Йәзд
Йәзд[1] (фарс. یزد — Езд[2]) — Ирандың иң боронғо ҡалаларының береһе, провинция үҙәге. Ҡала халҡы 505 мең самаһы (1963 — 63,5 мең кеше, 1949 — 56 мең кеше). Оазиста балсыҡ йорттарҙан төҙөлгән ҡала беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡтан алып йәшәй. Ул Исфаһандан көнсығышҡа ҡарай 250 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ҡала | |||
Йәзд фарс. یزد | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Үҙәк бейеклеге |
1 216 м | ||
Климат тибы |
эҫе | ||
Рәсми тел | |||
Халҡы |
505,000 кеше | ||
Конфессиональ составы |
мосолмандар, зороастрийлылар | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+98 351 | ||
Тарихы
үҙгәртергәҠала тураһында беҙҙең эраға тиклем 3000 йылдарҙа уҡ телгә алына. Ул Мидиялағы Исатис ҡалаһы булараҡ билдәләнә. Археологик ҡаҙыу эштәре барышында табылған әйберҙәр Әһәмәниҙәр династияһына ҡарай[3].
Йәзд тарихи баш ҡалаларҙан алыҫ булғанға күрә артыҡ емереүҙәргә дусар булмай. Ҡалала күп кенә архитектура һәйкәлдәре, боронғо замандың мәҙәни реликттары һаҡланып ҡалған.
Сыңғыҙхан баҫҡынсылығы мәлендә бында рәссамдар, ғалимдар һәм шағирҙар йәшеренеп ҡалған.
Йәздә Марко Поло булып киткән. Уның хикәйәләүе буйынса 1272 йылда ҡала ебәк етештереү менән ныҡ үҫешкән була.
Климаты
үҙгәртергәҠала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | |
Уртаса максимум, °C | 12,2 | 15,1 | 20,3 | 26,1 | 32,2 | 37,7 | 39,3 | 37,7 | 34,1 | 27,5 | 20,2 | 14,4 | |
Уртаса температура, °C | 5,1 | 8,0 | 13,5 | 19,5 | 25,4 | 30,8 | 32,4 | 30,4 | 26,1 | 19,5 | 12,1 | 6,8 | |
Уртаса минимум, °C | −1,2 | 1,3 | 6,4 | 12,0 | 17,2 | 21,9 | 23,7 | 21,3 | 16,8 | 10,8 | 4,2 | −0,1 | |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 10,3 | 11,2 | 12,9 | 9,1 | 4 | 0,1 | 0,1 | 0 | 0,1 | 1,4 | 2,7 | 8,1 | |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория 2018 йыл 16 июнь архивланған. |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәЙәзд — Ирандың яҡшы һаҡланып ҡалған ҡалаларының береһе. Бында күп быуаттар элек төҙөлгән тарихи ҡомартҡылар күп.
Иң билдәле тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары:
- Доваздех-Имам мавзолейы(11 быуат);
- Йәмиғ мәсет (XIV быуат);
- Шәмсиә мәҙрәсәһе (XIV быуат);
- Әмир Чахмак Комплексы;
- һыу музейы;
- зороастризм ҡорамы.
Ел башнялары
үҙгәртергәЕл башняһы йәик бадгир - торлаҡтағы йәки һыуһаҡлағыстағы эҫе һауаны һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма.
Каджарҙар династияһы осоронда Йезд менән Бәхтийәр хан идара итә.
Тарихи, мәҙәни һәм дини әһәмиәте яғынан Йәзд Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫына индерелгән[4].
XIV быуат йома мәсете
үҙгәртергәИке манаралы был мәсет — уникаль ҡоролма. Уның манара — Персияла иң бейеге.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Шәрәф-әд-Дин Йәзди — Тимуриҙар дәүеренең күренекле тарихсыһы
- Мөхәммәт Хатами — Ирандың элекке презитенты
- Моше Кацав — Израилдең элекке президенты
Йезд төҙөү буйынса билдәле 1907 йылда араһында Рәсәй империяһы һәм бөйөк британия ҡыҙыҡһыныу сфераһы сикләү тураһында килешеү Персия. Рус ер буйынса килешеү өлкәһе төньяҡта йезд йоғонтоһонда булып, ер көньяҡта — британ.
Галереяһы
үҙгәртергә</gallery>