Википедия:Һайланған мәҡәләләр

Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ҺМ
Һайланған мәҡәләләр Яҡшы мәҡәләләр Сифатлы мәҡәләләр Исемлектәр һәм порталдар

Һайланған мәҡәлә — был проект бүлегенә иң яҡшы тип иҫәпләнгән һәм билдәле сифат талаптарына тура килгән мәҡәлә индерелә. Был биткә ҡуйыр алдынан, мәҡәлә Кандидаттар битендә дөрөҫлөк, битарафлыҡ, тулылыҡ, яҙыу алымдары буйынса тикшереү үтә.

Һайланған мәҡәлә өҫкө уң яҡ битендә алтын йондоҙ () менән билдәләнә.

Хәҙер Башҡорт Википедияһында 120 һайланған мәҡәлә (яңыртырға).

Һайлау: ТалаптарКандидаттар (11) • Статусын үҙгәртергә (1)

Календарь

Яңыраҡ һайланған мәҡәләләр

үҙгәртергә

Низами Гәнжәүи (1141 йылдар тирәһе, Ғәнжә, Илдегизеттәр дәүләте (беҙҙең быуатта — хәҙерге Әзербайжандағы ҡала) — яҡынса 1209 йылда, (шунда уҡ)) — фарсы шиғриәтенең классигы, урта быуаттар Көнсығышының (макрорегион) иң бөйөк шағирҙарының береһе. Фарсы эпик әҙәбиәтенең арҙаҡлы шағир-романтигы. Фарсы эпик шиғриәтенә аралашыу теле һәм реалистик стилде индереүсе.

Ғәҙәти халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм яҙма-тарихи хроникаларҙағы темаларын ҡулланып, Низами үҙенең поэмалары аша Оло Ирандағы исламға ҡәҙәре һәм хәҙерге ислам осорҙарын берләштерә.

Низамиҙың героик-романтик шиғриәте быуаттар дауамында бар фарсы телле халыҡты һәм уға эйәрергә теләгән йәш шағирҙар, яҙыусылар һәм драматургтарға оҙаҡ йылдар Персияның үҙендә генә түгел, бар тирә-яҡ биләмәләрҙә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ күрше Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Грузия, Һиндостан, Иран, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан мәҙәниәте лә бынан ситтә ҡалмай.

Уның ижады бөйөк шағирҙар: Хафиз Ширази, Йәләлетдин Руми һәм Саади ижадтарына ла йоғонто яһай. Уның биш мәснәүиһе («Хәмсә» күләмле поэмаһы) төрлө белем өлкәләренән алынған темаларҙы сағылдыра һәм дан ҡаҙана. Поэмаларҙың геройҙары — Хосров һәм Ширин, Ләйлә һәм Мәжнүн, Искәндәр — бөгөнгө көндә лә барлыҡ ислам донъяһында ла, башҡа илдәрҙә лә билдәле.

1991 йыл, тыуыуына 850 йыл тулыу уңайынан, ЮНЕСКО тарафынан Низами йылы тип иғлан ителә.

↪ дауамы…

Ҡумыҙ — бик боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе.

Ҡумыҙ — уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡулы менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була.

Ҡумыҙҙың нимәнән эшләнеүенә һәм тауышы нисек сығыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр:

  • ҡыл-ҡумыҙ — ҡыллы ҡумыҙ, вертикаль скрипканың бер төрө;
  • ағас ҡумыҙ — ағастан эшләнгән ҡумыҙ;
  • тимер ҡумыҙ — тимерҙән эшләнгән ҡумыҙ;
  • йәйә (янҡыл) ҡумыҙ — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында уҡтан атҡанда йәйәнең сығарған тауышына оҡшатып ҡушылған.

Рәсәй территорияһында ҡумыҙға оҡшаған, шулай уҡ уйналған музыка ҡоралын «варган» тип атайҙар. 1789 йылғы Рәсәй фәндәр академияһы һүҙлегендә «варган» һүҙенә «ябай музыкаль ҡорал… зубанка» тигән аңлатма бирелә. Ҡумыҙҙың тауышы ул эшләнгән тимерҙең ауырлығынан, киңлегенән тора. Шулай уҡ башҡарыусының уйнаған саҡта бармаҡтары, тыны, теле, ирене актив эшләргә тейеш. Башҡорттарҙың уйнауында үҙҙәренең сере бар тип иҫәпләй ғалимдар. Улар ҡумыҙҙы тотҡан ҡулын резонатор кеүек тә ҡулланалар, шуға күрә тауыш моңлораҡ сыға.

↪ дауамы…


Белград (сер. Бео́град, Beograd) — Сербияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаларының береһе.

Халҡының һаны — 1,2 миллион. 1403—1428 йылдарҙа һәм 1815 йылдан Белград Сербияның, 19182003 йылдарҙа — Югославияның, 2003 йылдан 2006 йылға тиклем Сербия һәм Черногорияның баш ҡалаһы була. Белград иҡтисад, сәнәғәт һәм мәҙәниәт буйынса иң эре үҙәк. Ҡала Сербияның үҙәк өлөшөндә, Сава йылғаһының Дунайға ҡойған ерендә урынлашҡан. Белград округының майҙаны 3227 км² тәшкил итә. Ҡаланан көнбайышҡа табан Никола Тесла аэропорты урынлашҡан.

Белград ил составында үҙенсәлекле административ статусҡа эйә һәм биш статистик төбәктең береһе. Сербия баш ҡалаһының территорияһы 17 муниципалитетҡа бүленгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙидаралыҡ органына эйә. Белградтың майҙаны илдең дөйөм майҙанының 3,6 процентын, ә уның халҡы Сербия халҡының 22,5 процентын тәшкил итә. Ҡала бик күп титулдарға лайыҡ һәм «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» исемле номинацияла билдәләнгән.

↪ дауамы…

Ҡондорса буйындағы яу — 1391 йылдың 18 июнендә Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында Ҡондорса йылғаһы буйында үткән ҙур бәрелеш. Ул Туҡтамыш хандың тулыһынса ҡыйратылыуы менән тамамлана. Был алыш башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә бара һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтерә.

Был оло яу һөҙөмтәҙендә Алтын Урҙа йөҙ меңгә яҡын кешеһен юғалта. Әлбиттә, Тимерҙең юғалтыуҙары ла ҡәҙимге була. Аҡһаҡ Тимерҙең юғалтыуҙары шулай уҡ йөҙ меңгә барып етә, тип иҫәпләй. 26 көн йыһингирҙең яугирҙары еңеүен билдәләй, ваҡытын бөткөһөҙ мәжлестәрҙә үткәрә. Еңеүселәр Волга буйы халҡын талауға керешә. Отрядтар бар тарафтарҙан аттар, дөйәләр, һыйыр, һарыҡ көтөүҙәрен ҡыуып килтерә, ауылдарҙан ҡыҙ-егеттәрҙе ҡоллоҡҡа йыя.

↪ дауамы…

География
География

География

үҙгәртергә
Оло Барьерлы риф
Оло Барьерлы риф

Дәүләттәр һәм территориялар: Израиль дәүләтеИранҠытай Халыҡ РеспубликаһыМысырЯпония
Тораҡ пункттар: БелградБерлинНанкинПарижРимТокиоШэньчжэнь
Һыу ятҡылыҡтары һәм йылғалар: Байкал
Башҡалар: Оло Барьерлы рифЭль-Ниньо

История
История
Аҡһаҡ Тимерҙең 1391 йылғы яуы
Аҡһаҡ Тимерҙең 1391 йылғы яуы

Боронғо донъя: АнтиклыҡБатшалар үҙәнеРим империяһыХаммурапи ҡанундары
Урта быуаттар: Батша пушкаЙөҙ йыллыҡ һуғышҠытай-ҡалаЯңырыу
Яңы тарих: 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыМэйдзи реставрацияһы
Иң яңы тарих: Афған һуғышыБеренсе донъя һуғышыБөйөк депрессияИран-Ираҡ һуғышыҠытайҙағы мәҙәни инҡилап
Икенсе донъя һуғышы: Еңеү көнөХолокост
Илдәр, территориялар тарихы һәм тарихи дәүләттәр: Византия империяһыҒосман империяһыИраҡ тарихыСәфәүиҙәрӘрмәнстан тарихы
Башҡортостан тарихы: Башҡорт милли хəрəкəтеБашҡортостандағы аслыҡ (1921—1922)Ҡондорса буйындағы яу

Мәҙәниәт һәм йәмғиәт
Мәҙәниәт һәм йәмғиәт

Мәҙәниәт һәм йәмғиәт

үҙгәртергә

Мәҙәниәт:

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эмблемаһы
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эмблемаһы

Социаль фәндәр һәм сәйәсәт: БМО-ның Халыҡ-ара судыБойондороҡһоҙ Дәүләттәр БерләшмәһеГлобалләшеүКеше хоҡуҡтарыКөньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһеМарксизмМилләтселек
Нумизматика һәм бонистика:
Башҡалар: МатурлыҡТатарстан башҡорттары

Дин
Дин

Донъя диндәре: Йәһүдилек

Сәнғәт
Сәнғәт
Ҡумыҙ
Ҡумыҙ

Архитектура: Архитектура
Һынлы сәнғәт:
Музыка: МузыкаҠумыҙСкрипка
Кинематограф:
Театр:
Әҙәбиәт: Ете гүзәл (Низами)

Иҡтисад һәм финанстар

үҙгәртергә
Ҡул тирмәне менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы
Ҡул тирмәне менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы

Ауыл хужалығыБашҡортостанда игенселекИенаMicrosoft

Фән
Фән

Астрономия: Астероидтар билбауыҘур шартлауҠара упҡынЭнцелад (юлдаш)

Бүре
Бүре

Биология: Ит

Тел ғилеме: Рун яҙмаһыТәржемә

Башҡорт теленең Рәсәй империяһында таралышы
Башҡорт теленең Рәсәй империяһында таралышы

Математика: Евклидтың параллеллек аксиомаһыСимметрия
Медицина: Альцгеймер ауырыуыМедицинаМиокард инфаркты
Физика: Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы

Техника
Техника

Компьютерҙар, электроника һәм информацион технологиялар: Интернет

Шәхестәр
Шәхестәр

Шәхестәр

үҙгәртергә
Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Таған. Будапешт, 1925 йыл.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Таған. Будапешт, 1925 йыл.

Дәүләт, сәйәси һәм хәрби эшмәкәрҙәр: Адольф ГитлерАттилаАшокаБлюхер Василий КонстантиновичДжордж ВашингтонКим Ир СенКолчак Александр ВасильевичМанатов Шәриф Әхмәтйән улыСалауат ЮлаевТаған Ғәлимйән Ғирфан улыУго ЧавесХалиҡов Муллайән Дәүләтша улыХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыЭрих ХонеккерӘхмәтзәки Вәлиди Туған
Сәнғәт эшмәкәрҙәре: Сальвадор Дали
Монархтар, хакимдар, идара итеүсе нәҫел вәкилдәре: Нәдир шаһСөләймән IСыңғыҙханХатшепсут

Сөләймән I
Сөләймән I

Музыканттар һәм композиторҙар: Антонио Сальери
Яҙыусылар: Герман ГессеЙоһанн Вольфганг фон ГётеНизами ГәнжәүиПастернак Борис ЛеонидовичТолстой Лев НиколаевичЭдгар ПоӘхиәр Хәким
Дин әһелдәре: Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улыРәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы
Спортсылар: Каспаров Гарри КимовичМөхәммәт АлиХарламов Валерий Борисович
Ғалимдар: Зигмунд ФрейдӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыРене ДекартРизаитдин ФәхретдиновӘбделҡадир Инан
Философтар һәм теологтар: Иммануил Кант
Башҡалар: Сәба батшабикәһе

Авторҙары
Авторҙары

Авторҙары

үҙгәртергә