Урыҫ революцияһы
Урыҫ революцияһы (Бөйөк урыҫ революцияһы) — 1917 йылда Рәсәй Империяһында булған революцион ваҡиғаларҙың шартлы аталышы. Улар, монархияны ҡолатып, власҡа Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен алып килгән Февраль революцияһынан башлана. Артабан Октябрь революцияһы һөҙөмтәһендә Ваҡытлы хөкүмәт бәреп төшөрөлә, һәм большевиктар илдә совет власын иғлан итә.
1917—1918 йылдарҙа Рәсәйҙә власть алмашыныуы | |
Урыны | |
---|---|
Дата | |
Сәбәбе |
Беренсе донъя һуғышы арҡаһында Рәсәй Империяһының эске ҡаршылыҡтарының киҫкенләшеүе |
Төп маҡсаты |
Рәсәйҙең артабанғы үҫешендәге төрлө юлдары көрәше |
Һөҙөмтә |
совет власы урынлашыу, Граждандар һуғышы башланыу |
Урыҫ революцияһы Викимилектә | |
Февраль революцияһының төп ваҡиғалары Петроградта бара. Юғары Баш командующий штабы начальнигы генерал Михаил Васильевич Алексеев һәм фронт менән флот командующийҙарынан торған армия етәкселеге ревоюцияны баҫтырырлыҡ көс юҡ тип иҫәпләй. Император Николай II тәхетенән баш тарта (Николай Икенсене һәм уның ғаиләһен һалҡын ҡанлылыҡ менән үлтерәләр һәм енәйәт эҙҙәрен йәшерәләр. Был үлтереү власҡа һуңыраҡ килгәндәр заказы буйынса башҡарыла). Уның урынына ҡалырға тейеш булған бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III-нең улы) хакимлектән шулай уҡ баш тартҡас, Рәсәй Империяһының Дәүләт думаһы, илде үҙ контроленә алып, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен төҙөй.
Ваҡытлы хөкүмәткә параллель рәүештә Советтарҙың барлыҡҡа килеүе илдә ике власлылыҡ урынлаштыра. Большевиктар ҡораллы эшсе отрядтары — Ҡыҙыл гвардия ойоштора[1]һәм үҙҙәренең популистик лозунгтары арҡаһында тәү сиратта Петроградта, Мәскәүҙә, эре сәнәғәт үҙәктәрендә, Балтик флотында, Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттағы ғәскәрҙәрҙә киң танылыу һәм популярлыҡ яулай[2].
Октябрь революцияһы барышында Лев Троцкий һәм В. И. Ленин етәкселегендәге большевиктар контролендә булған Петроград Хәрби-Революцион Комитеты Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолата. Эшсе һәм һалдат депутаттарының II Бөтә Рәсәй съезында меньшевиктар һәм уң эсерҙар менән ҡаты көрәштә большевиктар еңеп сыға һәм беренсе Совет хөкүмәтен ойоштора. 1917 йылдың декабрендә большевиктар һәм һул эсерҙар хокүмәт коалицияһы төҙөй. 1918 йылдың мартында Германия менән Брест килешеүенә ҡул ҡуйыла.
1918 йылдың йәйенә бер партиялы хөкүмәт тулыһынса төҙөлә һәм Рәсәй Чехословак корпусы ихтилалынан башланып киткән Граждандар һуғышы һәм сит ил хәрби интервенцияһының әүҙем фазаһына аяҡ баҫа. Граждандар һуғышының тамамланыуы Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) ойошоролоуға шарттар тыуҙыра.
Хәҙерге тикшеренеүсе билдәләүенсә, «Февраль революцияһын, Октябрь түңкәрелешен һәм Граждандар һуғышын XVIII быуат аҙағындағы Бөйөк француз революцияһы менән бер рәттән донъя тарихының иң эре этаптарының береһе булған 1917—1922 йылдарҙағы Бөйөк урыҫ революцияһының бер-береһе менән тығыҙ һәм эҙмә-эҙлекле бәйләнгән өлөштәре итеп ҡарау фекере бөгөнгө ил тарихнамәһенең перспективалы йүнәлештәренең береһе булып һанала»[3].
Тәүшарттары һәм сәбәптәре
үҙгәртергәТикшеренеүсе Вуд фекеренсә, 1905 йылғы Ҡанлы йәкшәмбе ваҡиғалары тыуҙырған 1905—1907 йылдарҙағы революция 1917 йылғы Февраль революцияһының тәүшарты булып тора. 1905 йылда беренсе тапҡыр Петросовет («Эшсе депутаттарҙың Петербург советы» ойошторола)[4].
Үҙәк юғары бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙең (державаларҙың) блокадаһы Беренсе донъя һуғышы башланыуы менән Рәсәй кисергән ҡаршылыҡтарҙың береһе була. 1914 йылдың октябрендә Төркиәнең Үҙәк державалар яғына ҡушылыуынан һуң Рәсәй был ил биләмәләре аша уҙған төп сауҙа маршруттарынан мәхрүм ҡала, был ваҡытта Германия Балтик диңгеҙе ҡамап ала. Был хәлдәр хәрби импортты ла ҡатмарлаштыра. Германия, ике төп фронтта һуғыш алып барыуына ҡарамаҫтан, үҙе күп күләмдә боеприпастар етештерә[5].
1917 йыл башланыуға әле һаман дауам иткән Беренсе донъя һуғышы Петроградтағы хәлдәрҙе ныҡ ҡатмарлаштыра. Хәрби гиперинфляция һөҙөмтәһендә хаҡтарҙың тағы ла юғарыраҡ күтәрелеүенә өмөт итеп, етештереүселәр икмәкте һатыуға күпләп сығармай башлай. Тикшеренеүсе Нефёдов С. А. билдәләүенсә, 1916 йыл аҙағына ҡалаларҙы ғәҙәти тәртиптә тәьмин иткән баҙар системаһы тарҡала башлай. Батша хөкүмәте аҙыҡ развёрсткаһы ойошторорға маташып ҡарай. 1916 йылдың 8 сентябрендә Николай II Министрҙар советының «аҙыҡ-түлек һәм тейешле ихтыяж әйберҙәренә хаҡтарҙы күтәргән йәки төшөргән өсөн» сауҙәгәрҙәрҙең һәм етештереүселәрҙең енәйәт яуаплылығы тураһындағы ҡағиҙәһен раҫлай[6].
Хәрби инфляция 1914—1916[7] | ||||
---|---|---|---|---|
Осор | Аҡса массаһы әйләнештә (млн. һум) |
Аҡса массаһының үҫеше (%%) |
Хаҡтар үҫеше (%%) | Хаҡтарҙың һәм аҡса массаһының нисбәте |
1914, беренсе ярты йыл | 2370 | 100 | 100 | 0,00 |
1914, икенсе ярты йыл | 2520 | 106 | 101 | −1,05 |
1915, беренсе ярты йыл | 3472 | 146 | 115 | −1,27 |
1915, икенсе ярты йыл | 4725 | 199 | 141 | −1,41 |
1916, беренсе ярты йыл | 6157 | 259 | 238 | −1,08 |
1916, икенсе ярты йыл | 7972 | 336 | 398 | +1,18 |
Тарихсы, ваҡиғаларҙың замандашы Сергей Мельгунов үҙенең тикшеренеүҙәрендә «революцияның сәбәбе аслыҡ» тигән постулаттың тормошсан булмауын һәм нигеҙһеҙ икәнлеген раҫлай[8]. Икенсе яҡтан, тикшеренеүсе Сергей Нефёдов бының нәҡ ҡапма-ҡаршыһын раҫлай һәм хәрби гиперинфляция һөҙөмтәһендә тәьминәттә өҙөклөктәр тыуыу механизмына ентекле иҡтисади анализ килтерә[9].
Петроград властары революция башланғанда ҡалалағы икмәк запасы етерлек, тип иҫәпләй. Тикшеренеүсе Ричард Пайпс был баһаға ҡушыла, әммә юғары инфляцияны һәм ҡаланы яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә булған өҙөклөктәрҙе айырым билдәләй.
Иҡтисади һәм социаль сәбәптәр
үҙгәртергәРеволюцияның төп социаль сәбәптәре йәмғиәттең түбәнге синыфтарының быуаттар буйы батша режимынан иҙелеп йәшәүенән килһә, Николай Икенсенең Беренсе донъя һуғышындағы уңышһыҙлыҡтары быға өҫтәлмә була. Крәҫтиәндәр, 1861 йылда крепостнойлыҡ хоҡуғынан азат ителһәләр ҙә, дәүләткә «выкупной» түләү уларҙа һаман да ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1900-сы йылдар башында Сергей Юльевич Витте үткәргән ер реформаһының маҡсатҡа ирешмәүе дөйөм хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Был шарттарҙа үҙҙәре эшләгән ергә хоҡуҡ талап иткән крәҫтиәндәрҙең сыуалыштары һәм ихтилалдары күбәйә бара: башлыса ярлы крәҫтиәндәр көн иткән Рәсәй халҡының ни бары 1,5 проценты ил ерҙәренең 25 процентына хужа була.
Рәсәй Империяһының тиҙ индустриялашыуы ҡалаларҙағы төрмәләрҙең тулыуына һәм сәнәғәт эшселәре өсөн насар шарттарға килтерә. 1890 һәм 1910 йылдар арауығында илдең баш ҡалаһы Санкт-Петербург халҡы 1 033 600-ҙән 1 905 600-гә тиклем арта, шулай уҡ Мәскәүҙә лә халыҡтың һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Бының нәтижәһендә тыуған яңы «пролетариат» ҡалаларҙа халыҡ артыуы сәбәпле киҫкен ҡаршылыҡтар (протесты) һәм забастовкалар ойоштора. 1904 йылда Санкт-Петербургтың һәр фатирында уртаса ун алты, йәғни һәр бүлмәлә алты кеше көн күргән. Фатирҙарҙа ағар һыу булмай, ә кеше ҡалдыҡтары өйөмдәре эшселәр сәләмәтлегенә ҡурҡыныс тыуҙыра. Насар шарттар хәлдәрҙе бары ҡатмарлаштыра ғына, ә Беренсе донъя һуғышы алдынан йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар бик тиҙ арта.
Һуғыш буталсыҡ һәм сыуалсыҡтарҙы арттыра ғына. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә хәрби бурыстарҙы үтәү туҡтала. Эшселәргә һәм заводтарҙа һуғыш материалдары етештереүгә юғары ихтыяж тәртипһеҙлектәргә һәм забастовкаларға килтерә. Тимер юлындағы өҙөклөктәр аслыҡ тыуҙыра башлағас, эшселәр,төркөм-төркөм булып, ауылдарға аҙыҡ-түлек эҙләргә йүнәлә. Тейешле ҡорал һәм һаҡланыу саралары булмауҙан фронтта зыян күреүсе һалдаттар, үҙ сиратында, власҡа ҡаршы сыға. Батша яҡлы офицерҙарҙың һуғышта күпләп һәләк булыуы һәм уларҙың урынын хәрби хеҙмәткә яңы саҡырылған, күп нәмә менән ҡәнәғәтһеҙ һәм батшаға аҙ ышанған йәштәрҙең алыуы быға сәбәпсе була.
Революция ваҡытында Рәсәйҙәге социаль-иҡтисади процестар
үҙгәртергәРәсәйҙәге революция күптәре бер нисә быуат дауам иткән байтаҡ социаль, иҡтисади һәм сәйәси процестар ерлегендә була. 1917 йылғы Февраль революцияһы илдәге проблемаларҙы тиҙ генә хәл итеүгә килтермәй, уларҙың күптәре йәшәүен дауам итә.
- Рәсәйҙәге 1917 йылғы революцияның тәү шарттары.
1917 йылғы Февраль революцияһы башланыуға Рәсәйҙә ҡатмарлы хәл тыуған була. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыу ҙур көсөргәнеш талап итә: ил тарихында тәүге тапҡыр армияла ун биш миллионға яҡын кеше туплана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Орландо Файджес, «Халыҡ трагедияһы» (урыҫса Народная трагедия), стр.370
- ↑ Ямщиков С. В. Социально-психологические детерминаты «солдатской революции» 1917 года в России (рус.).
- ↑ 1917 год в судьбах России и мира. Октябрьская революция: от новых источников к новому осмыслению. М., 1998. С. 5. По [1].
- ↑ Вуд, 1979. стр. 18
- ↑ Вуд, 1979. стр. 24
- ↑ Журнал «Родина»: 1917 . Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 25 март 2012 года.
- ↑ Сидоров А. Л. Финансовое положение России в годы первой мировой войны, 1914—1917 гг. М., 1960. С. 147. Из суммы на первую половину 1914 года 1633 млн рублей были в бумажных дензнаках, остальные — в разменной монете. Цитируется по: Ричард Пайпс, Большевики в борьбе за власть.
- ↑ Мельгунов, С. П. Мартовские дни 1917 года / С. П. Мельгунов; предисловие Ю. Н. Емельянова. — М.: Айрис-пресс, 2008. — 688 с.+вкл. 8 с. — (Белая Россия). ISBN 978-5-8112-2933-8, стр. 40
- ↑ Нефёдов С. А. Первая мировая война и февральская революция 1917 года. Механизм брейкдауна в условиях войны . Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 25 март 2012 года. 2012 йыл 13 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ричард Пайпс. Русская революция. Книга 1. Агония старого режима. 1905—1917.
- Ричард Пайпс. Русская революция. Книга 2. Большевики в борьбе за власть 1917—1918.
- Революция 1917 года в России 2012 йыл 7 ноябрь архивланған."История России" Орлов А. С., 1997
- Головин Н. Н. Военные усилия России в Мировой войне.
- Суханов Н. Н. Записки о революции. 2010 йыл 16 сентябрь архивланған.
- Трескин Л. Н.. Московское выступление большевиков в 1917 году.
- Джон Рид. Десять дней, которые потрясли мир.
- Бьюкенен Дж. Мемуары дипломата.
- Деникин А. И. Очерки русской смуты.
- Александр Рабинович. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде.
- Никитин Б. В. Роковые годы.
- Соколов Н. А. Убийство царской семьи.
- Исаак Дойчер. Троцкий в Октябрьской революции.
- Мервин Мэтьюз. Становление системы привилегий в Советском государстве.
- Материалы Особой следственной комиссии Временного правительства об июльских событиях 1917 года.
- Троцкий Л. Д.. Доклад V Всероссийскому Съезду Советов о подавлении левоэсеровского мятежа в Москве.
- Юрий Фельштинский. Большевики и левые эсеры. Октябрь 1917 — июль 1918.
- Савченко В. А. Авантюристы Гражданской войны.
- Мальков П. Д. Записки коменданта Кремля.
- Фроянов И. Я. Октябрь Семнадцатого (Глядя из настоящего).
- Попова С. С. Между двумя переворотами.
- Нефёдов Н. А. Красные латышские стрелки.