«Тулҡын»  — Бөтә башҡорт йәштәр берлеге (1917—1919). ВЛКСМ барлыҡҡа килгәнгә тиклем Рәсәйҙә милли йәштәр берлектәренең иң эреһе була. 

«Тулкын»
Нигеҙләнгән ваҡыты

18 декабрь 1917 йыл

Лидер

Ш. М. Бабич

Дөйөм тасуирлама

үҙгәртергә

 «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәр берлеге 1917 йылдың 18 декабрендә Ырымбурҙа  III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ойошторола. Шәйехзада Бабич, Хәбибулла Ғәбитов, Ғәбделхәй Иркәбаев, Нуриәғзәм Таһиров һәм башҡалар был ойошманы булдырыу фекерен ҡуҙғата. 

8 кешенән (һуңыраҡ 6 кешенән) торған башҡарма комитет берлектең етәксе органы була. «Тулҡын»дың башҡарма комитетыБашҡорт үҙәк шураһы ҡарамағында эш итә.  

Ойошманың төп маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләр була:

  • башҡорт йәштәрен берләштереү;
  •  Башкортостанда азатлыҡ идеяларын һәм алдынғы ҡараштарҙы таратыу;
  • туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү;
  • халыҡ ижадын өйрәнеү;
  • башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү;
  • гәзит-журналдар нәшер итеү һ .б.

Берлек ағзалары Ырымбурҙа мәҙәни саралар — әҙәби кисәләр, концерттар, спектаклдәр — ойоштора[1]. Мәҫәлән, улар Ырымбурҙа «Люкс» кинематограф бинаһында III Бөтә башҡорт йыйыны делегаттары өсөн «Башҡортостан кистәре» тигән концерт үткәрә,  бында Ш. Бабич «Ғазазил» тигән балладаһынан өҙөктәр уҡый, ҡыллы оркестр һәм ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша, һәүәҫкәр артистар башҡорт, мишәр, типтәр йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡара. «Тулҡын» ойошмаһы халыҡ араһында агитмасса  эштәре алып бара, уларҙы Башҡортостан автономияһын төҙөүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыра. Һуңыраҡ берлектең нәшриәт һәм музыка-драма бүлектәре асыла, улар Граждандар һуғышы ваҡытында Башҡорт ғәскәре һалдаттары өсөн, шулай уҡ Башҡорт республикаһының улустарында һәм кантондарында киң мәҙәни саралар үткәрә.

Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, 1918 йылдың 17 февралендә, А. С. Дәүләтшин етәкселеге аҫтында «Тулҡын» ағзаларының бер өлөшө Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советын ойоштороуҙы башлай һәм Башҡортостан совет автономияһын төҙөүҙе хуплай. Шулай ҙа йәштәр берлеге ағзаларының күпселеге Башҡорт хөкүмәтен һәм Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында раҫланған милли-территориаль автономияны яҡлауын дауам итә. 

1918 йылдың 1 сентябрендә Ырымбурҙа Бөтә башҡорт йәштәр конференцияһында берлек башҡарма комитетының яңы составы һайлана. Мөхәмәтгәрәй Ҡарамышев —  уның рәйесе,  Хәбибулла Ғәбитов секретары була[2].

1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте менән ғәскәре совет власы яғына сыҡҡас,   «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәр берлеге үҙ-үҙен тарата, мартта уның лидерҙары булған Бабич менән Иркәбаев ҡыҙылармеецтар тарафынан үлтерелә. 

Рәйестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. 
  2. Рияз Масалимов. 2013 йыл 24 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә