массаһы — 4,725 т;
  • Герметик корпустың диаметры — 2,2 м;
  • Оҙонлоғо (антенналарһыҙ) — 4,4 м;
  • Максималь диаметры — 2,43 м.

1959 йылдың май айында СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, СССР Министрҙар Советы Президиумының хәрби-сәнәғәт мәсьәләләре буйынса Комиссияһы рәйесе Д. Ф. Устиновтың инициативаһы буйынса СССР Министрҙар Советының кеше идара иткән «Восток» комплексы эшкәртмәләрен раҫлауы тураһында ҡарар ҡабул ителә.

СССР-ҙың йыһан ярышында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә бер нисә ҡулай булмаған,әммә ябай һәм тиҙ арала хәл итә алынғандай ҡарарҙар ҡабул ителә. Ҡайһы бер компоненттарҙы ваҡытында булдырып өлгөрмәйҙәр, шуға күрә старт мәлендә авария булған осраҡтағы ҡотҡарыу системаһынан һәм карапты ергә йомшаҡ итеп ултыртыу системаһынан баш тартырға тура килә. Бынан тыш, карап конструкцияһынан ярҙамсы тормоз ҡоролмаһы ла һүтеп алына. Һуңғы ҡарар түбәндәгесә нигеҙләнә: карапты 180—200 километрлыҡ орбитаға осорғанда ул, 10 тәүлектән һуң барыбер бирелгән орбитаһынан сығып, ер атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына ингәндә тәбиғи тормоз хасил булыуы арҡаһында, Ергә кире ҡайтырға тейеш. Йәшәүҙе тәьмин итеүсе система ла 10 тәүлеккә иҫәпләнелә[4][5][6].

 
«Восток» космос карабы макеты өсөнсө «Восток» баҫҡысы менән бергә

Элемтә үҙгәртергә

Йыһанға осоу өсөн махсус рәүештә ультраҡыҫҡа тулҡындар диапазонында эшләгән «Заря» йыһан элемтәһе системаһы булдырыла, ул 1959—1961 йылдарҙа эшләнә. Карап "Заря"ның ер өҫтөндәге пункттарынан ситкә сыҡҡан мәлендә алыҫҡа иҫәпләнгән «Яҙ» ҡыҫҡа тулҡынлы элемтә системаһы ҡулланыла[7]. Космонавт тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырыу өсөн «Сигнал» ҡыҫҡа тулҡынлы телеметрик система ҡулланыла[8]. Космонавты күҙәтеү өсөн «Селигер» космик телевизион системаһы ярҙамға килә[9].

Шул уҡ ваҡытта ер йөҙөн төшөү өсөн бер ниндәй ҙә теле- фотоаппаратура ҡулланылмай[10]

Йәшәүҙе тәьмин итеү системаһы үҙгәртергә

 
Ю. Гагариндың йыһанға осорҙан бер көн алда яҙҙырып алынған электрокардиограммаһы

Беренсе осоу автоматик режимда үткәрелә, космонавт карап пассажиры кеүек була. Шуға ҡарамаҫтан, ул караптҡа идара итеүҙе үҙ ҡулдарына алырға әҙер була.

Совет психологтары оҙайлы ваҡытҡа ауырлыҡты юғалтыу шарттарында (невесомость) кешенең үҙен нисек тотоуы менән таныш булмай. Мәҫәлән, космонавт, үҙ-үҙенә контроллек итеүҙе юғалтып, карапҡа идараны үҙ ҡулдарына алырға теләр. Шуға күрә автоматиканы һүндереү буйынса цифрлы код яҙылған ҡағыҙ махсус конверт эсенә һалына[11]. Космонавт үҙ аңында булғанда ғына кодты дөрөҫ итеп уҡый аласаҡ, тип фаразлана. Ләкин шулай ҙа осош алдынан Гагаринға был код әйтелә[12].

Ергә төшөрөү аппаратында кеше өсөн норма булған баҫым (755—775 мм терегөмөш бағанаһы) булдырыла, осоу башында кабинала һауа температураһы 19 °C, осош тамамланыр алдынан — 22 °C тәшкил итә, запас һыу һәм ризыҡ, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы йыйыу механизмы була.

Идара итеү үҙгәртергә

Карап хәрәкәтенә идара итеү өсөн Конструкторҙар бюроһында (ОКБ-1) «Чайка» идара итеү системаһы эшкәртелә (ориен­тация һәм аппаратты ергә төшөрөү). Системаға аппараттың эшләүе буйынса ике режим булдырыла: төп һәм резерв режимдар. Космонавт, йыһан киңлектәрендә Ерҙе күреп, ориентация алһын өсөн карапҡа «Взор» оптик приборы ҡуйыла. Бынан тыш карапта ҡул менән и дара итеү пульты һәм осоштоң төп индикаторҙарын күрһәткән приборҙар таҡтаһы була[13].

