Цвиллинг Самуил Моисеевич

Цвиллинг Самуил Моисеевич (1 ғинуар 1891, Тубыл — 4 апрель 1918, Изобильная станицаһы) — Санкт-Петербургта революцияны ойоштороусыларҙың береһе, 19171918 йылдарҙа Көньяҡ Уралда РСДРП(б)-ның күренекле эшмәмәкәре[1]

Самуи́л Моисе́евич Цви́ллинг
Исеме

Шмуль Берк Мовшев Цвилинг

Тыуған көнө

1 ғинуар 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Тубыл

Вафат булған көнө

4 апрель 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (27 йәш)

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы Соль-Илецк районы Изобильная станицаһы

Ил

 Рәсәй империяһы
Совет Рәсәйе

Эшмәкәрлеге

революционер

 Цвиллинг Самуил Моисеевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Парикмахер ғаиләһендә тыуған. 12 йәшенә тиклем Омскиҙа гимназияла уҡыған. С. М. Цвиллинг сығышы буйынса йәһүд. Рәсәй империяһы территорияһында ошо фамилиялы немец нәҫелдәре лә йәшәгән. 1905 йылда РСДРП(б)-ға инә. 1905—1907 йылдарҙағы революция осоронда ҡораллы болаларҙа ҡатнашҡаны өсөн (аптеканы талай, үҙенең аптекарь булып эшләгән алыҫ туғанын атып үлтерә) үлем язаһына хөкөм ителә, артабан был яза 5 йылға төрмәгә ябыу менән алыштырыла[2].

1916 йылда Беренсе донъя һуғышы ваҡытында армияға алына.

1917 йылғы революция һәм Граждандар һуғышы

үҙгәртергә
 
Силәбелә С. М. Цвиллинг йәшәгән йорттағы Мемориаль таҡтаташ.

1917 йылда, Февраль революцияһынан һуң, С. М. Цвиллинг Силәбе советының һәм РСДРП(б) комитетының рәйесе булып китә. Ырымбур һайлау округынан 8-се һанлы исемлек буйынса Ойоштороу йыйылышы депутаты итеп һайлана. Санкт-Петербургка РСДРП(б)-ның яртылаш йәшерен үткәрелгән VI съезында ҡатнашыу өсөн килә.

Бында ул Октябрь революцияһының лидерҙарының береһе, Санкт-Петербургта комиссар[3] һәм Икенсе Бөтә Рәсәй Советтары съезының делегаты була.

Көньяҡ Уралға ҡайтҡандан һуң Цвиллинг атаман Дутовтың аҡ казактары менән көрәшеү өсөн ҡыҙыл отрядтар ойоштора[4]. 1917 йылдың ноябрендә ҡулға алына, әммә һаҡ аҫтынан ҡаса һәм 1917 йылдың ноябренән алып Цвиллинг Ырымбурҙа Рәсәй Совет Республикаһының Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК) комиссары һәм Ырымбур Хәрби-революцион комитетының рәйесе.

1918 йылдың мартынан Самуил Цвиллинг — Ырымбур губерна башҡарма комитеты (губисполком) рәйесе.

Баймаҡтағы Цвиллинг исеме менән бәйле ваҡиғалар

үҙгәртергә

Граждандар һуғышы һәм башҡорт милли хәрәкәтенең барышында (1917—1921 й.й.) Башҡортостан тарихында ҡанлы эҙҙәр ҡалдырған бик күп фажиғәле ваҡиғалар булып үтә. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек, Башҡортостанда ла «аҡ террор» ҙа, «ҡыҙыл террор» ҙа булған, кешелек хоҡуҡтары тупаҫ боҙолған, контрреволюцион тип иғлан ителгән башҡорт халҡына ҡарата бәғерһеҙ мөнәсәбәт күҙәтелгән.

Ошондай фажиғәләрҙең береһе Баймаҡта була. Баймаҡтағы ваҡиғаларға төрлө ҡараш йәшәй: берәүҙәре (Р. М. Раимов, З. А Әминев) Башҡорт хөкүмәтене ағзаларын атыу — контрреволюцион боланы баҫтырыу тип һанаһа, икенселәре (М. Л. Мортазин, М. М. Ҡолшәрипов) — башҡорт халҡының үҙбилдәнешенә ҡырҡа ҡаршы булған дошмандар тарафынан ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереү ти.

Ваҡиғаларҙың ике яҡтағы төп шаһиттарының һәм ҡатнашыусыларының ҡараштары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: Баймаҡ большевистик эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советы ағзалары А. Е. Шевкоплясовтың[5], Көнсығыш фронтының 1-се армияһы командущийы Г. Д. Гайҙың хәтирәләре һәм фажиғәнең шаһиты, башҡорт милли хәрәкәтенең лидерҙарының береһе Х. Ғәбитовтың һәм Башҡорт ирекле полкының 1-се эскадроны подпоручигы У. Х. Йәһүҙиндың хәтирәләре. Муса Мортазин Таналыҡ — Баймаҡтағы ваҡиғаларға объектив баһа бирә һәм ҡыҙылгвардиясылар Иҙелбаевты, Мағазовты, поляк офицерҙарын һәм Ирекле отряд һалдаттарын үлтереүендә төп сәбәп Ырымбурҙағы татар эшмәкәрҙәренең провокацион эше тип иҫәпләй[6].

1918 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт хөкүмәте беренсе башҡорт полктарын булдырыу маҡсатында үҙенең ағзаларын — Ғ. Иҙелбаев, Ғ. Мағазов, С. Мерәҫов, Ә. Бейешев һәм Ә. Ҡарамышевтарҙы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Таналыҡ-Баймаҡ ауылына йүнәлтә. Төркөмгә уларҙан тыш поляк офицерҙары ла инә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 400 кешенән торған ирекле отряд (күбеһенсә доброволецтар) йыйыла. Большевиктарҙың каратель отрядтары Баймаҡты баҫып алғанға тиклем уҡ хөкүмәт ағзалары Баймаҡ эшселәр Советы менән берлектә рус — башҡорт Ҡыҙыл гвардияһын ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Һөйләшеүҙәр ыңғай һөҙөмтә бирә һәм ике яҡтың да вәкилдәре Орскиға ҡорал мәсьәләләре буйынса юлланалар — 12 мең һумға 100 винтовка һәм 30 мең патрон һатып алыу өсөн.

Әммә 16 февралдә (яңы стиль буйынса) Ырымбурҙан Мосолман Хәрби-революцион комитетының ҡотҡоһона бирелеп (был ваҡытта улар Башҡорт хөкүмәтен Вәлидов менән бергә ҡулға алған була) Ырымбур губревкомы рәйесе С. Цвиллинг үҙенең телеграммаһында бик ҡаты рәүештә урындағы ҡыҙылгвардиясыларға башҡорт ирекле отрядтарының ойоштороусыларын ҡулға алырға ҡуша һәм бойороҡто үтәмәгән осраҡта Баймаҡ эшселәр депутаттары Советын контрреволюцион тип иғлан итәсәге тураһында белдерә. Хөкүмәт ағзалары ҡулға алынған ваҡытта Ә. Ҡарамышев отрядтарҙы тулыландырыу маҡсатында ауылдарҙа булып ҡала. Ул урындағы халыҡ ярҙамында Баймаҡты ҡамап ала һәм эшсе депутаттары Советы ағзалары менән уртаҡ тел таба, әммә 21 февралдә Орскиҙан килеп еткән Баранов етәкселегендәге ҡыҙылгвардиясылар отряды килешеү менән ризалашмай һәм төрлө мыҫҡыллауҙарҙан, язалауҙарҙан һуң ҡулға алынғандарҙы 22 февралдә (7 мартта) атып үлтерә[6].

1918 йылдың 2 апрелендә Ырымбур казак ғәскәренең Изобильная станицаһындағы алыш ваҡытында Самуил Цвиллинг үлтерелә[7].

С. М. Цвиллингка һәйкәлдәр уның үлгән урынында, шулай уҡ Силәбелә ҡуйылған. Большая урамындағы (хәҙер Цвиллинг урамы) ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. С. М. Цвиллинг исеме Екатеринбург, Ырымбур, Троицк һәм Уралдағы башҡа ҡалалар урамдарына бирелгән, Цвиллинг ауыл советы бар[8], колхоз[9] һәм Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк районындағы совхоз уның исемен йөрөтә. 1993 йылға тиклем С. М. Цвиллинг исемен Силәбе академия драма театры йөрөттө[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ю. А. Буранов, В. А. Пискунов. Сведения об уральцах, именами которых названы улицы Свердловска // Свердловск. Экскурсии без экскурсовода. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1973. — 30 000 экз.
  2. Цвиллинг Самуил Моисеевич «Силәбе» энциклопедияһында
  3. Аркадий Ваксберг. Из ада в рай и обратно. Еврейский вопрос по Ленину, Сталину и Солженицыну. — Москва: Олимп, 2003.
  4. Хамза Есенжанов. Авторизованный перевод с казахского А. Ананьева, Г. Бельгера, В. Новикова, И. Щеголихина. Роман // Яик — светлая река. — Алма-Ата: Жазушы, 1971. — 696 с.
  5. http://urgaza.ru/library-portal/articles/298/1903/
  6. 6,0 6,1 http://bulletin-bsu.com/archive/files/2014/3/57_4569_Khusainov_v2_1075-1079.pdf
  7. Борьба с большевиками на территории III военного округа Оренбургского казачьего войска 1917—1918 гг.: По материалам станичных анкет. — Альманах «Белая гвардия», № 8. Казачество России в Белом движении. — Москва: Посев. — С. 185—192.
  8. Села и хутора соль-илецкого района. toropceva.com. Дата обращения: 6 апрель 2016.
  9. ToGeo.ru - ИЗОБИЛЬНОЕ. togeo.ru. Дата обращения: 6 апрель 2016.
  10. Моисеев А. П. Память челябинских улиц. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1988. — С. 60—64. — 30 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә