Урбанизация
Урбаниза́ция (лат. urbanus — ҡалалағыса) — йәмғиәт үҫешендә ҡалаларҙың әһәмиәте күтәрелеү барышы. Урбанизацияның тәүшарттары — ҡалаларҙа сәнәғәт үҫеше, уларҙың мәҙәни һәм сәйәси функциялары артыу, территориаль хеҙмәт бүленеше тәрәнәйеү. Урбанизацияға ауыл халҡының ҡалаларға күсеүе һәм ҡала тирәһендәге ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар менән ҡала үҙәге араһындағы маятник хәрәкәте (эшкә, мәҙәни-көнкүреш кәрәге менән ҡалаға килеп йөрөү) көсәйеүе хас. Урбанизацияға ҡапма-ҡаршы процесс рурализация тип атала.
Урбанизация процесы түбәндәгеләр иҫәбенә бара:
- ауыл торама пункттарын ҡалаларға әйләндереү;
- киң ҡала яны зоналары хасил итеү;
- ауыл еренән (провинциянан) ҡалаға күсеү.
Тәбиғи ландшафттарҙы яһалмаға әйләндереү барышы «тәбиғәтте урбанизациялау» тип атала. Яһалма һәм тәбиғи факторҙарҙың ҡуша һәм йәнәш эволюцияһы геоурбанизация тип атала, уны геоурбанистика өйрәнә.
Урбанизация йыш ҡына дәүләттәге сәйәси процестарға бәйле була. Мәҫәлән, Р. Адамс[1] ҡалаларҙың булыуын дәүләттең мотлаҡ билдәләренә индерә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр урбанизация менән дәүләтселек эволюцияһы араһында тығыҙ бәйләнеш булыуын билдәләй[2]. Әйтәйек, урбанизацияның беренсе фазаһы б.э.т. IV—III мең йыллыҡ башында күҙәтелгән һәм иртә дәүләттәр барлыҡҡа килеү менән бәйле булған. Тәүге үҫешкән дәүләт барлыҡҡа килеү (б.э.т. II мең йыллыҡта Мысырҙа) урбанизацияны тиҙләтеп ебәрә: б.э.т. XIII быуатта донъяла ҡалала йәшәүселәр һаны тәү башлап 1 миллионды үҙа.[3] XIX-ХХ бб. урбанизацион шартлау һәм мегаурбанизация бөтә ерҙә лә өлгөргән дәүләтселек таралыу менән бәйлелектә ҡарала[4].
Ауыл халҡының ҡалаға ағылыуы эшсе көстәргә ихтыяжды уҙып китә, был йыш ҡына эшһеҙлеккә, социаль-иҡтисади проблемаларҙың киҫкенләшеүенә килтерә.
Субурбанизация
үҙгәртергәСубурбанизация — эре ҡалалар тирәһендәге ҡала яны зонаһының ҙурайыуы һәм үҫеүе. Һөҙөмтәлә ҡала агломерациялары барлыҡҡа килә. Субурбанизацияла ҡала янында йәшәүселәр һаны агломерацияның үҙәгендәгегә ҡарағанда йылдамыраҡ арта[5].
Халыҡтың етеш тормошо ҡала янында «ауыл тибындағы» йорттар төҙөргә, ҙур ҡалалағы тауыштан, һауа бысраҡлығынан, йәшеллек етмәүҙән һ.б. ҡотолорға мөмкинлек бирә. Ләкин ҡала янында йәшәүселәр ауыл кешеһенә әйләнмәй, ҡала эсендә эшләүен дауам итә. Субурбанизация халыҡта автомобилдәр һаны артыуы менән бара, сөнки ҡала янында инфраструктура етешмәй (магазиндар, мәктәптәр һ. б. юҡ), иң мөһиме — эшләр урын юҡ.
Рәсәйҙә субурбанизация билдәләре иң элек Мәскәү тирәһендә күҙәтелә, ләкин бында уның бер үҙенсәлекле яғы бар: мегаполис халҡының күбеһе ҡалалағы фатирынан баш тартмай, ваҡыттың бер өлөшөн генә ҡала янындағы дачаларҙа үткәрә.
Көнбайыш Европала һәм Төньяҡ Америкала субурбанизация 1950-сы йылдарҙа башлана.
Иҡтисадтың компьютерлашыуы барышында һуңғы тиҫтә йыллыҡта хеҙмәт урынының хеҙмәт бурыстарын үтәй торған урындан айырылыуы күҙәтелә: компьютер аша кеше фирманың эшен Ер шарының икенсе сигендә булған хәлдә лә башҡара ала. Ошо арҡала субурбанизацияны тотҡарлаған транспорт проблемаһы ла йомшара һәм «тотош донъя — бер ауыл» концепцияһы барлыҡҡа килә: бөтәһе лә (анығыраҡ итеп әйткәндә — эшмәкәрҙәрҙең мәғлүмәт-коммуникатив типтары) иртәме-һуңмы экологик таҙа ҡала янына күсәсәк
һәм ҡалалар үҫештән туҡтаясаҡ .Субурбанизация төшөнсәһенә рурбанизация (ингл. Rural — ауылдағыса, лат. urbanus — ҡалалағыса) төшөнсәһе — ауылдарға ҡала формаларының һәм йәшәү шарттарының таралыуы, урбанизация төшөнсәһен киңерәк аңлау — яҡын. Рурбанизация ҡала халҡының ауыл тормаларына күсеүе, ҡалаларға хас хужалыҡ эшмәкәрлеген ауылдарға күсереү менән бара. Рәсәйҙә XXI быуат башынан был күренеш нигеҙҙә Мәскәү өлкәһендә күҙәтелә. Ғәмәлдә ауыл тип һаналған күп торамаларға Мәскәүҙән сәнәғәт предприятиелары һәм келәттәр күсереп төҙөлә, халыҡтың күпселеге ҡаласа йәшәү рәүеше алып бара, Мәскәүҙән һәм башҡа төбәктәрҙән күсенеүселәр иҫәбенә халыҡ һаны арта.
Субурбанизацияның кире эҙемтәләре
үҙгәртергәҠала янында йәшәүселәр йыш ҡына «автомобиль ҡолона» әүерелә, сөнки ҡала янында йәмәғәт транспорты булмай тиерлек. Ә халыҡ тығыҙ йәшәгән илдәрҙә, мәҫәлән, Бельгияла һәм Нидерландтарҙа, ҡала яны торамалары бөтә буш урынды биләй һәм тәбиғи ландшафттарға урын ҡалдырмай. АҠШ-та, КАР-ҙа, Британияла субурбанизация аҡтарҙың ҡасыуы менән бара: ҡалаларҙың үҙәк райондарын негроид расаһы вәкилдәре биләй, ә аҡ тәнле халыҡ ҡала янына күсенә[6].
Халыҡтың ҡала янына күпләп күсенеүе арҡаһында юлдарҙа тығындар яһала, һауа бысрана, күп ваҡыт юғалтыла һ. б. Быларға ҡаршы ҡала яны йәмәғәт транспортын ҫтереү сараһы күрелә, мәҫәлән, Парижда RER системаһы төҙөлгән.
Шәхси автотранспорттың күплеге тупраҡты боҙа, ошо арҡала гидро- һәм терморежимдар боҙола, урмандар кәмей, автотранспорт һауаны һәм һыуҙы бысрата[7], кеше юлда автотрассаларҙа күп ваҡытын үткәрә, быларҙың эҙемтәһе булараҡ. халыҡтың һаулығы насарлана[8][9][10]. Автоһәләкәттәргә эләгеү хәүефе арта[11][12]. Аҙ хәрәкәтләнеү һәм һимереү ҙә һаулыҡҡа зыян килтерә[13].
Ашығыс ярҙам һәм янғын һүндереү машиналары кәрәк урынға оҙағыраҡ килә[14].
Дезурбанизация
үҙгәртергәДезурбанизация — халыҡтың ҡалаларҙан китеүе.
Ялған урбанизация
үҙгәртергәДемографик шартлау арҡаһында үҫешеүсе илдәрҙә, бөтәһенән элек Латин Америкаһы, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә ялған урбанизация. тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Ул яңы эшсе урындары барлыҡҡа килмәгән шарттарҙа ҡала халҡыны һанының йылдам артыуынан тора. Үтә тығыҙ аграр райондарҙан ауыл халҡының ҡалаларға «этәреп сығарылыуы» бара. Ҡалаларға ағылған ауыл халҡы эшһеҙҙәр ғәскәрен тулыландыра, ә торлаҡ етешмәү ҡала ситтәрендә санитария талаптарына яуап бирмәгән һәм уңайлыҡтары булмаған торлаҡ артыуына килтерә.
Рәсәйҙә урбанизация
үҙгәртергә20-се быуат башында Рәсәйҙәге халыҡтың 87%-ы ауыл ерендә йәшәй. 1887 йылда Рәсәйҙә 50 000 меңдән ашыу кеше йәшәгән 16 ҡала булһа, 1989 йылда РСФСР-ҙа 1001 ҡала булып, 170 ҡалала халыҡтың 70%-ы йәшәй. 2010 йылға ҡала халҡы проценты 73,7 % тәшкил итә (урбанизацияның юғары кимәле)[15].
Фән
үҙгәртергәУрбанизация процестарын XX һәм XXI быуаттар өсөн яңы дисциплина — геоурбанистика өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Adams, R. 1966.
- ↑ А. В. Коротаев, Л. Е. Гринин. Урбанизация и политическое развитие Мир-Системы: сравнительный количественный анализ // История и математика.2007
- ↑ Modelski, G. 2003.
- ↑ Гринин, Л. Е. 2006. О стадиях эволюции государства. Проблемы теории. История и современность (1): 3-44
- ↑ Субурбанизация
- ↑ Eduardo Bonilla-Silva and David G. Embrick "Every Place Has a Ghetto...": The Significance of Whites' Social and Residential Segregation : Symbolic Interaction. — Summer 2007. — № Vol. 30, No. 3. — С. Pages 323-345.
- ↑ Spatial Distribution of U.S. Household Carbon Footprints Reveals Suburbanization Undermines Greenhouse Gas Benefits of Urban Population Density Christopher Jones and Daniel M. Kammen Environ. Sci. Technol., 2014, 48 (2), pp 895–902.
- ↑ «Климат, качество атмосферного воздуха и здоровье москвичей» под ред. Б.А.Ревича, изд.НИЦ-Принт Москва 2006.
- ↑ http://www.cdc.gov/healthyplaces/articles/Urban_Sprawl_and_Public_Health_PHR.pdf.
- ↑ https://vk.com/doc-91950628_387432161.
- ↑ https://vk.com/doc-91950628_387435218. — С. 203-204.
- ↑ Thomas E. Lambert and Peter B. Meyer Ex-Urban Sprawl as a Factor in Traffic Fatalities and EMS Response Times in the Southeastern United States // JOURNAL OF ECONOMIC ISSUES Vol. XL No. 4 December, 2006.
- ↑ https://vk.com/doc-91950628_387449724?dl=37dcf5aaad0a94b5c3.
- ↑ Lambert, T. E.; Meyer, P. B. (2008). "Practitioner's Corner: New and Fringe Residential Development and Emergency Medical Services Response Times in the United States". State 40 (2): 115–124..
- ↑ Росстат подвел итоги переписи населения 2010 года — Александр Суринов — «Кем мы себя считаем» — Российская Газета — Росстат представил в "Российской га …
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья «Урбанизация» в энциклопедии Кругосвет
- Макродинамика урбанизации Мир-Системы
- Статья о росте мирового городского населения на demoscope.ru
- А. 2010 йыл 18 ғинуар архивланған.В. Никифоров. Рождение пригородной Америки 2010 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Ю.Пивоваров. Урбанизация России в XX веке: представления и реальность
- Город и деревня в Европейской России: сто лет перемен. ОГИ, Москва, 2001