Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы
Ғимран Сәйетйәғәфәр улы Мағазов (?—1918) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
Ғимран Сәйетйәғәфәр улы Мағазов | |
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Аскар ауылы, |
---|---|
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Баймаҡ, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡурдистан |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
прапорщик |
Хәрби алыш/һуғыш |
Биографияһы
үҙгәртергәМағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Асҡар ауылында тыуа (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы). Сәйетгәрәй Мағазовтың туғаны.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, прапорщик.
1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары (съездары) эшендә Өфөлә һәм Ырымбурҙа ҡатнашҡан.
1917 йылдың декабрь айында Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡурдистандың предпарламенты — Кесе-Ҡоролтайҙың составына индерелгән[1][2].
1918 йылдың башында Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Әмир Ҡарамышев һәм Ғабдулла Иҙелбаев менән берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонына Башҡорт ғәскәренең I Башҡорт полкын ойоштороуҙа етәкселек итеү өсөн ебәрелә.
1918 йылдың 2 мартында С. М. Цвиллинг бойороғона ярашлы Баймаҡ эшсе-депутаттар советы вәкилдәре тарафынан ҡулға алына.
1918 йылдың 4 мартында Ә. Б. Ҡарамышев етәкселегендә башҡорт отрядтары Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап итәләр һәм Баймаҡты ҡамауға алалар. 6 мартта Ырымбурҙан килгән ҡыҙылармеецтар отряды ҡамауҙы кире ҡаға. 7 мартта эшселәр һәм ҡыҙылармеецтар суды ҡарары буйынса Ғимран Мағазов һәм Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы Ғабдулла Иҙелбаев һәм биш поляк офицер-советниктары менән бергә атып үлтерелә.
Ваҡиғаның шаһиты Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы былай һөйләгән[3]:
«..Ҡыҙылдарҙың башлығы намаҙға команда бирҙе. Беҙҙекеләр ике тапҡыр дүрт рәҡәғәтле намаҙ уҡынылар. Поляктар суҡындылар. Намаҙҙан һуң Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов аяҡ өҫтө, ә поляктар тубыҡланып ҡабаттан стройға теҙелделәр. Ғабдулла Иҙелбаев әйтте:
— Беҙҙе үлтерәһегеҙ, әммә тағы ла тере ике миллион башҡорт ҡала. Ошо ике миллионлыҡ халыҡты ҡырып бөтөрмәйенсә, һеҙ беҙҙең изге идеяны баҫтыра алмаҫһығыҙ. Үлемебеҙҙе беҙ тыныс күңел менән ҡаршы аласаҡбыҙ.
Артынса ҡыҙылдар башлығының бойороғо булды. Атыусылар иҫерек булғанға күрә, залп уты килеп сыҡманы, атыш тарҡау булды. Әле йәнен бирмәгән поляк офицерҙары ҡыбырлайҙар ине. Ғабдулла менән Ғимран, ниндәйҙер көс табып, һаман аяҡ өҫтө торалар ине. Бына поляк офицерҙары тымдылар. Ә беҙҙекеләр һаман тора. Ниһайәт, башта Ғимран, уның артынан Ғабдулла, яйлап артҡа ауып, ҡоланылар һәм батырҙарса, күкрәк киреп данлы үлемдәрен ҡаршы алдылар».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
- ↑ Постановление III Всебашкирского учредительного курултая от 20 декабря 1917 года
- ↑ Кульшарипов М. 2018 йыл 21 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡолшәрипов М. М. Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.): Монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.