Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы

Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы (7 ноябрь 1887 йыл — 17 ғинуар 1921 йыл) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һуғышында, Рәсәйҙә Граждандар һуғышында һәм Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.

Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 ноябрь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Байыш, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (33 йәш)
Вафат булған урыны Тәкәһуҡҡан, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Хәрби звание каптенармус[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы Унасов 1887 йылдың 7 ноябрендә[1] Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Байыш ауылында тыуған.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан.

1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрендә каптенармус дәрәжәһендә хеҙмәт иткән.

1920 йылда Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе була. Июль-август айҙарында Хажиәхмәт Унасов большевиктарға ҡаршы ҡораллы отряд ойоштора, ул сентябрҙә башҡа баш күтәреүселәр менән бергә Башҡорт Ҡыҙыл Армияһына берләштерелә. Башҡорт Ҡыҙыл Армияһы командующийы итеп Ф. Б. Мәғәсүмов, ә 1-се дивизия начальнигы итеп Х. Ғ. Унасов һайлана. Уның дивизияһы һаны 3 мең кешегә етә. Ноябрь айында властарҙың баш күтәреүселәр менән һөйләшеүе барышында ҡорал һалыуҙан баш тартып, арҡаҙаштары Мәғәсүмов һәм Зәйнуллин менән бергә Бөрйән-Түңгәүер кантонында ҡораллы көрәште дауам итә.

Декабрҙә С. Ш. Мырҙабулатов һәм башҡалар аралашлығында Хажиәхмәт Унасов һәм совет власы араһында ихтилалды туҡтатыу, уның отрядындағы бөтә командирҙарҙың Стәрлетамаҡҡа килеүе тураһында килешеү төҙөлә. Темәстә Ш. А. Хоҙайбирҙин, Унасов һәм баш күтәреүселәр ҡатнашлығында митинг ойошторола, унда Унасов Хажиәхмәт тағы ла бер тапҡыр баш күтәреүселәрҙең талаптарын әйтеп ишеттерә:

  • аҙыҡ развёрсткаһын бөтөрөргә;
  • ирекле баҙар;
  • Бөтә башҡорт булмаған халыҡтар отрядтарын Башҡортостан Республикаһынан ситкә сығарырға[2].

1921 йылдың 16 ғинуарында комиссар Чирков командаһы баш күтәреүселәр отряды командирҙары менән Стәрлетамаҡҡа китә. Темәстән сыҡҡандан һуң, комиссар Чирков бойороғо буйынса, ҡыҙылармеецтар уларҙы атып үлтерәләр. 17 ғинуарҙа С. Ш. Мырҙабулатов, Г. И. Симонов һәм Х. Г. Унасов Стәрлетамаҡҡа сыға, ләкин үҙенең командирҙары кеүек үк, Х. Г. Унасов та эске һаҡ ғәскәрҙәренең 68-се бригадаһы командиры Г. И. Симоновтың йәшерен бойороғо буйынса үлтерелә[3]

  • История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Зарипов А. Б. Юго-восточный Башкортостан 1917—1922 гг. — Уфа, 2001. — 213 с.
  • Насыров Р. Г. Нереализованные права башкир в революциях 1917 г. и Чукари-Ивановское восстание 1920—1921 гг. — Сибай, 2003. — 192 с.
  • Сафонов Д. А. Великая крестьянская война 1920—1921 гг. и Южный Урал. — Оренбург: Оренбургская губерния, 1999. — 314 с.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. По другим данным — 7 октября 1887 года
  2. Повстанческое движение башкир во второй половине 1920 — начале 1921 гг. на юго-востоке Башкортостана 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  3. По заявлению М. Л. Муртазина, его застрелил С. Ш. Мурзабулатов, а по версии современников — Сагитов. По другим сведениям — лично Г. И. Симонов.

Һылтанмалар

үҙгәртергә