Ҡаһарман башҡорт (гәзит)

«Ҡаһарман башҡорт» гәзите — башҡорт милли матбуғаты баҫмаһы. 1919 йылдың 19 октябрендә Омск ҡалаһында сыға. Ул - 1917-1921 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы Ҡорбанғәлиевтар башлығында Колчак ғәскәре менән киткән башҡорт полктарының органы. Мөхәррире Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев була. Девизы: «Иҫке ысул идараға ҡайтайыҡ!».

«Ҡаһарман башҡорт»

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә