Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы

Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы (тулы атамаһы — Рәсәйҙең Көнсығыш төбәгендәге Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы; рус. Военно-национальное управление башкир Российской Восточной окраины) — 1920 йылда Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәте яғында ҡалған башҡорт хәрби частарының милли идаралығы.

Идаралыҡ рәйесе — Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев, штаб начальнигы — Ғәлимйән Тағанов.

 
Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы етәкселәре. 1920 йыл. Уңда идаралыҡтың штаб начальнигы Ғ. Таған, уртала идаралыҡтың рәйесе М. Ҡорбанғәлиев һәм һул яҡтан атаман Семёнов янындағы башҡорт вәкиле С. Бикмәев ултыралар.

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы булған башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре һәм хәрбиҙәренең бер өлөшө Аҡтар яғында ҡала. Ҡорбанғәлиевтар йоғонтоһо арҡаһында 3-сө Башҡорт пехота полкы ла Аҡтар хәрәкәтендә ҡала[1]. Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев бөтә башҡорттар исеменән А. В. Колчактың хакимлығын яҡлау тураһында иғлан итә һәм Колчактың ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев үҙ иҫəбенə атлы полк («Мөхəммəт полкы») төҙөй, полк уның улы капитан Мөхəмəтһарун Ҡорбанғәлиев командалығы аҫтында һуғыша. Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев Омск ҡалаһындағы Колчактың хәрби штабы янында хеҙмәт итә.

Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев 1919 йылдың йәйендә Силәбелә йәнә бер башҡорттар ҡоролтайын ойоштороп маташа. Башҡорттарҙың рухи һәм дини берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу өсөн Аҡтар хәрәкәтенең башлыҡтары, атап үткәндә генерал Владимир Каппель, барон Унгерн фон Штернберг, атаман Григорий Семёнов менән хеҙмәттәшлек итә. Йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙарының боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осрашалар, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә[2]. Семенов ҡушыуы буйынса 1920 йылдың апрелендә Ҡытайҙың Харбин ҡалаһына бара, һәм ундағы мосолман халҡының «аҡтар» эшенә мөнәсәбәтен һәм уларҙы был эшкә йәлеп итеү ихтималлығын өйрәнеп ҡайта[3].

А. В. Колчактың төп көстәрен тар-мар иткәндән һуң, Ғәлимйән Таған Байкал аръяғына башҡорт контингенттарын һәм ҡасаҡтарын эвакуациялауға етәкселек итә. Ғ. Таган менән М. Ҡорбанғәлиев 1920 йылда Рәсәйҙең көнсығыш өлөшө бөтә ҡораллы көстәре баш командующийы һәм бөтә казак ғәскәрҙәренең поход атаманы, Байкал аръяғы казак ғәскәренең ғәскәри атаманы Г.М. Семёновтың Башҡорт казак ғәскәрен тергеҙеү өсөн ризалығына өлгәшә. 1920 йылдың 14 мартында атамандың йортонда Ҡорбанғәлиевтың атаман Семенов менән эшлекле осрашыуы була. Унда революциянан һуң башҡорт халҡының һәм уның милли хәрәкәтенең тарихы, шулай уҡ Байкал аръяғындағы башҡорт милли төркөмөнөң маҡсаттары тураһында бәйән ителә. Үҙ яғынан атаман сәйәси йүнәлеше һәм Федератив Рәсәйҙе ҡорорға ынтылышы хаҡында һәм, баш командующий булараҡ, башҡорттарҙың теләктәренә хуплауын, Каппель армияһының һәм Семёнов частарының башҡорт яугирҙарын айырым хәрби берәмеккә берләштерергә әҙер булыуын белдерҙе. 17 мартта атаман Семёновҡа рәсми үтенес ҡағыҙы бирелә:

  Юғары ғали йәнәптәре атаман Семёновҡа. Рәсәй армияһының башҡорт яугирҙары кәйефенә ярашлы большевизмға ҡаршы көрәште дауам итеүҙе кәрәк тип иҫәпләп, түбәндәгеләрҙе һорайым:
  1. Рәсәй армияһы һәм Ерле дивизияһы башҡорттары уҡсыларынан Юғары ғали йәнәптәренә туранан-тура буйһонған Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһын ойошторорға.
  2. Хәҙер үк 1-се Башҡорт кавалерия полкын ойоштороуға тотонорға.
  3. Был полктың төп өлөшө итеп Урал отрядының башҡорт эскадронын тәғәйенләргә.
    Башҡорттарҙың вәкиле М. Ҡорбанғәлиев.
 

1920 йылдың 22 июнендә Рәсәйҙең Көнсығыш төбәгенең барлыҡ казак ғәскәрҙәренең баш командующийы һәм поход атаманы генерал-лейтенант Семёнов приказ сығара:

  Казак ғәскәрҙәренең ғәскәри хөкүмәттәре менән тиң хоҡуҡлы булған нигеҙҙә, поход атаманы штабына буйһонған башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығын булдырыу.  

1920 йылдың июненəн Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев Рəсəйҙең Көнсығыш төбәгендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы рəйесе булып китә. Байкал аръяғындағы төрлө хәрби ғәскәрҙәрҙә 2 меңгә яҡын башҡорт иҫәпләнгән.

1920 йылдың ноябрендә Читаға Көньяҡ Армия менән шөғөлләнеү ҡурҡынысы янай. Атаман Г. М. Семенов отрядтары, капитан Ғәлимйән Таған 2 мең аҡ гвардеец-башҡорт менән бергә Маньчжурияға сығып китә. Маньчжурияға килеп ингәс тә, башҡорт һалдаттары (казактарҙың күбеһе кеүек үк) шунда уҡ Ҡытай милитаристары тарафынан ҡоралһыҙландырыла.

1921 йылдың февралендә Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы ағзалары (улар араһында М. Ҡорбанғәлиев, С. Бикмәев, Ғ. Таған, М. Шәмғолов була) Япония хөкүмәте етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсаты менән Токиоға килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 145. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  2. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 110. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  3. Юнусова А. Б. Великий имам Дальнего Востока // «Вестник Евразии» : Журнал. — 2001. — № 4 (15). — С. 83—117. — ISSN 1727-1770.

Һылтанмалар

үҙгәртергә