Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (ҡыҫҡаса БР ФА) — Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт фәнни учреждениеһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йыл 6 февраль Указы менән республиканың фәнни-техник потенциалын һаҡлау, нығытыу һәм үҫтереү өсөн ойошторолған. Академия республиканың һәм уның күп милләтле халҡының фәнни үҫеше мәсьәләләрен хәл итә, республика ойошмалары, вуздары һәм предприятиеларының тикшеренеү, инновацион эшмәкәрлеген интеграциялауҙа әүҙем ҡатнаша, фән менән мәғариф араһындағы бәйләнеште нығыта, республика ғилми йәмәғәтселегенең Рәсәйҙең һәм донъя илдәренең фәнни берләшмәләре менән хеҙмәттәшлеген үҫтерә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының эше Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланыусы республика ғилми-техник программаларына һәм Республика Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнә.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1991[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Рәсми сайт | anrb.ru[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары |
Фәнде күренекле хеҙмәттәр йә беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә хеҙмәттәр менән байытҡан ғалимдар Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең, сит илдәрҙең ватан һәм халыҡ-ара абруйға эйә булған иң билдәле ғалимдары, шулай уҡ Академияның почетлы һәм сит ил ағзаһы итеп һайлана.
Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары идаралыҡ органы — дөйөм йыйылыш, уға Академия ағзалары, фән докторҙары инә. Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы устав, бүлексәләрҙе һәм филиалдарҙы ойоштороу, ҡайтанан ойоштороу һәмбөтөрөү тураһындағы ҡарарҙар ҡабул итә, фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләй, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының ғилми-ойоштороу эшмәкәрлеге һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тураһындағы отчет докладын раҫлай һ.б. Дөйөм йыйылыш Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президентын, вице-президенттарын, баш ғилми секретарын, Президиумын һәм уның бүлексәләренең академик-секретарҙарын һайлай.
2011 йылдың 4 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында йәшерен тауыш биреү юлы менән Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, профессор Рәмил Бәхтизин Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президенты итеп һайлана[2].
2015—2021 (15.06) йылдарҙа Фәндәр академияһын Әлфис Ғаязов етәкләне. 2021 йылдың 15 июнендә Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы итеп Камил Нурулла улы Рамазанов тәғәйенләнде[3].
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында филиалы бар.
Тарихы
үҙгәртергә1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ойоштороу йыйылышы була, унда ойоштороусылар араһынан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәүге академиктары һайлана.
1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының беренсе дөйөм йыйылышы үтә, унда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президенты итеп О. Ә. Ҡайбышев һайлана.
О.Ә. Ҡайбышев инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе М. Ғ. Рәхимов ҡул ҡуйған Указ сыға. Указға ярашлы, ул саҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенә ингән Башҡортостан фәнни үҙәгенең бөтә институттары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы составына индерелә. Әммә был Рәсәй Фәндәр академияһы етәкселеге менән яраштырылмай эшләнә. Өфөнөң фәнни йәмәғәтселеге уртаға бүленә. Мәсьәлә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Ю. С. Осипов менән М.Ғ. Рәхимовтың осрашыуында хәл ителә. Өфөнөң академик институттарын Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенән сығарып, туранан-тура РФА Президиумына буйһонған Рәсәй Федерацияһы Өфө фәнни үҙәге составында ҡалдырырға, ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына тармаҡ институттарын индерергә (быға тиклем фәнни үҙәк составында булмаған Механика институты менән Юғары һығылмалылыҡ институтынан башҡалары) ҡарар сығарыла.
Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһы президиумының Өфөләге биналары Башҡортостан Фәндәр академияһына тапшырыла. Башҡортостанда 2 президент — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенттары — һайлана.
1996—2003 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының хеҙмәттәрен берләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Уртаҡ фәнни-ойоштороу структуралары булдырыла: ғилми советтар, аспирантура, докторантура, «Ғилем» нәшриәте. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы инфраструктураһын (мәғлүмәт селтәре, китапхана, поликлиника, автобаза, балалар баҡсалары, ял базаһы һ.б.) уртаҡ файҙаланыу ойошторола.
Фәндәр академияһының структураһы
үҙгәртергәФәндәр академияһы бүлексәләре
- Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлексәһе
- Физика-математика һәм техник фәндәр бүлексәһе
- Ер һәм тәбиғәт байлыҡтары тураһындағы фәндәрбүлексәһе
- Химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһе
- Медицина фәндәре бүлексәһе
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы буйһоноуындағы ғилми ойошмалар:
- Гербицидтар һәм үҫемлектәр үҫешен көйләгестәр технология ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тәжрибә-эксперименталь производствоһы Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет ойошмаһы
- Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты дәүләт бюджет учреждениеһы
- «Баштехинформ» республика ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт комплексы дәүләт автономиялы учреждениеһы
- «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет учреждениеһы
- Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы
- Башҡортостан Республикаһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы
- Башҡортостан Республикаһы Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар институты дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы
- Башҡортостан Республикаһы Төбәк тикшеренеүҙәре институты дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы
- Башҡортостан Республикаһы Ҡулланма тикшеренеүҙәр институты дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы
- Үткәргес торба гидравликаһы үҙәге
- Аграр тикшеренеүҙәр үҙәге
- «Ғилем» нәшриәте[4]
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы менән республика башҡарма власть органдарының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған ғилми ойошмалар
- Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы дәүләт фәнни учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты дәүләт унитар предприятиеһы
- Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы дәүләт фәнни учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы Нефть эшкәртеү институты дәүләт унитар предприятиеһы
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәнни-методик етәкселекте тормошҡа ашырған ғилми ойошмалар
- Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешенең именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең «Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт фән учреждениеһы
- Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының «Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» (тәжрибә хужалыҡтары менән) дәүләт фәнни учреждениеһы
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡтың «Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы
- Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының «БашНИПИСпром» Башҡортостан төҙөлөш материалдары ғилми-тикшеренү проект институты дәүләт унитар предприятиеһы
- «Тәжрибә заводы» дәүләт унитар предприятиеһы
- «Башҡортостан умартасылыҡ тәжрибә станцияһы» дәүләт унитар предприятиеһы
- «„Биоплант“ биотрансплантаттар һәм биопрепараттар ғилми-тикшеренеү һәи етештереү институты» дәүләт унитар предприятиеһы
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы
үҙгәртергәПрезидиумда 31 кеше. Шулар араһында:
- Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы — Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры.
- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы — Фәндәр академияһы вице-президенты. Химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре.
- Әйүпов Мансур Әнүәр улы — Академияның вице-президенты. Политолог, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор.
- Әбләев Руслан Иршат улы — баш ғилми секретарь. Химия фәндәре кандидаты, доцент[5].
Академияның Президенттары
үҙгәртергә- 1991—1995 йылдар: О. Ә. Ҡайбышев
- 1995—2003 йылдар: Р. И. Ниғмәтуллин
- 2004—2006 йылдар: М. Ә. Илһамов
- 2006—2011 йылдар: А. М. Шаммазов
- 2011—2015 йылдар: Р. Н. Бәхтизин
- 2015 йылдан: Ә. С. Ғаязов[6].
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары[7] (2012)
үҙгәртергә- Абдрахманов Илдус Барый улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы — медицина фәндәре бүлексәһе
- Баҡыев Әхмәт Вәхит улы — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Вахитов Венер Абсатар улы — биология фәндәре секторы
- Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы — медицина фәндәре бүлексәһе
- Ғимаев Рәғиб Насретдин улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Ғосманов Үзбәк Ғосман улы — биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһе
- Джемилев Усеин Мәмәт улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Зәйнуллин Марат Вәли улы — гуманитар фәндәр секторы
- Илһамов Марат Әҡсән улы — физика-математика фәндәре секторы
- Имашев Урал Булат улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Иҫәнбаев Мазһар Насип улы — социаль фәндәр секторы
- Казанцева Тамара Тимофеевна — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Ҡайбышев Оскар Әкрәм улы — техник фәндәр cекторы
- Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Мағазов Риза Шәйехйән улы — медицина фәндәре бүлексәһе
- Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы — археология һәм этнография секторы
- Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы — социаль фәндәр секторы
- Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Напалков Валентин Васильевич — математика буйынса ғилми совет
- Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы — физика-математика фәндәре секторы
- Тимербулатов Вил Мамил улы — медицина фәндәре бүлексәһе
- Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы — социаль фәндәр секторы
- Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы — физика-математика фәндәре секторы
- Шаммазов Айрат Минһаж улы — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы — биология секторы[8]
- Мәхмүд Аббас — Фәләстин Милли Хакимиәте башлығы[9]
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзалары
үҙгәртергә- Аҡманов Айтуған Ирек улы — гуманитар фәндәр секторы
- Әхәтов Искәндәр Шәүкәт улы — физика-математика фәндәре секторы
- Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы — ауыл хужалығы фәндәре секторы, Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты дәүләт ғилми учреждениеһының баш ғилми хеҙмәткәре
- Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Әйүпов Мансур Әнүәр улы — социаль фәндәр секторы, сәйәсәт фәндәре докторы
- Бәширов Радик Миңлехан улы — ауыл хужалығы фәндәре секторы
- Бикбаев Рауил Төхфәт улы — гуманитар фәндәр секторы
- Вәлиев Руслан Зөфәр улы — физика-математика фәндәре секторы
- Вәлитов Раил Бәкер улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Вәлиуллин Рим Абдулла улы — Ер һәм тәбиғәт ресурстары фәндәре бүлексәһе
- Ғәлин Фәнүр Зөфәр улы — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы — гуманитар фәндәр секторы, тел белгесе
- Ганцев Шамил Хәнәфи улы — медицина фәндәре бүлексәһе, хирург-онколог
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы — гуманитар фәндәр секторы, тел белгесе, шәрҡиәтсе
- Дегтярев Александр Николаевич — социаль фәндәр секторы, иҡтисадсы
- Йәнекәев Зөфәр Ирғәле улы — социаль фәндәр секторы, хоҡуҡ белгесе
- Злотский Семен Соломонович — химия-технология фәндәре бүлексәһе
- Зорин Владимир Викторович — химия-технология фәндәре бүлексәһе, химик-органик
- Ильясов Барый Ғәли улы — техник фәндәр cекторы, инженер-электромеханик
- Исмәғилев Рафаэль Ришат улы — ауыл хужалығы фәндәре секторы, ғалим-агроном
- Камилов Феликс Хөсәйен улы — биохимик
- Карамова Лена Мирза ҡыҙы — врач, профпатолог
- Кейекбаев Морат Жәлил улы — социолог
- Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы — геология
- Красичков-Терновский Игорь Федорович — математик
- Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы — филолог
- Күсимов Салауат Таһир улы — механик
- Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы — химик
- Майстренко Валерий Николаевич — химик
- Мәсәғүтов Рим Хәким улы — геология
- Миркин Борис Михайлович — фитоценолог, агроэколог
- Мифтахов Мансур Сәғәрйәр улы — химик
- Мөхәмәдйәров Альфред Муллағәли улы — иҡтисадсы
- Мухин Виктор Сергеевич — механик
- Новокшенов Виктор Юрьевич — математик
- Нуғаев Рәйес Йәнфүр улы — механик
- Одиноков Виктор Николаевич — химик-органик
- Панов Александр Константинович — механик
- Плечев Владимир Вячеславович — кардиохирург
- Раянов Фәнис Мансур улы — хоҡуҡ белгесе
- Сабитов Камил Басир улы — математик
- Сангалов Юрий Александрович — химик
- Сафин Хәлил Мәсғүт улы — аграрий
- Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы — хирург
- Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы — эколог
- Теләшев Илшат Ғүмәр улы — нефтехимик
- Хажиев Фәнғәт Хаммат улы — тупраҡ белгесе
- Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы — физик, 2000 йылдан БДУ ректоры
- Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы — үҫемлектәр физиологы
- Юлмөхәмәтов Ринад Салауат улы — математик
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының элекке ағзалары
үҙгәртергәТөрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзалары булғандар:
- Абалкин Леонид Иванович (1930—2011) — иҡтисадсы
- Айытов Н. А. (1925—1999) — социолог, философ, 1964—1988 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фәнни коммунизм кафедраһы мөдире
- Алмазов В. А. (1931—2001) — кардиохирург
- Әмиров Р. З. (1923—1995) — кардиолог
- Айыуханов М. Б. (1924—2000) — аграрий
- Байымов Р. Н. (1937—2010) — филолог
- Бәхтизин Н. Р. (1927—2007) — үҫемлек белгесе
- Бикбаева Ә. И. (1926—2004) — отоларинголог
- Буслаев Ю. А. (1929—2001) — органик булмаған химия өлкәһендәге ғалим
- Валеев Д. Ж. (1940—2002) — философ, культуролог
- Ғәзизов Ф. М. (1937—2008)
- Ғөбәйҙуллин М. С. (1920—2008)
- Дәүләтов Э. Ғ. (1947—1998)
- Донелли А. С. (Alton S.Donelly) (1920—2007)
- Иванов В. Т. (1929—2003)
- Ильюшин А. А. (1911—1998)
- Исмәғилев Заһир Ғариф улы (1917—2004) — совет башҡорт композиторы
- Ишмухаметов А. И. (1932—2004)
- Ҡаһарманов Н. Ф. (1929—1996)
- Казаков В. П. (1934—2010)
- Казанцев Ю. В. (1935—2011)
- Мостай Кәрим (1919—2005) — башҡорт яҙыусыһы
- Кирпичников П. А. (1913—1997)
- Коган Л. Н. (1923—1997)
- Конарев В. Г. (1915—2005)
- Кузеев Р. Ғ. (1929—2005)
- Кузеев Р. Ғ. (1923—1998)
- Ҡунаҡбаев С. А. (1901—1996)
- Кучеров Е. В. (1924—2005)
- Лякишев Н. П. (1929—2006)
- Мәүлиов М. Р. (1928—2000)
- Мазунов В. А. (1942—2011)
- Миначев Х. М. (1908—2002)
- Минскер К. С. (1929—2003)
- Мирзажанзадә А.Х, (1928—2006)
- Мозжерин В. И. (1926—2008)
- Монаков Ю. Б. (1942—2011)
- Наливкин В. Д. (1915—2000)
- Осипьян Ю. А. (1931—2008)
- Рахманҡолов Д. Л. (1939—2008)
- Садиҡов Ф. Б. (1929—1998)
- Сәйеттбатталов Ғ. Ғ. (1928—2010)
- Сәйәхов Ф. Л. (1934—2002)
- Спивак А. И. (1923—2007) — тау эше
- Старова Н. В. (1923—2005)
- Солтанов Ф.Ф, (1928—2003)
- Сөнәев З. И. (1929—2001)
- Тенишев Э. Р. (1921—2001)
- Тереғолов Р. Ғ. (1922—1998)
- Трофимук А. А. (1911—1999)
- Ураҡсин З. Ғ. (1935—2007)
- Усманов Х. Ф. (1923—2009)
- Фролов К.В, (1932—2007)
- Халиҡов Ғ. Ә. (1931—2007)
- Хангилдин В. Х. (1907—1997)
- Чуркин Ю. В. (1935—1998)
- Шакиров Ж. Т. (1914—2006) — умартасы
- Шатилов И. С. (1917—2007)
- Яншин А. Л. (1911—1999) — геолог, СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһен һәм СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Геология һәм геофизика институтын нигеҙләүселәрҙең береһе
- Яхимович В. Л. (1913—1994) — геолог
- Заянчковский И. Ф. (1917—2010) — ветеринария, билдәле яҙыусы
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академиктары
үҙгәртергә- Абдулин Айтмөхәмәт Абдулла улы — геология
- Агаджанян Николай Александрович — физиология
- Акчурин Ренат Сөләймән улы — кардиология
- Арыҫланов Нурамбик Ғиниәт улы — иҡтисад
- Белецкая Ирина Петровна — химия
- Березин Всеволод Леонидович — геология
- Берлин Александр Александрович — химия
- Борисова Нинель Андреевна — неврология
- Васильев Леонид Михайлович — филология
- Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы — тупраҡ белгесе
- Ғәлимов Эрик Михайлович — геология
- Ғәниев Ривнер Фазыл улы — механик, машиналар белгесе
- Зефиров Николай Серафимович — химия
- Кайдаров Әбү-Али Туғанбай улы — филология
- Ҡулаева Ольга Николаевна — биология
- Нурғәлин Зиннур Әхмәҙи улы — филология
- Лазарева Дина Наумовна — фармакология
- Миңлебаев Руфил Ғафар улы — биология
- Надиров Надир Кәрим улы — химия
- Осипов Виктор Иванович — геология
- Пучков Лев Александрович — тау эше
- Рыжов Алексей Андреевич- машиналар эшләү
- Серов Владимир Николаевич — гинекология
- Солтанов Байраҡ Зәки улы — нефть һәм газ сығарыу
- Сөнәев Рәшит Али улы — астрофизика
- Фисинин Владимир Иванович — ауыл хужалығы
- Хаджиев Саламбәк Наиб улы — химия
- Хажиев Ғәҙелгәрәй Закир улы — ауыл хужалығы
- Хәмитов Эдуард Шайхулла улы — педагогика
- Мәхмүд Аббас — тарих[10]
- Алтон Стюарт Доннелли — тарих[11]
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзалары
үҙгәртергә№ | Һайланған йыл | Исем-шәрифе | Махсуслашыу өлкәһе |
---|---|---|---|
1 | 2012 | Аббас М. | Гуманитар фәндәр |
2 | 1998 | Батай Ж. | физика-математика фәндәре |
3 | 1998 | Бэнерджи С. | химия, физика-математика фәндәре |
4 | 2012 | Виллемс Р. | биология, ауыл хужалығы фәндәре |
5 | 2002 | Каган А. | химия фәндәре |
6 | 1998 | Какач С. | техник фәндәр, физика-математика фәндәре |
7 | 1998 | Крам Л. | физика-математика фәндәре |
8 | 1991 | Лэнгдон Т. | техник фәндәр |
9 | 1995 | Лэхи Р. | физика-математика фәндәре |
10 | 1991 | Мадьяри А. | ауыл хужалығы фәндәре |
11 | 1991 | Падманабхан К.А. | техник фәндәр |
12 | 1998 | Теофанус Т.Дж. | техник фәндәр |
13 | 2012 | Туған И. | Гуманитар фәндәр |
Финанслау
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына бюджеттан аҡса бүлеү: 2003 йылда — 65 млн һум, 2004 йылда — 77 млн һум, …, 2010 йылда — 253 млн һум, 2011 йылда — 227 млн һум[12].
Фәнни тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла торған аҡса ике өлөшкә бүленгән: фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм дәүләт ғилми-техник программалары.
Фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм инновацион эшләнмәләрҙе финанслау эре Федераль маҡсатлы программалар, шулай уҡ «Роснано», «РОСТЕХНОЛОГИИ» кеүек корпорациялар аша тормошҡа ашырыла.
Премиялар
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәндең төрлө өлкәһендә 18 премия булдырған: Н. А. Айытов исемендәге, Д. Ф. Варфоломеев исемендәге, Г. В. Вахрушев исемендәге, С. А. Гаврилов исемендәге, В. К.Ғирфанов исемендәге, Зәки Вәлиди (ҡарағыҙ: Ә. Ә. Вәлидов) исемендәге, К. П. Краузе исемендәге, Г. Х.Ҡоҙаяров исемендәге, Р.Ғ.Кузеев исемендәге, С. А.Ҡунаҡбаев исемендәге, А. Ф. Леонтьев исемендәге, Р. Р.Мәүлитов исемендәге, С. Р. Рафиҡов исемендәге, М. И. Тоҡомбәтов исемендәге, Г. Н. Тереғолов исемендәге, К. Р. Тимерғәзин исемендәге, А. А. Трофимук исемендәге, М. И.Өмөтбаев исемендәге.
Баҫмалар
үҙгәртергәАкадемия нәшер иткән журналдар: «Башкирский экологический вестник» (НИИБЖД менән берлектә), «Вестник Академии наук Республики Башкортостан», «Проблемы востоковедения», «Экономика и управление: научно-практический журнал» (Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы менән берлектә).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Новым президентом Академии наук Республики Башкортостан стал Бахтизин Р. Н.
- ↑ И.о. президента Академии наук Башкортостана назначен Камиль Рамазанов. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
- ↑ Издательство «Гилем»
- ↑ Президиум АН РБ
- ↑ Башҡортостан Фәндәр академияһы Президенты вазифаһын башҡарыусы билдәләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 29 сентябрь
- ↑ Академики АН РБ на официальном сайте Академии фәндәре РБ
- ↑ Академия Фәндәре Республики Башкортостан
- ↑ Махмуд Аббас стал академиком Академии фәндәре Башкортостана 2014 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ Махмуд Аббас стал академиком Академии наук Башкортостана. 2014 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 270 бит
- ↑ Доклад президента Академии наук Республики Башкортостан Р. Н. Бахтизина 2019 йыл 6 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
- Официальный веб-сайт АН РБ
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=1349 2014 йыл 27 февраль архивланған.