Ҡорбанғәлиевтар
Ҡорбанғәлиевтар (рус. Курмангалиевы) — дин һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре нәҫеле.
Дөйөм ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҠорбанғәлиевтар сығышы менән Арғаяш башҡорттарына ҡарай. Эшҡыуарлыҡ, сауҙа, ер эшкәртеү һәм дини эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәр. Уларҙың нәҫеленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Хәмит Бурһыҡаев (1737—?) башҡорттарҙың ҡатай ырыуынан. Ул Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Исмәғил ауылында указлы мулла булған. Хәмиттең Ҡорманғәле (1780—?) тигән улының исеменә ярашлы, был нәҫел Ҡорманғәлиевтар/Ҡорбанғәлиевтар тип йөрөтөлә башланған. Ҡорманғәленең Ғәбделхәким, Сөнәғәтулла, Ғәбделхәлим, Ғосаметдин, Мөхәмәтшәрәфетдин тигән улдары бар икәнлеге билдәле.
Ҡорбанғәлиевтарҙың танылыу яулаған вәкилдәре:
- Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев[1] (1809—1872) — мулла, ишан. 1809 йылда Силәбе өйәҙе Исмәғил ауылында Ҡорманғәле Хәмитов тигән указлы мулла ғаиләһендә тыуа. 1860 йылда үҙе иҫәбенә Силәбе өйәҙе Мәҙиәк ауылының мәсете эргәһендә мәктәп һалдыра. Ырымбур губернаһының төньяҡ-көнсығыш өйәҙҙәрендә абруй ҡаҙана. 1870 йылда Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев үҙенең элекке шәкерте З. Рәсүлев тарафынан мосолмандарҙың йола практикаһына индерелгән ҡысҡырып зекер әйтеүҙе һәм башҡа мистицизм элементтарын тәнҡитләп сыға[2], Башҡа консерватив ҡарашлы муллалар менән уның өҫтөнән шикәйәт яҙа һәм уның һөргөнгә ебәрелеүенә өлгәшә.
- Мөхәмәтшәрәфетдин Ҡорбанғәлиев (?—?) — мулла, ишан. Силәбе өйәҙе Исмәғил ауылында Ҡорманғәле Хәмитов тигән указлы мулла ғаиләһендә тыуа. 1895 йылдың 31 майында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Яратҡол ауылы мәсетенә указлы мулла итеп тәғәйенләнә.
- Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (1859—1919) — дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Үҙе артынан күпләп эйәреүселәре (мөриттәре) булған, абруйлы дини лидер. 1883 йылдан Мәҙиәк ауылында имам-хатип булып тора, ә 1885 йылда мәҙрәсә эргәһендә Миҙиәк мәҙрәсәһен аса. Улы Мөхәмәтғәбделхәй менән берлектә Башҡорт ғәскәрен булдырыуҙа ҡатнаша. Башҡорт хөкүмәтенең большевиктар яғына сығыуын ҡабул итмәй. Себерҙә Колчак яғында көрәшкән «Мөхәммәт полкы» тигән атлы полк ойоштора. Петропавловск эргәһендә пленға эләгә, артабан 16 йәшлек улы Ғәбделвәли менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы төрмәһенең ихатаһында атып үлтерелә.
- Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы (1889—1972) — мәғрифәтсе, XX быуаттың беренсе яртыһында билдәле дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Мөхәмәтһарун Ҡорбанғәлиев (1892—1920) — Аҡтар армияһы капитаны. 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының батальоны менән командалыҡ иткән, Омск, Мысовая станцияһы, Петровский заводы һ.б. өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша. 1920 йылдың 8 апрелендә һәләк була[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Исем яҙылышының башҡа версиялары — Ғәбдел-Хәким, Әбдел-Хәким, Әбд әл-Хәким.
- ↑ Юнусова А. Б. Курбангалиевы. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: «Башкирская энциклопедия», 1996. — С. 672. — 358 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ Насиров Р. Ҡорбанғәлиевтарҙың әсе яҙмышы // Ватандаш. — № 4. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юнусова А. Б. Курбангалиевы. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: «Башкирская энциклопедия», 1996. — С. 358. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Насиров Р. Ҡорбанғәлиевтарҙың әсе яҙмышы // Ватандаш. — 1998. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- Таган Г. Г. Башкиры в Забайкалье. // Ватандаш. — 1997. — № 8. — ISSN 1683-3554.
- Валеев Г. К. Курбангалиевы. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 179—180. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
- Хакимов Р. Ш. Аргаяшская земля: история и современность / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — Челябинск: «Книга», 2005. — С. 41—89. — 301 с. — ISBN 5-7135-0496-4.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / под ред. А. В. Малашенко. — М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.