Атнағолов Сәләхетдин Саҙрый улы

Сәләхетдин Саҙрый улы Атнағолов (18931937[3]) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, яҙыусы.

Сәләхетдин Саҙрый улы Атнағолов
 
Тыуған: 1893({{padleft:1893|4|0}})
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Һыуыҡҡул ауылы[1])
Үлгән: 16 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
билдәһеҙ
Партия: Һул социалист-революционерҙар (интернационалистар) (1917-се йылдан), РКП(б) (1919—1935)
Белеме: Ғәлиә мәҙрәсәһе[2]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәләхетдин Саҙрый улы Атнағолов 1893 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Йәрмәкәй районы) Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[4].

1916 йылда Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлай һәм шунда уҡ мөғәллим булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта «Ирек», «Безнен юл» гәзиттәренең мөхәрире була. 1917 йылдың авгусында Өфөлә үткән Бөтә башҡорт сьезы эшендә ҡатнаша.

1917 йылдың авгусынан 1918 йылдың ноябренә тиклем Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы, ә 1917 йылдың декабренән 1918 йылдың июненә тиклем уның рәйесе була. Сәләхетдин Саҙрый улы менән Зәки Вәлиди Башҡорт милли хәрәкәтенең дөйөм мосолмандар хәрәкәтендә баҫылып ҡалмауына ҡаршы көрәшкән иң күренекле башҡорт лидерҙары булып һанала[5].

1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың декабренә тиклем — эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының Милли йыйылышы секретары, 1918 йылдың ғинуарынан — Урал-Волга штатын булдырыу Коллегияһының казначейы һәм секретары. Ошо йылдың апреленән июненә тиклем Өфө губерна Халыҡ комиссарҙары советының Татар-Башҡорт комиссариаты хеҙмәткәре.

1919 йылдың мартынан апреленә тиклем — мосолман коммунистарының Өфө губерна бюроһы рәйесе һәм Татар-башҡорт коммунистары үҙәк бюроһының ағзаһы. 1919 йылдың йәйенән Мәскәүҙә эшләй. РКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаһының үҙәк бюроһы ағзаһы, «Кызыл яу» гәзите мөхәррире була. 1920 йылда Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы профсоюздар советының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1922 йылда «Эшсе», 1925 йылда «Кызыл Татарстан» гәзиттәре мөхәррире һәм Татар дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире була. 1927—1929 йылдарҙа Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының халыҡ мәғрифы комиссариатының Академик үҙәге рәйесе, ә 1933—1935 йылдарҙа — Татар педагогия институтының преподавателе.

1936 йылда репрессия ҡорбаны була һәм атыуға хөкөм ителә. 1956 йылда реабилитациялана.

Балалары: Сәскә Сәләх ҡыҙы Мостафина — математик, Гөлкәй Сәләх ҡыҙы Ғатина, Вил Сәләх улы Мостафин — шағир һәм математик.

Фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан тарихын һәм татар телен өйрәнеүгә арналған. Большевиктар позицияһынан сығып, М. Х. Солтан-Ғәлиевтең мосолман милли-коммунизмын тәнҡитләй. 1925 йылда сыҡҡан «Йәш шахтёр», 1927 йылдағы «Гарантияланған мөхәббәт», 1928 йылда баҫылған «Ҡаф тауы артында» һәм башҡа китаптар автороы.

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Глухов М. Атнагулов Салах Садриевич //Возвращённые имена. Казань, 1990.
  • Султанбеков Б. Кровавый след операции «Новаторы» // Страницы секретных архивов. Казань, 1994.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә