Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Өмәүиҙәр (ғәр. الأمويون), йәки бәнү Өмәйә (ғәр. بنو أمية) — Мүәвиә I 661 йылда хәлифәләрҙең мосолман династияһы. Суфыян һәм Мәрүәни сығышлы өмәүиҙәр VIII быуат урталарына тиклем хакимлыҡ иткәндәр. Миләди 750 йылда Әбү Мөслим етәкселегендәге баш күтәреү һөҙөмтәһендә династия тәхеттән бәреп төшөрөлә һәм Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге урынлаша. Өмәүиҙәрҙең барыһын дә ҡыралар, хәлифә Хишам ибн Ғәбд әл-Мәликтең ейәне генә тере ҡала. Был тармаҡ Испанияла Кордова хәлифәлеге династияһын башлаған була.
Өмәүиҙәр хәлифәлеге | |
ғәр. الدَّوْلَةُ الأُمَوِيَّةُ | |
Флаг | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 661 |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Өмәүиҙәр[d] |
Нигеҙләүсе | Мүәвиә ибн Әбү Суфыян |
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Донъя ҡитғаһы | Африка, Европа һәм Азия |
Административ үҙәк | Дамаск һәм Харран[d] |
Идара итеү формаһы | Монархия |
Дәүләт башлығы вазифаһы | калиф Омейяд[d] |
Халыҡ һаны | 70 000 000 кеше |
Валюта | Umayyad dinar (currency unit)[d], Umayyad dirham (currency unit)[d] һәм Umayyad fals (currency unit)[d] |
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе | Хаҡ хәлифәт, Византия империяһы, Толедо короллеге[d] һәм Африканский экзархат[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге һәм Кордова әмирлеге[d] |
Алыштырған | Африканский экзархат[d] |
Ҡулланылған тел | Ғәрәп теле, Копт теле, среднегреческий язык[d], Латин теле, Урта фарсы теле, арамейские языки[d], Амазиг телдәре, Грузин теле, Әрмән теле, мосарабский язык[d], синдхи[d] һәм пракрит[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 750 |
Майҙаны | 6 000 000 км² |
Төп көйләүсе текст | Ҡөрьән һәм Сөннәт |
![]() | |
Рәсми дине | ислам |
![]() |
Өмәүи хәлифәтҮҙгәртергә
Өмәүи хәлифәт Хаҡ хәлифәттең ғазауаттар сәйәсәтенә тоғро ҡала һәм Төньяҡ Африканы, Пиреней ярымутрауының Әл-Әндәлүс (Әндәлүсия) өлөшөн, Урта Азияны, Синдты, Тәбәристан менән Журжанды яулап ала[1].
Хәлифәттең яулап алынған барлыҡ ерҙәренә дәүләт хужа булып тора. Яулап алынған, вариҫы булмаған кешенән ҡалған, тартып алынған ерҙәр дәүләт ҡарамағына күсә бара. Ер биләүселәрҙән дәүләт ер һалымы йыя (ғөшөр һәм хараж)[1].
Дәүләтте үҙәкләштереү өсөн поста хеҙмәте тергеҙелә, үҙәк ҡаҙна һәм дәүләт архивы (диван әл-хәтим) ойошторола.
Һалым түләмәҫ өсөн күпләп Ислам ҡабул итеү арҡаһында дәүләттең табышы кәмей бара. 700 йылда Ираҡ әмире Хәжәж ибн Йософ (694—714) Исламға яңы килгән кешеләрҙе жизйәнән азат итмәү тураһында закон ҡабул итә, башҡа диндекеләрҙең ере мосолмандарға күскән осраҡта, һуңғылары ла хәрәж түләргә тейеш булып сыға. Быны хәлифә Ғүмәр Ғәбд әл-Ғәзиз 718—719 йылдарҙа туҡтата. Әммә унан һуңғы вариҫтары законды яңынан тергеҙә һәм болғаныштар сығыуға сәбәп була. Һөҙөмтәлә хакимлыҡ ғәббәсиҙәргә күсә[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Ҡалып:Советская историческая энциклопедия
- Кордовский Халифат — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Ҡалып:Советская историческая энциклопедия
- Большаков О. Г. История Халифата. Т. 2. Эпоха великих завоеваний (633—656). Москва, 1993 год.
- Большаков О. Г. История Халифата. Т. 3. Между двух гражданских войн (665—696). М.: Восточная литература, 1998.
- Беляев Е. А. Арабы, ислам, и Арабский Халифат в раннем средневековье. М., 1965.
- Крымский А. Е.,. Омейяды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Фильштинский И. М. Халифат под властью династии Омейядов. М., 2005.