Айыуханов Мәсғүт Баян улы

Айыуханов Мәсғүт Баян улы (28 август 1924 йыл — 10 март 2000 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1980), профессор (1982), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Айыуханов Мәсғүт Баян улы
Тыуған көнө

28 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Дәүләкән волосы Яңы Айыухан ауылы

Вафат көнө

10 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Эшләгән урыны

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы (1980)

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы

Награда һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985

Биографияһы үҙгәртергә

Мәсғүт Баян улы Айыуханов[1] 1924 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Дәүләкән волосы Яңы Айыухан ауылында тыуған.

1955 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1961 йылдан институтта эшләй, 1980 йылдан 1990 йылдарға тиклем — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кафедра мөдире.

Айыуханов Мәсғүт Баян улы ауыл хужалығы сәнәғәте производствоһын ойоштороу өлкәһендә эшләй. Шулай уҡ Рәсәйҙең көнсығыш төбәктәрендә май бирә торған үҫемлектәр продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса предприятиеләрҙе рациональ урынлаштырыу, малсылыҡтың аҙыҡ базаһын нығытыу, кооперация һәм интеграцияны камиллаштырыу проблемаларын хәл итеүгә өлөш индерә.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ауыл хужалығы Бүлегендә тора.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Шул иҫәптән:

  • Көнбағыш — файҙалы культура. — Өфө, 1968.
  • Май бирә торған үҫемлектәр етештереү. — Өфө, 1975.
  •  Хозрасчет в колхозах и совхозах. — Өфө, 1987.

Бүләктәре үҙгәртергә

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2007.

Һылтанмалар үҙгәртергә