Иран

(Фарсия битенән йүнәлтелде)
Иран Ислам Республикаһы
фарсыса جمهوری اسلامی ایران
Ҡалып:Иран байрағы гербы Иран
Иран байрағы Иран гербы
Милли девиз: «Истиҡлал, азатлыҡ Ислам йөмһүриәте »
«اﺳﺘﻘﻼﻝ، ﺁﺯﺍﺩﻯ، جمهوری اسلامی»
«
Истиҡлал, Азади, Жөмһүри-э Ислам»
Гимн: Иран гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған 1 апрель 1979
(Ислам революцияһы)
Рәсми телдәр фарсы
Баш ҡала Тәһран
Иң ҙур ҡалалары Тәһран, Мәшһәд, Кередж, Тәбриз, Шираз, Исфаһан, Ахваз
Идара итеү формаһы Ислам республикаһы
Юғары етәксе
Президент
Беренсе Вице-президент
Әли Хамәнәьи
Хәсән Рухани
Исхаҡ Жыһангири
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
17 урын
1 648 000 км²
0,7
Халыҡ
  • Барыһы (2011)
  • Тығыҙлыҡ
17 урын
77 891 220
42 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2011)
  • Кеше башына
17 урын
930,2 млрд $
12570 $
Валюта Иран риалы (IRR, код 364)
Телефон коды +98
Сәғәт бүлкәте UTC +3:30 (йәйен — UTC+4:30), IRST


Иран Ислам Республикаһы (фарс. جمهوری اسلامی ایران — Жөмһүри-э Ислами-э Иран, шулай уҡ ҡулланыла Ира́н (фарс. ایران [ʔiˈɾɒn]) йәки Пе́рсия) — Азияның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тәһран.

Көнбайышта Ираҡ, төньяҡ-көнбайышта Әзербайжан[1], Әрмәнстан[1], Төркиә менән сиктәш[1] һәм шулай уҡ БМО Именлек Советының 1993 йылғы ҡарарына ярашлы, әрмән көстәре тарафынан яулап алынған[2][3][4][5] биләмә — танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы[6] хәүефһеҙлек һыҙаты, төньяҡтан — Төркмәнстан[1], көнсығыштан — Афғанстан[1] һәм Пакистан сиктәш[1].

Төньяҡтан Каспий диңгеҙе, көньяҡтан Һинд океанының Фарсы ҡултығы һәм Оман ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.

Яҙмаларға ҡарағанда Иран тарихы биш мең йылды эсенә ала. Беренсе дәүләт булараҡ беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылда, Хузестанда Элам дәүләте төҙөлгән. Ә беҙҙең эраға тиклемге 3 меңенсе йылда инде Дарий I Әһәмәниҙәр дәүере Фарсы империяһы булған. Ул Грек иленән алып Һинд йылғаһынаса киңәйгән. Ул ваҡытта ил зороастризм динендә булған. XVI быуатта ислам ҡабул ителгән.

1979 йыл Иранда Ислам революцияһы булып уҙа. Етәксеһе булып аятулла Хөмәйни торған. Ошо ваҡытта монархия ҡолатыла һәм Ислам Республикаһы төҙөлә.

Иран иҡтисады ЭТП күләме буйынса Көнбайыш Азияла һәм Ислам донъяһында Төркиәнән ҡала икенсе урында килә[7] һәм регионда технология яғынан иң үҫешкән илдәр иҫәбендә. Иран Евразияла стратегик мөһим төбәк, ул нефть, тәбиғи газ запастары ятҡылыҡтарына бай.

В 2012 йылдан (ошо йылдың 3 авгусынан сәркәтиб-ил булараҡ) Иран Берләшмәүселәр хәрәкәте лидеры, БМО-нан ҡала халыҡ-ара икенсе хәрәкәт булып тора.[8]

Этимология

үҙгәртергә

Ирандың әлеге исеме (фарс. ايراﻥ) пехл. Erān һүҙе аша авест. Airyāna килеп сыҡҡан, һәм үҙ атама һүҙ боронғо һинд иран халҡы — «arya» булып киткән. Йәғни арийҙар иле.[9]

Беҙҙең эраға тиклем (550—327 йылдар) Әһәмәниҙәр осоронда «Aryānam Dahyunam» төшөнсәһе үҙгәреп бор. фарсы «Aryānam Xšaθram» — «Арийҙар дәүләте» исеменә алмаштырылған. Тәүҙәрәк, беҙҙең эраға тиклемге 250 йылдарҙа һәм беҙҙең эраның 224 йылдарында Аршакиҙар иле тип йөрөтөлгән. Фрай Ричард билдәләүенсә: парфяндар экспансияһынан Aria термины (грек сығанаҡтарынан Ariane) таралып, ҙур арияға әйләнеп, арийҙар батшалығы эквивалент исемен ала һәм йәйерәп ятҡан Сәсәниҙәр үҙҙәренең илен шулай атай.[10] Страбон Ариана (Άριανή) атамаһы аҫтында фарсы батшалығының көнсығыш провинцияларын: Гедрозия, Дрангиана, Арахозия, Паропамиз, Ария (йәғни Areia, боронғо фарсы телендә Haraiva, хәҙерге Герат), Парфия и Карманияны күҙ уңында тотҡан.[11]

Беҙҙең эраның 224—651 йылдарында ил Сәсәниҙәр дәүләте тип йөрөтөлгән — пехл. Erānšahr ( ) был исем авест. «Airyānam Xšaθram» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, һәм «ариҙар батшалығы» тип йөрөтөлгән. Авест «ai» дифтонгһы фарсы телендә үҙгәреп киткән «е» тип[12]. Сәсәниҙәрҙең рәсми титулы Эран һәм Анеран батшаларының батшаһы булған.[11].

Иранлыларҙың үҙ атамаһы — ирани. Бер нигә ҡарамай борон-борондан Иран тип йөрөткәндәр. Башҡа илдәрҙә «Персия» тип иҫкесә атап йөрөтөлгән. 1935 йылда шаһ Риза барыһына ла Иран тип йөрөтөргә талап иткән.

Иран дәүләтселеге тарихы донъяла иң боронғоларҙан иҫәпләнә. Быуаттар буйына ил Көнсығышта мөһим роль тота. Дарий 1-се ваҡытында Фарсы империяһы Грециянан алып, Һинд океанынаса йәйрәп ятҡан. Урта быуаттарҙа ла (XVII быуат һәм XVIII быуат) Иран бик көслө ил һаналған.XIX быуат аҙағында ил ярым колониаль илгә әйләнгән. 1935 йылдан исемен үҙгәртеп — Иран булып киткән. 1979 йылғы Ислам революцияһынан һуң, Ислам республикаһы исемен алған.

 
Боронғо Иран. Беренсе дәүләт — Элам (ҡыҙыл төҫтә) һәм күрше халыҡтар — фарсылар, парфяндар, мидийсылар, касситтар; Вавилония һәм Ассирия дәүләттәре.

Боронғо Иран

үҙгәртергә

Иран биләмәһендә тәүге халыҡтарҙың килеп ултырыуы бик боронға барып тоташа. Иран халыҡтары был ерҙәрҙә тәү халыҡтар булараҡ, беҙҙең эраға тиклемге I быуатта уҡ билдәле. (Фарсы, мидия, бактриялылар, парфяндар) ҡәбиләләренең бер өлөшө көнбайышта тау типһәненә килеп урынлашҡан, ә киммерийҙар, сарматтар, аландар, белуджиҙар Ғосман ҡултығы буйына яр буйлап ултырған.

Мөһим иран дәүләте булараҡ Мидия батшалығы танылған, ул беҙҙең эраға тиклемге VIII быуат аҙағында VII башында нигеҙләнгән. Баш ҡалаһы булып, Хамадандағы (Экбатана). Улар тиҙ рәүештә көнбайыш иранды тотош, көнсығышын яртылаш контролгә алған. Вавилондар менән бергәләп Ассирия империяһын тар-мар иткән. Йылға арауығын һәм Урартуҙы буйһондорған, һуңғараҡ Әрмән тауҙарын баҫып алған.

Әһәмәниҙәр

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклемге 553 йылда йәш фарсы Аншан һәм Фарс останы батшаһы Бөйөк Кир II (Әһәмәниҙәр династияһы) мидийҙарға ҡаршы сыға. Кир Экбатанды яулап ала һәм үҙен Персия һәм Мидия батшаһы тип иғлан итә. Шул ваҡытта Мидия батшаһы Иштувегу әсирлеккә алына. Һуңғараҡ бер провинцияның наместнигы итеп билдәләнә. Бөйөк Кир II үҙенең үлеменә хәтле (беҙҙең эраға тиклемге 529-сы йыл) Әһәмәниҙәр империяһын буйһондора, бөтә Көнсығыш Азияны, Урта диңгеҙҙән һәм Анатолиянан алып Һырдаръяға хәтле баҫып ала. Кир беҙҙең эраға тиклемге 546-сы йылда батшалыҡтың баш ҡалаһы Пасаргадты нигеҙләй һәм шунда уҡ ерләнә. Уның улы Камбиз II атаһы биләмәһен Мысыр һәм Эфиопияғаса киңәйтә.

 
Әһәмәниҙәр дәүләте сәскә атҡан осор

Камбиз вафатынан һуң уның вариҫтары һәм яҡындары араһынан власҡа Дарий Гистасп килә. Дарий тиҙ рәүештә тәртип керетә башлай һәм баҫып алыу сәйәсәтен яңынан башлап ебәрә. Әһәмәниҙәр дәүләте Балҡанға ҡәҙәре киңәйә, ә көнсығышта Һинд йылғаһына ҡәҙәре барып етә һәм шул ваҡыттағы иң көслө, ҡеүәтле дәүләткә әүерелә. Ул илде эске административ берәмектәргә — сатрапияларға бүлгеләй. Власть сатраптарға бирелә, тик ғәскәр уларға буйһондоролмай, шул уҡ ваҡытта хәрби башлыҡтарҙың административ хакимлыҡ хоҡуғы булмай. Дарий шулай уҡ аҡса реформаһы ла үткәрә, әйләнешкә алтын дарик аҡсаларын керетә. Сауҙа селтәре үҫешә.

Дарий зороастризм динен үҙ итә, ул дәүләт дине булараҡ ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта баҫып алынған дәүләттәренң диндәренә тыныс ҡарай, түҙемлелек күрһәтә.

Дарий I вариҫтары эске ҡоролошто емерә башлай. Страпиялар үҙаллылыҡ ала, ил тарҡала. Ошо шарттарҙа Македония ғәскәре башлығы Александр Македонский фарсыларға ҡаршы хәрби поход башлай һәм беҙҙең эраға тиклемге 330 йылда Әһәмәниҙәр дәүләтен ҡолата.

Парфия һәм сәсәниҙәр

үҙгәртергә
 
Сәсәниҙәр империяһы VII быуат башы

Александр Македонский вафатынан һуң (беҙҙең эраға тиклемге 323 йыл) уның империяһы бер нисә дәүләткә бүлгеләнә. Хәҙерге Иран биләмәһенең ҙур өлөшө Селевкияла тороп ҡала, шулай ҙа Парфия батшаһы Митридат I селевикиҙарға ҡаршы һуғыш башлай һәм Персияны, шулай уҡ Месопотамияны үҙ дәүләтенә индерә. Беҙҙең эраға тиклемге 92 йылда Парфия һәм Боронғо Рим араһында Евфрат буйлап сик билдәләнә. Әммә римлеләр шунда уҡ килешеүҙе боҙа һәм баҫып керә, әммә еңелеү кисерә. Яуап итеп парфяндар бөтә Левантты һәм Анатолияны яулай, тик Марк Антоний кире Ефратҡаса сигендерә. Ошонан һуң парфяндарҙа Рим ҡыҫылышы менән граждандар һуғышы тоҡана.

224 йылда Ардашир Папакан, Фарсылағы Хәйер ҡалаһы башлығы улы, Артабан IV-сенең армияһын ҡыйрата һәм Фарсы империяһы — Ираншахрға («Арийҙар батшалығы») — нигеҙ һала. Баш ҡалаһы итеп Фирузабад һайлана. Сәсәниҙәр династияһы башлана. Аристократия һәм зороастрий руханилыҡтары көсәйтелә. Башҡа диндәгеләргә ҡарата эҙәрлекләүҙәр башлана. Административ реформалар үткәрелә. Сәсәниҙәр римлеләр һәм Урта Азияның күсмә халыҡтарына ҡаршы көрәшен дауам итә.

 
Ахура Мазда (уңда) Ардаширға батша власы символы — балдаҡ тапшыра. Б.э. III быуат

Хөсрәү I (531579) хакимлыҡ иткән саҡта әүҙем экспансиялар башлана. Антиохия, 540 йыл Мысыр баҫып алына. Шулай уҡ Ғәрәбстан ярымутрауы яр буйҙары, шул иҫәптән Йемен яулана, Хәсрәү хәҙерге Тажикстан биләмәһендәге эфталиҙар дәүләтен юҡҡа сығара. Хәсрәүҙең хәрби уңышлыҡтары Иран мәҙәниәтенең һәм сауҙаһының сәскә атыуына килтерә.

Хөсрәү I-нең ейәне Хөсрәү II (590628) Византия менән һуғышты тергеҙә. Әммә еңеү яулай алмай. Хәрби сығымдар сауҙанан килгән һалым менән ҡаплана, быға риза булмаған сауҙагәрҙәр баш күтәрә. Ихтилал ваҡытында Хәсрәү тотоп язалап үлтерелә, ейәне Йездигерд III (632651) Сәсәниҙәр дәүләтенең һуңғы батшаһы була. Византия менән һуғыш тамамланһа ла, дәүләт юҡҡа сығыуын дауам итә. Көньяҡтан фарсылар яңы дошмандары — ғәрәптәр менән бәрелешә.

Ғәрәп һәм төрөк ябырылыуҙары

үҙгәртергә

Сәсәниҙәр Иранына ғәрәптәр 632 йылдан сапҡындар ебәрә башлайҙар. 637 йыл Кадисиә янындағы һуғышта фарсы ғәскәре еңелә. 652 йылғаса барған ғәрәп ябырылыуҙары һөҙөмтәһе булып, Персия хәлифәлеккә керетелә. Ғәрәптәр Персияға ислам керетә. Исламлашҡан Иран ныҡ үҫешә башлай. Әҙәбиәт, фәлсәфә, сәнғәт, медицина бик үҫешә. Фарсы мәҙәниәте Исламдың алтын дәүерен башлап ебәрә.

750 йылда фарсы генералы Әбү Мөслим Өмәүиҙәр хәлифәлегенә ҡаршы Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең тәүҙә Дәмәшкегә, унан һуң хәлифәлектең баш ҡалаһы Бағдадҡа походына етәкселек итә. Яңы хәлиф уға яуап итеп фарсы губернаторҙарына билдәле автономия бүләк итә. Шулай уҡ бер нисә фарсы вәкилен вәзирлекә ала. 822 йылда Хөрәсән губернаторы Таһир ибн Хөсәйен ибн Мусаб провинцияларға бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм үҙен Таһириҙар династияһының беренсе ырыу башлығы итеп таныта. Сәмәниҙәр етәкселек итә башлауға, Иран ғәрәптәрҙән үҙенең бойондороҡһоҙлоғон тергеҙә.

 
XII быуат Ғәзнәүиҙәр империяһы.

Фарсы йәмәғәтселеге исламды ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, Иранда ғәрәпселек уңыш ҡаҙанмай. Ғәрәп мәҙәниәтен тағыу, киреһенсә фарсыларҙы ғәрәптәргә ҡаршы торорға этәргес була. Милли үҙаңды тергеҙеүгә фарсы теленең һәм әҙәбиәтенең яңыртылыуы мөһим роль уйнай. Пик ваҡыты булып IX—X быуаттар тора. Ошо айҡанлы Фирҙәүсиҙең тулыһынса фарсы телендә ижад ителгән «Шаһнамә»һе билдәлелек ала.

962 йылда төрөк полководецы Алп-Тиген Сәмәниҙәрға ҡаршы сығып, Ғәзнәүиҙәр дәүләтенә нигеҙ һала. Баш ҡалаһы — Ғәзни (Афғанстан). Ғәзнәүиҙәр ваҡытында фарсы мәҙәниәте сәскә атыуын дауам итә. Уның баш ҡалаһын Сәлжүктәр Исфаханға күсерә.

1220 йыл Ирандың Хәрәзм ханлығына ҡараған төньяҡ-көнсығыш өлөшө Сыңғыҙхан ғәскәре һөжүменә эләгә. Бөтә Хөрәсән һәм хәҙерге Ирандың көнсығыш өлөшө бөлгөнлөккә төшә. Ярты халыҡ монголдар тарафынан үлтерелә. Аслыҡтан һәм һуғыш һөҙөмтәһендә 2,5 миллион халҡы булған Иранда ни бары 250 мең кешеһе тороп ҡала. Иранды буйһондороуҙы Сыңғыҙхандың ейәне Хулагу тамамлай. Бында улар ил хандары булып XIV быуат урталарына тиклем тора.

Аҡһаҡ Тимер үҙенең империяһының баш ҡалаһы Сәмәрҡәндкә нигеҙ һала. Ул Ирандың барлыҡ маһир оҫталарын йыйып, Сәмәрҡәндте төҙөүгә йәлеп итә. Мәҫәлән, Тәбриз оҫталары Гүр Әмир кәшәнәһен төҙөй. Аҡһаҡ Тимерҙең кесе улы Шаһрух иран мәҙәниәтен һәм фәнен сәскә атуыға килтерә. Был тимури Солтан Хөсәйен Байҡара етәкләгән осорҙа дауам итә.

Иран дәүләтен үҙәкләштереү Сәфәүиҙәр династияһы килгәс яңыртыла. Улар монголдар династияһы хакимлығына сик ҡуя.

Ислам Ираны

үҙгәртергә
 
Исмәғил I

1501 йыл Сәфәүиҙәр династияһынан Исмәғил I шаһ булған саҡта Иранға исламдың шиғый ағымын дәүләт дине булараҡ ҡабул итә. 1503 йыл Исмәғил Аҡ Ҡуйлыны тар-мар итә һәм емереклектәр өҫтөнә баш ҡалаһы Тәбриз менән яңы дәүләт төҙөй. Сәфәүиҙәр династияһы осоронда Ирандың иң үҫешкән осоро Бөйөк Ғәббәс ваҡытында була. Ул Ғосман империяһын тар-мар итә, үҙенә хәҙерге Ираҡты, Афғанстанды, Әзербайжан менән Әрмәнстан, Грузия биләмәләрен ҡуша. Шулай уҡ Гилән һәм Мазендеранды ла ҡушып, биләмәһен Тигр йылғаһынан алып Һинд ярҙарынаса киңәйтә.

Баш ҡала Тәбриздән Ҡәзвингә, унан һуң Исфаханға күсерелә.

Баҫып алыуҙар Иранға байлыҡтар килтерә. Мәҙәниәт алға китә. Иран үҙәкләштерелгән илгә әйләнә. Ҡораллы көстәр яңыртыла. Бөйөк Ғәббәс вафатынан һуң империя аҫҡа тәгәрәй. Етәкселек итә белмәгәнлектән Ҡандағар һәм Бағдадты юғалта. 1722 йыл әфған-ғизәйлеләр Иранға яу саба. Улар Исфаханды ала һәм Сәфәүиҙәрҙең ил етәксеһен үлтерә. Иранда Афшариҙар власҡа килә.

Нәҙер шаһ дәүләт динен сөнни исламға үҙгәртә. Унан һуң Афғанстанды яулай һәм кире Фарсы иленә Ҡандағарҙы ҡайтара. Еңелгән афған ғәскәре Һиндостанға ҡаса. Нәҙер шаһ һинд мағоло Мөхәммәт шаһҡа ҡабул итмәҫкә саҡыра, тик шаһ уның һүҙен ҡолағына элмәй. 1739 йыл Нәҙер шаһ ғәскәре Дәһлигә бәреп керә. Тик унда ихтилал ҡуба. Фарсылар ҡалала һуйыш ойоштора. Һиндостанды талап, кире Иранға ҡайталар. 1740 йылда Нәҙер шаһ Төркөстанға поход яһай, һөҙөмтәлә, Иран сиге Амударъяға хәтле киңәйә. Кавказда фарсылар Дағстанғаса барып етә. 1947 йыл Нәҙер шаһ үлтерелә.

1750 йыл власҡа Кәрим хан килә, ил менән етәкселек Зендтарға күсә. Ил башлығы булып 700 йылдан һуң, ниһайәт фарсы милләтле кеше ултыра. Ул баш ҡаланы Ширазға күсерә. Илдә тыныслыҡ урынлаша. Һуғыштар булмай, мәҙәниәт сәскә ата. Зендтар династияһы өс быуын ғына хакимлыҡ итә. 1781 йыл власть Ҡаджарҙар династияһына күсә. Династияны башлап ебәреүсе Аға Мөхәммәт Ҡаджар хан Зендтар һәм Афашариҙар династияһы вариҫтарына ҡарата ҡырылыш ҡуптара, Иранда Ҡаджарҙар династияһын нығыта. Мөхәммәт хан Грузияның Тифлис ҡалаһына поход яһай, 20 мең халыҡты юҡ итә. Икенсе тапҡырға Грузияға поход 1797 йыл ойошторола. Тик ул барып сыҡмай, Мөхәммәт хан ҡул аҫтындағы грузин һәм курд ялсылары уны үлтерә. Үҙенең үлеме алдынан ул баш ҡаланы Тәһранға күсерә.

Рәсәйгә ҡаршы уңышһыҙ һуғыштар арҡаһында Ҡаджар ваҡытында фарсы иле яртылаш биләмәһенән ҡолаҡ ҡаға. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡаршылыҡ акцияларынан һуң, 1906 йыл илдә Конституцион революция була. Иран конституцион монархия иленә әүерелә. 1918 йылдың йәйендә британ ғәскәре Иранды баҫып ала. 1919 йылдың 9 авгусында инглиз-иран килешеүе төҙөлә. 1920 йыл Гилән останында Гилән Совет Республикаһы иғлан ителә. Ул 1921 йылдың сентябренәсә йәшәй. 1921 йылдың 21 февралендә Риза Бәхләүи хан Әхмәт шаһты ҡыйрата һәм 1925 йылда яңы шаһ тип иғлан ителә. 1921 йылдың 26 февралендә РСФСР Ирандың бойондороҡһоҙлоғон танып килешеү төҙөй.

Бәхләүи «шаһиншаһ» («шаһтар шаһы») тигән термин индерә. Уның осоронда Иранда индустриализация башлана, инфраструктура бөтөнләй модернизациялана Икенсе бөтә донъя һуғышында Бөйөк Британия менән Советтар Союзына үҙҙәренең ғәскәрен керетеүгә рөхсәт һорай, шаһтар шаһы баш тарта. Союзташтар Иранға бәреп керә. Шаһты төшөрәләр һәм нефть ятҡылыҡтарына, тимер юлына контроллекте үҙҙәренә алалар. 1942 йыл И рандың суверенлылығы тергеҙелә. Власть Бәхләүиҙең улы Мөхәммәт Реза ҡулына күсә. Советтар союзы Төркиәнең баҫып кереүенән һаҡланыу өсөн үҙ ғәскәрҙәрен 1946 йылғаса Иранда тота.

Һуғыштан һуң Мөхәммәт Реза вестернизация һәм деисламизация буйынса әүҙем сәйәсәт алып бара, әммә халыҡ уны аңлай алмай. Бик күп забостовкалар митингылар уҙа. 1951 йылда Ирандың Хөкүмәт рәйесе булып Мөхәммәт Мосадиҡ килә.

Ул реформасылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә, British Petroleum компаниеһының килемен тәғәйенләү буйынса килешеүҙе яүынан ҡарарға өлгәшә. Ирандың нефть сәнәғәтен шәхси милектән дәүләт милкенә әйләндереү (национализация) уҙғарыла.

1957 йыл йәшертен полиция САВАК булдырыла.

1963 йыл радикаль реформалар һөҙөмтәһендә илдән («Аҡ революция») аятолла Хомейни ҡыуыла.

1965 йыл «Федаяне Ислам» группировкаһы кешеләре пример-министр Хәсән Әли Мансурҙы үлемесле яралай.

1973 йыл шаһ власын көсәйтеү сәйәсәте ваҡытында сәйәси фирҡәләр һәм берекмәләр тыйыла.

1970-се йылдар аҙағында Иран Бәхләүи режимына ҡаршы күпләп баш күтәреүҙәр башлана, һәм монархия бөтөрөлә.

1979 йылда илдә Ислам революцияһы була, ислам республикаһы төҙөлә.

Географияһы

үҙгәртергә
Дамаванд тау панорамаһы

Иран көньяҡ-көнбайыш Азияның урта көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны буйынса (1648 мең км²) донъяла ун етенсе урынды биләй. Төньяҡ-көнбайышта Әзербайжан (611 км, Нахичевань АР-һын да керетеп — 179 км арауыҡта)[13] һәм Әрмәнстан менән (35 км), төньяҡ-көнсығышта Төрөкмәнстан менән (992 км), көнсығышта Пакистан менән (909 км) һәм Афғанстан менән (936 км), көнбайышта Төркиә менән (499 км) һәм Ираҡ менән (1458 км арауыҡта) сиктәш. Төньяҡта Каспий диңгеҙе, көньяҡта Ғәрәп диңгеҙенең Фарсы һәм Ғосман ҡултыҡтары ярҙарын йыуа.

Төп ҡалалары

үҙгәртергә

Ирандың админстратив бүленеше

үҙгәртергә

Ирандың төп административ берәмеге булып остандар (фарс. استان ostān; күпл. — استانﻫﺎ ostānhā) тора. Улар кесерәк биләмәләргә шәһәростандарға бүленә (фарс. شهرستان), ә улар тағы ла бахштарға (фарс. بخش) бүленә. Иң эре остан баш ҡала (фарс. مرکز markaz) булып тора. Һәр остан етәксеһе булып остандар (остандар — استاندار) тора. Иран 31 останға бүленә.

1. Тәһаран
2. Ҡом
3. Үҙәк остан
4. Ҡәзвин
5. Гилән
6. Әрдәбил
7. Зенджан
8. Көнсығыш Әзербайжан
9. Көнбайыш Әзербайжан
10. Ҡордстан
11. Хамадан
12. Кирмәншаһ
13. Илам
14. Лурестан
15. Хузестан
16. Чаһармаһал һәм Бәхтиәриә

17. Коһгилуйә һәм Бойерәхмәд

18. Бушир
19. Фарс
20. Хормозган
21. Систан һәм Бәлуджистан
22. Кирмән
23. Йәзд
24. Исфахан
25. Семнан
26. Мазендеран
27. Гөлөстан
28. Төньяк Хөрәсән
29. Хөрәсән-Рәзәүи
30. Көньяҡ Хөрәсән

31. Әлбурз

19501990 йылдарҙа ил демографик шартлау кисерә. 1979 йылдан алып 2006 йылғаса ил халҡы 70,495782 млн кешегә етә. Тик 1990 йылдарҙа тыуым һиҙелерлек кәмей һәм әле быуындар күсәгилешлеге буйынса түбән. Тыуымдың дөйөм коэффициенты — 1,87, был бик түбән күрһәткес. Тыуымды үҫтереү өсөн кәмендә 2,15[14] булыуы кәрәк. Халыҡтың 61%-ты утыҙ йәшкә етмәгән (2009 йылдың майына ҡарата). Белемлелек (грамоталылыҡ) кимәле — 84 %, урбанизация кимәле — 71 %.

Иранлыларҙың һаны сит мәмләкәттәрҙә 4 миллион кешене тәшкил итә. Уларҙың күбеһе 1979 йылғы Ислам инҡилабынан һуң Австралияға, Төньяҡ Америкаға һәм Европаға күсенгән. Унан башҡа 1996 йылға ҡарата мәғлүмәттәрҙә Иранда Афғанстандың һәм Вәзирстандың миллиондан артыҡ ҡасаҡтары йәшәгән[15].

Иран конституцияһы милләтенә һәм ниндәй дин тотоуына ҡарамайынса һәр гражданына социаль һаҡлау гарантиялай: пенcия, эшһеҙлек һәм ғәриплек буйынса түләү (пособие), медицина страховкаһы. Мәғариф һәм медицина хеҙмәттәре бушлай. Ил халҡының йән башына йыллыҡ килеме — 2700 АҠШ доллары (2006). Халыҡтың 18 % хәйерселек сигендә көн күрә[16].

Иран — күп милләтле (полиэтник) дәүләт[17]. Этник состав тураһында рәсми сығанаҡтар юҡ. ҮРЕ (ЦРУ) мәғлүмәттәре буйынса илдә: фарсылар (61 %), әзербайджандар (16 %), ҡордтар (10 %), лурҙар (6 %), ғәрәптәр (2 %), белуджиҙар (2 %), төрөкмәндәр һәм төрөктәр (2 %) йәшәй[18].

Иранлыларҙың күпселеге мосолмандар. Халҡының 89%-ты шиғый мосолмандар (дәүләт дине иҫәпләнә). Иран дәүләте Ираҡ, Әзербайжан һәм Бахрейн менән бер рәттән шиғыйҙар күпселекте тәшкил иткән дәүләт булып тора. Иранда ике изге ҡала иҫәпләнә: Береһе Мәшхәд ҡалаһы. Унда Реза имамы кәшәнәһе урынлашҡан. Икенсеһе Ҡом ҡалаһы. Был ҡала шиғыйҙарҙың дини үҙәге булып тора. Ҡалала шиғый университеттары һәм семинарийҙары урынлашҡан.

Сөнни мосолмандар йәмғеһе 9 % тирәһе. Башҡа диндәгеләр 2 % — бахаиҙар, мандейҙар, индустар, езидтар, зороастрийсылар, йәһүдтәр һәм христиандар[19].

Иҡтисады

үҙгәртергә

Өҫтөнлөктәре: донъяла ОПЕК илдәре араһында нефть етештереү буйынса икенсе урын; 2000 йылдан донъя баҙарында нефттең хаҡы күтәрелә бара. Уның традицион экспортҡа ебәреү өсөн сәнәғәт тармаҡтары: келәмдәр етештереү, ыуылдырыҡтар һәм төрлө сәтләүектәр (фисташка) етештереү үҫә.

Насар яҡтары: 1979 йылда АҠШ-тың Иранға ҡаршы санкцияһы Иран менән аралашыуҙы һәм илгә төрлө технологияларҙы индереүҙе тыя. Иң юғары эшһеҙлек (12 %) һәм инфляция (2004 йыл — 11,3 %; 2008 йыл — 28,2 %).

2009 йыл инфляция бик ныҡ тәгәрәй. Ул октябрҙә 16,7 % тәшкил итә. Был илдә ҙур иҡтисади проблемаларға алып килә. Бында ил призеденты Мәхмүт Әхмәдинежад ғәйепләнә, ул урындағы иҡтисадты нығытыу өсөн, бик түбән проценттарға заемдар тарата.

Иран Азия ҡитғаһында эре иҡтисади дәүләт булып тора. Ул тик Ҡытайҙан, Япониянан, Һиндостандан, Төркиәнән, Индонезиянан һәм Көньяҡ Кореянан ғына ҡалыша.

Иран нефть сәнәғәте үҫешкән индустриаль дәүләт. Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиелары бар. Нефть, күмер, тәбиғи газ сығарыу һәм баҡыр, тимер, марганец, ҡурғаш, цинк рудалары етештереү үҫешкән. Машина төҙөлөшө, металл эшкәртеү, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм текстиль сәнәғәте йәйелдерелгән. Шулай уҡ келәм һәм метиздар етештереүҙең кустар тармағы әүҙемләшкән. Ауыл хужалығы сәнәғәтенең тармаҡтары: бойҙай, арпа, дөгө, ҡуҙаҡлылар, мамыҡ, шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы, тәмәке, сәй, сәтләүектәр, фисташкалар үҫтерелә. Малсылыҡта һарыҡтар, кәзәләр, дөйәләр һәм һыйыр малы үрсетелә. 7,5 млн га ер эшкәртелә.

Бюджет килеменең 45%-ты экспортҡа нефть һәм газ һатыуҙан килә. 31%-ты — һалым һәм йыйымдарҙан. 2007 йылғы ЭТП 852 млрд АҠШ доллары тәшкил иткән.

Экспорттың төп тауарҙары: сей нефть һәм нефть эшкәртмәләре, металл мәғдәндәре, емеш-еләк һәм сәтләүектәр, келәмдәр.

Төп һатып алыусы илдәр (2008 йыл): Ҡытай — 15,3 %, Һиндостан — 10,4 %, Көньяҡ Корея — 6,4 %, Төркиә — 6,4 %, Италия — 4,5 %.

Импорттың төп тауарҙары: ауыр машина төҙөлөшө продукцияһы һәм химия сәнәғәте, автомобилдәр, тимер, ҡорос, тәбиғи сеймал, аҙыҡ-түлек, ҡулланыу тауарҙары, текстиль, ҡағыҙ.

Иранға һатыусы илдәр (2008 йыл): БҒӘ — 19,3 %, Ҡытай — 13 %, Германия — 9,2 %, Көньяҡ Корея — 7 %, Италия — 5,1 %, Франция — 4,3 %, Рәсәй — 4,2 %.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Иран — Общие сведения о стране
  2. Резолюция СБ ООН № 822 от 30 апреля 1993 года
  3. Резолюция СБ ООН № 853 от 29 июля 1993 года
  4. Резолюция СБ ООН № 874 14 октября 1993 года
  5. Резолюция СБ ООН № 884 от 12 ноября 1993 года
  6. Оджалан подался в Карабах
  7. Сравнение ЭТП 2014 йыл 25 июнь архивланған.  (инг.)
  8. Ахмадинежад заложил бомбу под ООН
  9. История древнего Востока: От государственных образований до древних империй / Под ред. А. В. Седова; Редкол.: Г. М. Бонгард-Левин (пред.) и др.; Ин-т востоковедения. — М.: Вост. лит., 2004. — 895 с.: ил., карты. — ISBN 5-02-018388-1 (в пер.)
  10. Ричард Фрай. Наследие Ирана. — М.: «Восточная литература» РАН, 2002. — С. 20. — ISBN 5-02-018306-7.
  11. 11,0 11,1 Иран // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  12. Этимологический словарь иранских языков. Том 1. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2000. — 327 с. — ISBN 5-02-018124-2; ISBN 5-02-018125-0
  13. CIA — The World Factbook 2012 йыл 3 февраль архивланған.
  14. Iranian People (ингл.). NationMaster.com. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года. 2013 йыл 18 июнь архивланған.
  15. Iran popin pages: Tables — Population by sex and nationality, Iran 1996 (ингл.). Social Development Division. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года.
  16. Иран (ингл.). Central Intelligence Agency. Дата обращения: 17 август 2013. 2012 йыл 3 февраль архивланған.
  17. YouTube — Broadcast Yourself
  18. Ethnic groups (ингл.). Central Intelligence Agency. Дата обращения: 17 август 2013. 2018 йыл 16 ноябрь архивланған.
  19. Дискриминация бахаи в Иране 2007 йыл 27 август архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
Хөкүмәт сайттары
Башҡалар


Ҡалып:SAARC