Электр ҡорамалдары үҙгәртергә

Караптың эсендәге приборҙар ВНИИИТ эшкәртмәләренә ярашлы эшләнгән цинк аккумулятор батареяларынан электр зарядын ала. Батареяларҙың береһе приборҙар отчсегында, икенсеһе карапты ергә төшөрөү аппаратында урынлаштырыла[13]. Караптың төрлө системаларында 421 электрон лампа, 600-ҙән ашыу ярымүткәргесле транзистор, 56 двигатель, 800-гә яҡын реле һәм яндырыу-һүндереү приборҙары. Карапта электр кабеленең дөйөм оҙонлоғо 15 км яҡын тәшкил итә[13].

Приборҙар бүлкәте үҙгәртергә

Бер нисә минуттан зәңгәр төҫтәге махсус автобус старт майҙансығына йүнәлә. Уға тулыһынса орбита буйлап осҡан сағында караптың тейешенсә эшләүен тәңмин итә торған аппаратура тултырылған була. Приборҙар бүлкәтенең тышҡы яғына ике комплект газда эшләүсе ракета двигателдәре урынлаштырыла, улар карап дөрөҫ йүнәлештә хәрәкәт итеүен тәьмин итрегә тейеш була. Һәр комплект ҡеүәттәре 1.5 кгс-ға тигеҙ булған 8 двигателдән тора. Бынан тыш тышҡы яҡҡа бик күп һанда антенналар һәм датчиктар урынлаштырыла.

Миссияны үтәү барышы үҙгәртергә

 
«Восток» ракетаһы копияһы, ВДНХ, Мәскәү
 
Ю. А. Гагарин скафандры, «НПП Звезда» ЯСЙ-һы
Ваҡыт (МСК) Ваҡиға Һөйләшеүҙәр
Перед стартом:
03:00 Старт майҙансығында йыһан карабын һуңғы тапҡыр тикшереү башлана. Уның барышында баш конструктор Сергей Павлович Королёв ҡатнаша.
5:30 Евгений Анатольевич Карпов йоҡо бүлмәһенә инә һәм Гагаринды яурынан еңелсә һелкеп уята: «Юра, торорға ваҡыт…», ти ул. Герман Титов та уяна. Доктор ҡәнәғәтлек менән башын сайҡап ҡуя — космонавтарҙың күңелдәре күтәренке була. Физзарядканан һуң — иртәнге аш. Космонавтар итле пюре һәм ҡара ҡарағат джемынан ауыҙ итә һәм кофе эсеп ҡуя.
06:00 Дәүләт комиссияһы ултырышы башлана. Ул бик ҡыҫҡа була: «Бөтәһе лә әҙер». Ултырыштан һуң һуңғы тапҡыр 1-се һанлы космонатҡа осош заданиеһы раҫлана
06:50 Гагарин автобустан сыға. Оҙатыусыларҙың күбеһе уны яҡындан белә.Бөтәһе лә тулҡынлана. Һәр береһе беренсе Космонавты ҡосаҡлап хушлаша.
Карапты осороу циклограммаһы[14][15][16]:
07:10 Эфирҙа — Гагариндың тауышы. Гагарин («Кедр»): Мине нисек ишетәһегеҙ?

Каманин («Заря-1»): Яҡшы ишетәм. Мине нисек ишетәһегеҙ? Гагарин: Һеҙҙе яҡшы игетәм. Каманин: Скафандрҙы тикшереүҙе башлағыҙ. Мине аңланығыҙмы?[17]

07:11 Гагарин: Һеҙҙе аңланым: скафандрҙы тикшерә башларға. 3 минуттан һуң. Хәҙергә бушамайым[17].
Заря-1: «Кедр», мин «Заря-1». Һеҙҙең менән Руднев һөйләшә. Юрий Алексеевич, хәлегеҙ нисек?

Гагарин: «Заря-1», мин «Кедр». Үҙемде яҡшы тоям, стартҡа әҙермен, кәйефем күтәренке. Ғөмүмән, бөтәһе лә тейешенсә. «Заря-1», мине нисек аңланығыҙ? Приём. Заря-1: «Кедр», Һеҙҙе аңланыҡ. Рәйес һеҙҙе ишетте. Беҙҙә бөтәһе лә нормалағыса.[15]

07:44 Королёв («Заря-1»): Беҙҙә бөтәһе лә бик яҡшы. Нисек тояһығыҙ?

Гагарин: Һеҙҙе аңланым. Минең менән бөтәһе лә яҡшы, кәйефем яҡшы, хәҙер 1-се һанлы люкты ябасаҡтар.[17]

Заря-1: Юра, хәтер дәфтәрен, уны ҡулланыу уңайлыҡтарын һәм кодлы таблицаның күренеп тороуын тикшерегеҙ.

Гагарин: Һеҙҙе дөрөҫ аңланым. Приём. хәтер дәфтәрен һәм сигналды уҡыу мөмкинлеген тикшерҙем. Бөтәһе лә нормалағыса. Заря-1: «Кедр», мин «Заря-1». Һеҙҙе аңланым. Бөтәһе лә отлично, молодец…[15]

Заря-1: Юра, бындағы бөтә егеттәрҙән һиңә коллектив сәләм. Нисек аңланың? Приём.

Гагарин: «Заря-1», мин «Кедр». Һеҙҙе аңланым. Ҙур рәхмәт. Уларҙың бөтәһенә лә минән ҡайнар сәлә. («Ландыштар» йырының көйөн көйләй)[15]

07:58 Не замкнулся концевой контакт «Люк закрыт» одного из трёх датчиков люка Королёв: «Кедр», мин «Заря-1». Юрий Алексеевич, люкты япҡандан һуң бер контакт ҡабынманы. Шуға күрә беҙ хәҙер, моғайын ул люкты һүтеп алырбыҙ ҙа, һуңынан кире ҡуйырбыҙ. . Мине нисек аңланығыҙ?

Гагарин: Һеҙҙе дөрөҫ аңланым. Люк асыҡ. Сигнализаторҙарҙы тикшерәләр.[17]

08:05 Неисправность устранена Каманин: «Кедр», мин «Заря-1». Бер сәғәттән әҙер булырға. Ҡорамалдарҙы тикшереүҙе дауам итегеҙ[17].
08:10 объявлена 50-минутная готовность.
08:25 Королёв: Герме­тиклыҡ тикшерелде — бөтәһе лә нормала, тулыһынса. Нисек аңланығыҙ?

Гагарин: Һеҙҙе аңланым: герметиклыҡ тәртиптә. Ишетәм һәм күҙәтәм: герметиклыҡты тикшерҙеләр. Улар унда нимәгәлер әҙерәк һуҡҡылайҙар[17].

08:30 объявлена 30-минутная готовность.
08:35 Каманин: Хәҙер урынлаштырыу ҡорамалын алып китәсәктәр. Нисек аңланың?

Гагарин: Һеҙҙе аңланым: Урынлаштырыу ҡорамалын алып китәсәктәр[17].

08:37 Каманин: Урынлаштырыу ҡорамалының ҡанаты тейешенсә ситкә китте. Нисек аңланығыҙ?

Гагарин: Аңланым һеҙҙе: Урынлаштырыу ҡорамалының ҡанаты тейешенсә ситкә киткән[17].

08:41 Каманин: Һеҙҙе яҡшы ишетәм. Пульсығыҙ 64, тын алышығыҙ 24. Бөтәһе лә нормалағыса.[17].
08:50 объявлена 10-минутная готовность. Һеҙҙе аңланым — 10 минутлыҡ әҙерлек иғлан ителде. Гермошлем ябыҡ. Бөтәһе лә нормалағыса, кәйефегеҙ яҡшы, стартҡа әҙерһегеҙ.
Заря-1: Бөтәһе лә нормалағыса. Физиологик функцияларҙы теркәү өсөн уңайлы итеп ултырығыҙ.

Гагарин: Аңланым. Бөтәһе лә нормалағыса. Физиологик функцияларҙы теркәү өсөн уңайлы итеп ултырырға. Ултырҙым[15].

09:00 объявлена минутная готовность. Гагарин: («Летите, голуби, летите» йырын көйләй)

Королёв: 1 минутлыҡ әҙерлек, нисек ишетелә? Гагарин: Һеҙҙе аңланым — 1 минутлыҡ әҙерлек. Тейешенсә ултырҙым…[15]

09:01:51 команда «Минутная готовность»
09:03:00 команда «Ключ на старт»
09:03:06 команда «Протяжка-1»
09:03:16 команда «Продувка»
09:03:51 команда «Ключ на дренаж»
09:05:51 команда «Пуск»
09:06:41 команда «Протяжка-2»
09:06:51 команда «Зажигание»
09:07 включение зажигания Королёв: Тоҡандырыла, «Кедр».

Гагарин: Аңланым — тоҡандырыла. Королёв: алдағы баҫҡыс… аралаш баҫҡыс … Тулы көс менән алға! Тауышлы элемтә буйынса космонавт ҡысҡыра: Поехали![16]

09:07 Гагарин: «Заря-1», мин «Кедр». Бөтәһе лә нормалағыса. Кабинала тауыш саҡ ҡына ишетелә. Үҙемде яҡшы тоям, ауырлыҡ, вибрация тоям, бөтәһе лә нормалағыса.

Королёв: Мин «Заря-1». Беҙ һеҙгә яҡшы осош теләйбеҙ. Бөтәһе лә нормаламы? Гагарин: Рәхмәт. Һау булығыҙ. Тиҙҙән осрашҡанға тиклем, ҡәҙерле дуҫтарым! Һау булығыҙ, тиҙҙән осрашҡанға тиклем[16].

Осош:
09:09 отделение первой ступени Гагарин: «Заря-1», мин «Кедр». Караптың беренсе баҫҡысы эшен тамамланы. Тәнгә тәьҫир иткән ауырлыҡ һәм вибрация кәмене. Осош нормалағыса дауам итә. Приём.

Заря-1: Беренсе баҫҡыс караптан айырылды, бөтәһе лә нормалағыса. Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ, приём. Гагарин: Һеҙҙе яҡшы ишетәм. Баҫҡыстың караптан айырылыуын тойҙом. 3-сө стандарт эшләй. Бөтәһе лә нормалағыса. Заря-1: Һеҙҙе аңланым, яҡшы[16].

Гагарин: «Заря», мин «Кедр». Үҙемде бик яҡшы тоям. Осошто дауам итәм. Тәнгә йоғонто яһаған ауырлыҡ арта. Вибрация. Бөтәһен дә нормалағыса кисерәм. Үҙемде яҡшы тоям. Кәйефем күтәренке. «Взор» иллюминаторы аша Ерҙе күҙәтәм. Һырттарҙы, урманды күрәм. Үҙемде яҡшы тоям. Һеҙҙә нисек? Приём.

Заря-1: «Кедр», «Кедр», мин «Заря». Молодец, бөтәһе лә бик яҡшы бара! Мин «Заря», приём. Гагарин: «Заря», мин «Кедр». Ер өҫтөндәге болоттарҙы күҙәтәм. Уларҙан ергә төшкән күләгәләрҙе лә күрәм. Һоҡланғыс, матур! Нисек ишетәһегеҙ, приём? Заря-1: «Кедр», мин «Заря», «Кедр», мин «Заря». Һеҙҙе бик яҡшы ишетәбеҙ. Осошто дауам итегеҙ[16].

09:18:07 Гагарин: Карапты йөрөткөстән айырылдыҡ…[17] <…> Кабина параметрҙары кабины…<…> Ауырлыҡ юғалтыуҙы яҡшы кисерәм. Осошто орбитала дауам итәм. Нисек аңланығыҙ, приём[16].
09:22 Радиосигналы советского космического корабля запеленгованы американской радарной станцией Шамия Совет йыһан карабының радиосигналдарын Американың Шамия радар станцияһы тота.
Корабль вышел на орбиту с угловой скоростью 2-3 градуса в секунду. Гагарин: Объект бер ни тиклем уңға табан әйләнә. Яҡшы! Матур! Үҙемде яҡшы тоям. Осошто дауам итәм. Бөтәһе лә бик яҡшы бара.[17]
09:49 Кратковременный перерыв УКВ-связи С. П. Королёва с космонавтом при переходе космического корабля из зоны видимости Сары-Шаганского КИПа в зону видимости Колпашевского КИПа (Томская обл.). Гагарин: Ерҙе ишетмәйем. Күләгәләмен[17].
09:51 Начало построения ориентации для схода с орбиты[17].
09:55 Завершение построения ориентации для схода с орбиты[17].
09:52 получение данных «Восток-1» йыһан карабы бортынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, космонавт, Көньяҡ Америка өҫтөнән осҡанда, түбәндәге һүҙҙәрҙе Ергә тапшыра: «Үҙемде бик яҡшы тоям. Һеҙҙе бик яҡшы ишетәм. Осош яҡшы кимәлдә бара.»
09:57 Гагарин: Кәйеф күтәренке, осошто дауам итәм, Америка өҫтөнән осоп барам[17].
Заря-3: «Кедр», мин «Заря-3». Һеҙҙе бик яҡшы ишетәбеҙ, приборҙар нормалағыса эшләй. Бөтәһе лә нормалағыса. Осош буйынса ни әйтерһегеҙ? Нимәлер хәбәр итә алаһығыҙмы? Приём. (Көслө тауыш.) «Кедр», мин «Заря-3». Егерменсенән күрһәтмәләр килмәй, күрһәтмәләр килмәй. Бөтәһе лә нормалағыса.

Гагарин: Аңланым. Егерменсенән күрһәтмәләр килмәй. Осош тураһындағы мәғлүмәттәрҙе уға хәбәр итегеҙ. Блондинға сәләм![16]

10:04 Гагарин: Апогейҙамын. "«Спуск-1» эшләй, ҡояшҡа ҡарап йүнәлеш алабыҙ (апогейҙа карап Горн моронон үтә)[17].
10:07 Гагарин: Болоттар ҡаплаған… Ерҙең горизотын күрәм. Бик матур күренеш. Ер өҫтөнән йәйғор һуҙылған. «Взор» аша йондоҙҙар күренә. Матур күренеш. Осош Ер күләгәһендә бара…[16][17].
10:09:15 Гагарин: Ер күләгәһенән сыҡтым… Диңгеҙ өҫтөнән осам… <…> Ерҙе күҙәтәм, диңгеҙ өҫтөнән осам.[16][17]
10:15 получение данных Африка өҫтөнән осҡанда «Восток-1» йыһан карабы бортынан түбәндәге хәбәрҙе ебәрә: «Осош нормалағыса үтә, Бөтәһе лә яҡшы.»
10:18 Гагарин: Икенсе команда бирелде. Үҙемде яҡшы тоям. Осош уңышлы бара. Нисек аңланығыҙ, приём. Бөтә системалар ҙа яҡшы эшләй.[16]
10:25 Тормозной импульс. Преждевременное отключение ТДУ[17].
10:36 Разделение отсеков по резервному варианту от термодатчиков на высоте 130 км над Средиземным морем[17].

