Месопотамия

Тигр һәм Ефрат йылғалары араһында урын

Месопотамия (бор. грек. Μεσοποταμία, ғәр. الجزيرة‎, Эл-Жәзирә[1], йәки ғәр. ما بين النهرين‎, Ма-Байн-ән-Наһрайн[1]; арам. ܒܝܬ ܢܗܪܝܢ, төр. Mezopotamya) — Яҡын Көнсығышта, Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә булған Боронғо донъяның бөйөк цивилизацияларының береһе. Шартлы хронологик сиктәре — беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ урталарынан (Урук дәүере) алып беҙҙең эраның 539 йылының 12 октябренә тиклем («Вавилондың ҡолауы»). Төрлө ваҡыттарҙа бында Шумер, Аккад, Вавилония һәм Ассирия батшалыҡтары урынлашҡан.

Месопотамия
Рәсем
Дәүләт  Ираҡ
Урын Алғы Азия, Бәрәкәтле ярымай һәм речная система Тигра и Евфрата[d]
Сиктәш Левант, Ғәрәп ярымутрауы һәм Кесе Азия
Урынлашыу картаһы
Тема географияһы география Месопатамии[d]
Карта
 Месопотамия Викимилектә

Месопотамия ерҙәренә урынлашҡан хәҙерге дәүләттәр — Ираҡ, төньяҡ-көнсығыш Сүриә, өлөшләтә Төркиә менән Иран.

Географияһы

үҙгәртергә

Месопотамия (бор. грек. Μεσοποταμία рус. «Междуречье») — Алғы Азияның Тигр һәм Евфрат йылғалары араһындағы өлкәһе [2]. Географик берәмек булараҡ уны Месопотамия уйһыулығы барлыҡҡа килтерә, һәм ул Ғәрәп яйлаһы һәм Иран ҡалҡыулығы араһындағы әллә ни тәрән булмаған сөңгөлдә ята[3]. Месопотамияның төньяҡ сиге: Әрмән ҡалҡыулығы тауҙары, көньяҡта — Фарсы ҡултығы ярҙары, көнбайышта — Сирия — Месопотамия далаһы, көнсығышта — Иран ҡалҡыулығы. Ил бер-береһенән тәбиғәт шарттары буйынса байтаҡҡа айырылып торған ике өлөштән ғибәрәт — Үрге (Төньяҡ) һәм Көньяҡ (Түбәнге) Месопотамия[4]; улар араһындағы яҡынса сик ХитСамарра тип аталған хәҙерге заман ҡалалары һыҙаты буйынса үтә[3]. Ҡайһы берҙә Месопотамия тип Тигр, Евфрат һәм Карун йылғалары бассейнындағы — Ҙур Месопотамия (ингл. Greater Mesopotamia) тип йөрөтөлгән тотош территория күҙҙә тотола.

Үрге Месопотамия

үҙгәртергә
 
Мосул районында Үрге Месопотамияның ландшафты Тигр йылғаһы, Ирак

Үрге (Төньяҡ) Месопотамия — Джезире яйлаһын, Ассирияны һәм улар янындағы Тавр һәм Загрос тауҙар итәген биләп ята [5]. Үрге Месопотамия аша Тигр һәм Евфраттың урта ағымдары һәм уның ҡушылдыҡтары — Белих, Хабур, Ҙур һәм Кесе Заб йылғалары уйһыулыҡтары үтә [6]. Климат күбеһенсә субтропик, көньяҡта — тропик[7]. Джезире (Эль-Джазира, ғәрәпсә «утрау»[5]) — бик үк бейек булмаған Джебель-Синджар тауҙар теҙмәһе урынлашҡан киң тигеҙлек; уның күп кенә өлөшөн көньяҡта яланғас яйла — «гипс» сүллеккә әйләнгән ҡоро дала (ярымсүллектәр) биләп ята[8][5]. Ассирия — эшкәртеүгә яраҡлы яҡшы ер участкалары булған, шул ваҡытта түмәләстәр менән ҡапланған ташлы дала[9]. Үрге Месопотамияның ландшафты сағыштырмаса бер төрлө һәм әллә ни матур түгел: йылдың күп өлөшөндә ул яланғас сүллек, ләкин яҙ етеү менән йәм-йәшел үлән һәм сәскәләр (тюльпандар, крокустар) менән ҡаплана[6][9]; йылғалар ярҙары буйлап урынлашҡан ауылдарҙа ғәҙәттә пирамидаль тирәктәр үҫә[10]. Тик тау итәктәрендә һәм яҡындағы тау битләүҙәрендә ҡыуаҡлыҡтар (миндаль, фисташка, мүшмел) һәм тәпәш олонло имән, һирәгерәк — ылыҫлы ағастар сауҡалыҡтары осрай[11][10]. Көньяҡтағы сүллек зонаһына яҡынлашҡан һайын үҫемлек аҙая (күбеһенсә әрем) бара һәм бөтөнләй юҡҡа сыға[6]. Уңдырышлыраҡ ерҙәр төньяҡтараҡ ята [10]), ә көньяҡта — гипс менән ҡапланған сүллек («гипсовая» пустыня)[7].

Түбәнге Месопотамия

үҙгәртергә
 
Түбәнге Месопотамия ландшафты. Багдад районында Дияла йылғаһы, Ирак

Түбәнге (Көньяҡ) Месопотамия — Тигр һәм Евфраттың аллювиаль үҙәнен үҙ эсенә ала (хәҙерге Көньяҡ Ирак)[12]; ҡайһы берҙә уны Ирак, Эль-Ирак (ғәр. العراق «яр, яр буйы»[13]) тип тә йөрөтәләр. Евфрат, Тигр һәм Тигрҙың ҡушылдығы — Дияла йылғаһының түбәнге ағымы Көньяҡ Месопотамия аша үтә[7]. Ике йылғаның да ағымдары ауышлығы бәләкәй, шуға ла йылға үҙенең улағын йыш алмаштыра, күп һанда ҡултыҡтар, бик һай иҫке улаҡтар, һаҙмат урындар хасил була[10][7]; Түбәнге Месопотамияның бөтә тигеҙлеге лә йыл һайын яҙын булған ташҡындарҙан һуң ҡалған йылға ултырмалары (аллювий) менән ҡапланған[12]. Климаты эҫе, тропик[7]. Дымдың бик аҙ булыуы менән бергә һауа температураһы бик юғары (йәйен 50°С тиклем), тәбиғи күләгәләр юҡ, төрлө сирҙәрҙе таратыусы бөжәктәр күп, шуға ла Көньяҡ Месопотамия кеше йәшәү өсөн бик үк уңайлы түгел[14]. Борондан һаҡланып ҡалған ландшафт бер төрлө: йәйеңке тигеҙ сүллек, һаҙматлы һыу ятҡылыҡтары ситендә ҡамыш ҡына үҫә[7]; боронғо заманда ситтән хөрмә пальмыһы килтерелгән, һәм ул — Түбәнге Месопотамияла һәм хәҙерге Иракта яруслы баҡсасылыҡтың нигеҙе. Бында үҫемлектәр донъяһы бик ярлы: ҡамыштан тыш, тамариск, әрем үҫә; йылға ярҙары булап тал осрай. Түбәнге Месопотамияның төп байлығы — уңдырышлығы менән башҡа ерҙәрҙән айырылып торған аллювиаль тупраҡ, ләкин ул һуғарған осраҡта ғына уңыш бирергә һәләтле[14].

Беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ урталарынан алып һәм беҙҙең эраның XIII быуатына тиклем Месопатамияла иң ҙур ҡалалар һәм ҡала агломерациялары урынлашҡан. Боронғо донъяла Вавилон «донъя ҡалаһы» синонимы булһа, Урта быуаттарҙа — Бағдад. Месопатамия бабил һәм ассирий хакимлыҡтары дәүерендә, һуңынан ғәрәптәр осоронда сәскә ата.

Шумерҙар килеп сыҡҡан осорҙан алып Яңы Бабил батшалығы ҡолағанға тиклем Месопотамия уйһыулығында Ер шары халҡының 10 проценты йәшәгән.

Былар барыһы ла беҙҙең эраға тиклем IV—III меңйыллыҡтар осорондағы Месопотамияны цивилизацияларҙың иң боронғо усаҡтарының береһенә әйләндерә. Бында боронғо ҡала-дәүләттәр, шул иҫәптән шумер ҡалалары Киш, Урук, Ур, Лагаш, Умма, семит ҡалаһы Акшак, амори/шумер ҡалаһы Ларса һәм тағы ла Аккад, Ассирия һәм б.э.т. 2 меңйыллыҡтағы Вавилония дәүләттәре булған. Артабан Месопотамия территорияһы Ассирия (б.э.т. IX—VII быуаттар), Яңы Бабил батшалығы (б.э.т. VII—VI быуаттар) составына керә.

Месопотамия барлыҡҡа килеү тарихы донъя тарихы башланыу менән тап килеүе мөмкин. Тәүге яҙма документтар шумерҙарҙыҡы тип иҫәпләнә. Боронғо Месопотамия 25 быуатҡа яҡын йәшәгән.

