Аҡһаҡ Тимер, Тимер бине Тарағай Барлас (рус. Тиму́р; Тамерлан) — (8 апрель[1][2] 1336 йыл, Хужа Илгәр ауылы, хәҙерге Үзбәкстан — 18 февраль 1405 йыл, Утырар, хәҙерге Ҡаҙағстан; сығатай телендә تیمور (Temür‎, Tēmōr) — «Тимер») — Урта, Көньяҡ һәм Көнбайыш Азия, шулай уҡ Кавказ, Иҙел буйы һәм Русь тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, яулап алыусы. Атаҡлы йыhангир, әмир (1370 йылдан). Баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд булған империяға һәм Тимериҙәр нәҫеленә нигеҙ һалыусы.

Аҡһаҡ Тимер
Аҡһаҡ Тимер
Флаг
Флаг
Тимериҙәр империяһы әмире
1370 — 1405
Алдан килеүсе: Хөсәйен (1364–1370)
Дауамсы: Хәлил Солтан (14051409)
 
Дине: Сөнниҙәр
Тыуған: 8 апрель 1336({{padleft:1336|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Хужа Илгәр ауылы, Кеш (Шахрисабз, Үзбәкстан)
Үлгән: 18 февраль 1405({{padleft:1405|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)
Утырар (Шымкәнт янында, Ҡаҙағстан)
Ерләнгән: Гүр Әмир, Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан
Нәҫел: Тимериҙәр
Атаһы: Тарағай
Әсәһе: Тикенә-ҡатын
Ҡатыны: Тормош аға, Өлжәй Торҡан аға, Һарай мөлк ханым, Олос аға, Ислам аға, Төмән аға, Тоғдебе, Дилшат аға, Сулпан мөлк аға, Туҡал ханым, Ҡотлоғ аға, Тоғлоҡ тейен
Балалары: Йыһангир, Ғүмәршәйех, Мираншаһ, Шаһрух, Оҡабәгем, Солтан Бәхет аға, Бигейән, Сәғәҙәт солтан, Мусалла

Аҡһаҡ Тимерҙең исеме үҙгәртергә

Риүәйәттәргә , ғөмүмән, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына ҡарағанда, уны халҡыбыҙ Аҡһаҡ Тимер тип йөрөткән. Тулы исеме Тимер ибн Тарағай Барлас (Tīmūr ibn Taraġay Barlas — (аләм-насәб-нисба) ғәрәп традицияһына ярашлы Барластан Тимер Тарағай улы. Сығатай һәм монгол телдәрендә (икеһе лә алтай телдәренән) Temür йәки Темир — аңлашылып тора, башҡортса ла «тимер».

Сыңғыҙхан нәҫеленән булмағас, Тимер бөйөк хан исемен йөрөтә алмаған, үҙен тик әмир тип кенә атаған. Ләкин 1370 йылда сыңғыҙиҙар менән туғанлашып, Тимер Гурган исемен алған[3] (Timūr Gurkānī, (تيموﺭ گوركان), Gurkān — күрүгән йәки хүргән, «кейәү»; монголсанан фарсылашҡан вариант. Бынан һуң Тимер, хан нәҫеле сыңғыҙиҙар менән туғанлашып, уларҙың йорттарына иркен инә һәм теләгәнен эшләй алған[4]. Фарсы телендәге күп кенә сығанаҡтарҙа Тимур-э Лянг (Tīmūr-e Lang, تیمور لنگ) «Аҡһаҡ Тимер» тип аталғаны күренә, мыҫҡыллы ҡараш булғандыр инде[5] Был көнбайыш телдәргә (Tamerlan, Tamerlane, Tamburlaine, Timur Lenk) һәм рус теленә лә ингән,әммә исемдә кире ҡараш сағылмай һәм «Тимер» исеме менән ҡатар йөрөй.

Биографияһы үҙгәртергә

Барлас ырыуы бәге Тарағай улы. 1362 йылда моғол ханы Туғлаҡ Тимер уны Кеш (Шәһрисәбез) өлкәһе идарасыһы итеп билдәләй. Аҡһаҡ Тимер 1363 йылда Туғлаҡ Тимер улы Илъяс Хужа менән үҙ өлкәһенең мөстәҡиллеге өсөн көрәшә башлай, Бәлх һәм Сәмәрҡәнд ҡалалары идарасыһы Хөсәйен менән үҙ-ара берҙәмлек килешеүе төҙөй. 1365 йылда моғолдар ғәскәре уларҙың берләштерелгән көстәрен еңә, Сәмәрҡәнд ҡалаһын яулап ала. 1366 йылда Сәмәрҡәнд халҡы баш күтәрә, ҡала идарасылығына Хөсәйен менән Аҡһаҡ Тимер кире ҡайтарыла.

1370 йылда Аҡһаҡ Тимер арҡалашы Хөсәйен көстәрен үҙ-ара көрәштә еңә. Аҡһөйәктәр ҡоролтайҙа уны Сәмәрҡәнд вилайәте әмире тип иғлан итә. Шул уҡ йылда ул Сыңғыҙиҙар нәҫеленән булған Ҡаҙан ханы ҡыҙына өйләнә. Мәүәрәннәһер өлкәһенең фактик идарасыһына әүерелә. Үҙ биләмәләрен киңәйтеү маҡсатынан сығып, күрше ил-өлкәләрҙе баҫып ала башлай. 1381—1384 йылдарҙа Иран өлкәләрен буйһондора. 1387 йылда Алтын Урҙа биләмәһенә яу менән килә, 1388 йылда Хәрәзмде яулап ала. Волга буйындағы 2 оло һуғышта Туҡтамыш хан ғәскәрен тар-мар итә, байтаҡ ҡалаларҙы талап, емереп китә. 1398 йылда Һиндостанға баҫып инә, Дели ҡалаһын яулап ала, Төньяҡ Кавказ өлкәләрен тамам буйһондора.

1402 йылда көньяҡтағы көслө күршеһе, төрөк солтаны Баязит ғәскәрен Анкара ҡалаһы янында еңеүгә өлгәшә. Ҡытайға ҡаршы яу ойоштороп йөрөгәндә Утар ҡалаһында ҡапыл ауырып китеп вафат була. Ул идара иткән дәүерҙә Урта Азия дәүләте байтаҡ өлкәләрҙе үҙенә буйһондора (Иран, Хәрәзм, Хөрәсән, Пәнжәб, Кавказ аръяғы халыҡтары) һәм иң юғары иҡтисади, мәҙәни үҫешенә өлгәшә. Вариҫтары тарафынан Сәмәрҡәндта төҙөлгән Гүр Әмир мавзолей-төрбәһе донъя күләмендә танылған сәнғәт үрнәге булып тора.

1990-сы йылдарҙа Бөтә Үзбәкстан Тимер Әмир исемендәге тәриҡәт булдырыла, бер нисә ҡалала уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Аҡһаҡ Тимерҙең атаһы Мөхәммәт Тарағай йәки Турғай исемле[6], хәрбиҙәрҙән, Барлас монгол ырыуының төркиләшкән тармағынан, ваҡ ер биләүсе булған. Ибн Арабшаһ, Тимер төрки барлас булған тип яҙып ҡалдырған[4]:

«Телгә алынған солтандың (Тимерҙең) дүрт вәзире бар, улар эшләгән эштәр файҙалы ла, зарарлы ла булғылай. Ул кешеләр абруйлы һанала, һәм бөтәһе лә уларҙың фекеренә эйәрә. Ғәрәптә күпме ҡәбилә һәм ырыу булһа, төркиҙәрҙә лә шулнса уҡ. Вәзир һәр береһе ырыуының бер вәкиле булып, ырыуҙаштарының фекерен алға һөрә. Бер ҡәбиләһе арлат, икенсеһе — жалаир, өсөнсөһө — кавчин, дүртенсеһе — барлас тип атала. Тимер дүртенсе ҡәбиләнән».

[7][8][9][10].

Ҡайһы бер фараздар буйынса, тап Мөхәммәт Тарағай барластарҙың юлбашсыһы һәм ниндәйҙер Ҡарачар-нойон затынан, Сығатайҙың сыбыҡ осо нәҫеленән булған. Тимерҙең атаһы тәҡүә мосолман булған, остаҙы шәйех Шәмсетдин Күләлдән дин өйрәнгән[11].

Тимерҙең атаһының Балта исемле ир туғаны булған[12]

Мөхәммәт Тарағай ике тапҡыр өйләнгән: тәүге ҡатыны — Тиреҙең әсәһе Тәкинә-хатун[13].

Тимерҙең әсәһенең сығышы тураһында мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы. 1401 йылда Аҡһаҡ Тимер менән шәхсән һөйләшкән ғәрәп тарихсыһы һәм философы Ибн Халдун мәғлүмәттәре буйынса, әсәһе "Авеста"ла уҡ телгә алынған Манучехр батша затынан булған[14]

Тарағайҙың икенсе ҡатыны Ҡаҙаҡ-хатун, Тимерҙең Ширин-бек аға тигән һеңлеһенең әсәһе.

Мөхәммәт Тарағай 1361 йылда вафат булған һәм Шәһрисабзда ерләнгән. Уның кәшәнәһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Тимерҙең Ҡотлоғ-турҡан аға тигән апаһы һәм Ширин-бек аға тигән һеңлеһе булған. Улар Тимерҙәне алда вафат булған һәм Сәмәрҡәндтә Шаһи Зиндә комплексындағы кәшәнәләрҙә ерләнгән. «Мүғизз әл-әнсәб» сығанағына ҡарағанда, Тимерҙең Джуки, Әлим-шәйех һәм Сойорғатмыш тигән ир туғандары булған.

Алтын Урҙа яуҙары үҙгәртергә

Хан булып Туҡтамыш тәхеткә ултырғас Һарайҙағы ыҙғыштар туҡтатыла. Күк Урҙаның үҙаллылыҡ даулау Һарайҙа Ырыҫ хан (Мөхәммәт) идара иткәндә, XIV йөҙҙөң 70-се йылдарынан уҡ башлана. Әммә хан Күк Урҙаға айырылып сығырға ирек бирмәй, Каспий буйындағы Манғышлаҡтың башлығы Туйхужаны язалап үлтертә. Уның улы Туҡтамыш әле йәшерәк була, башыма етмәгәйҙәре тип, Аҡһаҡ Тимер янына ҡаса. Тимериҙәр дәүләте Сығатай улусында барлыҡҡа килгән һәм әлегә Үзбәкстан ерҙәрен биләгән дәүләт була.

Аҡһаҡ Тимер ул саҡта әле атаҡлы йыһангир булмай. Әммә хәлһеҙләнһә әле лә байлығын юймаған Алтын Урҙаны буйһондороу ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн, уның тәхетенә үҙенә буйһонған кешене ултыртып ҡуйыу насар булмаҫ ине тип фекер йөрөтә. Жучи нәҫеленән сыҡҡан ошо егеттән дә ҡулайырағы юҡтыр, бының хәленән килер тип, Туҡтамышҡа асыҡ йөҙ күрһәтә.

Аҡһаҡ Тимер ханзаданы ҙурлап ҡабул итә, әлегә яулап алынмаған ҡалалар, шул иҫәптән Күк Урҙаның сәйәси баш ҡалаһы Сығанаҡҡа идара итеү вазифаһын йөкмәтә. Шунан инде ул ҡалаларҙы яулап алыу өсөн хан улына ғәскәр бүлеп бирә. Әммә Ырыҫ хандың улдары Туҡтамыш ғәскәрен өс мәртәбә еңә. Фәҡәт дүртенсе бәрелештә генә Туҡтамыш Ырыҫ хандың кесе улы Тимермәликтең ғәскәрен тар-мар итә, үҙен язалап үлтертә (был ваҡытта инде Ырыҫ хан үҙе үлгән була).

