Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтһарун Ғәбиҙулла улы

Мөхәмәтһарун (Һарун) Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев (18921920) — хәрби эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһында 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальон командиры.

Мөхәмәтһарун Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев
Тыуған ваҡыты

1892({{padleft:1892|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Силәбе өйәҙе, Мөхәмәтҡолой улусы, Миҙиәк ауылы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы)

Үлгән ваҡыты

8 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат урыны

Беклемишево ауылы (хәҙерге Байкал аръяғы крайы Чита районы)

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Командалыҡ итеү

3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальоны

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтһарун (Һарун) Ғәбиҙулла улы 1892 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Миҙиәк ауылында тыуған. Сығышы менән дин әһелдәре Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленән. Атаһы билдәле ишан Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы, ағаһы — башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы.

 
Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев улдары Абдулвәли, Мөхәмәтһарун, Мөхәмәтғәбделхәй менән.

1918 йылда Мөхәмәтҡолой улусы комитетының рәйесе итеп һайлана. 1918 йылдың 4 июнендә Силәбелә Башҡорт хәрби шураһын ойоштороу маҡсатында 7 кешенән торған комиссия һайлана, улар араһында Мөхәмәтһарун да була[1].

Башҡорт армияһы составындағы 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальонына командалыҡ итә[2].

3-сө Башҡорт полкы Аҡтар ғәскәрҙәре составында Һамар — Златоуст араһында хәрәкәт итә. 1918 йылдың сентярендә Дәүләт Кәңәшмәһе эшләгән осорҙа 900 кешенән торған полктың бер батальоны Өфөлә була һәм ҡаланы үҙ ҡулында тота. Һамар хөкүмәте бойороғо буйынса полковник Тереғолов һәм уның ярҙамсыһы Мөхәмәтһарун Ҡорбанғәлиев Сызрангә ебәрелә.Сызрангә төньяҡтан РККА-ның 1-се армияһының 24-се Сембер, төньяҡ-көнбайыштан Инза, көнбайыштан Пенза һәм көньяҡтан Вольск дивизиялары йүнәлә. 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальоны эвакуация башланған ҡалаға 30 сентябрҙә килеп етә. 1 октябрҙә батальон тимер юл күпере тирәһендә Батрак бейеклеген биләй һәм Сызрандән эвакуацияны ҡаплап тороусы берҙән-бер хәрби часть булып тора. Генерал-майор Каппель етәкселегендәге аҡтар ғәскәрҙәренең рус һәм чехословак частары сигенгәндә, РККА-ның Сембер дивизияһы күперҙе биләргә маташа, әммә башҡорт батальоны ҡыҙылдарҙың һөжүмен кире ҡаға. Ләкин РККА частарының десанты башҡорт батальонын күперҙән айыра, ә аҡтарҙың Халыҡ армияһының 2-се дивизияһы һәм өс чехословак полкы батальонға бер ниндәйҙә ярҙам күрһәтмәй. Дошман уты аҫтында М. Ғ. Ҡорбанғәлиев командалығында батальон Волганың һул яҡ ярына кәмәләрҙә үтә һәм Һамарҙы обороналауҙа ҡатнаша. Сызрандәге алышта 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальонының юғалтыуҙары — һәләк булғандар һәм яраланғандар 70% тәшкил итә[3]. 7 сентябрҙә башҡорттар һәм чехословактар Һамар ҡалаһын ҡалдыралар. Бынан һуң Ғәлимйән Таған етәкселегендәге 3-сө Башҡорт пехота полкы Каппель ғәскәрҙәре составында Бөгөлмә тирәһендәге Төпкилде ауылы янындағы ҡаты алышта ҡатнаша. Был алышта Аҡтар еңеүенә ҡарамаҫтан, Мәскәүҙән ебәрелгән Ҡыҙылдарҙың яңы көстәре ҡыҫымы арҡаһында Өфөгә сигенергә мәжбүр була[4].

1919 йылдың ғинуар башына Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәренең бөтәһен тиерлек ике дивизиянан торған Башҡорт корпусына туплауға өлгәшә, тик Каппель корпусында йөрөгән 3-сө Башҡорт пехота полкы ғына ситтә тороп ҡала. Башҡорт корпусының командалығы 18 февралгә ҡәҙәр 3-сө полктың башҡорт ғәскәрҙәренә килеп ҡушылырына өмөтөн өҙмәй һәм уны корпустың 2-се дивизияһына индерергә ниәтләй. Ләкин аҡтар Ғәлимйән Таған етәкселегендәге 3-сө Башҡорт полкына Башҡорт корпусына барып ҡушылырға мөмкинлек бирмәй, ә Колчак был полкты бөтөнләй таратырға бойора. Әхмәтзәки Вәлиди яҙыуынса: «Полктың бер өлөшө Ләмәҙ исемле рус ауылында — Таған, икенсе өлөшө Һатҡы заводында Һарун Ҡорбанғәлиев етәкселегендә булды һәм Колчактың ҡоралды тапшырырға ҡушҡан әмеренә буйһонмай, ике аҙна ҡаршылыҡ күрһәтте. Колчак ризыҡ яғын да ҡыҫты һәм һалдаттарға ауылдарына таралырға бойороҡ бирҙе. Таған менән Һарун Ҡорбанғәлиев, ҡалын ҡар яуған ҡыш айҙары булмаһа, Колчак әмерен тыңламай, төп башҡорт ғәскәрҙәренә килеп ҡушылыр инек, тип рапорт бирҙе»[5].

Аҙаҡ Мөхәмәтһарун Ҡорбанғәлиев айырым отряд менән етәкселек итә, был хәрби берәмек Ҡорбанғәлиевтар булышлығы менән төҙөлә һәм «Мөхәмәт полкы» тип йөрөтөлә. Артабан Омск, Мысовая станцияһы, Петровский заводы өсөн оборона алыштарында ҡатнаша.

1920 йылдың 8 апрелендә Чита янындағы Беклемишево станцияһы янында ҡыҙылдар менән алышта һәләк була[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Документы и материалы по истории башкирского народа (1900–1940) / Сост.: М. М. Кульшарипов, М. Н. Фархшатов, Д. Х. Яндурин, Р. З. Алмаев, Р. О. Багаутдинов, Р. Р. Газизов, Р. М. Зиязетдинов, А. Д. Казанчеев, К. К. Каримов, П. Ф. Назыров, Ю. Х. Юлдашбаев, А. З. Ярмуллина. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2012. — С. 224-225. — 624 с. — ISBN 978-5-916-08093-3.
  2. Насиров Р. Х. Ҡорбанғәлиевтарҙың әсе яҙмышы // Ватандаш. — 1998. — № 4. — С. 162. — ISSN 1683-3554.
  3. Таймасов Р. С. Оборона Сызрани 1-м батальоном 3-го Башкирского пехотного полка осенью 1918 года // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  4. Заки Валиди Тоган, 1994, с. 268-269
  5. Заки Валиди Тоган, 1994, с. 271
  6. Заки Валиди Тоган, 1994, с. 306
  • Валеев Г. К. Курбангалиевы. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 179—180. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.