Исфаһан[1] (фарс. اصفهان‎ — әйтелеше Эсфәһан[2], урта фарс. Спаһан[3]) — Зайәндә йылғаһы буйында Тәһрандан 340 км көньяҡта урынлашҡан Иран ҡалаһы; Исфаһан провинцияһының административ үҙәге, Ирандың ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы (Тәһран менән Мәшхәдтән ҡала). Халҡы — 1583 мең кеше (2006).

Ҡала
Исфаһан
фарс. اصفهان
Герб
Герб
Ил

Иран

Остан

Исфаһан

Шахрестан

Исфаһан

Координаталар

32°38′ с. ш. 51°29′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Али Касемзаде[d]

Элекке исеме

Спаһан, Аспадана

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

1590 м

Халҡы

1 583 609 кеше (2006)

Сәғәт бүлкәте

UTC+3:30

Телефон коды

031, 0913

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

isfahan.ir  (фарс.)

Исфаһан (Иран)
Исфаһан
Исфаһан
Исфаһандағы Ҡырҡ колонна һарайы (Чәһәл Сүтүн)

Ҡалала XIXIX быуаттарҙағы ислам архитектураһы ҡомартҡылары ифрат күп. Имам майҙаны һәм Йома мәсете — Бөтә донъя мираҫы — киң билдәле. Иранда ҡаланы Нисф-ә жәһан («Донъяның яртыһы») тип йөрөтәләр.

Этимология

үҙгәртергә

Исфаһан ҡалаһының атамаһы (фарс. اصفهان‎) — урта фарсы телендәге Спаһән (Spahān) тигән исемдең ғәрәпләшкән формаһы, һуңғыһы иһә боронғо фарсылағы spāda (армия) һүҙенә барып тоташа.

География

үҙгәртергә

Ҡала Зайәндә йылғаһының уңдырышлы үҙәнендә, Загрос тау теҙмәһе итәгендә урынлашҡан.   Климаты уртаса. Исфаһандан 90 километр төньяҡта тауҙар юҡ, шунлыҡтан ул яҡтан төньяҡ елдәре иҫә. Исфаһан Иранды киҫеп үткән төп маршруттар өҫтөндә тора. Диңгеҙ кимәленән  1590 метр өҫтә урынлашҡан. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм күләме  — 355 мм. Температура Цельсий буйынса  2 градустан 28 градусҡа тиклем тирбәлә. Теркәлгән иң юғары температура —  плюс 42 С°, ә иң түбәне — минус 19 С°. 

Тарихҡа тиклемге осор

үҙгәртергә

Исфаһан тарихы палеолитҡа тиклем күҙәтелә. Археологик ҡаҙыныуҙар барышында палеолитҡа, мезолитҡа, неолитҡа, бронза  һәм  тимер  быуаттарына ҡараған артефакттар табылған.

Эламдан башлап ғәрәп баҫып алыуҙарына тиклем 

үҙгәртергә
 
Имам Мәсете ишеге
 
Майдан-и-Шаһ майҙаны

Боронғо Исфаһан Элам империяһының өлөшө була. Аспандана тигән атама аҫтында ул Мидияның төп ҡалаларының береһенә әүерелә. Шул заманда унда иран мидиҙары төпләнә. Һуңынан  провинция — Әһәмәниҙәр империяһына, Аршакиҙар Иранды  Македония ҡулынан азат иткәс, Парфияға инә. Сәсәниҙәр дәүерендә  ете затлы нәҫел ағзалары хакимлыҡ итә.  Спаһан ҡеүәтле оборона ҡоролмаларына эйә мөһим хәрби үҙәк була. Ҡала тирәләй йәһүдтәр һәм христиандар йәшәй. Иран тулыһынса еңелгәс, ҡаланы ғәрәптәр баҫып ала. 

Ислам осоро

үҙгәртергә
 
Күпер

Исфаһан, Ирандың башҡа ҡалалары кеүек үк, Ғәббәсиҙәр дәүеренә тиклем ғәрәптәр ҡулында була. X быуатта Буйиҙар ваҡытында Исфаһан ҡабат әһәмиәтлегә әйләнә.  Сәлжүктәр ырыуынан Мәлик паша осоронда яңынан баш ҡала булып китә.  XI быуатта Исфаһанда данлыҡлы фарсы философы Әбүғәлисина  йәшәй һәм уҡыта. 

XIII быуатта ҡаланы монголдар талай. 1387 йылда Аҡһаҡ Тимер ябырыла. Ҡала алына, ләкин аҙаҡ унда тимерсе Али Ҡочап етәкселегендә ихтилал башлана. Халыҡ асыуы Аҡһаҡ Тимерҙең һалдаттары менән һалым йыйыусыларға төшә.  Ихтилалды ҡанһыҙ рәүештә баҫтырған Аҡһаҡ Тимер 70 мең кешене һәләк итә, уларҙың баштарынан башнялар өйҙөрә[4]. Шуға ҡарамаҫтан, Исфаһан тиҙ төҙөкләндерелә, сәскә ата, айырыуса — Сәфәүиҙәр осоронда. 

 XVI быуатта  Бөйөк  Ғәббәс I(1587—1629) заманында Исфаһан өсөн алтын быуат тыуа, ул ҡаланы Сәфәүиҙәрҙең баш ҡалаһы итә. Исфаһанда европалыларҙы таң ҡалдырырлыҡ парктар, китапханалар һәм мәсеттәр була. Фарсылар ҡаланы Нисф-ә-Жәһан, йәғни «донъяның яртыһы» тип йөрөтә, был Исфаһанды күреүҙең ярты донъяны күреүгә тиң икәнен аңлата. Ул донъяның иң ҙур ҡалаларының береһе була,  унда 600 мең кеше йәшәй; ҡалала 163 мәсет, 48 мәҙрәсә, 1801 кибет, 263 дөйөм мунса була.

1722 йылда, оҙайлы ҡамауҙан һуң, Исфаһанды  афғандар ала,  һөҙөмтәлә, ҡаланың ҙур өлөшө харабаларға әйләнә. Артабан ҡала бөлгөнлөккә төшә. 

Исфаһан бөгөн

үҙгәртергә

Бөгөн Исфаһан — ҙурлығы буйынса Ирандың өсөнсө ҡалаһы, унда келәмдәр, туҡымалар, ҡорос һәм кәсепселек әйберҙәре етештерелә. Исфаһанда эксперименталь йәҙрә реакторы һәм йәҙрә яғыулығы етештереү производствоһы бар. Исфаһандың ҡорос ҡойоу заводы 1960-70-се йылдарҙа СССР ярҙамы менән төҙөлгән һәм төбәктә иң эреләрҙең береһе һанала.  

Исфаһан мегаполисына  Нәжәфәбад, Ханә-Исфаһан, Хөмәйни-Шәһәр, Шаһин-Шәһәр, Заррин-Шәһәр һәм Фүләд-ә-Мөбәрәкә ҡалалары инә. Ҡалала халыҡ-ара аэропорт эшләй һәм 2015 йылдың 15 октябрендә метроның беренсе тармағы асыла. 

Исфаһанда ҙур нефть эшкәртеү заводы, совет белгестәре ярҙамында төҙөлгән металлургия комбинаты, хәрби һауа көстәре базаһы, украин-иран Ир-Ан-140 самолетын йыя торған ХЕСА авиатөҙөлөш заводы бар.

 2007 йылда Исфаһанда физика буйынса  XXXVIII  халыҡ-ара уҡыусылар олимпиадаһы үтә.

Мәсеттәр
Әрмән Апостол сиркәүе
  • Ванк сиркәүе[5]

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Али манараһы
  • Хажу күпере
  • Һашт-Бәһәшт
  • Чәһәл Сүтүн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Һүҙлек географик названий сит илдәр / отв. ред. А. М. Комов. — 3-е изд., перерва. һәм өҫтәмә — М. : Ер, ер аҫты байлыҡтары, род. 1986. — С. 137.
  2. Инструкция буйынса урыҫ биреү географик названий Иран. — М.: Наука, 1979. — С. 47.
  3. electricpulp.com.
  4. Зафар-наме (Ди)
  5. Фото — Исфахан: Әрмән ир-аты сиркәүе Ванк

Һылтанмалар

үҙгәртергә