Үҫәргән кантоны
Үҫәргән кантоны (рус. Усерганский кантон) — Башҡортостан кантоны.
Үҫәргән кантоны | |
---|---|
![]() | |
Үҫәргән кантоны | |
Ил | ![]() Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Ейәнсура |
Ойошторолған | 1917 |
Майҙаны | 9 838 км² |
Халҡы | 99 071 кеш. (1920) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/da/%D0%A3%D1%81%D0%B5%D1%80%D0%B3%D0%B0%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D0%BA%D0%B0%D0%BD%D1%82%D0%BE%D0%BD_%28%D0%9C%D0%B0%D0%BB%D0%B0%D1%8F_%D0%91%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D0%B8%D1%8F%29.png/220px-%D0%A3%D1%81%D0%B5%D1%80%D0%B3%D0%B0%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D0%BA%D0%B0%D0%BD%D1%82%D0%BE%D0%BD_%28%D0%9C%D0%B0%D0%BB%D0%B0%D1%8F_%D0%91%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D0%B8%D1%8F%29.png)
Административ үҙәге — Ейәнсура ауылы.
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Үҫәргән кантоны ла була.
Административ үҙәге — Ейәнсура ауылы.
Кантон составына Орск өйәҙенең Демократик, Ҡансыра, Ҡороюл, Ҡыуандыҡ, Поимка, Сәлих, Үҫәргән-Хәйбулла, 1‑се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы Үҫәргән, Фёдоровка, Һамар һәм Чеботарёвка улустары инә.
1922 йылда 5 октябрҙә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Йылайыр кантоны составына инә.
Халҡы
үҙгәртергә1920 йылда — 99 071 кеше (1920).
География
үҙгәртергәМайҙаны — 9 838 км² (1922). Төньяҡта — Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны һәм Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡта Орск өйәҙе менән сиктәш була.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нуғаева Ф. Ғ. Үҫәргән кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.