Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы
Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы 1917 йылдың 1-11 майында Мәскәүҙә Асадуллаев йортонда үтә. Съезды үткәреү өсөн урынды Асадуллаевтың улы бирә. Был съезд алдағы Түбәнге Новгородта һәм Санкт-Петербургта 1905—1906 һәм 1914 йылдарҙа үткән дүрт Бөтә Рәсәй мосолмандар съездарының дауамы була. Нумерацияның айырмаһы 1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң съездарҙың нумерацияһын яңынан башлау менән бәйле[1]. Съезды үткәреү инициаторы IV саҡырылыш Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы була. Съезды саҡырыу буйынса ҡарар 1917 йылдың мартында Санкт-Петербургта кәңәшмәлә ҡабул ителә.
Делегаттары
үҙгәртергәСъезд Рәсәй мосолмандарының Ваҡытлы үҙәк бюроһы тарафынан ойошторолған. Съезда Төркөстан крайынан,Кавказдан, Ҡырымдан, Хиуа һәм Бохара ханлыҡтарынан 830 делегат ҡатнаша. Улар төрлө ойошмаларҙы һәм сәйәси партияларҙы кәүҙәләндерә — консервативтарҙан алып радикалларға тиклем. Съезд Президиумына Ибраһим Әхтәмов (Өфө), И. Алкин, А. Цаликов, С. Якубова (Ҡаҙан). М. Бигиев, X. Габаши мулла (Ҡаҙан губернаһы), X. Досмухамедов (Урал өлкәһе), Ғ. Исхаки (Мәскәү), Ф. Карими (Ырымбур), Дж. Сәйетәхмәтов (Ҡырым), А.-М. Топчибашев (Баҡы), У. Ходжаев (Төркөстан) инделәр[2]. Бынан тыш, делегаттар араһында Ә.- З. Вәлидов, Ш. Мөхәмәтйәров, Г. Тереғолов, Ф. Туҡтаров, М. Мортазин, А. Йәғәфәров, С.Мерәҫов һымаҡ күренекле мосолман эшмәкәрҙәре була[1][3]. Съезда Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың билдәле гәзиттәре корреспонденттары, инглиз һәм американ журналистары була. Съезд Ҡөрьән сүрәләренән өҙөктәр уҡыу һәм Муса Бигиевтың инеш һүҙе менән башланды. Ваҡытлы хөкүмәт исеменән съезға сәләмләү һүҙе менән Эске эштәр министрлығының башҡа дин тотоусылар Департаменты башлығы С. А. Котляревский мөрәжәғәт итте[2].
Көн тәртибе
үҙгәртергәСъездың төп маҡсаты Рәсәй мосолман халыҡтарының үҙбилдәнеш проблемаларын хәл итеү тора ине. Съезда эшләү өсөн туғыҙ секция булдырыла:
- Рәсәйҙең эске дәүләт төҙөлөшө буйынса,
- эшселәр буйынса,
- аграр мәсьәләләр буйынса,
- ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе буйынса,
- ойоштороу йыйылышы һайлауҙарына әҙерлек буйынса,
- хәрби мәсьәлә буйынса,
- дини мәсьәләләр буйынса,
- мәғрифәтселек буйынса ,
- урындағы идаралыҡ буйынса.
Ҡарарҙары
үҙгәртергәДелегаттар федератив нигеҙҙә Рәсәй мосолмандарының демократик республикаһын булдырыу, үҙ ерҙәре булмаған халыҡтарға милли-мәҙәни автономияһын биреү, ваҡытлыса илдең ситтәрендәге төбәктәргә Ҡоролтайҙа ер мәсьәләһен асыҡлағанға тиклем күсенеүҙе тыйыү буйынса сығыш яһанылар. Съезд И. Гаспринский эшкәрткән Рәсәй мосолмандарының сәйәси, административ һәм иҡтисади берҙәмлеге концепцияһына сик ҡуйҙы[4] Делегаттар донъя һуғышына ҡаршы сығыш яһанылар; айырым мосолман частарын булдырыға кәрәклеген, һалдаттар хеҙмәткә алынған территорияла хеҙмәт итергә тейешлеген билдәләп үттеләр[5]. Съезд ҡарарыярашлы Турғай, Урал, Аҡмулла өлкәләре ҡаҙаҡтарының дини бүлектәре Ырымбур мосолман руханиҙары ҡарамағына күсте. Ырымбур дини идаралығы составы һайланды. Съезд бөтәһе өсөн мотлаҡ бушлай белем алыу, мосолман мәктәптәрендә туған тел менән бер рәттән «берҙәм төрки телен» уҡытыу һ.б. буйынса ҡарарҙар ҡабул итте[6]
Съезд 4 майҙа Цаликовтың һуғышҡа мөнәсәбәт тураһындағы доклады буйынса бер тауыштан резолюция ҡабул итте, резолюцияла империалистик сәйәсәткә протест, шулай уҡ Рәсәй мосолмандары, аннексияһыҙ һәм контрибуцияһы, тыныслыҡ яҡлы булыуҙарын һәм азатлыҡ өсөн көрәштә Рәсәйҙе яҡлаясаҡтары тураһында белдерҙе. Полковник И. Ғәлиев һәм Ҡазан гарнизон мосолман комитеты рәйесе иптәше А. Монасыповтарҙың доклады буйынса ғәскәри бурысты бөтөрөү тураһындағы проблема тикшерелде.
М. Ходжиевтың (Ходжент) һәм Тереғоловтың эш мәсьәләһе буйынса докладтарынан һуң эшселәр вәкиле Н. Мөхтәровтың (Ҡазан) резолюцияһы ҡабул ителде; 8 сәғәтлек эш көнөн ғәмәлгә индереү, эшселәр ҡануниәтен һәм эшселәренең хеҙмәт шарттарын үтәү, зыянлы эштәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәтен тыйыу, эш биреүсе хаҡына пенсия менән тәьмин итеү, 16 йәшкә тиклем балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең хеҙмәтен тыйыу, штарфтар һ.б. буйынса инспекциялар Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе буйынса И. Туҡтарова (Ҡазан), Ф. Ҡулахметова (Ҡазан) һәм М. Бигиев)тарҙың докладтарынан һуң съезд мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәр менән сәйәси һәм граждандар хоҡуҡтарында тиң булырға тейешлеген раҫланы, күп ҡатынлылыҡ тыйылыу тураһында ҡарар сығарҙы; ҡатын-ҡыҙҙың ире менән айырылышырға хоҡуғы бар; никахҡа инеү 16 йәштән генә рөхсәт ителә. Мәҙәни-ағартыу эштәре буйынса резолюция 1906 йылғы III Бөтә Рәсәй мосолмандары съезының ҡарарҙарын ҡабатланы . Аграр мәсьәләһе буйынса съезд түбәндәге ҡарарҙы ҡабул итте: «Бөтә ер (ҡаҙна, кабинет, монастырь һәм шәхси) халыҡтың ҡулына күсергә тейеш; ерҙе шәхси милеккә биреү тураһында закон, һатыу һәм һатып алыу — юҡ ителергә тейеш».
С. Алкиндың (Ҡазан) һәм имам К. Тәрджмәни (Ҡазан) докладтарын тыңлағандан һуң съезд Ырымбур мосолман дини идаралығын үҙгәртеп ҡорорға һәм ваҡытлы Дини идаралығын һайларға ҡарар итә. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Дини идаралығының мөфтөйе итеп С. Мәҡсүди, М. Бигиев һәм Г. Бубиҙан тауышты күберәк йыйған Ғәлимйән Баруди һайланды. Тарихта беренсе тапҡыр Дини идаралығының мөфтөйе император тарафынан түгел, ә ирекле һайлауҙарҙа һайланды. Съездың аҙаҡҡы көнөндә Бөтә Рәсәй Үҙәк мосолман Советы (Милли Шуроһы) — илдең мосолмандары ғәмәлдәрен яйлау һәм етәкселек итеү өсөн — «Рәсәй мосолмандары Советы» ойошторолоуы тураһында резолюция ҡабул ителде.
II Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы — Ҡазанда, III — Ташкентта, IV — Баҡыла үтәсәге билдәләнде. Съезд күмәкләп Мәскәү мосолмандарына съезд үткән бинаны бүләк иткән Шәмси Абдуллаев иҫтәлегенә бағышланған намаҙ менән тамаланды.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ислам в Москве: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов. — Н. Новгород: Издательский дом «Медина», 2008.
- ↑ 2,0 2,1 Синенко С. Первый всероссийский мусульманский съезд . POSREDI.RU (17 ноябрь 2013). Дата обращения: 22 февраль 2017.
- ↑ История Башкортостана с древнейших времен до наших дней: В 2 т. / Под ред. И. Г. Акманова. Т.2 История Башкортостана. ХХ век / Сост. И. Г. Акманов, С. Ф. Касимов. — Уфа: Китап, 2006. — С. 129—130.
- ↑ Набиев Р., Хабутдинов А. Форумы российских мусульман: ответ на вызов времени . ISLAMRF.RU (12 ноябрь 2007). Дата обращения: 22 февраль 2017.
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. Уфа: Китап, 2007. С. 217—219
- ↑ Всероссийский съезд мусульман // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Умумий Русие меселманлари съездиниц карарлари. М., 1917;
- Zenkovsky S., Раn-Turkism and Islam in Russia, Cambridge, Massa-chusetts, 1960;
- Программные документы мусульманских политических партий, 1917—1920, Оксфорд, 1985.
Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.