Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (ғәр. الإمارات العربية المتحدة — әл-Имарат әл-Арабия әл-Муттахида) — ете әмирлектән (ғәр. إمارات — имарат, إمارة — имара) торған федератив дәүләт. Һәр әмирлек абсолют монархия төҙөлөшөндәге дәүләт: Әбү-Даби, Ғәжмән, Дубай, Рәс-әл-Хәймә, Үмм-әл-Ҡайуайн, Әл-Фүжәйрә һәм Шәржә (Шәрҡиә). Һанап үтелгән әмирлектәрҙең ҡайһы бере кәрлә дәуләт тигән төшөнсәгә тура килә. Иң ҙур әмирлек Әбү-Дәбиҙың әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең президенты булып тора. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы — Әбү-Дәби ҡалаһы.
| |||||
Девиз: «Аллаһ, Милләт, Президент» | |||||
Государственный гимн Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 2 декабрь 1971 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Абу-Даби | ||||
Идара итеү төрө | Федератив монархия | ||||
Президент | {{{Етәкселәр}}} | ||||
Дәүләт дине | ислам (сөнниҙәр) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
116 83 600 км² 0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Перепись (2005) • Халыҡ тығыҙлығы |
5.0 млн чел. (119) 4-авг чел. 99 чел./км² (110) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе |
271,1 млрд.United Arab Emirates. International Monetary Fund. долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
384,196 млрд. долл. 71 637,554 долл. | ||||
КПҮИ (2011) | ▲ 0,846 United Nations. 2010 (бик юғары) (30 урын) | ||||
Валюта | БҒӘ дирхамы (AED, код 784) | ||||
Интернет-домен | .ae һәм امارات.[d] | ||||
Код ISO | AE | ||||
МОК коды | UAE | ||||
Телефон коды | +971 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 4 |
Һәр әмирлек үҙ биләмәһендәге углеводородтарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙалана ала, шуға күрә иң эре һәм бай Әбү-Дәби әмирлегенең йоғонтоһо ҙур. Нефть запасының күләменә ярашлы, һәр әмирлек дөйөм сәйәсәтте билдәләүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, Дубай әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең хөкүмәт башлығы булып тора.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Азияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Ғәрәп ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан. Көнбайыштан — Сәғүд Ғәрәбстаны, көньяҡ-көнсығыштан Оман менән сиктәш.
Халҡы 8.5 млн кеше, күпселеге (70 % яҡын) көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан килгән эшселәр. Ерле халҡын нигеҙҙә сөнни мосолмандар тәшкил итә.
Ҙур нефть ятҡылыҡтары бар, нефть экспортлау эске тулайым продукттың байтаҡ өлөшөн алып тора (1980 йылда 73 %, 1995 йылда 41 %[2]). Иҡтисадтың нефть менән бәйле булмаған тармаҡтарын да үҫтереү һөҙөмтәһендә ЭТП-ла нефть тармағының өлөшө 2009—2013 йылдарҙа 40%-тан түбән була.[3]
Тарихы
үҙгәртергәФарсы ҡултығының көньяҡ һәм Оман ҡултығының төньяҡ-көнбайыш ярҙары буйлап урынлашҡан ҙур булмаған шәйехтәр биләмәләре VII быуатта урындағы халыҡ араһында ислам динен таратҡан Ғәрәп хәлифәлеге составына инә. Шул дәүерҙә Дубай, Шарджа, Фуджейра ҡалалары барлыҡҡа килә. Хәлифәлектең көсө кәмей барған һайын шәйехтәр биләмәләре ҙурыраҡ автономия ала бара. X—XI быуаттарҙа Ғәрәп ярымутрауының көнсығыш өлөшө кәрмәттәр дәүләте составына инә, ә ул тарҡалғандан һуң Оман йоғонтоһона эләгә.
XV быуат аҙағында төбәк Европа йоғонтоһона ылыҡтырыла. Көнбайыш державалар араһынан беренселәрҙән булып Португалия, Бахрейн һәм Джульфар, шулай уҡ Ормуз ҡултығын контроллеккә алып, ярымутрауҙа нығынып ҡала. XVIII быуатта яр буйындағы ғәрәп кенәзлектәренең, нигеҙҙә, сауҙа менән шөғөлләнгән халҡы караптары Фарсы ҡултығы порттары араһындағы йөктәр ташыуҙы үҙ ҡулдарына алған һәм урындағы халыҡты йәшәү сығанағы булған кәсепте алып барыуҙан мәхрүм иткән Бөйөк Британияға ҡаршы көрәшә башлай. Был хәл «Көнсығыш һиндостан компанияһы» һәм урындағы ғәрәп халҡы араһында бер туҡтауһыҙ низағтар башланыуға килтерә. Инглиздәр үҙҙәренә ҡаршы көрәш алып барған ғәрәптәрҙе пираттар, ә кенәзлектәр районын "Пираттар яры" тип атай.
Британия протектораты
үҙгәртергәКөнсығыш Һиндостан компанияһы даими рәүештә Фарсы ҡултығына хәрби экспедициялар ебәреп тора һәм 1820 йылда ете кенәзлектең әмирҙәре һәм шәйехтәренең был территорияла инглиздәрҙең өҫтөнлөк алыуына һәм аҙаҡ килеп Оманды өс өлөшкә — Оман имаматы, Масҡат солтанаты һәм «Пират ярына» бүлегесләнеүенә килтергән «Генераль килешеүгә» ҡул ҡуйырға мәжбүр итә. 1853 йылдан был кенәзлектәр дөйөм рәүештә «Килешеүле Оман» тип кенә атала.
Кенәзлектәр территорияларында инглиздәрҙең хәрби базалары булдырыла. Сәйәси власть инглиз сәйәси агенты ҡулында була. Шуға ҡарамаҫтан инглиз протекторатын урынлаштырыу төбәк өсөн хас булған патриархаль система емерелмәй. Урындағы халыҡ боронғо йолаларынан баш тартмай. Аҙ һанлы булыуҙары һәм ҡәбиләләр араһында бер туҡтауһыҙ талаш-тартыш булыуы сәбәпле, улар колонизаторҙарға етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмай.
Шулай ҙа был территорияларҙа элее-электән уңдырышлы Лива һәм Эль-Айн оазистарында йәшәгән Бани-яз (Мәҡтүмдәр нәҫеле) ҡәбиләһе өҫтөнлөклө тип таныла. 1833 йылда Бани-яздың (Мәҡтүмдәр нәҫеленең) бер тармағы оазистан китә һәм, бойондороҡһоҙ ҡала тип иғлан итеп, Дубайҙа төпләнә. Ошо көнгә тиклем Дубай әмирлегендә хакимлыҡ иткән Мәҡтүм династияһына бына шулай нигеҙ һалына.
1920-се йылдар башында Килешеүле Оманда бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башлана, ул бигерәк тә Шарджда һәм Рас-әл-Хәймәлә киң ҡолас ала. Ошо ваҡытта Әмирлектәр һәм бөтә Яҡын Көнсығыш — Фарсы ҡултығы тарихында һынылышҡа килтергән ваҡиға була — бай нефть запастары табыла.
1922 йылда инглиздәр шәйехтәрҙең нефть эҙләү һәм сығарыуға рөхсәт биреү хоҡуғына контроль булдыра, әммә Килешеүле Оманда нефть сығарылмай, һәм кенәзлектәр төп табышты ынйы меннән сауҙа итеүҙән ала. 1950-се йылдарҙа нефть сығара башлау менән төбәккә сит ил инвестициялары килә башлай, нефть һатыуҙан килгән табыш урындағы халыҡтың йәшәү кимәлен һиҙелерлек рәүештә күтәрергә булышлыҡ итә. Ләкин кенәзлектәр һаман да Британия протекторатына буйһона, 1964 йылда Ғәрәп дәүләттәре лигаһы быға ҡаршы сыға һәм ғәрәп халыҡтарының тулы бойондороҡһоҙлоҡҡа хоҡуғын иғлан итә. 1968 йылда, Бөйөк Британия хөкүмәтенең 1971 йылдың аҙағына тиклем Британия ғәскәрҙәрен Суэц каналынан көнсығыштараҡ урынлашҡан райондарҙан, шул иҫәптән Фарсы ҡултығы дәүләттәренән сығарырға йыйыныуы тураһындағы ҡарары иғлан ителгәндән һуң, кенәзлектәр Фарсы ҡултығының Ғәрәп кенәзлектәре федерацияһының ойошторолоуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Был Федерацияға Бахрейн менән Катар ҙа инергә тейеш була, ләкин улар аҙағыраҡ үҙаллы дәүләттәр ойоштора.
Бойондороҡһоҙ дәүләт
үҙгәртергә1971 йылдың 2 декабрендә Килешеүле Омандағы ете әмирлектәрҙең алтыһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре атамаһы аҫтында федерация булдырылыуы тураһында иғлан итә. Етенсе әмирлек, Рәс-Әл-Хәймә, федерацияға 1972 йылдың 10 февралендә инә[4].
Сәғүд Ғәрәпстанының ҡаты энергетика сәйәсәте арҡаһында, бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң ҡапыл ғына нефть һәм нефть продукттарына хаҡтар күтәрелә, был хәл яңы ойошҡан дәүләткә иҡтисади һәм тышҡы сәйәсәт өлкәһендә үҙаллы аҙымдар яһарға булышлыҡ итә. Нефттән килгән табыш һәм аҡсаларҙы оҫта рәүештә сәнәғәткә, ауыл хужалығына, мәғарифҡа, күп һанда ирекле иҡтисады зоналар булдырыуға йүнәлтеүгә бәйле Әмирлектәр ҡыҫҡа ғына ваҡытта сағыштырмаса яҡшы иҡтисади муллыҡҡа өлгәшә. Туризм һәм финанстар өлкәләре байтаҡҡа үҫешә.
Географияһы
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Ғәрәп ярымутрауының Фарсы ҡултығы һыуҙарынан йыуылған төньяҡ-көнсығыш өлөшө территорияһында ята. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ҡоро ерҙә көньяҡта һәм көнбайышта Сәғүд Ғәрәбстаны һәм көнсығышта Оман менән сикләшә. Төньяҡтағы яр буйҙары Фарсы ҡултығына тура килә, ҡаршы яҡта Иран, ә төньяҡ-көнсығышта 50 км алыҫлыҡта — Катар. Һәр бер әмирлектең биләгән майҙаны яҡынса Португалия майҙанына тиң. Әбү-Дәби әмирлегенә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре майҙанының 85 проценты тура килә; ә әмирлектәрҙең иң бәләкәйе — Аджман — ни бары 250 км².
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре территорияһының күп өлөшөн Руб-әл-Хали сүллеге биләй, ул — донъяла ҡом менән ҡапланған иң ҙур өлкәләрҙең береһе. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең яр буйҙарында тоҙ ятҡылыҡтары бар. Илдең төньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре тауҙарҙан тора. Фаунаһы: ғәрәп леопарды, тәбиғәткә кире ҡайтарылған ғәрәп ориксы, бер үркәсле дөйә һәм ҡырағай кәзәләр. Яҙғы һәм көҙгә ҡоштар миграцияһы мәлендә Үҙәк Азиянан һәм Көнсығыш Африканан килгән ҡоштар ил территорияһы аша үтә. Таулы өлкәләрҙән ситтәрәк урынлашҡан Фуджейра и Рас-Әл-Хәймә әмирлектәрендә илде йәшеллеккә күмеү программаһы һөҙөмтәләре булараҡ үҫемлектәр күп: илдең көнсығыш сигендәге Бураими оазисында хөрмә пальмалары урманы бар, ағастар муниципаль парктарҙан күсереп ултыртылған.
Климат
үҙгәртергәИлдең климаты бик эҫе һәм ҡоро (тропик сүллеге). Йыш ҡына ҡом бурандары була. Йәйге айҙарҙа күләгәлә уртаса эҫелек 40—45 °С була, ләкин йыш ҡына 50 °С градусҡа барып етә. Ҡышҡы температура: көндөҙ 20—23 °С, төнөн һыуыҡ, ләкин ҡырау төшмәй, булһа ла бик һирәк кенә. Яуым-төшөм юҡ тип әйтерлек, ноябрь һәм май айҙарында ғына бер аҙ ямғыр яуа, йыллыҡ норма яҡынса 100 мм.
Климаты флора өсөн ҡулай булмаһа ла Дубайҙа донъялағы иң ҙур сәскәләр паркы эшләй[5].
Халҡы
үҙгәртергәЦРУ-ның Факттар китабы мәғлүмәттәренә ярашлы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә 2021 йылда халыҡ һаны 9 856 612 тәшкил итә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 2019 йылда ил халҡының дөйөм һаны 9 771 000 кеше тәшкил итә; иммигранттарға был һандың 87,9 проценты тура килә. 2015 йыл мәғлүмәттәре буйынса Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре халҡының 11,6 проценты — әмирлектең төп халҡы, көньяҡ азиаттар — 59,4 % (Һиндостан кешеләре 38,2 %, Бангладештыҡылар 9,5 % , пакистанлылар 9,4 % , башҡа Көньяҡ Азия илдәре граждандары — 2,3 %, Мысырҙан — 10,2 %, Филиппиндан — 6,1 %, башҡа илдәр граждандары — 12,8 %[6].
Рәсми тел — ғәрәп теле, шулай уҡ инглиз, һинди, малаялам, урду, пушту, тагаль һәм фарсы[6] телдәре киң ҡулланыла. Ҡалаларҙа йәшәүселәр — 87,3 % (2021 йыл)[6].
Әмирлектәр халҡының 88 проценты ҡалаларҙа йәшәй. Иң ҙур һәм динамик рәүештә үҫә барыусы ҡала — 2,5 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Дубай. Башҡа эре ҡалалар — Әбү-Даби (баш ҡала), Шарджа, Әл-Айн һәм Фуджейра[6]. 2021 йылға тыуымдың дөйөм коэффициенты — бер ҡатынға 1,65 тыуым[6]. Белемлелек — 93,8 %; ир-егеттәр — 93,1 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 95,8 % (2015 йыл)[6]. 15 йәшкә тиклемге балалар — 14,45 процент, 15 йәштән 65 йәшкә тиклемгеләр — 83,65 %, 65 йәштән өлкәндәр — 1,9 %[6]. 2021 йылда 1000 кешегә 10,87 бала тыуған, үлем — 1000 кешегә 1,51, иммиграция — 1000 кешегә — 1,51, иммиграция 1000 кешегә — -3,18, халыҡ 0,62 процентҡа артҡан[6].
Дин
үҙгәртергәҺәмәлдә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең бөтә граждандары ла — мосолмандар, уларҙың 85 проценты — сөнниҙәр, һәм 15 проценты — шиғыйҙар. Әмирлектең миграция хеҙмәте мәғлүмәттре буйынса иммигранттарҙың яҡынса 55 проценты — шулай уҡ мосолмандар, 25 проценты — индустар, 10 проценты — христиандар, 5 проценты — будистар. Ҡалған 5 проценты сикхтар һәм бахаиҙар. Планлаштырыу министрлығы тикшеренеүҙәренә ярашлы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән (сит илдән граждандары ла инә) 4,1 млн кешенеңөстән дүрт өлөшө — мосолмандар.
Дубай — гурдвара һәм мандир булған берҙән-бер әмирлек. Һәр әмирлектә сиркәү бар. 2011 йылда христиандар тарихында беренсе тапҡыр Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре территорияһында православие диненең ғибәҙәтхана комплексы — Шарджела Изге Апостола Филипп сиркәүе төҙөлә[7] (Русская православная церковь).
Телдәр
үҙгәртергәҒәрәп теле — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең рәсми теле. Илдә шулай уҡ инглиз, һинди, урду, тагаль һәм фарсы телдәре ҡулланыла.
Дубайға урыҫ телле туристарҙың күп килеүен иҫәпкә алып, Дубайҙа бихисап урыҫса алтаҡталар (вывескалар) һәм иғландар хасил була, шулай уҡ туристар үҙәктәрендә, отелдәрҙә һәм магазиндарҙа күптәр урыҫ телендә һөйләшә[8].
Миграция сәйәсәте
үҙгәртергәИлдә эшсе көстәрҙең 90 проценты — Һиндостан, Пакистан һәм Бангладештан килгән иммигранттар. Сәйәси тотороҡлолоҡ, хәҙерге заман инфраструктураһы һәм илдәге иҡтисади йәһәттән уңайлы шарттар юғары квалификациялы мигранттарҙы ла, шулай уҡ түбән квалификациялыларын да үҙенә йәлеп итә.
Илдә иҡтисади үҫеште һәм юғары йәшәү кимәлен һаҡлау өсөн 1971 йылда хөкүмәт килеп эшләүсе работниктар өсөн ваҡытлыса программа булдыра, ул «Спонсор Кафала системаһы» (артабан — Кафала) тип атала һәм сит ил граждандарына һәм компанияларына эшләү өсөн миграттарҙы яллау мөмкинлеген бирә[9].
Административ-территориаль ҡоролош
үҙгәртергәӘмирлек | Оригиналь атамаһы |
Административ үҙәге |
Майҙаны, км² | Халҡы, чел |
---|---|---|---|---|
Әбү-Дәби | أبو ظبي | Әбү-Дәби | 67 340 | 1 463 491 |
Аджман | عجمان | Аджман | 259 | 260 492 |
Дубай | دبي | Дубай | 3 885 | 2 262 000 |
Рәс-Әл-Хәймә | رأس الخيمة | Рәс-Әл-Хәймә | 1 683 | 191 753 |
Умм-әл-Кайвайн | أم القيوين | Умм-әл-Кайвайн | 777 | 59 098 |
Әл-Фуджайра | الفجيرة | Әл-Фуджайра | 1 166 | 118 933 |
Шарджа | الشارقة | Шарджа | 2 590 | 656 941 |
Сәйәси ҡоролошо
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең дәүләт ҡоролошо республика һәм монарх ҡоролоштарының уникаль рәүештә үҙ-ара бәйләнешенән ғибәрәт. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ете әмирлектән — абсолют монархиянан торған федератив монарх дәүләте. Дәүләткә Абу-Даби әмире, хөкүмәткә Дубай әмире етәкселек итә.
Союздың Юғары советы
үҙгәртергәСоюздың Юғары советы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең дәүләт ҡоролошо иерархияһында алдынғы урынды биләп тора. Совет бөтә ете әмирлектең дә башлыҡтарынан тора. Совет дәүләттең дөйөм сәйәсәтен билдәләй, ә Министрҙар Советы был сәйәсәтте үткәргән өсөн Юғары Совет алдында яуаплы. Эске һәм тышҡы сәйәсәтте билдәләүҙән тыш Юғары Совет илдең дәүләт ҡоролошо принциптарын ҡайтанан ҡарарға хоҡуҡлы. Совет шулай уҡ Министрҙар Советы рәйесе посына кандидатураны раҫлай.
Совет съезы һәр йылдың октябрь айы башында үткәрелә, Совет сессия барышында һәр ике ай һайын пленар ултырыштар үткәрергә бурыслы. Рәйес шулай уҡ кәрәк булған осраҡта йәки совет ағзалары талабы буйынса советтың сираттан тыш ултырышын саҡырырға хоҡуҡлы. Ниндәй генә ҡарар ҡабул ителһә лә съезда Советтың биш ағзаһының ҡатнашыуы мотлаҡ, ҡатнашыусылар араһында Абу-Даби һәм Дубай вәкилдәре булырға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, Совет ултырыштары ябыҡ характерҙа була.
Президент
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре президенты вазифаһы баш ҡала Әбү-Дәби әмирлеге әмире вазифаһы менән берләштерелә. Әмирлек үҙе абсолют монархия булғанлыҡтан, уның власы ла, тимәк, бөтә дәүләттең дә власы мираҫ буйынса тапшырыла. 1966 йылға тиклем Әбү-Дәбиҙә, күрше Сәғүд Ғәрәбстанындағы кеүек үк, власты ағаһына йәки ҡустыһына тапшырыу ҡабул ителә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре президенты ҡораллы көстәрҙең юғары баш командующийы, Юғары оборона советы рәйесе булып тора. Дәүләт башлығы Юғары совет раҫлаған указдарға һәм ҡарарҙарға, Министрҙар советы ҡабул иткән норматив акттарға ҡул ҡуя. Бынан тыш, президент дипломатик корпус ағзаларын, юғары граждандар һәм хәрби чиновниктарҙы тәғәйенләй, амнистия иғлан итә йәки үлем хөкөмдәрен раҫлай.
Вице-президент вазифаһы бар. Вице-прозидент союздың Юғары советы тарафынан 5 йылға тәғәйенләнә.
2022 йылдың 14 майынан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре президенты вазифаһын шәйех Мөхәммәт ибн Зәйет Әл Нахайян биләй. Әл-Нахайян кланы Әбү-Дәби әмирлеге менән 250 йылдан ашыу идара итә.
Министрҙар советы
үҙгәртергәБашҡарма власть Министрҙар советынан тора, уның рәйесен президент тәғәйенләй һәм Юғары совет тарафынан раҫлана. Хөкүмәт вәкәләттәренә закон проекттарын һәм федераль бюджетты әҙерләү, закондарҙы һәм башҡа норматив акттарҙы үтәү өсөн ҡарарҙар һәм инструкциялар ҡабул итеү, суд ҡарарҙарын үтәүҙе күҙәтеү, халыҡ-ара килешеүҙәрҙе һәм килешеүҙәрҙе ратификациялау, дәүләттең башҡа юғары айырым бойороғон талап итмәгән федераль чиновниктарҙы һәм эштән сығарыу инә. Әлеге ваҡытта Министрҙар советын шәйех Мөхәммәт ибн Рәшит Әл Мактум етәкләй. Түбәндәге министрлыҡтар һәм уларға статусы буйынса тиңләштерелгән учреждениелар бар:
- Президент эштәре буйынса министрлыҡ
- Юғары совет эштәре буйынса министрлыҡ
- Министрҙар советы эштәре буйынса министрлыҡ
- Финанс һәм сәнәғәт министрлығы
- Энергетика министрлығы
- Юғары белем биреү һәм фәнни тикшеренеүҙәр министрлығы
- Мәғариф министрлығы
- Сит ил эштәре министрлығы
- Хеҙмәт һәм социаль үҫеш министрлығы
- Юстиция министрлығы
- Ауыл хужалығы министрлығы
- Иҡтисад һәм планлаштырыу министрлығы
- Мәғлүмәт һәм мәҙәниәт министрлығы
- Эске эштәр министрлығы
- Элемтә министрлығы
- Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
- Оборона министрлығы
- Административ үҫеш буйынса учреждение
- Федераль таможня хеҙмәте
- Электр һәм һыу ресурстары буйынса федераль хеҙмәт
- Тирә-яҡ мөхит буйынса федераль агентлыҡ
- Биржа хеҙмәте
- Шәхси милек буйынса федераль хеҙмәт
- Дәүләт аудитор хеҙмәте
Федераль милли совет
үҙгәртергәФедераль милли совет[10] закондар сығарыу власын кәүҙәләндерә, уның составына һәр әмирлектән вәкилдәр инә, уларҙың һаны конституцияға индерелгән һәм халыҡ һанына, теге йәки был әмирлектәге сәйәси һәм иҡтисади хәлгә бәйле билдәләнә. Һәр әмирлек Милли советҡа вәкилдәр һайлауҙың үҙ ысулын билдәләргә хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта Совет составына 40 депутат инә (8-әр депутат — Әбү-Дәбиҙән һәм Дубайҙан, 6-шар депутат — Ра-әл-Хайманан һәм Шарджинан һәм 4-әр депутат Фуджейро, Умм-әл- Кайвайна һәм Аджмандан).
Милли совет тулы мәғәнәлә закондар сығарыу органы түгел, сөнки ул закондар сығарыу инициативаһына эйә түгел. Уның вәкәләтенә Министрҙар советы тәҡдим иткән закондарҙы тикшереү һәм үҙ ҡарары буйынса төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индереү генә инә. Совет шулай уҡ теләһә ниндәй закон проектын кире ҡағырға хоҡуҡлы. Әммә был осраҡта президент союздың Юғары советы тарафынан раҫланғандан һуң закон ҡабул итергә хоҡуҡлы. Шулай итеп, Милли совет, конституцияла закондар сығарыу органы булараҡ тасуирланһа ла, ғәмәлдә кәңәш биреү-консультатив ролде башҡарыусы ғына булып тора.[10]
1972 йылдан 2006 йылға тиклем ғәмәлдә булған Федераль Милли совет ағзаларын әмирлектәр хакимдары итеп тәғәйенләү практикаһы үҙгәртелә, һәм әлеге ваҡытта Федераль Милли совет ағзаларының яртыһы һайлаусылар коллегияһы тарафынан һайлана, ә ҡалғандары әмирлектәрҙең хакимдары тарафынан тәғәйенләнә[11].
Юғары союз суды
үҙгәртергәСуд власы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең юғары федераль суды булған Юғары союз судынан тора. Ул рәйес һәм 4 бойондороҡһоҙ судьянан тора. Юғары суд әмирлектәр, Юғары союз ағзалары, федераль һәм урындағы власть араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй.
Тышҡы сәйәсәт
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре БМО, Ғәрәп дәүләттәре лигаһы, Ҡушылмаусылар хәрәкәте, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы һәм башҡа ойошмалар ағзаһы. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ойошторолған мәлдән алып рәсми рәүештә ҡушылмаған илдәр төркөмөнә инә һәм унда Көнбайыштан һәм Көнсығыштан бер үк алыҫлыҡта булыуҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән абсолют нейтралитет позицияһынан сығыш яһай. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Яҡын Көнсығыш мәсьәләләрен көйләүҙә Израиль ғәскәрҙәрен оккупацияланған ғәрәп территорияларынан тулыһынса сығарыу яҡлы. Улар шулай уҡ Фәләстин ғәрәп халҡының бөтә законлы хоҡуҡтарын, шул иҫәптән уларҙың үҙ дәүләтен булдырыу хоҡуғын тәьмин итеүҙе талап итә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Иран-Ираҡ һуғышы буйынса Ираҡты яҡлап сығыш яһай, уға матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтә, шул уҡ ваҡытта Иран менән иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡлай. Фарсы ҡултығындағы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советында (ССАГПЗ) ҡатнашыу мөһим әһәмиәткә эйә, унда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре төбәк тотороҡлоғон һәм хеҙмәттәшлекте тәьмин итеүҙең тәьҫирле механизмын күрә.
Граждандарын башҡа илдәргә визаһыҙ индереү принцибы буйынса дәүләттәр исемлеген төҙөгән Passport Index-тың йыллыҡ рейтингына ярашлы, 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре гражданының төп документы максималь балл йыя һәм был рейтинг алдында бара. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре паспорты хужалары визаһыҙ 167 илгә йөрөй ала, был индекста ҡатнашҡан дәүләттәрҙең 84 процентын тәшкил итә. 2016 йылдың 1 декабренә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре граданины паспорты Passport Index рейтингында 27-се урынды биләй.[12][13]
Ҡораллы көстәр
үҙгәртергәIHS Inc мәғлүмәттәре буйынса, Әмирлектәр планетала ҡорал импортеры булараҡ дүртенсе урында тора[14].
Валюта
үҙгәртергәЙөҙ йылдан ашыу ғәрәп кенәзлектәренең аҡса берәмеге булып һинд рупияһы тора. 1959 йылда Һиндостандың Резерв банкы улар өсөн махсус аҡса берәмеге — Фарсы ҡултығы рупияһын сығара башлай, ул һинд рупияһы урынына ҡулланыла. 1966 йылдың июнендә һинд рупияһының девальвацияһы арҡаһында, Фарсы ҡултығы рупияһының хаҡы 36,5 процентҡа арзанайыуы сәбәпле, кенәзлектәр был валютанан баш тарта. Әммә яңы аҡса берәмеген һайлауҙа уртаҡ фекергә килә алмайҙар, шуға күрә 1966 йылдың июнендә Әбү-Дәби кенәзлеге бахрейн динары тигән аҡса берәмеген индерә, ҡалғандар Сәғүд Ғәрәбстаны риялын ҡуллана башлай. 1968 йылдың сентябрендә Сәғүд Ғәрәбстаны риялы әйләнештән сығарыла һәм Катар һәм Дубай риалдарына алмаштырыла. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ойошторолғандан һуң 1971 йылда яңы аҡса берәмеге итеп Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре дирхамы (AED Dh) индерелә, 1973 йылдың 18 майынан әйләнешкә сығарыла. Катар һәм Дубай риалдары әйләнештән алына.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең дирхамы (AED, Dh) = 100 филс.
Иҡтисады
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре иҡтисадының нигеҙе - сей нефть һәм газды реэкспортлау[15], сауҙа, сығарыу һәм экспортлау. Көнөнә яҡынса 2,2 миллион баррель нефть сығарыла, уның күп өлөшө Әбү-Дәби әмирлегендә етештерелә. Башҡа нефть етештереүселәр: Дубай, Шарджа һәм Рас-эль-Хайма. Нефть Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре иҡтисадының бер нисә тиҫтә йыл эсендә тиҙ үҫешен тәьмин итә, әммә иҡтисадтың башҡа секторҙары, бигерәк тә тышҡы сауҙа ла ярайһы уҡ тиҙ үҫешә.
Джәбәлл Әл Дубай коммерция үҙәге һәм уның сиктәш ирекле зонаһы сит ил инвестицияларын әүҙем йәлеп итә.
2013 йылда илгә 15 миллиондан ашыу сит ил турисы килә.[16]
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Алыҫ Көнсығыштың һәм Европаның производство иҡтисади юлдары араһындағы ярты юлда ята, был илдең халыҡ-ара иҡтисади үҙәгенә әүерелеүенә булышлыҡ итә. Илдә транзит транспорт инфраструктураһы яҡшы үҫешкән, атап әйткәндә, халыҡ-ара аэропорттар бар: Әбу-Дәби, Дубай, Шардже, Рас-эль-Хайма, Фуджейре һәм Әль-Айне; Әль-Мактум аэропорты төҙөлә. Уларҙың иң ҙурҙары — Әбү-Дәби һәм Дубайҙа. Уларҙағы һауа транспорты менән 2010 йылда 50 млн. кеше файҙаланған, шулай уҡ фрахта күләмдәре лә арта бара.
Аэропорттар һәм диңгеҙ порттарынан тыш, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә телекоммуникациялар бик үҫешкән.
Халыҡтың ғына түгел, ә һуңғы 25 йыл эсендә ултыртылған 100 млн. ағасҡа һибеү өсөн дә ҡулланылған сөсө һыуға ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн заманса биналар һәм һыуҙы сөсөләндереү буйынса заводтар төҙөүгә байтаҡ инвестициялар һалына.