Ваҡиғалар хронологияһы

үҙгәртергә
  • Б.э.т. IV меңйыллыҡ — Көньяҡ Месопотамиялағы Урук дәүере, бронза дәүере. Шумер цивилизацияһының нигеҙҙәре һалына, пиктографик яҙма менән яҙылған тәүге хужалыҡ документтары архивы, ғибәҙәтханалар, тәүге ҡалалар һәм башҡалар барлыҡҡа килә. Үрге Месопотамияла — бронза дәүере башланыуы, шумер колониялары (Хабуба Кабира, Джебель Аруда), тәүге ҡалалар барлыҡҡа килә.
  • Б.э.т. IV меңйыллыҡ аҙағы — III меңйыллыҡ башы — Көньяҡ Месопотамиялағы Джемдет Наср дәүере. Социаль айырмалыҡтарҙың тәрәнәйеүе, лидерҙарҙың һүрәттәре, ә дәүер аҙағына ҡарай Шумер дәүләттәре һәм династиялары барлыҡҡа килә.
  • Б.э.т. XXVIII — XXIV быуаттар — Месопотамияла Иртә династия дәүере. Шумер цивилизацияһының сәскә атыуы — ҡалалар, дәүләттәр, яҙыу, монументаль ҡоролмалар, ирригацион системалар, сауҙа, һөнәрселек, ғилем, әҙәбиәт һәм башҡалар ҙур үҫеш алалар. Өс этапҡа бүленә.
 
Ур ҡалаһының батшалар зыяратында табылған фигураларҙың береһе. Б.э.т. 2600—2400 йй.
 
Барни ярҙамы. Боронғо Вавилон, яҡынса б.э.т. 1800 й.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Емельянов В. В.  Древний Шумер. Очерки культуры. — СПб.: Петербургское востоковедение, 2001. — 368 с. — ISBN 5-352-00444-9.
  • История всемирной литературы. В 9 тт. Т. 1. — М.: Наука, 1983. — 584 с.
  • Клочков И. С.  Духовная культура Вавилонии: человек, судьба, время. — М.: Наука, 1983. — 207 с.
  • Крамер С. Н.  История начинается в Шумере. 2-е изд. — М.: Наука, 1991. — 233 с. — ISBN 5-02-016729-0.
  • Ладынин И. А., Ляпустин Б. С., Немировский А. А., Бухарин М. Д.  История Древнего Востока. — М.: Дрофа, 2009. — 640 с. — ISBN 978-5-358-01189-2.
  • Ллойд С.  Археология Месопотамии. От древнекаменного века до персидского завоевания. — М.: Наука, 1984. — 280 с. — (По следам исчезнувших культур Востока).
  • Оппенхейм А.  Древняя Месопотамия. Портрет погибшей цивилизации. 2-е изд. — М.: Наука, 1990. — 320 с. — (По следам исчезнувших культур Востока). — ISBN 5-02-016582-4.
  • Рагозина З. А.  История Халдеи с отдалённейших времен до возвышения Ассирии. — СПб.: Издание А. Ф. Маркса, 1902. — 472 с.
  • Франкфорт Г. А., Уилсон Дж. А., Якобсен Т.  В преддверии философии: духовные искания древнего человека. — М.: Наука, 1984. — 238 с.
  • Якобсен Т.  Сокровища Тьмы: история месопотамской религии. — М.: Восточная литература, 1995. — 293 с. — ISBN 5-02-016601-4.
  • Atlas de la Mésopotamie et du Proche-Orient ancien, Brepols, 1996 ISBN|2503500463.
  • Benoit, Agnès; 2003. Art et archéologie : les civilisations du Proche-Orient ancien, Manuels de l’Ecole du Louvre.
  • Bottéro, Jean; 1987.  (фр.) Mésopotamie. L'écriture, la raison et les dieux, Gallimard, coll. " Folio Histoire ", ISBN 2070403084.
  • Bottéro, Jean; 1995. Mesopotamia: writing, reasoning and the gods. Trans. by Zainab Bahrani and Marc Van de Mieroop, University of Chicago Press. ISBN 978-0226067278
  • Edzard, Dietz Otto; 2004. Geschichte Mesopotamiens. Von den Sumerern bis zu Alexander dem Großen, München, ISBN 3-406-51664-5
  • Hrouda, Barthel and Rene Pfeilschifter; 2005. Mesopotamien. Die antiken Kulturen zwischen Euphrat und Tigris. München 2005 (4. Aufl.), ISBN 3-406-46530-7
  • Joannès, Francis; 2001. Dictionnaire de la civilisation mésopotamienne, Robert Laffont.
  • Korn, Wolfgang; 2004. Mesopotamien — Wiege der Zivilisation. 6000 Jahre Hochkulturen an Euphrat und Tigris, Stuttgart, ISBN 3-8062-1851-X

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә