Сәмәниҙәр
Сәмәниҙәр (фарс. سامانیان Sāmāniyān) — Сәмәниҙәр дәүләтенә нигеҙ һалып, Бөйөк Хөрәсән һәм Мәүәрәннәһер ерҙәрен 875—999 йылдарҙа биләгән хакимлыҡ итеүсе династия. Династияны Сәмәнхоҙа башлап ебәргән, ул Бәлх провинцияһының Сәмән төбәгенәнме , бәлки Сәмәрҡәнд янындағы Сәмән ауылынан булғанмылыр - төрлө фараздар йәшәп килә. Сәмәниҙәр дәүләтенең иң ҡеүәтле сағы 892—907 йылдарға, Исмәғил Сәмәни идара иткән ваҡытҡа тура килә. Күпселек ғалимдар һәм тарихсылар сәмәниҙәр тажик этногенезының формалашыуында мөһим роль уйнаған тип иҫәпләй [1]
Сәмәниҙәр | |
Нигеҙләү датаһы | 819 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Сәмәнхоҙа |
Рәсми тел | фарсы теле һәм Ғәрәп теле |
Дәүләт | Сәмәниҙәр дәүләте |
Ҡулланылған тел | восточноиранские языки[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 999 |
Сәмәниҙәр Викимилектә |
Династия тарихы
үҙгәртергәДинастияны Бәлх провинцияһыныңмы, әллә Сәмәрҡәнд янындағымы Сәмән тигән ауылынан сыҡҡан Сәмәнхоҙа башлап ебәргән[2]. Артабан династия вәкилдәре үҙҙәренең сығышын Бахрам Чубиндан һәм парфиялы Миһрандарҙан киткән тип һанай башлаған[3] Сәмәнхоҙа ислам ҡабул иткән, ә ейәндәре Хөрәсән хәлифәһе әл-Мәмүнгә хеҙмәт иткән. Ғәрәптәргә ҡаршы баш күтәреүҙе баҫтырыуҙағы ярҙамдары өсөн (806—810 йыл), Сәмәндең улдары ла, ейәндәре лә 819 йылда Мәүерәннәһерҙең барлыҡ мөһим өлкәләренә идара итеү хоҡуғы алған.
875 йылда Насир ибн Әхмәт Мәүерәннәһерҙә хәлифә вәкиле итеп тәғәйенләнә. Ул Сәмәрҡәндтә урынлаша. Артабан был өлкә Сәмәниҙәр дәүләтенең төп көсөнә әүерелә. Сәмәниҙәр осоронда Мәүерәннәһерҙең төньяғы һәм Фирғәнә исламлаштырыла.
888 йылда Исмәғил ибн Әхмәт ағаһы Насирҙы тар-мар итә, әммә хакимлыҡта ҡалдыра, ул үлгәс 892 йылда Сәмәниҙәр башлығы булып китә. Баш ҡала Бохараға күсерелә.
Төрки күскенселәргә ҡаршы һуғыштарҙа уңыштар Сәмәни дәүләттә иҡтисади үҫешкә килтерә. Барлыҡ мосолман хакимдарҙың ғәскәрҙәренә ҡол төркиҙәр улар аша оҙатыла. Сәмәниҙәр осоронда мәҙәниәт һәм фән үҫешә. Ғәрәп телле әҙәбиәт менән бер рәттән Сәмәни дәүләттә яңы фарсы теле һәм әҙәбиәте лә үҫешә. Тап Сәмәниҙәр идараһы ваҡытында Фирҙәүси иран-тажикмилли эпосы Шаһнамәне яҙа башлай.
900 йылда Исмәғил I ибн Әхмәт Сәффәри Әмир ибн Ләйесте тар-мар итә һәм әсиргә ала.Бының өсөн уны хәлифә Хөрәсәнгә баш итеп ҡуя .Унда щуға тиклем сәффәриҙәр, таһириҙар хакимлыҡ иткән була. Ул ваҡытҡа Сәмәниҙәргә Хорезм, Систан хакимдары, Афғанстандың урындағы династиялары вассал булып китә.
893 йылда Исфиджаб (хәҙерге Сайрам) Сәмәниҙәр дәүләтенә ҡушыла[4]. Древнейшая испиджабская мусульманская монета — была выпущена в 919-20 г. с именем местного династа Ахмада б. Матта.[5] Сәмәниҙәр 995-96 йылдарҙан Исфиджабта үҙ тәңкәләрен һуғалар[6]
Тиҙҙән Сәмәниҙәр Бағдадтан тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә (875—999 йылдар).
X быуат уртаһынан Сәмәниҙәр дәүләтенең ҡаҡшауы күҙәтелә. Бер-бер артлы һарай түңкәрелештәре, хәрби аристократия һәм ер биләүселәрҙең роле арта барыуы (ҡара: Алпан-тег) идара итеүҙе үҙәкләштерергә мөмкинлек бирмәй. Хөрәсәндәге ихтилал был өлкәне Бохара хакимлығынан ҡотҡара.
Сәмәниҙәр династияһы 999 йылда Бохараны ҡарахани төркиҙәр яулап алғандан һуң бөлгөнлөккә төшә. Һуңғы сәмәни Исмәғил әл-Мүнтәсир 1005 йылда үлтерелә. Уның төрбәһе бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланған.
Вәлиҙәр
үҙгәртергәСәмәрҡәнд әмирҙәре
үҙгәртергә- Нух ибн Әсәт- әмир - 819—842
- Әхмәт ибн Әсәт- әмир - 842—864
- Насир I (ибн Әхмәт) - әмир - 864—892
Фирғәнә вәлиҙәре
үҙгәртергә- Әбү-л-Ашас Исхаҡ ибн Әхмәт- әмир - 864—907
- Мөхәммәт ибн Исхаҡ- әмир - —904
Ташкент вәлиҙәре
үҙгәртергә- Ибраһим ибн Илйас- әмир - 856—867
Бохара вәлиҙәре
үҙгәртергә- Исмәғил Сәмәни (Әбү Ибраһим Исмәғил ибн Әхмәт)т.й. 848, әмир - 874—892
Мәүрәннәһер вәлиҙәре
үҙгәртергә- Насир I ибн Әхмәт) - әмир - 875—892
- Исмәғил Сәмәни (Әбү Ибраһим Исмәғил ибн Әхмәт) т.й. 848, әмир - 892—901
Мәүрәннәһер, Мәлик Мәшрик һәм Хөрәсән вәлиҙәре
үҙгәртергә- Исмәғил Сәмәни (Әбү Ибраһим Исмәғил ибн Әхмәт) т.й. 848, әмир - 892—907
- Әхмәт ибн Исмәғил (Әбү Насир Әхмәт ибн Исмәғил, әмир - 907—914
- Насир II (әл-әмир - ас-Сәйет Әбү-л-Хасан Насир ибн Әхмәт) т.й. 905, әмир - 914—943
- Нух ибн Насир (әл-әмир - әр-Рида Әбү Мөхәммәт Нух ибн Насир), әмир - 943—954
- Ғәбд әл-Мәлик I (әл-әмир - әл-Муаййад Әбү-ль-Фаварис Ғәбд әл-Мәлик ибн Нух), әмир - 954—961
- Мансур ибн Нух (әл-әмир - ас-Садид Әбү Сәлих Мансур ибн Нух), әмир - 961—976
- Нух ибн Мансур (әл-әмир - ар-Рида Әбү-л-Ҡасим Нух ибн Мансур), әмир - 976—997
- Мансур ибн Нух (Әбү-л-Харис Мансур ибн Нух), әмир - 997—999
- Ғәбд әл-Мәлик II (Әбү-л-Фаварис Ғәбд әл-Мәлик ибн Мансур), әмир - 999
- әл-Әмир - әл-Мунтасир Әбү Ибраһим Исмәғил ибн Мансур, әмир - 1004, ум. 1005
Джибәл вәлие
үҙгәртергә- Исмәғил Сәмәни (Әбү Ибраһим Исмәғил ибн Әхмәт) т.й. 848, әмир - 902—907
Гүргән вәлие
үҙгәртергә- Әхмәт ибн Исмәғил (Әбү Насир Әхмәт ибн Исмәғил)- әмир - 902—907
Рәй вәлие
үҙгәртергә- Әбү Сәлих Мансур ибн Исхаҡ, әмир - 902—?
Табаристан вәлийе
үҙгәртергә- Әбү-л-Аббас Ғәбдәллах ибн Мөхәммәт, әмир - 902—?
Систан вәлие
үҙгәртергә- Әбү Сәлих Мансур ибн Исхаҡ, әмир - 911—912
Сәмәни әмирҙәр
үҙгәртергә- Сәмәнхоҙа
- Әсәт ибн Сәмән
- Яхья ибн Әсәт (819—855)
- Наср I (864—892) (фактически с 875)
- Исмәғил Сәмәни (892—907)
- Әхмәт ибн Исмәғил (907—914)
- Наср II (914—943)
- Нух I (943—954)
- Ғәбд әл-Мәлик I (954—961)
- Мансур I ибн Нух (961—976)
- Нух II (976—997)
- Мансур II ибн Нух (997—999)
- Ғәбд әл-Мәлик II (999)
- Исмәғил әл-Мунтасир (999—-1005)
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ НЭУ, 2000—2005, Сомонийлар
- ↑ Мухаммад Наршахи. История Бухары. Ташкент. 1897, стр 77. Восточная литература. Дата обращения: 12 ноябрь 2011. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ Гумилев Л. Н. «Подвиг Бахрама Чубина»
- ↑ Bosworth, C.E. «Isfīdjāb.» Encyclopædia of Islam, 2nd ed., Brill, 2010
- ↑ https://knigi.link/istoriya-numizmatika/praviteli-nekarahanidskogo-proishojdeniya-31244.html 2018 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Кочнев Б. Д., Нумизматическая история Караханидского каганата (991—1209 гг.). Москва «София», 2006,с.157-158
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гафуров Б. Г. Таджики. Древнейшая, древняя и средневековая история. — Душанбе: Ирфон,1989, 371+379 с.
- Сомонийлар — Ҡалып:Книга:НЭУ
- Frye R. N. The Sāmānids // The Cambridge History of Iran, Volume 4: From the Arab Invasion to the Saljuqs. — Cambridge: Cambridge University Press, 1975. — P. 136–161. — ISBN 978-0-521-20093-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергәгосударство Саманидов Викимилектә |
- Поэзия эпохи Саманидов
- К вопросу о происхождении Саманидов(недоступная ссылка)