Амударъя́ (иҫк. Аму-Даръя) (таж. Амударё, үзб. Amudaryo, төркм. Amyderýa, фарс. آمودریا‎ «Аму» — Амуль тарихи ҡала исеменән һәм таж. Дарё — «йылға»; икенсе исеме: грек. «Oxos», латин. «Oxus», ғәрәп теленән «Джейхун»[1]) — Урта Азиялағы йылға.

Амударъя
таж. Амударё, үзб. Amudaryo, tk Amyderýa
Амударъя аша Тажикстан һәм Афғанстанды тоташтырыусы күпер
Амударъя аша Тажикстан һәм Афғанстанды тоташтырыусы күпер
Характеристика
Оҙонлоғо 2400 км
Бассейн 309 000 км²
Һыу сығымы 2000 м³/с (Атаморат ҡалаһы янында)
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Пәндж менән Вәхш
 · Урынлашыуы Памир таулы крайы
 · Координаталар 37°06′21″ с. ш. 68°18′22″ в. д.HGЯO
Тамағы Ҙур Арал диңгеҙе
 · Координаталар 44°06′30″ с. ш. 59°40′52″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Арал диңгеҙе

Илдәр Афғанстан Афғанстан, Тажикстан Тажикстан, Төркмәнстан Төркмәнстан, Үзбәкстан Үзбәкстан
Амударъя (Үзбәкстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Амударъя Викимилектә
Амударъя дельтаһы космостан, ноябрь, 1994 й.
Үргәнес янындағы Амударъя аша понтон күпере

Оҙонлоғо 1415 км, бассейн майҙаны 309 мең км² (Атаморат ҡалаһына тиклем).

Пәнж һәм Вәхш йылғалары ҡушылып, Арал диңгеҙенә ҡоя, ул ерҙә дельта бар. Урта ағымда Амударъяға өс ҙур уң ҡушылдыҡ ҡоя (Кафирниган, Сурхандаръя, Шерабад), бер һул ҡушылдыҡ (Ҡондоҙ). Һуңынан Арал диңгеҙенә тиклем бер йылға ла ҡушылмай.

Йылға ирегән ҡар, боҙ һыуынан туҡлана. Атамораттан Нүкискә тиклем тигеҙлек аша ағып, Амударъя улаҡ һыуын парға, инфильтрацияға, дымландырыуға юғалта. Амударъя һыу болғансығы буйынса Үҙәк Азияла беренсе урындарҙың береһен ала. Амударъяның улағы Тажикстанда (80 %), өлөшләтә Төньяҡ Афғанстанда барлыҡҡа килә. Һуңынан Афғанстан менән Үзбәкстан сиктәре аша үтеп, Төрөкмәнстан аша ағып, кире Үзбәкстан аша Арал диңгеҙенә ҡоя. Хәҙерге ваҡытта йылға һыуы дымландырыуға киткәс, Арал диңгеҙенә тиклем барып етмәй, был диңгеҙҙең һайлыҡлана барыуҙың төп сәбәбе.

Атаморат ҡалаһы эргәһендә уртаса һыу ҡулланыу кимәле 2000 м³/с тирәһе. Иң ҙур каналдар: Ҡараҡом, Аму-Бохар, һ.б.

Флора һәм фауна

үҙгәртергә

Амударъя йылғаһы үҙәне һәм дельтаһы туғай ландшафты менән билдәләнә. Хәҙерге ваҡытта Амударъя тамағында 61 төрлө туғай үҫемлеге бар, улар араһында: туранга, тал (5 төр), лох (1 төр), балғын, шәңгел, ломонос, ластовень, татлы тамыр. Ҡыуаҡлыҡ өлөшөндә гребенщик, ажирык, алабута, парнолистник, кермек, Акбаш, карабарак үҫә.