Старт алдынан үҙгәртергә

 
Старт алдынан: Гагарин, Москаленко, Королёв.

Беренсе космонавт скафандрҙы кейгән килеш аҙыраҡ ваҡыт булһын өсөн СК-1-ҙе (скафандр) тәүҙә Герман Титовҡа, шунан — Юрий Гагаринға кейҙерәләр. Гагарин кейенеп бөткәс, космодром хеҙмәткәрҙәре унан автограф биреүен үтенә. Юрий ғәжәпләнеп китә — ғүмерендә беренсе тапҡыр уға шундай үтенес менән мөрәжәғәт итәләр. Космонавтар йорттан сыға — уларҙы Королёв ҡаршы ала. Ул бик арыған киәфәттә була. Аҙаҡ Гагарин был осрашыуҙы түбәндәгесә иҫкә төшөрә:

Королев миңә осош ваҡытында миңә ярҙам итерҙәй кәңәштәрен бирҙе [18]. Беҙҙең менән һөйләшкәндән һуң Королев бер аҙ тынысланғандай тойолдо…

Бер нимә минуттан зәңгәр төҫтәге махсус автобус старт майҙансығына йүнәлә.

Старт үҙгәртергә

Автобус космодромға килеп туҡтай. Әҙерлек тураһында докладтан һуң Дәүләт комиссияһы рәйесе К. Н. Рудневҡа әҙер булыуы тураһында хәбәр иткәндән һуң Гагарин матбуғат һәм радио өсөн белдереү яһай. Уның хәбәре магнитофон таҫмаһына яҙыла. Биш сәғәттән һуң был белдереү сенсацияға әйләнә…

Ракетаның юғарылағы өлөшөнә — кабинаға инеү урынына яҡын урынлашҡан металл майҙансыҡҡа баҫҡас, Гагарин, ике ҡулын да юғары күтәреп, Ерҙә ҡалғандарҙы сәләмләй. Шунан һуң йыһан карабына инеп китә. Түбәндә, баштарын юғары күтәреп, Баш конструктор ҙа, башҡа космонавттар ҙа һәм уны беренсе йыһан осошона оҙатыусылар ҙа тороп ҡала.

 
Гагарин осошҡа старт алдынан

1-се люкты япҡан саҡта асыҡланған етешһеҙлек бөтөрөлә. Йыһан карабыны герметиклығын тикшергән мәлдә космонавт ингән люктың тығыҙ итеп ябылмауы асыҡлана[17]. «Восток» карабының әйҙәүсе конструкторы О.&nbsp;Г.&nbsp;Ивановский, люкты бикләүсе йоҙаҡтарҙағы гайкаларҙы бороп алып, люкты тығыҙлатыу өсөн тәғәйенләнгән махсус электр контактын йүнәтеп ҡуя, люктың тейешенсә ябылыуы тураһында сигнал килгәс, люкты бикләй.

Титовҡа скафандрын сисергә мөмкин булыуын әйтәләр. Бына шул мәлдә планетанан беренсе булып йыһан киңлегенә осасаҡ кешенең исеме беленә: ул — Гагарин.

1961 йылдың 12 апрелендә Мәскәү ваҡыты менән 09:07 сәғәттә Байконур космодромынан «Восток-1» карабына старт бирелә; Гагарин эфирҙа «Кедр» исемен ҡуллана[17].

Осош үҙгәртергә

 
Әзербайжандың почта маркаһы , 2011
 
«Восток-1» карабының осоу траекторияһы.

«Восток» карабын осош орбитаһына алып сыҡҡан ракета- йөрөтөүсе бер ниндәй төҙәтеүҙәрһеҙ эшләй, ләкин орбитаға сығыуҙы йомғаҡлау этабында 3-сө баҫҡыстың двигателдәрен һүндерергә тейешле булған радио аша идара итеү системаһы тоҡанмай. Запастағы (дублирующий) механизм (таймера) тоҡанғас ҡына 3-сө баҫҡыс двигателе һүнә, ләкин карап иҫәпләгәнгә ҡарағанда 100 километрға юғарыраҡ күтәрелеп өлгөрә. Әгәр тормоз двигателе тоҡанмаһа, был орбитанан «аэродинамик тормозлау» ярҙамында ергә ҡайтыу 20 көндән 50 көнгә тиклем ваҡытты алыр ине (төрлө иҫәпләүҙәр буйынса)[4][5][6].

Совет йыһан карабының радиосигналдарын Американың Алеут утрауҙарында урынлашҡан Шамия радар станцияһындағы күҙәтеүселәр пеленг ярҙамында тота. Биш минуттан һуң Пентагонға шифровка ебрәрелә. Төнгө дежурҙағы торған хәрби уны ҡабул иткәс тә президент Кеннедиҙың баш ғилми кәңәшсеһе — доктор Джером Вейзнерҙың өйөнә шалтырата. Рустарҙың американдарҙан алда йыһанға сығыуын президентҡа хәбәр итеү талап ителә.

Гагарин орбитала бик ябай эксперименттар үткәрә: һыу эсә, туҡлана, ҡәләм менән яҙа. Ҡәләмен «һалып ҡуйырға» теләгәс, уның оса башлауын күрә. Бына шунда Гагарин, йыһанда саҡта ҡәләмде һәм башҡа әйберҙәрҙе бәйләп ҡуйырға кәрәк, тигән һығымта яһай. Йыһанда саҡта үҙен нисек тойоуы тураһында һәм күҙәтеүҙәрен бортҡа беркетелгән магнитофонға яҙҙырып бара[17].

Осҡанда Гагарин Тюра-Там полигонында, Колпашево һәм Елизовола урынлашҡан фәнни-үлсәү пункттары менән элемтә тота[19].

Ергә төшөү һәм ултырыу үҙгәртергә

 
Ю. А. Гагариндың «Восток-1» карабындағы приборҙар панеле. Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейы, Мәскәү

Билдәләнгән программаға ярашлы Ер шарын бер тапҡыр урап сыҡҡас, Мәскәү ваҡыты менән 10:25:34 (МСК) сәғәттә хәрәкәтте тотҡарлау ҡоролмаһы тоҡана (ТДУ). Осоу аҙағында конструктор Исаевтың хәрәкәтте тотҡарлау системаһы уңышлы эшләй, әммә автоматика баҫҡыстарҙың (отсектарҙың) айырылыуын тыя. Һөҙөмтәлә, атмосфераға инеүгә тиклем 10 минут ҡалғас, карап секундына 1 әйләнеш булған тиҙлектә төрлө яҡҡа әйләнә башлай. Гагарин осош етәкселеген (иң тәүге сиратта — Королевты) борсорға теләмәй. Атмосфераның тығыҙ ҡатламдарына ингәндә тоташтырыусы кабелдәр сафтан сыға, ә отсектарҙы айырыу командаһы термодатчиктарҙан килә башлай, шуға күрә ергә төшөрөү аппараты, ниһайәт, прибор-двигатель отсегынан айырыла[17].

Ергә төшөү баллистик траектория буйынса башҡарыла (йыһан караптарының «Восток» һәм «Восход» серийларындағы кеүек үк) Гагаринға 8-10 тапҡыр артығыраҡ ауырлыҡҡа (перегрузка) сыҙарға тура килә. Алда уны психологик нагрузкалар көтә — аппарат ергә төшөп килгән мәлдә тыштағы температура 3-5 мең градусҡа етә, ә кабина үҙе, ватылған тауыш сығарып, шытырлай башлай.

 
«Восток» йыһан карабының ергә төшөрөлә торған аппараты РКК корпорацияһының «Энергия» музейына ҡуйылған. Аппараттың ҡапҡасы, 7 километр бейеклектә аппараттан айырылып, ергә парашютһыҙ төшә. Хәҙерге ваҡытта ергә төшөрөлә торған аппарат Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) «Йыһан» павильонында күрһәтелә.

Осош планына ярашлы Гагарин, ергә тиклем 7 км ҡалғас, ергә төшөрөлә торған аппаратынан (капсуланан) катапультлана, шунан һуң капсула һәм космонавт парашюттарҙа айырым рәүештә ергә төшә[17] («Восток» серияһына ҡараған артабанғы биш карап та шундай уҡ схема буйынса ергә төшөрөлә). Катапультланғандан һәм ергә төшөрөлгән аппараттың һауа биреүен туҡтатҡандан һуң, Гагариндың герметик скафандрында тышҡы һауа индерә торған клапан тиҙ арала ғына асылмай, шуға күрә ул саҡ тонсоҡмай ҡала (скафандрҙы кейгәндә клапанды аса торған трос ҡайыш менән ҡыҫылып ҡала)[4][6][17]. Ергә тиклем 3 км ҡалғас, өҫтәмә парашют асыла; тәүҙә ул асылмай, әммә иҫкән ел уны асып ебәрә[17]. Был осошта төшөү урынының ниндәй булыуы ла мөһим проблема була — Гагариндың Волганың боҙло һыуына төшөү ихтималлығы килеп тыуа. Юрийға осош алдынан яҡшы әҙерлек үтеүе ярҙам итә — стропаларға идара итеп, ул парашютты йылға өҫтөнән алып китеп, йылға ярынан 1,5-2 км алыҫлыҡта ергә төшөрә[4][5][6][20].

Һауа торошо шундай матур ине. Күктә бер аҙ болоттар йөҙә, ҡояш йылмая, еләҫ ел иҫә. Минең өҫтә парашют көмбәҙе асылғас, ҡулым ҡаты стропаларҙы тойҙо- хатта йырлап ебәрҙем! Бар Ғәләмгә ишетелерлек итеп йырлап ебәрҙем: «Родина слышит, Родина знает, где в облаках её сын пролетает…»[21].

Хәрәкәтте тотҡарлау системаһының тейешенсә эшләмәүе арҡаһында, Гагарин планлаштырылған урынға түгел, ә Һарытау өлкәһенә, Смеловка ауылы янына барып төшә. Аппарат космонавтан бер аҙ ғына алда ергә төшә[17].

10:48 сәғәттә ПВО-ның яҡындағы ракета-зенит дивизионы[22] радары һауала таныш булмаған сәптең булыуын белдерә — ул ергә төшөп килеүсе аппарат була (бынан бер тәүлек алда зенитсыларға «күктән төшкән контейнерҙарҙы» күҙәтергә ҡушыла). Катапультланған космонавт ергә төшкәс, радар ике сәп хасил булыуын күрһәтә.

  — столица СССР
  — место старта и пункт УКВ связи
 пункты УКВ связи
  — район посадки

Ергә төшкәндән һуң үҙгәртергә

Первыми людьми, которые встретили космонавта после полёта, оказались жена местного лесника Анна (Анихайят) Тахтарова и её шестилетняя внучка Рита (Румия)[23]. Вскоре к месту событий прибыли военные во главе с майором А. Н. Гассиевым[24] и местные колхозники. Одна группа военных взяла под охрану спускаемый аппарат[24], а другая повезла Гагарина в расположение части. Оттуда Гагарин по телефону отрапортовал командиру дивизии ПВО[25]:

Прошу передать главкому ВВС: задачу выполнил, приземлился в заданном районе, чувствую себя хорошо, ушибов и поломок нет. Гагарин.

Ергә килеп төшкән космонавты беренсе булып урындағы урмансының ҡатыны Анна (Аннихайят) Тахтарова һәм уның алты йәшлек ейәнсәре Рита (Румия) ҡаршылай. Тиҙҙән был урынға майор А. Н. Гасиев етәкселегендә хәрбиҙәр килә. Хәрбиҙәрҙең бер төркөмө ергә төшөрөүсе аппаратты һаҡ аҫтына ала, ә икенсе төркөмө Гагаринды хәрби часть урынлашҡан ергә алып китә.

УндаГагарин телефон буйынса ПВО-ның баш командующийына рапорт бирә: СССР Хәрби Һауа Көстәренең баш командующийына минең рапортты тапшырыуығыҙҙы үтенәм: Алдыма ҡуйылған бурысты үтәнем, билдәләнгән урында ергә төштөм, бер ниндәй йәрәхәт тә алманым. Гагарин.

"Востока-1"ҙең тышы янған ергә төшөрөү модулен сепрәк менән ҡаплап, Мәскәү янындағы Подлипкиға, Королевтың ОКБ-1-енең режимлы территорияһына алып китәләр.

Аҙағыраҡ ул РКК корпорацияһының «Энергия» музейынаың төп экспонаты булып китә. Музей оҙаҡ ваҡыт бер кемде лә ҡабул итмәй. Тик 2016 йылда ғына Гагариндың карабы күргәҙмәгә ҡуйыла. Ергә төшөрөү аппараты бер нисә йыл Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) «Йыһан» павильонында күрһәтелә. Хәҙер аппарат ҡайтанан РКК-ның «Энергия» музейына ҡуйылған[26].

Осоштоң тарихи әһәмиәте үҙгәртергә

Юрий Гагариндың йыһанға осоуын йыш ҡына Христофор Колумбтың Американы асыуға сәбәп булған ер тирәләй йөҙөп йөрөүенә, йәки Джон Олкок һәм Артур Браундарҙың Атлантик океан аша беренсе тапҡыр осоуына тиңләйҙәр.

Советтар Союзында кеше ултырған тәүге йыһан карабының Ер тирәләй осоуына өлгәшеүҙе Ҡушма Штаттарға ҡаршы барған Һалҡын һуғышта ҙур триумф булараҡ билдәләйҙәр.

1961 йылдың 12 апрелендә «Восток» йыһан карабын осороу СССР-ҙың юғары техник һәм ғилми кимәлен раҫлай һәм АҠШ-та йыһан программаһының үҫешен тиҙләтеүгә килтерә. Был осош кешенең йыһан киңлектәрендә йәшәй алыу мөмкинлеген күрһәтә. Юрий Алексеевич Гагарин планетаның иң танылған кешеһенә әйләнә[27].

