Фәлсәфә (ғәр. فلسفة‎), шулай уҡ филосо́фия (бор. грек. φιλοσοφία «аҡыллылыҡты һөйөү») — бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен өйрәнеүсе һәм аңларға ынтылыусы фән; йәшәйештең иң мөһим һыҙаттарын, ысынбарлыҡты танып белеүҙең төп принциптарын, кеше тормошоноң маҡсатын, кеше менән донъя араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе тәғлимәт.

Рафаэлдең «Афиндар мәктәбе» картинаһы өлөшө Платон менән Аристотелде һүрәтләй. Ике философ йәнәш атлап килһә лә, тикшеренеү юлдары айырым ята: Платондың ҡулдарында — «Тимей» исемле Натурфилософия әңгәмә китабы, Аристотель «Этикаһын» тотоп килә

Башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә, фәлсәфә ниндәй ҙә булһа бер тәғәйен өлкәне генә өйрәнеү йәки аныҡ тикшеренеү ысулдарынан файҙаланыу менән сикләнмәй; киреһенсә, ул башҡа бар фәндәрҙең өйрәнгән мәсьәләләрен һәм үҙенсәлекле тикшеренеү ысулдарын дөйөмләштерә һәм ул фәндәргә теоретик нигеҙ бирергә ынтыла.

Фундаменталь һорауҙырҙы өйрәнеүҙең башҡа ысулдарынан, әйтеп үткәндә мистицизм, миф һәм сәнғәттән айырмалы рәүештә, фәлсәфә һынаусан (тәңкитсел), даими (системалы) һәм аңға таянған фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә.

Фәлсәфәнең билдәләмәһе һәм асылы үҙгәртергә

 
Огюст Родендын «Уйлаусы» скульптураһы йыш фәлсәфә символы булып тора (франц. Le Penseur).

Фәлсәфәнең ниндәй ҙә булһа дөйөм ҡабул ителгән билдәләмәһе йәки уның тикшеренеү объекты тураһында ғөмүми төшөнсә юҡ. Фәндең тарихи мәктәптәре һәм хәҙерге йүнәлештәре фәлсәфәне төрлөсә билдәләй.

Ғәҙәти билдәләмә ошолай бирелә: фәлсәфә ысынбарлыҡтың (донъяла булған һәр нәмәнең) тәүсәбәптәрен, уның йәшәү һәм үҙгәреү ҡанундарын өйрәнә. Был ҡанундар буйынса йәшәйәш һәм уйлау, танып өйрәнелгән ғәләм һәм уны өйрәнеүсе тереклек итә һәм үҫә бара. «Йәшәйеш» төшөнсәһенә ғәмәлдә булған процестар менән бергә аң менән төшөнөрлөк бар мөмкинселектәр ҙә инә. Ысынбарлыҡтың бөтөн осраҡлы айырымлыҡтарын байҡап үтеү мөмкин булмағанлыҡтан, философтар үҙ иғтибарын төп сәбәптәргә йүнәлтә, ысынбарлыҡтың иң ғөмүми ҡанундарын өйрәнә, иң дөйөм төшөнсәләр менән уйлай.

Төрлө дәүерҙәрҙә һәм фәлсәфәнең төрлә йүнәлештәре өсөн был төшөнсәләр һәм тикшеренеү алымдары айырылып тора; ошо йәһәттән Гегель фәлсәфәне «фекерләү ярҙамында танып беленгән тикшеренеүсенең көн күргән заманы» тик билдәләй.

Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре түбәнерәк теҙеме менән бирелә. Улар тикшергән мәсьәләләр һанына ошондайҙары инә: «Аллаһ бармы-юҡмы?», «Ысынбарлыҡты объектив рәүештә танып белергә буламы-юҡмы?», «Кеше ҡылған эштең хаҡ йә хаҡһыҙ икәнлеген ни билдәләй?».

Бындай һорауҙарҙы тикшереү өсөн фәлсәфәлә ҡулланылған төп алым булып логик фекерләү һәм һығымта сығарыу тора. Шул уҡ ваҡытта, фәлсәфәнең аныҡ билдәләнгән сиктәре йәки дөйөм ҡабул ителгән методологияһы юҡ. «Фәлсәфәгә ни инә» һәм «Фәлсәфәне ҡалай билдәләп була» һымаҡ һорауҙар ҙа бәхәс тыуҙыра һәм фәлсәфәнең күп һанлы йүнәлештәрендә төрлөсә сиселә.

Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре үҙгәртергә

  • Метафизика ысынбарлыҡтың, йәшәйештең һәм донъяның төп булмышын өйрәнә; космология менән онтология тармаҡтарына бүленә.
  • Эпистемология белемдең тәбиғәтен һәм күләмен өйрәнә; белем мөмкинме-юҡмы, ысынбарлыҡты танып белеп буламы-юҡмы, тигән һорауҙы тикшерә. Был йүнәлештең төп иғтибары танып белеү һәм уның ысул-юлдары, хәҡиҡәт, ышаныс, тәжрибә һәм интуиция төшөнсәләренә бәйле.
  • Этика (йәиһә әхләҡи фәлсәфә) кешенең һәр эш-ҡылығы яраҡлымы-юҡмы, быға яуап биреп буламы-юҡмы, тигән һорауҙарҙы тикшерә; әхләҡ төшөнсәһен өйрәнә. Этиканың төп йүнәлештәре: метаэтика (әхләҡи хөкөмдөң мөмкинселеге, уны нигеҙләү; төрлө әхләҡи системаларҙы тикшереү), теоретик һәм ғәмәли (ҡулланма) этика (кеше һәр осраҡта ни эшләргә тейеш). Һуңғының тармаҡтары булып тирә-яҡ мөхит этикаһы (мөхиткә ҡарата кешенең ниндәй мөнәсәбәте яраҡлы", биоэтика (эвтаназияның яраҡлығы, кеше толҡатын ғилми тикшеренеүҙә тотонорға яраймы-юҡмы) һ.б. тора.

«Әхләклелек» һәм «изге күңел» төшөнсәләренә Платон тәүге әңгәмәләрендә билдәләмә бирергә тырыша.

  • Сәйәси фәлсәфә ил, хөкүмәт, ил граждандары төшөнсәләренә бәйле; айырым шәхестәрҙең һәм йәмғиәттең дәүләткә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнә. Ғәҙеллек, ҡанун, мөлкәт, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстарын тикшерә.
  • Эстетика матурлыҡ төшөнсәһен һәм уның сәнғәттә, әҙәбиәттә, тормоштағы сағылышын өйрәнә; матурлыҡ тойғоһо, ләззәт (рәхәтлек), һиҙеү аша үҙләштереү, хис-тойғо ҡиммәттәренә ҡағыла.
  • Логика — фекерләү ҡанундарын өйрәнгән фән. XIX быуаттың аҙағынан башлап, математиктар логиканың математикаға ҡағылған тармағын шаҡтай алға һөрҙө; бөгөнгө көндә логиканың ике киң йүнәлеше бар — математик логика (формаль символик логика) һәм фәлсәфәүи логика.
  • Аң фәлсәфәһе аңдың булмышын һәм уның тәнгә мөнәсәбәтен өйрәнә; уның типик миҫалы булып дуализм менән материализм араһындағы бәхәс тора. Һуңғы осорҙа был тармаҡ когнитивистика (танып белеү фәне) менән яҡынлаша килә.
  • Тел фәлсәфәһе телдең барлыҡҡа килеүен, уның булмышын һәм ҡулланылыуын тикшерә.
  • Дин фәлсәфәһе дингә бәйле һорауҙар менән шөғөлләнә: Алланың барлығын-юҡлығын, булмышын, дини тәжрибәне, дини телде һәм текстарҙы, дин менән ғилем мөнәсәбәттәрен өйрәнә.

Фәндәрҙең күпселегенә арналған үҙ фәлсәфә тармаҡтары бар, мәҫ. математика фәлсәфәһе, хоҡуҡ фәлсәфәһе, тарих фәлсәфәһе һ.б. Шулай уҡ, элегерәк фәлсәфәнең ҡарамағында булған өлкәләр хәҙер үҙаллы фәндәр, мәҫ. психология, антропология һәм тәбиғәт фәндәре тарафынан ҡарала.

Фәлсәфә тарихы үҙгәртергә

Фәлсәфә туыуы үҙгәртергә

Фәлсәфә туыуы беҙҙен эра алдынан VII—VI быуаттарҙа Ҡытайҙа, Индияла һәм Боронғо Грецияла башлана. Бер нисә тарихсылар Боронғо Мысыр һәм Месопотамиянан ҡалған мәкәләләр һәм афоризмдар йыйынтыҡтарҙы боронғо фәлсәфә тыуыу менән бәйләй.

Боронғо Греция фәлсәфәһе үҙгәртергә

Боронғо Греция фәлсәфәһе беҙҙен эра алдынан VI быуатта тыуа. Сократ алдынан фәлсәфәләр: Фалес (Милет мәктәбе нигеҙләүсе), Демокрит, Пифагор, Зенон. Улар «Нимәул ысынбарлыҡ?» һорауға яуап табырға тырыштылар.

Классик грек фәлсәфәһе үҙгәртергә

 
Платон һәм Аристотель, Рафаэль Санти «Афинская школа», Ватиканский дворец.
Платон (һул яҡтан) үңенең enҠалып:Ref-Theory of Formsбаш. буйынса күккә күрһәтә (белем шишмәһе тип), Аристотель (уң яҡтан) ерғә күрһәтә Эмпиризмды яҡлап.

Ҡалып:Terms Классик грек фәлсәфәһе ѳс кешеләр менән бәйле: Сократ, уның уҡыусыһы Платон, һәм Платон уҡыусыһы — Аристотель. Идеялар теорияһында Платон материаль объекттарҙы идеаль объекттар менән ҡаршыға ҡуя. Аристотель буйынса бѳтә белемдәрҫе кеше хәтерҙән ала, яңынан ул килмәй.

Эллиндар фәлсәфәһе үҙгәртергә

Ҡалып:Terms

Боронғо Индия үҙгәртергә

 
Будда, Гандхара

Ҡалып:Terms Боронғо Индия фәлсәфәһе Боронғо Греция фәлсәфәһе менән сағыштырғанда биҡ яй үҫкә, сѳнки уның логикаһы математикағы менән бәйләнелмәғән. Ул лингвистика менән бәйләнғән (Сократ алдынан фәлсәфәләрҙә һымаҡ).

Боронғо Ҡытай үҙгәртергә

Ҡалып:Terms

Фәлсәфә терминдары үҙгәртергә

 
Аристотель артынан Ибн Рушд һәм башҡа философтар белемде алдынан килғән яҡтан тикшерҙеләр
  • Априо́ри (лат. a priori —«алда (элек) булған») — тәжрибә алыу алдынан килғән белем. Тәжрибәһеҙ дөрөҫ булған, алдынан дөрөҫ.Был философ термин эпистемология һәм логикаға Иммануил Кант менән индерелде. Априори белеме кешенең эске уйлау үҙәге булыуҙан сыға.

Априориға киреһе апостериори (лат. a posteriori — һуңдан) — тәжрибәнән һуң алынған белем.

  • Казуальность ( лат. casus — осраҡлы хәл (ваҡиға), көтөлмәгән хәл) — көтөлмәгән хәл тураһында белем. Теория буйынса донъяла көтөлмәгән хәл дәр күп һәм ул дөйөмләштерелмәй. Эпикур, Лукреций һцм башҡа фәлсәфәләр менән яҡланды.[1][2]
  • Эмпири́зм, эмпирици́зм (бор. грек. έμπειρία — тәжрибә) — тәжрибә яҡтан белем алыу йүнәлеше. Эмпиризм бөтә белемде иҫенә килтереп төҙөй.

Рационализмға һәм мистицизмға ҡаршы. Эмпиризм XVII—XVIII быуатта нигеҙләнде (Фрэнсис Бэкон, Томас Гоббс, Джон Локк, Джордж Беркли, Дэвид Юм); эмпирзм элементтары позитивизмға, неопозитивизмға (логик эмпиризм) яҡын.

  • Рационали́зм ( лат. ratio — аҡыл) —кешеләрҙен белемде алыу нигеҙедә аҡыл тора тиғән ысулы.

Хәҙерге фәлсәфә ғалимдары: Лео Штраус майевтика аша белемде алырға кәңәш бирә. Башҡа рационалистар -фәлсәфә ғалимдары: Бенедикта Спинозу, Готфрида Лейбница, Рене Декарта, Георга Гегеля .

  • Асыл, төп нигеҙ рус. сущность– әйверҙен нимә ул һарауға яуап.
  • Аң рус. сознание– нәмә менән бәйләнеш тотоу, уны аңлау (Гегель).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Философия: Энциклопедический словарь. — М.: Гардарики. Под редакцией А.А. Ивина. 2004.
  2. Философский энциклопедический словарь. 2010.