Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы — аҫаба башҡорттарҙың ер биләү, ерҙе файҙаланыу һәм ергә хужа булыу тәртибен көйләүсе хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы. Боронғо йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа.
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы башҡорт йәмғиәте эсендә, аҫаба башҡорттар менән дәүләт, аҫаба башҡорттар менән төрлө категориялы күсеп килеүселәр араһындағы ер мөнәсәбәттәрен көйләй. Башҡорт общинаһы (тәүҙә ырыу-ҡәбилә берләшмәһе, һуңынан территориаль берләшмә) ерҙең коллектив хужаһы була. Формаль рәүештә общинаның һәр ағзаһы община (биләмә, улус, ауыл) ерҙәрен биләүгә һәм унан файҙаланыуға тиң хоҡуҡҡа эйә була, ғәмәлдә күсмә хужалыҡ шарттарында ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мал һанына бәйле була, һәм ырыу-ҡәбилә аҡһөйәктәре (бейҙәр, кенәздәр, мырҙалар, тархандар, хандар) тарафынан көйләнә. Ергә милекселек хоҡуғы йәйләү, көтөүлек маршруттарына етәкселек итеү формаһында үҫешә. Община ер биләүселеге сиктәрендә сәсеүлек, урман, айырыуса солоҡ, балыҡ тотоу һәм башҡа биләмәләр менән индивидуаль файҙаланыу барлыҡҡа килә. Яһаҡ түләү (яһаҡ түләүҙе башҡорттар үҙҙәренең ергә хоҡуҡтарының гарантияһы тип иҫәпләй) һәм хәрби хеҙмәт башҡорттарҙың аҫаба хоҡуғы шарты һанала.
XIII быуатта — XVI быуаттың тәүге яртыһында башҡорттар үҙҙәре ингән дәүләт берләшмәләре (Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы) файҙаһына яһаҡ түләй һәм хәрби хеҙмәт үтәй. Риүәйәттәргә, шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡорттар Алтын Урҙа хакимдарынан айырым башҡорт ҡәбиләләренең һәм ырыуҙарының аҫаба ерҙәренең һаҡланыуын гарантиялаған ярлыҡтар ала. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы юридик яҡтан жалованная грамоталарҙа нығытыла.
XVIII—XIX быуаттарҙа башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы ҡануниәт акттарында (Собор уложениеһы, 1664 й., 1694 й., һ.б. Өфө воеводаларына наказдар, 1734 йылдың 31 майындағы, 1735 йылдың 20 апрелендәге, 1736 йылдың 11 февралендәге, 1739 йылдың 20 авгусындағы, 1754 йылдың 16 мартындағы, 1755 йылдың 1 сентябрендәге, 1869 йылдың 10 февралендәге, 1832 йылдың 10 апрелендәге указдар һәм башҡалар) бер нисә тапҡыр раҫлана. Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында башҡорт аҫаба ерҙәрен ыҙанлау башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын иҫәпкә алып үткәрелә.
Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы 1917 йылдың 27 октябрендә Ер тураһында декрет менән бөтөрөлә. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу һәм уны 1917 йылда тартып алынған аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреү зарурлығы 1917-1921 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологияһының төп фекере була, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары резолюцияларында иғлан ителә.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәДемидова Н. Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. // Ежегодник по аграрной историиВосточной Европы. Минск, 1964.