Шунан инде Туҡтамыш ҙур ғәскәр туплап көнбайышҡа йүнәлә - башта Хәрәземде, һуңынан Һарайҙы яулап ала һәм күптән түгел Дмитрий Донской тарафынан еңелгән Мамайҙы Һарайҙан һөрөп сығара. Төмән артынан ҡыуа китеп, Калка йылғаһы буйында уның өҫтөнә килеп сыға һәм бөтә ғәскәрен тар-мар килтерә. Шулай итеп, Туҡтамыш үҙенә ҡаршы тора алырҙай төмәндән арына һәм бөтә Алтын Урда дәүләтенә хан булып тәхеткә ултыра. Был хәл 1380 йылдың көҙгө айҙарында була.

Алтын Урҙа тәхетенә ултырыу менән Туҡтамыш үҙенсә идара итергә күнегеп китә һәм Аҡһаҡ Тимерҙең дошманына әүерелә. Көс һынашырға тура киләсәген һәр кеме аңлай. Һуғыштың беренсе билдәләре 1385 йылда Әзербайжан тирәләрендә күренә башлай: Аҡһаҡ Тимерҙе ундағы байлыҡ йәлеп итә, ләкин ул дошманында ғәскәр ишлерәк икәнде абайлап ала, һуғышырға баҙмай. Көс һынашыу 1388 йылда Күк Урҙаның көнсығыш сигендә булып ала, тик бер генә яҡҡа ла файҙа килтермәй. Хәрәзем халҡының Туҡтамышҡа ярҙам иткәнен күреп, Аҡһаҡ Тимер тамам ҡотора һәм боронғо мәҙәниәт үҙәге булған Үргәнесте (Ургенч) таларға, емерергә бойороҡ бирә.

Туҡтамыш менән Аҡһаҡ Тимер араһындағы бик ҙур һуғыш 1391 йылдың 18 июнендә Алтын Урҙаның үҙәгендә - Иҙелдең һул яғындағы Ҡондорса йылғаһы буйында (хәҙерге Һамар өлкәһендә) була. Ғәскәрҙәр тигеҙ тиерлек - һәр яҡтан да 200 меңләп кеше ҡатнаша. Баштараҡ Туҡтамыш еңер, дошман ғәскәрен солғап алып тар-мар килтерер кеүек тойола. Әммә Аҡһаҡ Тимерҙең һуғышты яңыса алып барыуы, талантлы полководец булыуы еңеүгә килтерә. Өҫтәүенә, Туҡтамыштың ҡайһы бер ғәскәр башлыҡтары хыянат итә - дошман яғына сыға. Тарихи сығанаҡтар мәғлүм иткәнсә, Туҡтамыштың ярты ғәскәре тиерлек һуғыш яланында ятып ҡала. Аҡһаҡ Тимер ҙә күп кешеһен юғалта, шуға күрә, һуғыш яланында еңеүгә ирешһә дә, Һарайға барып етмәй, көнбайышҡа яу сапмай, арыу уҡ трофей ҡулға төшөрөп һәм шаҡтай күп дошман һуғышсыһын әсир итеп, Сәмәрҡәндкә ҡайтып китә.

Ләкин бындай оло юғалтыуҙарҙан һуң да Туҡтамыш яңынан көслө ғәскәр туплай ала. Тағы дүрт йылдан һуң, 1395 йылдың 15 апрелендә, Төньяҡ Кавказдың Терек йылғаһы буйында дошмандар тағы бер ҡат осраша. Ҡондорса йылғаһы буйындағы һымаҡ, баштараҡ Туҡтамыш ғәскәре оҫта ғына һуғыша, әммә дошман ғәскәренә аҙағына тиклем ҡаршы тора алмайҙар - еңеләләр. Шунан Туҡтамыш төньяҡҡа, Болғар яғына ҡаса. Уны эҙәрлекләп килеп, Аҡһаҡ Тимер күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - Алтын Урҙаның баш ҡалаһы Һарай-Бәркәне, тағы ла күп кенә мөһим ҡалаларын онтай-онтай Ҡырымға тиклем барып етә. Һарай-Бәркә, Гөлөстан, Үкәк, Бәлйәмин, Мажар кеүек ҡалаларҙы тамам ҡырып ташлай, ер менән тигеҙләй.

Аҡһаҡ Тимерҙең яулап алыуынан, емереүенән Алтын Урҙаға иҫ китмәле ҙур зыян килә. Ләкин уның Болғар олосон һәм ҡалаһын тар-мар итеүе факттар менән дәлилләнмәй.

Аҡһаҡ Тимер һәм башҡорт иле үҙгәртергә

 
Хөсәйенбәк ҡәберенең Аҡһаҡ Тимер тарафынан килтерелгән ташы. С. М. Проскудин-Горский фотоһүрәте, 1910 йыл.

Аҡһаҡ Тимер тарихи башҡорт ерҙәрендә байтаҡ эҙҙәр ҡалдырған. Шуларҙың береһе — бөгөн Варна тип аталған ҡала янындағы кәшәнә.

Шулай уҡ ул бөгөнгө Шишмә районының үҙәге янындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһен төҙөтөүе менән билдәле.

1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Дим йылғаһы буйына ғәскәре менән килеп еткәс, Хөсәйенбәктең ҡәберен күрә, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә.[15]. Кәшәнә тиҙ үк төҙөтөлә.

Кәшәнә тураһында легендалар төрлө. Мәҫәлән, кәшәнә һалдырған йылы Аҡһаҡ Тимер ҡайтып китеп өлгөрмәй, башҡорттар араһында ҡышлап ҡалырға мәжбүр була. Билдәһеҙ сәбәптәр менән, ғәскәренән бер нисә кеше үлеп ҡала. Кәшәнә янында алты ғәскәр башы ерләнгән тип һанайҙар. Тап шул ҡәберҙәрҙән боронғо Аҡзыярат (Аҡзират) барлыҡҡа килгән. Бында әле лә боронғо яҙыулы ҡәбер таштары тора[16]

Ҡондорса буйындағы яу башҡорт фольклорының бер нисә ҡомартҡыһында сағыла. «Һуңғы Һартай» хикәйәтендә һарт ырыуының, Туҡтамыш сиреүендә түгел, ә үҙ алдына тыуған илен ҡурғап, Тимер менән иң һуңғы кешеһе ҡалғанса һуғышыуы, иҫән ҡалған ҡарт ырыу башының тыуған ил ҡазаһы һәм яуҙа үлгән ырыуҙаштары өсөн һаман туҡтамай дошмандан үс алып йөрөүе хаҡында бәйән ителә.Риүәйәт буйынса, һуғышта һәләк булған Ялыҡ бейҙең улдары — ике батыр хөрмәтенә Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары аталған[17].

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи ҡобайырында башҡорт халҡының татар-монгол иҙеүенән ҡотолоу өсөн көрәше сағылдырыла. Был көрәш Алтын Урҙа хакимдарының үҙ-ара низағтарын һүрәтләү ерлегендә бирелә, Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәйҙең үҙ-ара ыҙғыштары үҙәктә тора, яуыз һәм мәкерле хан менән халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған ғәҙел башҡорт батырының көрәше рәүешле һүрәтләнә.

«Учалы» атамаһының сығышы тураһында легендар риүәйәт — Аҡһаҡ Тимергә бер ауылда башҡорттар ҡыҙ бирмәй, уныһы үс итеп шул тирәләге бөтә башҡорт ырыуҙарын туҙҙырып, халыҡты бөлдөрөүе тураһында, юлбаҫарҙарҙың буйһондоролған ерҙәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы көслөк менән әсирлеккә алыу күренеше бер ни тиклем идеаллаштырылған формала сағылыш тапҡан. Ә аҙаҡ инде, риүәйәт буйынса, бындағы халыҡ «үс алды» тигән, Учалы һүҙе ана шунан ҡалған[18].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Жан-Поль Ру. Тамерлан. М., 2005
  2. Джастин Мароцци. Тамерлан: Завоеватель Мира. М., 2008
  3. Султанов Т. И., Поднятые на белой кошме. Потомки Чингиз-хана. Алматы: Дайк-пресс, 2001, с.97
  4. 4,0 4,1 Ибн Арабшах. История амира Темура. Т., 2007
  5. Статья о Тимуре в энциклопедии Britannica
  6. Му‘изз ал-ансаб (Прославляющее генеалогии). Введение, перевод с персидского языка / примечания, подготовка факсимиле к изданию Ш. Х. Вахидова. — История Казахстана в персидских источниках. — Алматы: Дайк-Пресс, 2006. — С. 115—116, 120.
  7. Рахманалиев Р. Империя тюрков. Великая цивилизация. Тюркские народы в мировой истории с X в. до н. э. по XX в. н. э.. — Рипол Классик, 2009. — 726 с. — ISBN 9785386008475.
  8. M.S. Asimov & C. E. Bosworth. История цивилизаций Центральной Азии = History of Civilizations of Central Asia. «… One of his followers was […] Timur of the Barlas tribe. This Mongol tribe had settled […] in the valley of Kashka Darya, intermingling with the Turkish population, adopting their religion (Islam) and gradually giving up its own nomadic ways, like a number of other Mongol tribes in Transoxania …». — UNESCO Regional Office, 1998. — С. 320. — ISBN 92-3-103467-7.
  9. B.F. Manz. The rise and rule of Tamerlan. «… We know definitely that the leading clan of the Barlas tribe traced its origin to Qarchar Barlas, head of one of Chaghadai’s regiments … These then were the most prominent members of the Ulus Chaghadai: the old Mongolian tribes — Barlas, Arlat, Soldus and Jalayir …». — Cambridge: Cambridge University Press, 1989. — С. 28.
  10. Лин фон Паль. Месть Тамерлана. — М., 2008.
  11. Бартольд В. В. Сочинения т. 2. часть 2. М.,1964, с. 40
  12. Му‘изз ал-ансаб (Прославляющее генеалогии). Введение, перевод с персидского языка / примечания, подготовка факсимиле к изданию Ш. Х. Вахидова. — История Казахстана в персидских источниках. — Алматы: Дайк-Пресс, 2006. — С. 115—116, 120..
  13. Шараф ад-Дин Али Йазди. Зафар-наме. Т., 2008. С. 13
  14. Ibn Khaldun, Tārīkh Ibn Khaldūn (Beirut: Dār al-Kutub al-‘Ilmīyya, 2010), ed. Adel ibn Sa’d Vol. 7, pp. 543—552; Ibn Khaldun, Rihlah Ibn Khaldūn (Beirut: Dār al-Kutub al-‘Ilmīyya, 2019), ed. Muhammad al-Tanji, pp. 286—299
  15. Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар(недоступная ссылка)
  16. Бында Тамерландың эҙе һаҡлана [1](недоступная ссылка).
  17. Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть первая. Документы и материалы с древнейших времён до 1917 г. // Учебное пособие / Составитель: Гумеров Ф. Х. — Уфа: Китап, 1996. — С. 71. — 336 с. — ISBN 5-295-01671-74.
  18. Нәҙершина Ф. А. Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Тулыландырылған баҫма. — Өфө: Китап, 2011.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә



  Был хәрби эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.