Һинд океаны
Һинд океа́ны — Ер йөҙөндәге океандар араһында ҙурлығы буйынса өсөнсө урында тора. Һыу өҫтөн ҡаплау даирәһе 20 % тирәһе. Уның майҙаны 76,17 миллион км², күләме — 282,65 миллион км³. Океандағы иң тәрән урын Зонд һыулығында иҫәпләнә (7729[1] м). Төньяҡта — Азияның, көнбайышта — Африканың, көнсығышта — Австралияның, көньяҡта Антарктиданың ярын йыуа. Атлантик океан менән сиге 20° меридиана буйылап көнсығыш оҙонлоҡта һуҙыла. Тымыҡ океан менән 146°55’ меридианаһында көнсығыш оҙонлоҡта, Иң төньяҡ нөктәһе төньяҡ киңлектең 30° урынлашҡан. Ул Фарсы ҡултығында. Киңлеге яҡынса Австралия менән Африка араһында 10 000 км.
Һинд океаны | |
---|---|
Майҙаны | 76 170 мең км² |
Күләме | 282 650 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 7729 м |
Уртаса тәрәнлек | 3711 м |
![]() |
ЭтимологияҮҙгәртергә
Боронғо гректар үҙҙәренә таныш булған океандың көнбайыш өлөшөн Эритрей диңгеҙе (бор. грек. Ἐρυθρά θάλασσα -ҡыҙыл,- тип йөрөткәндәр. Иҫке урыҫ сығанаҡтарынан күренеүенсә ҡара — Ҡара диңгеҙ. Океан булараҡ исеме Һиндостанға бәйле. Һиндостан ул ваҡытта бай ил булған. Б.э.т. IV быуатта Александр Македонский Индикон пелагос (бор. грек. Ἰνδικόν πέλαγος) — «Һинд диңгеҙе» тип атай. Ғәрәптәрҙә Бар-эль-Хинд (хәҙерге ғәр. المحيط الهندي — әл-му̣хӣ̣т әл-hиндий) — «Һинд океаны» булараҡ йөрөй.
XVI быуаттан рим ғалимы Өлкән Плиний тарафынан I быуатта уҡ аталған Океанус Индикус (лат. Oceanus Indicus) исеме нығынып килгән — Һинд океаны[2].
Физик-географик ҡылыҡһырламаҮҙгәртергә
Океандар | Майҙан һыу өҫтө, млн.км² |
Күләме, млн.км³ |
Уртаса тәрәнлеге, м |
океандың иң тәрән урындары, м |
---|---|---|---|---|
Атлантик | 91,66 | 329,66 | 3597 | Пуэрто-Рико һыулығы (8742) |
Һинд | 76,17 | 282,65 | 3711 | Зон һыулығы (7209) |
Боҙло | 14,75 | 18,07 | 1225 | Гренланд диңгеҙе (5527) |
Тымыҡ | 178,68 | 710,36 | 3976 | Мариана сөңгөлө (11022) |
Донъя | 361,26 | 1340,74 | 3711 | 11 022 |
Дөйөм мәғлүмәттәрҮҙгәртергә
Һинд океаны Ҡыҫала тропигынан Евразия араһында төньяҡта, Африканан көнбайышта, Афстралиянан көнсығышта һәм Антрактиданан көняҡта башлыса көньяҡҡа һуҙылған[4]. Атлантик океан менән сиге Энәле морононан мердианаль буйынса уҙа (20° в.д. Антарктида ярҙарынаса (Мода королеваһы Ере)).
Тымыҡ океан менән сиге Австралиянан көньяҡтараҡ Бассатр ҡултығынан алып Тасмания утрауҙарынаса, артабан 146°55’ меридианаһы буйынса Антарктикағаса.
Австралиянан төньяҡтараҡ — Андаман диңгеҙе һәм Малакк ҡултығы арауығында, артабан Суматра утрауҙары ярҙарының көньяҡ-көнсығышынан, Зонд ҡултығына, Ява утрауҙарының көньяҡ ярынан, Бали диңгеҙҙәренән һәм Савуҙың көньяҡ стгенән, Арафур диңгеҙенең төньяҡ сигенән, Яңы Гвинеяның көньяҡ-көнбайыш ярынан һәм Торресов ҡултығынан үтә[5].Ҡайһы саҡ океандың көньяҡ өлөшөн, төньяҡ сиген көньяҡ киңлектең 35°-нан (һыу һәм атмосфераның әйләнеш билдәләре буйынса) көньяҡ киңлектең 60°-наса (диңгеҙ төбөнөң рельефтар характере буйынса), әлегәсә рәсми рәүештә билдәләнмәгән Көньяҡ океанға индерәләря[6].
Океандың формалашыу тарихыҮҙгәртергә
Иртә Юра осоронда боронғо суперконтинент Гондвана бүленә башлай. Нәтижәлә Африка, Һиндостан, Антарктида һә Автрия плитәләре барлыҡҡа килә. Был процесс Юра осоронда тамамланып Аҡбур осоро (бынан 140-130 миллион йылдар элек) башланған ваҡытта тамамлана. Ошо осорҙа Һинд океаны уйһыулыға формалаша башлай. Һиндостан плитәһе төньяҡҡа күсеү, Тымыҡ һәм Тетис океандарының майҙаны бәләкәйләнеү иҫәбенә Һинд океанының майҙаны ҙурая. Аҡбур осоро аҙағында бер бөтөн булған Автралия-Антарктика материгы бүленә. Ошо осорҙа Ғәрәбстан плитәһе Африканан айырылы, Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Аден ҡултығы барлыҡҡа килә. Кайнозой эраһы башында Һинд океанының Тымыҡ океан яғына ҙурайыуы туҡтала, Тетрис диңгеҙе яғына киңәйеүе дауам итә. Эоцен эраһы аҙағында — олигоцен эраһы башында Һиндостан плитәһа Азия плитәһе менән бәрелешә[7].
Тектоник плитәләрҙең хәрәкәте хәҙер ҙә дауам итә. Африка- Антарктида һырты, Үҙәк Һиндостан һырты, Австралия- Антарктида ҡалҡыулыға был хәрәкәттең күсәре булып тора. Австрия плитәһе төньяҡҡа табан йылына 5-7 см-ға күсә. Шул уҡ йүнәлештә йылына 3-6 см тиҙлектә Һиндостан плитәһе лә күсә. Ғәрәбстан плитәһе төньяҡ-көнсығышҡа табан йылына 1-3 см тиҙлектә шыуыша. Африка плитәһенән төньяҡ-көнсығышҡа табан йылына 1-2 см тиҙлектә Самали һәм Көнсығыш Африка плитәләре айырыла бара. [8]. 2004 йылдың 26 декабрендә Һинд океанының Симёлуэ янында бығаса күҙәтелмәгән 9.3 магнитудалы ер тетрәү булды. Ер тетрәүҙең сәбәбе — 1200 км киңлектәге (ҡаһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1600 км) Һиндостан плитәһе 15 метрға Бирма плитәһе аҫтына кереп киткән. Ер тетрәүҙән барлыҡҡа килән цунами ҙур емеректәр һәм ҡорбандарға сәбәпсе була (300 мең тирәһе кеше) [9].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Зондский жёлоб — Географической энциклопедии.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — 2-е изд., стереотип.. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2001. — С. 75—76.
- ↑ Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы. — М.: ГУНК МО СССР, 1980. — С. 84—119.
- ↑ Физическая география материков и океанов / Под общей ред. А.М.Рябчикова. — М.: Высшая школа, 1988. — С. 527—530.
- ↑ Большая Российская энциклопедия. Т.11. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2008. — С. 228.
- ↑ Южный океан . Российские универсальные энциклопедии Брокгауз-Ефрон и Большая Советская Энциклопедия объединенный словник. Дата обращения: 24 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
- ↑ Ушаков С.А., Ясаманов Н.А. Дрейф материков и климаты Земли. — М.: Мысль, 1984. — С. 142—191.
- ↑ Ушаков С.А., Ясаманов Н.А. Дрейф материков и климаты Земли. — М.: Мысль, 1984. — С. 10—15.
- ↑ Землетрясение в Индийском океане в 2004 году. Данные цунами . Цунами.ком. Дата обращения: 20 июнь 2012. Архивировано 23 июнь 2012 года. 2012 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
БиблиографияҮҙгәртергә
- Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы. — М.: ГУНК МО СССР, 1980.
- Физическая география материков и океанов / Под общей ред. А.М.Рябчикова. — М.: Высшая школа, 1988.
- Нейман В.Г., Бурков В.А., Щербинин А.Д. Динамика вод Индийского океана. — М.: Научный мир, 1995. — С. 223. — ISBN 5-89176-023-1.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Портал «География» | |
Һинд океаны Викимилектә | |
Һинд океаны Викияңылыҡтарҙа |
- Информация о Индийском океане 2013 йылдың 16 август көнөндә архивланған.
- The Indian Ocean in World History: Educational Website