Һуңғы ваҡытта нефть сығарыу һәм эшкәртеүҙән алынған килемдең дөйөм эске тулайым продукт күләмендәге (ВВП) өлөшө кәмей, был хөкүмәттең иҡтисадты диверсификациялау сараларын үткәреүенә бәйле.[17] Бер үк ваҡытта Тулайым милли продукт (ВНП) структураһында иҡтисадтың башҡа секторҙары, шул иҫәптән төҙөлөш, сауҙа, туризм һәм ауыл хужалығының әһәмиәте арта. Яуым-төшөм кимәле бик түбән һәм йылғаларҙың булмауы сәбәпле, ерҙең емешһеҙ һәм ҡоро булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығына инвестициялар һыуҙы сөсөләндереү буйынса заводтар төҙөргә ярҙам итә, был хәл иҡтисадтың был тармағын үҙаллы һәм килемле итә. Ҡайһы бер урындағы ауыл хужалығы культуралары, мәҫәлән, ер еләге, хатта Европаға экспортҡа сығарыла.
Япония — сауҙа буйынса иң эре партнер, ул Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең нефть һәм газ экспортының иң ҙур өлөшөн ала, шулай уҡ транспорт саралары, электроника һәм ҡулланыусылар өсөн төрлө изделиелар ҙа уларға сығарыла.
Рәсәй менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһындағы тауар әйләнеше 2007 йылда 27 процентҡа арта, яҡынса 821 миллион АҠШ доллары (771 миллион даллар — Рәсәй экспорты һәм 50 миллион доллар — әмирлек экспорты) тәшкил итә. 2008 йылда тауар әйләнеше 846,4 миллион АҠШ доллары, ә 2009 йылда 670,6 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. 2010 йылдың сентябрендә Дубай Әмирлегенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эгидаһы аҫтында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Дубайҙа Рәсәй йүнселдәре советы теркәлә.[18][19]
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге бизнес
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (БҒӘ) властары ил граждандарына 100 миллион долларға яҡын бурыстарын кисерергә ҡарар итә[20][21].
2022 йылдың апрелендә Дубайҙың вариҫ принцы Хамдан ибн Мөхәммәт Әл Мактум Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә 100,73 миллион доллар күләмендә венчур фонды булдырыу тураһында иғлан итә. Фондты июндә эшләтә башлау планлаштырыла, уның аҡсаһы төрлө стартаптарҙы финанслауға йүнәлтеләсәк, был Дубайға бөтә донъянан инвесторҙарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.[22]
Транспорт
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта транспорттың төп төрө булып автомобилдәр тора, бында күпселек юлдар асфальт менән ҡапланған. Илдә эре халыҡ-ара аэропорттар, порттар эшләй. 2009 йылдың 9 сентябрендә Дубайҙа метрополитендың беренсе линияһы асыла. 2015 йылда инде 2 тармаҡ метро һәм 47 станция эшләй. Трамвай системаһы 2014 йылдың 11 ноябрендә Дубай Марина районында асыла. Трамвай линияһы метроны ике станция менән тоташтыра. Пассажирҙарҙы трамвайҙан Пальма Джумейра утрауы аша Атлантис отеленә тиклем алып барыу өсөн Джумейро Монорельс вагоны йөрөй. Бында автобустар ҙа бар, ләкин был транспорт селтәре әллә ни үҫешмәгән, сөнки граджандарҙың күбеһе шәхси транпортты йәки такси файҙаланыуҙы хуп күрә. 11 төп автобус маршруты бар, улар Дубайҙы илдең башҡа өлөштәре; Аджман, Умм-әл-Кайвана, Рас-әл- Хайма, Фуджайра һәм Әбү-Дәби менән бәйләй.Тимер юлдарға Etihad Rail дәүләт компанияһы идара итә.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең традицион ғәрәп һәм ислам ҡиммәттәрен сағылдырған бай мәҙәниәте һәм мираҫы бар. Тирә-яҡ мөхит һәм урын шулай уҡ йәшәү рәүешенә йоғонто яһай.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре — закондары шәриғәт ҡануниәтенә нигеҙләнгән мосолман иле. Бында закон тарафынан урамда эскән килеш (бының өсөн төрмәгә эләгергә мөмкин) йәки ҡуҙғытыусан кейемдә (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла) булыу тыйыла. Әммә һуңғы йылдарҙа туристарҙың күп булыуы арҡаһында Европа традициялары яғына күсә.
Һуңғы йылдарҙа урындағы халыҡ араһында белем юғары баһалана башлай, шуның арҡаһында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә донъя кимәлендәге яҡшы юғары уҡыу йорттары булдырыла, донъяның иң эре техник алдынғы компанияларының фәнни-уҡыу үҙәктәре асыла.
2007 йылдан Әбү-Дәбиҙә Яҡын Көнсығыш халыҡ-ара кинофестивале үткәрелә.
Байрамдар
үҙгәртергәДатаһы | Урыҫса атамаһы | Урындағы атамаһы |
---|---|---|
15 ноябрь | Яңы йыл | ғәр. السنة الجديدة |
Зөл-хиджә 10 | Ид әл-Адха | ғәр. عيد الأضحى |
Мөхәррәм 1 | Мосолман Яңы йылы | ғәр. رأس السنة الهجرية |
Мөхәррәм 10 | Ғәшүрә | ғәр. عاشوراء |
Раби әл-әүүәл 12 | Пәйғәмбәрҙең тыуған көнө | ғәр. مَوْلِدُ آلنَبِيِّ |
7 август | Шәйех Зәйд ибн Солтан ан-Нахайяндың тәхеткә ултырыуы | |
Рәжәб 17 | Мөхәммәттең күтәрелеүе | ғәр. الإسراء والمعراج |
2 декабрь | Милли көн | Әл-Ид Әл-Ватани (العيد الوطني) |
1-се шәүүәл | Ид-әл-Фитр | ғәр. عيد الفطر |
Аш-һыу әҙерләү
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә аш-һыу әҙерләү тулыһынса тиерлек Ливандан үҙләштерелгән. Иң киң таралған ризыҡтар: әл-харрис (бойҙай орлоҡтары менән бергә бешерелгән һарыҡ ите), люля-кебаб, әл-маджбус (дөгө, помидор һәм картуф менән бешерелгән һарыҡ ите), шаурма, хумус, мутаббаль (кунжот пастаһы менән баклажан ыуылдырығы), табуле (ғәр. تبولة. تب ;ولة булгуранан һәм тарынан салат).
Интернет
үҙгәртергәБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә 2007 йылда илдә интернетты ҡулланыуҙы көйләү буйынса федераль закон ҡабул ителгән. Уның буйынса түбәндәгеләр тыйыла:
хакерҙар эше; изге урындарҙы һәм дини йолаларҙы мыҫҡыллау; ислам диненә ҡаршы көрәш; ғаилә ҡиммәттәрен һәм нигеҙҙәрен һанға һуҡмау; әҙәплелекте һәм дөйөм тәртипте боҙоуға йүнәлтелгән программаларҙы хуп күреүсе кешеләр өсөн сайт булдырыу; террористик төркөм заказы буйынса уйлап табылған исем аҫтында, шул төркөм етәкселеге менән хеҙмәттәшлекте ябайлаштырыу йәки үҙҙәренең идеологияһын пропагандалау һәм финанслау, йәки террористик акттар өсөн бомба һәм башҡа шартлатҡыс мәтдәләрҙе эшләү маҡсаттарында, сайт булдырыу һәм халыҡҡа еткереү.
2011 йылға ҡарата илдә "Медиа-Сити" һәм "Интернет-Сити" телекоммуникация үҙәктәре, шулай уҡ Әбу-Дәбиҙә кино, радио һәм телевидение өлкәһендә ғәрәп белгестәрен йәлеп итеү һәм ғәрәп илдәренән килгән мәғлүмәт ресурстарын һәм материалдарҙы булдырыусыларға ярҙам итеү маҡсатында яңы мәғлүмәт зонаһы эшләй.[23]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ Economic Development in the UAE 2015 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ UAE Economic Insight 2013 . 2017 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ [ Kourosh Ahmadi, Islands and International Politics in the Persian Gulf: The Abu Musa and Tunbs in Strategic Context (Routledge, 2008) p96]
- ↑ ToDubai.Ru | Новости Дубая и ОАЭ, а также туризма и бизнеса . Дата обращения: 20 февраль 2019. Архивировано 19 февраль 2019 года.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 file-icon . Дата обращения: 25 август 2021. Архивировано 9 ғинуар 2021 года.
- ↑ Юрий Сидоренко стал первым украинцем, построившим православный храм на Аравийском полуострове . Архивировано 25 апрель 2014 года. 2014 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Информация о стране/www.medela.ru . Дата обращения: 13 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 14 март 2012 года. 2012 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Миграционная политика Объединенных Арабских Эмиратов: проблемы и перспективы . cyberleninka.ru. Дата обращения: 28 июнь 2019. Архивировано 28 июнь 2019 года.
- ↑ 10,0 10,1 Государственное устройство ОАЭ . Дата обращения: 13 февраль 2015. Архивировано 13 февраль 2015 года. 2015 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ В ОАЭ сформирована половина состава Федерального национального совета . Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 26 февраль 2021 года.
- ↑ Global Passport Power Rank | The Passport Index 2018 . Дата обращения: 2 декабрь 2018. Архивировано 15 сентябрь 2017 года.
- ↑ UAE passport ranked most powerful globally . Дата обращения: 2 декабрь 2018. Архивировано 2 декабрь 2018 года.
- ↑ Эмираты наращивают военную мощь 2022 йыл 19 февраль архивланған. // «Expert Online», 27 ноя 2015
- ↑ Внешняя торговля ОАЭ 2013 йыл 3 декабрь архивланған. | Страноведческий каталог «EconRus»
- ↑ Страны мира. «Наука», М., 2014.
- ↑ Экономика : ОАЭ: последствия диверсификации . Дата обращения: 15 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 21 апрель 2013 года.
- ↑ Посольство России в ОАЭ . Архивировано из [www.uae.mid.ru/doc/doc1.htm оригинала] 15 сентябрь 2012 года.
- ↑ Российский Совет предпринимателей в Дубае . Дата обращения: 15 март 2022. Архивировано 2 февраль 2017 года.
- ↑ {title} .
- ↑ {title} .
- ↑ Наследный принц Дубая анонсировал запуск венчурного фонда на $100 млн . РБ.РУ. — новость. Дата обращения: 15 май 2022. Архивировано 15 май 2022 года.
- ↑ Блинов Андрей Андреевич Интернет в арабском мире // Восточная аналитика. — 2011. — № 2. — С. 191.
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |