Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (7 ғинуар 1941 йыл) — ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 2007—2016 йылдарҙа Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире. 1991—1996 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге (2002), Р. Ғ. Кузеев исемендәге (2014) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Күгәрсен районы, Ерекле
Һөнәр төрө тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих, Башҡорт ғәскәре һәм Башҡорт милли хəрəкəте
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты[1]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[2]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

  • Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов 1941 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Ерекле ауылында тыуған.
  • 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
  • 1971 йылдан шул уҡ уҡыу йортонда эшләй: 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы.
  • 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире.
  • 1991—1996 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе.

Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Марат Ҡолшәриповтың фәнни хеҙмәттәре Башҡорт ғәскәрен, Башҡорт милли хәрәкәтен, ХХ быуат Башҡортостан тарихын һәм историографияһын өйрәнеүгә, милли дәүләт ҡоролошо мәсьәләләренә арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

  • З. Валидов и образование Башкирский Автономной Советской Республики (1917—1920 гг.). — Уфа, 2000;
  • Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа, 2000;
  • Политика царизма в Башкортостане (1775—1800 гг.). — Уфа, 2003.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Н. Ҡалмантаев. Тарихҡа ғашиҡ күңел. — «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 15 ғинуар.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә