Парфия
Па́рфия — борон Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан биләмә. Б.э.т VI быуаттан алып Искәндәр Зөлҡәрнәйяулап алғанға тиклем ул, Парфия Әһәмәниҙәр дәүләте сатрапияларының береһе булған, артабан селевкиҙәр дәүләте составына ингән, ә беҙҙең эраға тиклемге 250 йылдан беҙҙең эраның 227 йылына тиклем был территорияларҙа Парфия батшалығы булған. Селевкиҙәр дәүләте бөлөнә барған һайын Парфия көсәйә һәм киңәйә. Парфия батшалығы сәскә атҡан осоронда Вавилониянан алып Иран аша Һинд үҙәндәренә тиклем йәйрәп ятҡан. Парфия батшалығы 227 йыл тирәһендә, Сәсәниҙәр дәүләте барлыҡҡа килгәс, йәшәүҙән туҡтай [1]
Парфия | |
Культура | Большой Иран[d] |
---|---|
Алмаштырылған | Хөрәсән[d] |
Парфия Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәПарфия дөйөм һыҙатланышта төньяҡ-көнсығыш Иран һәм Көньяҡ Төркмәнстан менән тура килә. Ул төньяҡтан Ҡараҡом менән сиктәш, биләмәләренә Копетдаг тауҙары һәм көньяҡтан Дәште Кәүир сүлдәре ингән. Уның менән көнбайышта Мидия,төньяҡ-көнбайышта Гиркания, төньяҡ-көнсығышта Маргиана һәм көньяҡ-көнсығышта Арея (Герат оазисы) сиктәш булған. Ул 3 өлкәгә: Астауэна, Парфиена һәм Алаварктикенаға бүленгән булған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Parthia // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- Парфия // Энциклопедия Кольера. — Открытое общество, 2000.
- Парфия // Библейская энциклопедия. — 3-е. — М.: ЛОКИД-ПРЕСС, 2005. — 768 с.: ил с. — (Библиотека энциклопедических словарей).
- Парфия и Парфяне // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)