Реза шаһ Пехлеви

(Риза Пәхләүи битенән йүнәлтелде)

Реза Пехлеви (15 март 1878 йыл — 26 июль 1944 йыл) — Ирандың утыҙ дүртенсе шахы, 19251941 йылдарҙа етәкселек итә, Пехлеви династияһынан.

Реза шаһ Пехлеви
фарс. رضا پهلوی‎
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Иран
Тыуған көнө 15 март 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2]
Тыуған урыны Алашт[d], Центральный бахш[d], шахрестан Севадкух[d], Мазендеран[d], Иран
Вафат булған көнө 26 июль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][2] (66 йәш)
Вафат булған урыны Йоханнесбург, Трансвааль[d], Южно-Африканский Союз[d]
Үлем сәбәбе сердечно-сосудистые заболевания[d]
Ерләнгән урыны Мавзолей Резы Пехлеви[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Аббас-Али Хан[d]
Әсәһе Noush-Afarin[d]
Хәләл ефете Тадж ол-Молук[d], Марьям Савадкухи[d], Туран Амирсулеймани[d] һәм Эсмет Довлатшахи[d]
Балалары Хамдамсалтане Пехлеви[d], Ахмад Реза Пехлеви[d], Мөхәммәт Риза Пәхләүи, Ашраф Пехлеви[d], Фатиме Пехлеви[d], Шамс Пехлеви[d], Абдул Реза Пехлеви[d], Али Реза Пехлеви I[d], Голам Реза Пехлеви[d] һәм Хамид Реза Пехлеви[d]
Нәҫеле Пехлеви[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы Шаһ һәм премьер-министр Ирана[d]
Хәрби звание бригадный генерал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Реза шаһ Пехлеви Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Реза Савадкухи 1878 йылдың 15 мартында Мазендеран провинцияһының Алашт ауылында офицер ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Ғәббәс Әли-хан (1818—1878), әсәһе — Нуш-Афарин Айрумлу. Уға 40 көн булғанда атаһы, боронғо Карен-Пехлевид династияһы вариҫы, мәрхүм була.

Резаның карьераһы Фарсы казак бригадаһында (ФКБ) рядовойҙан башлана. 20 йәшендә ул офицер дәрәжәһенә күтәрелә һәм уны Реза хан тип йөрөтә башлайҙар. 1903 йылда Реза хан голланд консулы генерал Фриц Кнебелдең (Knobel Frits) һаҡсыһы итеп тәғәйенләнә. 1910 йылда Реза хан казак полкының капитаны була. 1919 йылға ул генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Элекке хеҙмәттәштәре ярҙамында казак дивизияһы буйынса, 1921 йылда тышҡы интервеция мәлендә иран офицеры Реза Пехлеви[4] Тегеранды яулап ала һәм Әхмәт шаһ Каджар тарафынан ҡаланың губернаторы һәм баш командующий, ә бер аҙҙан хәрби министр итеп тәғәйенләнә. 1923 йылда Пехлеви премьер-министр вазифаһын ала һәм тиҙҙән үҙ абруйын файҙаланып, Каджарҙар династияһын ҡолатыуға ирешә.1925 йылдың 12 декабрендә Реза хан Реза шаһ Пехлеви исеме менән Ирандың яңы шаһы тип иғлан ителә[5], шуның менән Пехлеви династияһына нигеҙ һала. 1927 йылда СССР баҫымы менән совет-иран нейтралитет һәм гарантиялар тураһында килешеү төҙөлә.

Реза шаһ илде модернизациялауға ҙур өлөш индерә. Ул суд реформаһын үткәреү эшен башлай (1927—1928 йй), капитуляция режимын туҡтата (1928 й.), Гражданлыҡ кодексы ҡабул ителә (1929 й.), ерҙәрҙе көсләп баҫып алыуға ҡаршы закон (1930 й.), дәүләт ерен һатыу тураһында закон (1934 й.) сығара, автономиялы таможня тарифы индерә. 1935 йылда бөркәнсекте сисеү тураһында декрет сығара. Шул уҡ 1935 йылда Реза шаһ сит илдәрҙән дәүләтте «Персия» урынына рәсми рәүештә «Иран» тип йөрөтөүҙе талап итә. Үҙгәртелгән армияға таянып Реза шаһ эре феодалдарҙың сепаратизмына ҡаршы көрәш алып бара.

1941 йылда, Икенсе донъя һуғышы мәлендә Реза шаһ Иран территорияһында Бөйөк Британия һәм СССР-ҙың ғәскәрҙәрен индереүгә ҡаршы тороп маташа, әммә 1941 йылдың 25 авгусында совет һәм инглиз ғәскәрҙәре ике яҡтан сик аша үтә. Иғлан ителеүенсә, улар был территорияны Икенсе бөтә донъя һуғышы осоронда үҙ контроле аҫтына ала, ә шаһҡа тәхеттән баш тартырға тәҡдим ителә. Был 1941 йылдың 14 сентябрендә була. Экс-шаһ 1944 йылда Көньяҡ Африкала Йоханнесбургта һөргөндә вафат була.

Реза Пехлеви музейы

үҙгәртергә
 
Рей ҡалаһындағы Реза шаһ мавзолейы (һүтелгәнгә тиклем).

Улы Мөхәммәт Реза Пехлеви атаһының мәйетен Иранға күсереп, уның рухына зиннәтле мавзолей төҙөтә, әммә ислам революцияһы мәлендә кәшәнә емерелә.

Тарихи факттар

үҙгәртергә
  • Иран банкноттарында 1928 йылдан алып 1943 йылға тиклем шаһ һүрәтләнә.
  • Шулай уҡ уның исеме менән 1927 йылда фарсы алтын тәңкәһе пехлеви сығарыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Rezā Shāh // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Arfa H. Reza Shah Pahlavi // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. П. Н. Стрелянов (Калабухов). Казаки в Персии. 1909—1918 гг. — М.: Центрполиграф, 2007. — 442 с.
  5. Кругосвет. Реза-шах Пехлеви. Дата обращения: 28 март 2010. Архивировано 17 февраль 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә