Исламдың алтын быуаты

(Исламдың алтын дәүере битенән йүнәлтелде)

Исламдың алтын быуаты, ҡайһы берҙә шулай уҡ Ислам ренессансы, Мосолман ренессансы[1][2] — яҡынса VIII быуат уртаһынан XIII быуат уртаһына тиклем тарихи осор, уның башында ғәрәп хәлифәлеге үҙ заманының иң эре дәүләте була. Хәлифәт сиктәрендә уның итарҡалыуынан һуң да ғәмәлдә булыуын дауам иткән дөйөм мосолман мәҙәни арауыҡ барлыҡҡа килә. Шул сәбәпле, алдан күрһәтелгән осорҙоң ислам ғалимдары, яҙыусылары һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре донъя фәне һәм мәҙәниәте үҫешенә байтаҡ өлөш индерәләр. Ғәрәп хәлифәлеге тарҡалыуынан һуң ислам мәҙәниәтенең үҫеше ҡыҫҡа ваҡытҡа Сәмәниҙәр фарсы дәүләтен баҫып ала, ә һуңғараҡ Ғәзнәүиҙәр, Ҡараханиҙар, Тимериҙәр, Сәлжүк, Хулагуиттар төрки империяларын да. Говард Тернер былай тип яҙа: «мосолман рәссамдары һәм ғалимдары, эшселәре һәм кенәздәре бергәләп һәр ҡитғала туранан-тура йәки ситләтелгән йоғонто яһай».

Исламдың алтын быуаты
Башланыу датаһы 800
Тамамланыу датаһы 1258
 Исламдың алтын быуаты Викимилектә
Ғәрәп хәлифәлеге территорияһы хакимлыҡ иткән осорҙа:       Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), 622—632      Хаҡ хәлифәлек, 632—661      Өмәүиҙәр, 661—750

«Ислам яңырыуы» осоронда математика, медицина, философия, физика, химия һәм башҡа фәндәр үҫешә. Көньяҡ Испаниянан Ҡытайға тиклем йәйрәп ятҡан Ислам мәҙәниәте үҙ эсенә төрлө милләт һәм дин ғалимдарының иң ҡаҙаныштарын йыйған. Ул ғәрәптәрҙең, гректарҙың һәм римляндарҙың белемдәрен үҫештерә, яңы дәүер өсөн нигеҙ булдыра.

Алтын быуат дәүерендә мосолман ғалимдары, рәссамдар, инженерҙар, шағирҙар, философтар һәм сауҙагәрҙәр, үткән дәүер традициялларын һаҡлап һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен асыштарын ҡулланып, фән, иҡтисад, әҙәбиәт, фәлсәфә, диңгеҙ эштәре, ауыл хужалығы өлкәләренә ҙур өлөш индерә. Омейядтар хакимлығы дәүерендә ғалимдар хакимдар яғынан яҡлау таба. Медицинаның, хәрби техниканың, математиканың практик әһәмиәте ғәрәп хәлифәлеге үҫешендә ҙур йоғонто яһай.

Универсаль фән теле булып ғәрәп теле китә. Кордовтан Бағдадҡа һәм Сәмәрҡәндкә тиклем төрлө илдәр ғалимдары бер телдә аралашыу мөмкинлеген ала. 9 быуатта Бағдад хакимдары даими рәүештә осрашыуҙар (интеллектуаль мәжлестәр), үткәрә, уларҙың барышында дин белгестәре, астрономдар һәм философтар үҙҙәренең идеялары буйынса фекер алышыу өсөн йыйыялалар.

Университеттар һәм ғилми үҙәктәр

үҙгәртергә

Ислам донъяһында мәсеттәр янында мәҙрәсәләр асыла, унда дини фәндәр буйынса ғына түгел, донъяуи фәндәр буйынса ла белем бирелә. Күп кенә мәҙрәсәләр ваҡыты менән университеттарға әүерәләләр. Мосолман хакимдары ғилми үҙәктәр ойоштора, унда ғалимдар белемдәрҙе туплай, үҫештерә һәм үҙ-ара бүлешә. Бындай ғилми үҙәктәр араһында иң билдәлеһе — «Аҡыл Йорто» (Бәйт-аль-Хикмә), уға IX быуаттың 20-се йылдарында Мәмүн нигеҙ һала. Бағдадтан тыш урта быуаттар Көнсығышында төрлө осорҙарҙа ғилми эшмәкәрлек үҙәктәре Ҡаһирә, Дамаск, Бохара, Ғәзни, Сәмәрҡәнд, Хәрәзм, Исфахан, Нишапур, Балх, Кордова ҡаларында була. 859 йылда принцесса Фатима әл-Фихри Фес (Марокко) ҡалаһында тәүге заманса университетҡа нигеҙ һала. Университет ир-ат менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡабул ителә, бында бер нисә факультет булдырыла һәм бик күп дисциплиналар буйынса уҡытыу алып барыла.

Географ Шәмсетдин әл-Мукаддаси ислам фән үҙәктәренең үҫеш процесы тураһында былай тип яҙа: «Көнбайышта күсереп яҙыусыны хөрмәтләһәләр, Көнсығышта ғалимдарҙың ҡәҙерен белгәндәр».

Мосолман ғалимдарының төрлө фән тармаҡтарҙағы өлөшө

үҙгәртергә

Астрономия

үҙгәртергә

Астрономия — мосолман ғалимдарын ҡыҙыҡһындырған фән өлкәләренең береһе. Ислам дәүләттәренең бөтә эре ҡалаларында тиерлек обсерваториялар булған. 1259 йылда Насыр әд-дин -Туси Тәбриз клаһы тирәһендә ул ваҡытта донъялағы иң ҙур обсерватория төҙөй. Ислам ғалимдары Шәрәф-әд-дин ат-туси, Насыр әд-дин ат-Туси һәм Ибн аш-Шатир тәүге тапҡыр Ерҙең үҙ күсәре тирәләй әйләнеү мөмкинлеге тураһында әйтә. Мосолмандар йондоҙҙарҙың урынлашыу ерен һәм уларҙың араһындағы алыҫлыҡты (астролябия) үлсәү өсөн ҡорамалды камиллаштыра . IX—X быуаттарҙа Муса ағалы-ҡустылылалар ер әйләнәһенең оҙонлоғон иҫәпләп сығаралар.

Хәрәзм ғалимы Әл-Бируни Ер үҙенең күсәре һәм Ҡояш тирәләй әйләнеүен иҫбатлай. Һинд ҡалаһы Нандан тирәһендә тикшеренеүҙәр үткәреп, ЕР майҙанын иҫәпләп сығара ала. Тикшеренеүҙәр үткәргән саҡтағы алым Европала «Бируни ҡағиҙәһе» тип атала.

Урта Азия ғалимы Әл-Ферғани Ҡояшта таптар барлығын аса, ә астрономия өлкәһендәге уның хеҙмәттәре Европала 700 йыл дауамында астрономия уҡыу әсбабы сифатында ҡулланыла. Ул эклиптика кәкрелеген иҫәпләп сығарған тәүге ғалим булған.

Урта Азия ғалимы Олуғбәк үҙ обсерваторияһында 1437 йылға ҡарата донъяла тиңе булмаған Гурган зижды (Олуғбәк зижды) — йондоҙло күк йөҙө каталогын төҙөй, уны эшләгән саҡта ул 40 метр радиуслы һәм эш өлөшө 20°-нән 80°-гә тиклем булған берҙән-бер ҡорамал — диуар квадрантын ҡуллана, каталогта 1018 йондоҙ тасуирлана. шунда уҡ — йондоҙ йылының оҙонлоғо: 365 көн, 6 сәғәт, 10 минут, 8 секунд (+ 58 секунд яңылышлыҡ мөмкинлеге менән) һәм Ер күсәренең ауышлығы билдәләнә: 23,52 градус (иң теүәл үлсәү).

Олуғбәктең төп ғилми хеҙмәте итеп «Яңы гурган астрономик таблицалары» һанала. автор әлеге әҫәрен 1444 йылда тамалай, уның өҫтөндә ул утыҙ йыл дауамында эшләй. Астрономик белешмә оҙаҡламай латин теленә тәржемә ителә һәм Клавдий Птолемейҙың «Аль-Мәғест» һәм Кастилия короле Альфонс X менән бер рәттән бөтә Европа обсерваторияларында астрономия буйынса әсбап булып тора[3].

Әлеге таблицаларҙың теүәллеге элек Көнсығышта һәм Европала өлгәшелгәндәрҙән өҫтөнлөклө була. XVII быуатта ғына Тихо Браге Сәмәрҡәнд теүәллегенә ирешә һәм һуңынан уны камиллаштырыуға өлгәшә. Шуға күрә, «Олуғбәк зидже» даими рәүештә Көнсығышта һәм Көнбайышта үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеүе тәбиғи хәл.

Беттаниҙың Ҡояш йылын иҫәпләүҙәре тулыһынса тиерлек хәҙергеләр менән тап килә (бөтәһе 24 секунд яңылышлыҡ менән).

Биология

үҙгәртергә
  • Ибн-Әл-Байтар (1190—1248) үҙенең китабында 1400 дарыу үләненең тасуирламаһын бирә. Был өлкәлә уның хеҙмәте төп ғилми сығанаҡ булып һанала.

География

үҙгәртергә
  • Билдәле урта быуаттар географы Әл-Ферғани үҙенең «Күк йөҙө хәрәкәттәре китабы һәм йондоҙҙар тураһында фән йыйынтығы» хеҙмәтенең туғыҙынсы бүлегендә Ерҙең ете климатын тасуирлай.
  • Әл-Баттаний үҙенең бер хеҙмәтендә 273 координаталы географик объекттар исемлеген бирә. Дөйөм алғанда, әлеге китаптың алтынсы главаһында Ерҙең тасуираламаһы бирелә, өҫтәүенә, диңгеҙҙәргә ентекле характеристика бирелә, шул иҫәптән Ҡара, Азов, Каспий диңгеҙҙәренә.
  • Фарсы ғалимы Ибн Сарафийюн (Сухраб) 10 быуат башында «Иҫ киткес ете климат тураһында китап» хеҙмәтен яҙа, китапта климатик үҙенсәлетәре буйынса бүленгән һәм һәм оҙонлоҡ һәм киңлек һан мәғлүмәттәре менән тәьмин ителгән ҡалаларҙың, диңгеҙҙәрҙең, тауҙарҙың, күлдәрҙең, йылғаларҙың исемдәре һәм уларҙың сығанаҡтары килтерелә
  • Билдәле ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута ислам донъяһының барлыҡ илдәрен урап үтә— Болғарҙан Момбасҡа тиклем, Тимбуктунан Ҡытайға тиклем. Барыһы, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ибн Баттута, хәҙерге ваҡытта ла тикшеренеүселәр ҡулынан килмәгән, 120 700 километр юл үткән,

Математика

үҙгәртергә
  • Үҙәк Азия мосолман күренекле математик әл-Хәрәзми исеме менән унарлы иҫәпләү, кәсерҙәр, тригонометрик функциялары системаһын һәм башҡа математиканы күҙ алдына килтереп булмаған бик күп заманса бөйөк ҡаҙаныштар менән бәйләйҙәр. Уңарлы иҫәпләп сығарыу системаһын ул боронғо һинд математиктарының санскриттағы хеҙмәттәренән өйрәнгән һәм артабан ғәрәп телле күп милләтле ғалимдар даирәһендә тарата. Алгебра буйынса «Тулыландырыу һәм ҡапма-ҡаршы ҡуйыу китабы»(«Китаб әл-Джабр үәл-Мукабал»)исеме аҫтында беренсе китап яҙа. Әлеге китап тышындағы «Әл-Джабр» һүҙе Көнбайышта «алгебра» тигән яңғыраш ала. Ғалимдың үҙенең исеме бер мәғәнәле һөҙөмтәгә килтергән ғәмәлдәр тәртибен аңлата башлай — алгоритм.

Медицина

үҙгәртергә

Мосолман ғалимдарының иң юғары ҡаҙаныштарын медицинала билдәләп була. Нәҡ Ғәрәп хәлифлегендә тәүге тапҡыр хәстәханалар, госпиталдәр төҙөлә, беренсе медицина институттары барлыҡҡа килә. Мосолман табиптары күп кенә быуаттар дауамында күҙ ауырыуҙары өлкәһендә иң алдыңғы фән рубеждарында торалар. Хәлифәлә беренсе хәстәхана 707 йылда әмәүиҙәр хәлифы әл-Вәлиди ибн Абдел-Мәлик идара иткән осорҙа төҙөлә. Әлеге хәстәхананы һәм ауырыуҙарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Проказалы ауырыуҙар ҡасмаһын өсөн уларҙы ҡулға алыу иғлан ителә.

  • Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Әбүбәкер Мөхәммәд әр-Разый (865—925) күҙ ҡараһының яуап рефлексын һәм ел сәсәге һәм биҙгәк ауырыуҙарын асҡан һәм тасуирлаған тәүге табип була.
  • Билдәле ғалим Әбүғәлисина (980—1037) (Көнбайышта — Авиценна) йоғошло ауырыуҙар, анестизия, психологик һәм физик тороштарҙың үҙ-ара бәйләнештәре һәм башҡа күп төрлө медицина өлкәләрендә уңыштар ҡаҙанған. Уның «Табиплыҡ фәне ҡануны» китабы XII—XVI быуаттарҙа иң яҡшы Европа медицина институттарында дәреслек сифатында ҡулланыла.
  • Альбукасис булараҡ билдәле Андалуз табибы Әбул-Ҡасим әл-Захраүи (936—1013) көндәлек практикаһына йөйҙәрҙе ялғау өсөн кетгутты (һарыҡ эсәге) индергән беренсе хирург булып тора. Уның уйлап тапҡан әйберҙәре араһында бер нисә хирургия инструменттары бар, шул иҫәптән, скалпелдәр, шприцтар, ҡыҫҡыстар һәм хирургия энәләре. Үҙенең «Ат-Тасриф» хеҙмәтендә ул хирургия инструменттары һәм улар ярҙамында эшләнгән хирургия операциялары процедураларын тасуирлай. Латин теленә «Liber Thoricae» булараҡ тәржемә ителгән 1-се һәм 2-се лекцияларында ул , 325 ауырыу классификациялай һәм уларҙың симптоматологияһын һәм дауалауын аңлата. Китап үҙ эсенә теш дауалау, офтальмология һәм ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ, баш һәм муйын ауырыуҙарын, акушерлыҡ, гинекология, урология һәм башҡа хирургия өлкәләре инә.
  • Камбур Весим (1761 йылда вафат) туберкулез тураһында белемдәрҙе системаға һала һәм әлеге ауырыуҙың инфекция ауырыуы икәнен билдәләй.
  • Әбүбәкер ибн әл-Ҡасим әл-Маусили (X быуат) катарактаны һурып алыу ысулы менән таҙартыу өсөн эсе ҡыуыш энә уйлап таба. Энә күҙ мөгөҙсөһө коньюктива менән тоташҡан урында лимб аша индерелә.
  • Али ибн Ғайса (XI быуат) үҙ эсенә 130 күҙ ауырыуын индергән «Тазкира» исемле ғилми хеҙмәт яҙа. Әлеге китап быуаттар буйы офтальмология өлкәһендә иң абруйлы баҫма булып һанала (19-сы быуаттың уртаһына тиклем).
  • Али ибн Ғәббәс (994 йылда вафат) онкология буйынса хирургия операцияһын үткәрә. Ул яҙған «Китаб-уль-Маликий» медицина энциклопедияһы булараҡ бөгөн дә үҙенең актуаллеген юғалтмай.

Диңгеҙҙә йөрөү

үҙгәртергә

Элек-электән мосолмандар географияны өйрәнеүгә һәм сәйәхәттәргә ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Быға исламды таратыуға ынтылыш, сауҙа, шулай уҡ хаж ҡылыу кәрәклеге булышлыҡ итә. Бөтәһенә лә билдәле адмирал һүҙе сыҡҡан әмир әл-бахр (ғәр. ‏أمير البحر‎) һүҙенән килеп сыҡҡан.

Ҡытай етештереү технологияһын үҙләштереп, Һару-әр-Рәшит вәзирҙең улы, Ибн Фазыл 794 йылда бағдадта ҡағыҙ етештереү буйынса тәүге фабрика аса. Алты йылдан ошондай уҡ фабрика Мысырҙа, ә 950 йылда әл-Андалуста төҙөлә. Европала барлыҡҡа килгән тәүге ҡағыҙ charta damascaena тип атала, йәғни дамаск төргәктәре, улар етендән эшләнә[4].

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

Алтын быуат дәүерендә мосолмандар үҫешкән һуғарыу системаһын, шулай уҡ бер үк урында ике тапҡыр уңыш алырға мөмкинлек биргән һәйбәт уйланылған сәсеү әйләнешен булдыра алғандар.

  • Европала Альхазен булараҡ билдәле (әл-Хазин) ғәрәп физигы[5] һәм математигы[6] Ибн әл-Хайсам (965—1051) — оптикаға башланғыс һалыусы, уның «Оптика китабы» исемле хеҙмәте оптик закондарҙы асыуҙа революцион идеялары өсөн И. Ньютондың хеҙмәттәре менән бер рәткә ҡуйыла. Ул күҙ төҙөлөшөнөң һәм бинокуляр күреү һәләте тураһында дөрөҫ күҙ алдына килтереү тасуирламаһын бирә. Ул яҡтылыҡ тиҙлегенең тамамланыу мөмкинлеген фаразлай һәм камера-обскура менән тәжрибәләр (хәҙерге фотоаппартарҙан элгәр килеүсе), яҡтылыҡ һыныуы буйынса тәжрибәләр һәм төрлө көҙгө төрҙәре менән эксперименттар үткәрә. Сфералы көҙгөләрҙә яҡтылыҡтың сағылышы механизмы уның исемен йөрөтә — «әл-Хазина проблемаһы».
  • Әбул-Изз Исмәғил әл-Джазари (1206 йылда вафат) үҙенең «Китабул-Хыял» әҫәрендә («Хыялдар китабы») кибернетикаға нигеҙ һала. Ул бөгөмлө вал уйлап сығара, клапан насостарын, һыу күтәреүсе машиналар, һыу сәғәттәре, музыкаль автоматтар конструирлай. Әл-Джазари шулай уҡ технологик яңылыҡтар уйлап табаламинатлау, кодлы йоҙаҡтар, төрлө киңлектәр өсөн компас һәм универсаль ҡояш сәғәте гибриды һәм башҡалар.

880 йылда Ибн Фирнас исемле ғалим аэроплан рәүешендә тәүге аппарат эшләй. Ул бик оҙайлы ваҡыт һауала йөҙә һәм яйлап ергә төшә.

Философия

үҙгәртергә

Ибн Рөшд, әл-Кинди һәм Әбү Хәмит Әл-Ғазали кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре фәлсәфәүи фекер йөрөтөүгә ҙур йоғонто яһай. IX быуатта ғәрәптәр антик тәбиғәт ғилеме һәм фәлсәфәүи ғантик мираҫы менән таныша. Уларҙың иғтибар үҙәгендә тәбиғәт белеме һәм логика мәсьәләләренә өҫтөнлөклөгө менән Аристотель фәлсәфәһе ҡыҙыһыныу уята. Әммә Аристотель философияһын үҙләштереү Афинала һәм Александрияла неоплатонизм мәктәптәре комментаторҙары хеҙмәттәре менән алыштырыла.

  • Джабир ибн Хайян химияға нигеҙ һалыусы тип һанала. Ул бик күп кислотаны тасуирлай һәм химияла эксперименталь тикшеренеү алымының тәүге вариантын эшләй. Ул беренсе булып атом эсендәге йәшерен энергияның бик ҙур күләме һәм уның бүлемләнеү мөмкинлектәре тураһында фекер әйтә. Ибн Хайян һүҙҙәре буйынса, бүленгән саҡта хатта Бағдадты емерергә һәләтле көс барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Joel L. Kraemer (1992), Humanism in the Renaissance of Islam, p. 1 & 148, Brill Publishers, ISBN 90-04-07259-4.
  2. Минеев В. В. Введение в историю и философию науки, с.325
  3. Международная конференция астрономов в Самарканде ::: 615 лет Мирзо Улугбеку ::: Обсерватория Улугбека в Самарканде
  4. Kevin M. Dunn Caveman chemistry: 28 projects, from the creation of fire to the production of plastics — Universal-Publishers, 2003. — P. 166
  5. Toomer, G. J. (December 1964), «Review: Ibn al-Haythams Weg zur Physik by Matthias Schramm», Isis 55 (4): 463—465, doi:10.1086/349914
  6. Katz, Victor J. Ideas of Calculus in Islam and India (инг.) // Mathematics Magazine : magazine. — 1995. — Т. 68. — № 3. — С. 163—174. — DOI:10.2307/2691411 [165-9, 173-4]
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар

үҙгәртергә