Шулай ҡара үҙгәртергә

  Тышҡы видеофайлдар
  Сообщение ТАСС о первом в мире полёте человека в космическое пространство. Читает Юрий Левитан.
  • Серия КА «Восток»
  • Космонавтика
  • День космонавтики
  • Международный день полёта человека в космос
  • Первый рейс к звёздам
  • Первая орбита
  • Монумент «Покорителям космоса»
  • Гагарин. Первый в космосе (фильм)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Макдауэлл Д. Jonathan's Space Report — 1989.
  2. Таких берут в космонавты!, // Retroportal.ru. 10 апрель 2012 тикшерелгән.
  3. Каманин Н. П. Скрытый космос (в 4-х кн.). — М.: Инфортекст-ИФ, 1995—1997.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Данилкин Л. А. Юрий Гагарин. — М.: Молодая гвардия, 2011.
  5. 5,0 5,1 5,2 Валентина Пономарёва. Неоткрытый космос, Дружба народов (5 ноябрь 2000). 31 март 2011 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Наталия Жовнир. «Тройник» Гагарина, Зеркало недели (№ 45, 21 ноября 2009). 31 март 2011 тикшерелгән. 2013 йыл 19 апрель архивланған.
  7. В.Н. Танетов КВ радиосвязь на первом этапе полетов космонавтов (рус.) // Электросвязь : журнал. — 2001. — № 7. — С. 45.
  8. В. Бобков КОСМИЧЕСКИЙ КОРАБЛЬ "ВОСТОК" (рус.) // Крылья Родины : журнал. — 1991. — № 4. — С. 4—5.
  9. В.А. Ефимов Путь к "Востоку" (начало космовидения) (рус.) // Электросвязь : журнал. — 2007. — № 54. — С. 21—23. — ISSN 0013-5771.
  10. Антон Первушин, 108 минут, изменившие мир. Эксмо, 2011 г. ISBN 978-5-699-48001-2
  11. Гагарин Юрий Алексеевич. Полёт. sstu.ru. Архивировано 4 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  12. Галлай М. Л. Глава третья. Тот апрель… // С человеком на борту. — М.: Советский писатель, 1985. — 304 с. — 100 000 экз.
  13. 13,0 13,1 13,2 Центр подготовки космонавтов им. Ю.А.Гагарина. Официальный Web-сайт. www.gctc.ru. Дата обращения: 8 июнь 2021. Архивировано 20 май 2021 года.
  14. Борисенко И.Г. Человек в космосе // На космических стартах и финишах. — М.: Знание, 1975. — 160 с.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 «Подготовка изделия идет нормально» // Коммерсантъ-Власть : журнал. — 2001. — № 15. — С. 50. — ISSN 1436-4522. Архивировано из первоисточника 28 август 2021.
  16. 16,00 16,01 16,02 16,03 16,04 16,05 16,06 16,07 16,08 16,09 «Я вышел из тени Земли» // Коммерсантъ-Власть : журнал. — 2001. — № 14. — С. 50. — ISSN 1436-4522. Архивировано из первоисточника 28 август 2021.
  17. 17,00 17,01 17,02 17,03 17,04 17,05 17,06 17,07 17,08 17,09 17,10 17,11 17,12 17,13 17,14 17,15 17,16 17,17 17,18 17,19 17,20 17,21 17,22 17,23 17,24 17,25 17,26 17,27 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Подлинная история полета Гагарина. Юрий Батурин рассказывает, как человечество зашло на новый виток. Дата обращения: 15 апрель 2021.
  18. Королёв уға караптың боролоу буйынса иҫәптәрен (расчеты) бирә һәм ергә төшөүҙең яңы ысулы тураһында инструкциялар бирә
  19. Антон Первушин 106 минут новой эры // Наука и жизнь. — 2021. — № 4. — С. 24.
  20. Руденко М. И. Тогда Юра вернулся на землю не из космоса, а с того света!…, интернет-газета «Русская Берёза» (май-июнь - 2008). 31 март 2011 тикшерелгән.
  21. Песков, Василий Михайлович. Барашев, Павел Романович Пять часов с Юрием Гагариным (рус.) // Комсомольская правда : газета. — М., 1961. — № 90 (11030). — С. 4.
  22. Татьяна Столярова. Гагарин приземлился в секретном ракетном дивизионе, Комсомольская Правда («Саратовский Арбат» - специально для «КП») (12 апрель 2002). 31 март 2011 тикшерелгән.
  23. Девочка, которая первой встретила Гагарина на земле, сейчас работает официанткой под Астраханью 2013 йыл 15 июнь архивланған. // КП
  24. 24,0 24,1 «Приземлился благополучно. Ушибов и травм не имею». Первую после приземления фотографию Юрия Гагарина 60 лет назад сделал рядовой Анатолий Пекарский. Дата обращения: 15 апрель 2021. Архивировано 15 апрель 2021 года.
  25. И.Маринин. Апрельский день:44 года назад, «Новости космонавтики» (апрель 2005). 6 апрель 2010 тикшерелгән.
  26. Новости. РКК «Энергия». Спускаемый аппарат Гагарина вернулся в музей. www.roscosmos.ru. Дата обращения: 23 июль 2019. [no Архивировано] 23 июль 2019 года.
  27. По материалам стенда на ВДНХ // Отчёт о СССР: космос = USSR Report: Space. — Foreign Broadcast Information Service[en], Joint Publications Research Service[en], 1986. — С. 25. — 92 с. — (JPRS (Series)). См. также полный текст отчёта 2013 йыл 2 май архивланған..

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Первый пилотируемый полёт. Российская космонавтика в архивных документах / Давыдов В. А.. — М. : Родина МЕДИА, 2011. — Т. 1. — 560 с. — ISBN 978-5-905350-01-6.
  • Первый пилотируемый полёт. Российская космонавтика в архивных документах / Давыдов В. А.. — М : Родина МЕДИА, 2011. — Т. 2. — 560 с. — ISBN 978-5-905350-02-3.
  • Человек. Корабль. Космос.. — М. : Новый хронограф, 2011. — 888 с. — ISBN 978-5-94881-148-2.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Серия КА