Юнысова Айһылыу Билал ҡыҙы

Юнысова Айhылыу Билал ҡыҙы (11 апрель 1951 йыл) — ғалим-ислам дине белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Юнысова Айhылыу Билал ҡыҙы
Тыуған көнө

11 апрель 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Ғилми даирәһе

исламды ғилми нигеҙҙә өйрәнеү

Эшләгән урыны

БДУ
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге

Альма-матер

Ленинград дәүләт университеты
Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

ислам дине белгесе һәм исламды өйрәнеүсе, дин тарихы, дәүләт-дини мөнәсәбәттәрҙе, дини экстремизм мәсьәләләре буйынса белгес

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Йәмәғәт эшмәкәрҙәре (Һулдан уңға) — ғалимәләр Райхана Ҡунаҡова,Айһылыу Юнысова, Мәхмүзә Ғәйнуллина һәм шағирә Гүзәл Ситдиҡова

Биографияһы

үҙгәртергә

Айһылыу Билал ҡыҙы Юнысова 1951 йылдың 11 апрелендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған[1][2].

атаһы тураһында

Эҙләнеүсән, киң ҡарашлы, ваҡытында «буржуаз милләтсе» исеме тағылған ҡыйыу холоҡло тарихсы-этнополитолог, профессор Билал Юлдашбаевтың ҡыҙы. Атаһы 1953 йылда М. Ломоносов исемендәге Мәскәү университетында тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[3]. Билал Хәмит улы 1959 йылда «Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөүе» исемле материалдар һәм документтар йыйынтығын төҙөй. 990 биттән торған китапта 500-гә яҡын документ тупланған, йәш ғалим бығаса башҡорт милли хәрәкәте тарихының асырға ярамаған биттәрен яҡтырта. 1963 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһында Билал Хәмитов ошо китапта Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт милли хәрәкәте һәм Башҡорт АССР-ының төҙөлөү тарихын объектив яҡтыртҡан өсөн ҡаты тәнҡиткә дусар ителә һәм тарих бүлеге мөдире вазифаһынан бушатыла[4].

Билал Юлдашбаевтың 1972 йылдасыҡҡан «Башҡорт халҡының формалашыу тарихы: революцияға тиклемге осор» исемле китабы ла шау-шыу тыуҙыра. Уның өҫтөнән төрлө органдарға, докторлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса комиссияға ялыу яҙалар. Ғалим был ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу еңел булмай, әммә ул сигенмәй һәм 1974 йылда ошо тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын Воронеж дәүләт университетында яҡлай.1992 йылда Башҡортостан өлкә комитетының «Башҡортостан АССР-ы тарихының ҡайһы бер һорауҙарын дөрөҫ яҡтыртмау тураһында» (1963 йылдың 12 июне) тигән постановлениеһы ғәмәлдән сығарыла. Билал Юлдашбаев барлығы 100-ҙән артыҡ фәнни эш, шул иҫәптән 10 монография авторы[5]* http://www.bashinform.ru/news/161524-bilal-yuldashbaev-i-vystradannaya-im-pravda-istorii/.

фәнгә юлы

Шундай атай һәм ауыр саҡтарҙа иренә ныҡлы терәк, тоғро ҡатын Лилиә Юлдашбаевтар тәрбиәһе алған ҡыҙҙары Айһылыу 1976 йылда А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт университеты) тарих факультетын тамамлай[1][2].

1979-1982 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһында уҡый[1].

19822003 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының ассистенты, доцент һәм профессоры, яңы һәм хәҙерге тарих кафедраһы мөдире[1][2].

1997 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡаршыһындағы РАГС-та тарих фәндәре докторлыҡҡа диссертация яҡлай.

2003 йылдан — Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының директоры[1][2][6] Рәсәй Фәндан Академияһының Музейҙар Советы ағзаһы.[1]

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы.

«Известия Уфимского научного центра РАН» фәнни журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Юстиция Министрлығының Баш идаралығы янындағы Дини йәһәттән дәүләт экспертизаһы советы ағзаһы.

Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәтеБашҡортостан Республикаһы бүлексәһенең рәйесе[1][7]

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2]

Наградалары

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
  • Федераль Архив Агентлығының Почёт грамотаһы (2006)
  • Федераль Архив Агентлығының Почёт грамотаһы(2008)
  • Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының юбилей миҙалы (2008)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • «Ислам в Башкортостане: История, состояние и перспективы развития» (Специальность — 09.00.06 «Философия религии»)[8]
  • Айслу Юнусова — о языках: Оснований для конфликтной ситуации в Башкирии нет[9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә