Насиров Рәүеф Хәй улы
Насиров Рәүеф Хәй улы (11 ноябрь 1935 — 6 июнь 2014 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы, 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.
Насиров Рәүеф Хәй улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналист, яҙыусы |
Наградалары: | |
БиографияһыҮҙгәртергә
Рәүеф Хәй улы Насиров 1935 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Ҡужай ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Мейәс автомобиль заводында эшләй, өс йыл армияла хеҙмәт итә. Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университетын тамамлай.
Артабанғы йылдарҙа Башҡортостандың район һәм республика матбуғатында эшләй. Учалы, Белорет райондары гәзиттәрендә хәбәрсе, мөхәррир булып эшләй. 1982 йылдан — «Башҡортостан» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, аҙаҡтан «Ватандаш» һәм «Ағиҙел» журналдарында публицистика бүлеге мөхәррире була.
КитаптарыҮҙгәртергә
- Насиров Р. Ҡайҙан hин, Матросов? — Өфө, Китап. — 1992;
- Откуда ты, Матросов? — Уфа, 1994;
- Славные сыны Башкирии: Очерки о Героях Советского Союза. — Т. 1. — Уфа, 1965;
- Бикчентаев А. Г. Р. Х. Насыров. Орел умирает на лету. — Уфа, 1966.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия
- Муса Мортазин исемендәге премия.