Амударъя һыуҙарында лысач, ағасаҡ, мыйыҡлы балыҡ, йәйен, ҡорман, чехонь, остролучка, аҡ амур, толстолобик[2]

Бадай-туғайҙа, башҡа туғайҙарҙа сүл бүреһе осрай. Ҡыуаҡтар араһында бурһыҡ, ҡамыш бесәйе, төлкө бар. Бөжәк ашаусыларҙан ҡолаҡлы терпе, кимереүселәрҙән ҡом ҡуяны, өй сысҡаны; ҡомаҡ, песчанка, һ.б.. Тояҡлыларҙан ҡабан, Бадай-туғайҙа — бохар боланы, шулай уҡ сүл яланҡүҙе, сыбар йылан күренә. Амударъя дельтаһында, күлдәр тирәһендә туҙбаш йылан бар.

 
Төрөк отряды Амударъяны кисеп сыға.
Н. Н. Каразин.

Боронғо заманда йылға бер нисә исем йөрөткән. Зороастрҙарҙың дини китабы Авестала «Вахш» (ғибәҙәт термины, һыу һәм уңыш алиһәһе), «Раха», «Ранха» йәки «Аранха». Грек тарихсылары Геродот, Ксенофонт, Полибий, Страбон, Птолемей үҙ эштәрендә уны «Аракс» тип атай. Геродот Амударъя тураһында 360 каналға бүленгән, 40 тамағы һаҙҙа юғала, бер тармағы ғына асыҡ ерҙән ағып, Каспий диңгеҙенә ҡоя, тип яҙған. Һуңынан, ошо мәғлүмәткә таянып, тикшеренеүселәр Узбой шул тармаҡ тип дәлилләргә тырыша. Әммә тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Амударъяның көнбайыш тармағы Һарыҡамыш күленә тиклем генә етә, ә Геродот яҙмалары тарихҡа тиклемге риүәйәттәрҙә нигеҙләнгән булған.[3]

 
Аму-Даръяның боронғо тармағы, 1887 йылғы баҫманан карта

Искәндәр Зөлҡәрнәй походы ваҡытында гректар Амударъяның урындағы тағы бер исеме менән таныша, ул грекса «Оксос» тип яңғырай. Табылған ҡушан тәңкәләрендә һыу аллаһы төшөрөлгән, «Окшо» («Охшо») яҙыуы булған. Урта быуаттарҙың хорезм авторҙарында йылға «Окуз» исемен йөрөтә. Шулай итеп, Амударъяға исемде уның төрлө өлөштөрендә йәшәгән халыҡ биргән.[4]

Хужалыҡтағы әһәмиәте

үҙгәртергә

Түбәнге яғында — балыҡсылыҡ, Төркмәнабад ҡалаһынан суднолар даими йөрөй. Амударъя буйында Үргәнес, Нукус, Термез ҡалалары, Амударъя ҡурсаулығы. Амударъя һыуҙары тулыһынса дымландырыуға китә. Донъялағы иң ҙур Ҡараҡом каналы Амударъяның 45 % һыуын ала. Шулай уҡ Амударъянан Аму-Бохара каналы сыға, ул Үзбәкстандың бөтә ерен дымландыра. Амударъя, һәм каналдар буйында мамыҡ, иген баҫыуҙары урын алған (Төркмәнстанда). Йылғала быуалар күп төҙөлгән (Тажикстанда), улар электр энергияһын етештерә. Дымландырыу өсөн йылдың күп өлөшөн Амударъя Арал диңгеҙенә тиклем ағып етә алмай, шуға диңгеҙ ҡапыл һайыға.

Бында шулай уҡ юғалып барған Амударъя көрәктанауҙарының берҙән-бер йәшәү урыны.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. АМУ-ДАРЬЯ
  2. Фауна заповедника Бадай-Тугай 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. История народов Узбекистана. — Л.: АН УзССР, 1950. — С. 42. — 476 с.
  4. История народов Узбекистана. — Л.: АН УзССР, 1950. — С. 43. — 476 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә