Алаш автономияһы (Алаш-Урҙа, ҡаҙ. Алаш-Орда) — ҡаҙаҡтарҙың 1917—1920 йылдарҙа хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында булған милли-территориаль автономиялы дәүләт берәмеге.

Алаш автономияһы
ҡаҙ. Алаш Орда
Флаг Герб
Флаг Герб

Девиз: «"Алаш!" ҡаҙ. "Оян, Қазақ!"»

 
 
Баш ҡала

Алаш (Семипалатинск)

Телдәр

ҡаҙаҡ, рус

Дин

ислам

Тарихы

13 декабрь 1917 — Икенсе дөйөм ҡырғыҙ съезы
26 август 1920Ҡырғыҙ АССР-ының ойошторолоуы

Хөкүмәт рәйесе
 • 

Бүкәйханов Алихан Нурмөхәмәт улы

 Алаш автономияһы Викимилектә

Алаш автономияһы «Алаш» партияһы тарафынан иғлан ителә һәм 1917 йылдың 5-13 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған Икенсе дөйөм ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезы тарафынан раҫлана. 1920 йылдың 5 мартында Ҡырғыҙ крайы менән идара итеү буйынса хәрби-революцион комитеты тарафынан бөтөрөлә.

1917 йылдың 5-13 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған Икенсе дөйөм ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезында Алаш автономияһы төҙөлә. Автономияның хөкүмәте — Алаш-Урҙа (Ваҡытлы милли шура) ойошторола, уның рәйесе итеп Алихан Бүкәйханов һайлана. Хөкүмәт Семипалатинск ҡалаһында урынлаша[1]. Автономия ойоштороусыларҙың береһе Мостафа Шокай була[2].

Алаш-Урҙаның лидерҙары Совет власы менән бәйләнешкә инәләр, Хәлил һәм Жанша (Йыһанша) Досмөхәмәтовтар В. И. Ленин һәм И. В. Сталин менән осрашҡан, X. Ғәббәсов шулай уҡ Наркомнац комиссары И. В. Сталин менән һөйләшеүҙәр алып барған[3].

1918 йылдың 15-17 майында Ҡустанайҙа башҡорт (Башҡортостан автономияһы) һәм ҡаҙаҡ (Алаш автономияһы) вәкилдәренең кәңәшмәһе уҙа, бында берҙәм контрреволюцион көрәште ойоштороу мәсьәләләре ҡарала.

Алаш-Урҙаның лидерҙары Ырымбур хәрби округы командующийы атаман А. И. Дутов, Комуч (Һамар хөкүмәте), Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән бәйләнеш урынлаштыра. 1918 йылдың июнендәге Алаш-Урҙаның ҡарарына ярашлы Алаш автомияһы территорияһында Совет власы тарафынан сыҡҡан барлыҡ декреттар ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә.

1918 йылдың авгусында Семипалатинскиҙа 1-се Алаш атлы полкы төҙөлә. Хәрби ҡораллы көстәр — Алаш халыҡ милицияһы ойошторола, 1919 йылдың февраленә ҡарата унда хеҙмәт итеүселәрҙең иҫәбе 5 меңгә барып етә[4].

Алаш хөкүмәтенең вәкилдәре 1918 йылдың 8-23 сентябрендә Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашып, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен (Өфө директорияһы) ойоштороусыларының береһе була.

1918 йылдың ноябрендә А. В. Колчак хәрби түңкәрелеш яһап власҡа килгәс, бөтә төбәк хөкүмәттәрен бөтөрөү тураһында указ сыға. Башҡорт Хөкүмәтендә Алаш Урҙаһы вәкиле булған Ғәзимбәк Биримжәнов А. В. Колчак менән һөйләшеүҙәр алып ара, әммә Колчак Алаш автономияһын танырға теләмәй[5].

Граждандар һуғышы тамамланғас, 1920 йылдың 5 мартында Алаш Урҙаһы хөкүмәте совет власы тарафынан бөтөрөлә. Алаш автономияһы эшмәкәрҙәренең күбеһе репрессиялана.

Документаль фильмдар

үҙгәртергә
  • Калила Умаров. «Мағжан» — «Магжан», Казахтелефильм. 1990.
  • Калила Умаров. «Міржақыптың оралуы» — «Возвращение Мир-Якуба», Казахтелефильм. 1993.
  • Калила Умаров. «Алаш туралы сөз» — «Слово об Алаш», Казахтелефильм. 1994.
  • Калила Умаров. «Алашорда», Казахфильм. 2009.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Алашорда // Казахстан. Национальная энциклопедия / Гл. ред. Б. Аяган. — Том 1. — Алматы: Главная редакция «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — 560 с. — С. 168. — ISBN 9965-9389-9-7.
  2. Алашская автономия // Казахстан. Национальная энциклопедия / Гл. ред. Б. Аяган. — Том 1. — Алматы: Главная редакция «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — 560 с. — С. 168. — ISBN 9965-9389-9-7.
  3. Досмухамедов Джаганша Досмухамедович
  4. Алашская милиция // Казахстан. Национальная энциклопедия / Гл. ред. Б. Аяган. — Том 1. — Алматы: Главная редакция «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — 560 с. — С. 168—169. — ISBN 9965-9389-9-7.
  5. Биримжанов Газымбек // Казахстан. Национальная энциклопедия / Гл. ред. Б. Аяган. — Том 1. — Алматы: Главная редакция «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — 560 с. — С. 424. — ISBN 9965-9389-9-7.
  • Бочагов А. К. «Алаш-Орда». Краткий исторический очерк о национально-буржуазном движении в Казахстане периода 1917-19 гг. Кзыл-Орда, 1927.
  • «Алаш Орда», (Сборник документов, сост. Н. Мартыненко, Кызыл-Орда, 1929), переизд. Алма-Ата, «Айкап», 1992, предисловие К. Сарсекеева.
  • Сарсекеев К. «Смута». Алма-Ата, 1989.
  • Аманжолова Д. «Партия „Алаш“: история и историография». Семипалатинск, 1993.
  • Аманжолова Д. Казахский автономизм и Россия. История движения «Алаш». Москва, 1994.
  • Нурпеисов К. «Алаш» и «Алаш-Орда». Алматы, 1995.
  • Нурсалиев Р. Ауэзов и «Алаш», Алматы, 1995.
  • Койгельдиев М. «Алаш козгалысы» (Движение «Алаш»). Алматы, 1996.
  • Нурсалиев Р. «Алашординцы». Алматы, 2004.
  • Steven Sabol. «Russian Colonization and the Genesis of Kazak National Consciousness», Palgrave Macmillan, 2003, pp. 143—144.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:История Казахстана